Башҡорт дәүләт медицина университеты: өлгөләр араһындағы айырма
Айсар (фекер алышыу | өлөш) күренеште төҙәтеү |
Айсар (фекер алышыу | өлөш) күренеште төҙәтеү |
||
1 юл: | 1 юл: | ||
{{Карточка университета |
{{Карточка университета |
||
|название = Башҡорт дәүләт медицина университеты (1995 йылдан) |
|название = Башҡорт дәүләт медицина университеты (1995 йылдан) |
||
| |
|прежнее = Башҡорт дәүләт медицина институты (1932—1995) |
||
|сокращение = БДМУ |
|сокращение = БДМУ |
||
|эмблема = [[Файл:Эмблема Башкирского государственного медицинского университета.png|200px]] |
|эмблема = [[Файл:Эмблема Башкирского государственного медицинского университета.png|200px]] |
13:47, 27 июль 2019 өлгөһө
Башҡорт дәүләт медицина университеты — һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш буйынса Федераль агентлыҡҡа ҡараған юғара профессиональ белем биреү буйынса дәүләт белем биреү учреждениеһы. 1995 йылда «университет» статусын ала һәм Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына буйһона.
1932 йылдың 15 ноябрендә республикала өсөнсө юғары уҡыу йорто — Башҡортостан медицина институты асыла. Институт асыуҙа Бөтә Союз Үҙәк Башҡарма комитетына Башҡортостан вәкиле сифатында эшкә күсерелгән, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары булып эшләгән Ғ.Ғ. Ҡыуатовтың хәстәрлеге ҙур. Институтты аяҡҡа баҫтырыуҙа уның тәүге директорҙары С. Трайнин, Ғ. Тереғолов, И. Геллерман, В. Романкевичтар ҙур көс һала. Уҡытыусылар Дәүләтов Әхмәт-Сәғәҙәт Гәрәй улы, З. Ихсанов, С. Лоҡманов, А. Самцов һәм башҡалар тырышып эшләй.
Институт асылғанда дауалау факультеты ғына була, уға 320 студент ҡабул ителә. Шуларҙың 82 генә врач дипломы ала.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында институттың уҡытыусылары һәм студенттары франтҡа китә. 62 кеше һуғышта һәләк була.
Һуғыштан һуң институт үсәш ала. Яңы педиатрия, стоматология, фармацевтика факультеттары асыла. Врачтарҙың белемен камиллаштырыу факультеты һәм рабфак эшләй.
Института 5 меңдән ашыу студент уҡый, 500 тирәһе уҡытыусы эшләй, уларҙың 60-ҡа яҡыны профессор һәм фән докторы.
Университетты тамамлаған билдәле шәхестәр
- Бикбов Мөхәррәм Мөхтәрәм улы — офтальмолог.
- Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы, медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры, Республика кардиология диспансеры һәм Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы.
- Нартайлаҡов Мәжит Әхмәт улы — табип, Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры[1].
- Нагаев Ринат Йәүҙәт улы — табип, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[2].
- Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы — табип, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
- Юлдашев Марс Тимербулат улы — Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор.