Нуғай теле: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1 юл: 1 юл:
{{Ук}}
{{Ук}}
[[File:Turkic-speaking peoples of Karachay-Cherkess Republic and Kabardino-Balkar Republic.jpg|thumb|Ҡарасәй-Черкес Республикаһының һәм Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһың төрки телле халыҡтары]]
'''Нуғай теле''' — (нуғайса "ногай тили") <ref>[https://ru.wiktionary.org/wiki/%D0%9A%D0%B0%D1%82%D0%B5%D0%B3%D0%BE%D1%80%D0%B8%D1%8F:%D0%9D%D0%BE%D0%B3%D0%B0%D0%B9%D1%81%D0%BA%D0%B8%D0%B9_%D1%8F%D0%B7%D1%8B%D0%BA/ Викисловарь. Категория:Ногайский язык]</ref> дөйөм алғанда [[Ставрополь крайы]], [[Дағстан]], [[Ҡарасәй-Черкесия]], [[Әстерхан өлкәһе]]ндә йәшәүсе [[нуғайҙар]]ҙың теле.
'''Нуғай теле''' — (нуғайса "ногай тили") <ref>[https://ru.wiktionary.org/wiki/%D0%9A%D0%B0%D1%82%D0%B5%D0%B3%D0%BE%D1%80%D0%B8%D1%8F:%D0%9D%D0%BE%D0%B3%D0%B0%D0%B9%D1%81%D0%BA%D0%B8%D0%B9_%D1%8F%D0%B7%D1%8B%D0%BA/ Викисловарь. Категория:Ногайский язык]</ref> дөйөм алғанда [[Ставрополь крайы]], [[Дағстан]], [[Ҡарасәй-Черкесия]], [[Әстерхан өлкәһе]]ндә йәшәүсе [[нуғайҙар]]ҙың теле.
Нуғайса һөйләшеүселәр һаны яҡынса 90 000 кеше.
Нуғайса һөйләшеүселәр һаны яҡынса 90 000 кеше.



== Тасуирламаһы ==
== Тасуирламаһы ==

00:09, 12 май 2019 өлгөһө

Нуғай теле
нуғ. Nogayşa
Ҡыҫҡаса атамаһы ногъайаг
Дәүләт  Рәсәй[1]
Барлыҡҡа килгән Чечен Республикаһы, Дағстан, Ҡарасай-Черкес Республикаһы һәм Төньяҡ Осетия — Алания
Административ-территориаль берәмек Дағстан, Ставрополь крайы, Ҡарасай-Черкес Республикаһы һәм Әстрәхән өлкәһе
Тел төрҙәре агглютинатив телдәр
Яҙыу Кирил алфавиты һәм Латин алфавиты
Телдә һөйләшеүселәр 87 119 кеше (2010)[2]
Ethnologue каталогында тел статусы 6b Threatened[d][3]
Тасуирлау биттәре turkic.elegantlexicon.com/…
Wikimedia Incubator URL incubator.wikimedia.org/…
Викимедиа проекттарында тел коды nog
Ҡарасәй-Черкес Республикаһының һәм Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһың төрки телле халыҡтары

Нуғай теле — (нуғайса "ногай тили") [4] дөйөм алғанда Ставрополь крайы, Дағстан, Ҡарасәй-Черкесия, Әстерхан өлкәһендә йәшәүсе нуғайҙарҙың теле. Нуғайса һөйләшеүселәр һаны яҡынса 90 000 кеше.

Тасуирламаһы

Нуғай теле төрки телдәрҙең ҡыпсаҡ төркөмө нуғай-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә инә, ләкин лексик-фонетик яҡтан үҙҙәре йәшәгән урындарҙағы халыҡтар телдәренә яҡын. Лингвист-төркиәтсе, фольклорсы, этнограф, доктор филология фәндәре докторы Н. А. Бас­ка­ков 1936 йылғы диа­лек­то­ло­гик экс­пе­ди­ция ма­те­риа­лдары нигеҙендә фо­не­тик, лек­сик һәм мор­фо­ло­гик күрһәткестәр буйынса 3 төп диа­лек­т билдәләй: аҡнуғай (ку­бан­ь нуғайҙары диалекты), ҡа­ра­нуғай (Дағстан нуғайҙары диа­лек­ты), үҙнуғай (Став­ро­поль­ крайы нуғайҙары диа­лек­ты)[5] . .

Ғалимә Калмыкова Софья Абдулхәмид ҡыҙы нуғай телендә 2 диа­лек­т тип билдәләй – аҡ­нуғай (кубань нуғайҙары диалекты; Нуғай, Адыгэ-Хабль,Ҡарасәй-Черкесияның Хабез районы , Ставрополь крайының Ҡарамырҙа һәм Каң­лы ауылдары) һәм ҡарануғай (дала нуғайҙары диа­лекты;Нуғай, Дағстандың Баба-Йорт, Кизляр райондары, Чечняның Шелковский районы, Ставрополь крайының Нефтекум районы)[6]

Нуғай теленә күршеләш йәшәгән халыҡтарҙың телдәренән алынмалар күп ингән, хатта улар теленә күсеү ҙә бар. Мәҫәлән, Әстерхан нуғайҙарының әҙәби теле — татар теле, Дағстандан Хәсәү-йорт, Баба-Йорт райондарында йәшәүселәрҙең әҙәби теле — ҡумыҡ теле.

Ғөмүмән алғанда, нуғай теле ҡыпсаҡ төркөмөнә ингән башҡа телдәрҙән лексик, грамматик яҡтан әллә ни айырылмай, шулай ҙа фонетик яҡтан төрөк һәм үзбәк, ҡарағалпаҡ телдәренә яҡын: акыкат—хәҡиҡәт, умер—ғүмер, таала—тәғәлә, саат—сәғәт.

Диалекттары

Нуғай һөйләш теле өс диалектҡа бүленә: үҙнуғай диалекты (Ставрополь нуғайҙары), ҡарануғай диалекты (Дағстан нуғайҙары), аҡнуғай диалекты (ҡарасәй нуғайҙары).

Улар бер-береһенән ҡайһы бер фонетик үҙенсәлектәр менән генә айырыла.

Алфавиты

1928 йылға тиклем ҡулланылышта ғәрәп әлифбаһы була, һуңыраҡ латин әлифбаһы, 1938 йылданкириллица.

Мәғлүмәт саралары

Ноғай телендә «Шоьл тавысы» һәм «Ногай давысы» гәзиттәре сығарыла..

"Төркиә ауазы — Татарса" радиоһында аҙна һайын «Нуғайса нәсихәттәр» тапшырыуы сығып килә.

Видеояҙмалар

  • YouTube сайтында Видео "Поговорим" (на ногайском языке)
  • YouTube сайтында Видео Разговорник (ногайский язык) (15.04.2015)
  • YouTube сайтында Видео История - Ногайцы, традиции и культура великого народа

Сығанаҡтар

  • Калмыкова Софья Абдулхамидовна. Ногайский язык : Грамматика, правописание и развитие речи Черкесск - Ставроп. кн. изд-во : Карачаево-Черкес. отд-ние, 1983 -159 с. : ил.; 22 см

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. ScriptSource - Russian Federation
  2. http://www.gks.ru/free_doc/new_site/population/demo/per-itog/tab6.xls
  3. Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 2022. — ISSN 1946-9675
  4. Викисловарь. Категория:Ногайский язык
  5. НОГА́ЙСКИЙ ЯЗЫ́К
  6. Калмыкова Софья Абдулхамидовна. Ногайский язык : Грамматика, правописание и развитие речи Черкесск - Ставроп. кн. изд-во : Карачаево-Черкес. отд-ние, 1983 -159 с. : ил.; 22 см