23 август: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар: өҫтәмә мәғлүмәт |
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →Дөйөм исемлек: өҫтәмә мәғлүмәт |
||
47 юл: | 47 юл: | ||
=== Дөйөм исемлек === |
=== Дөйөм исемлек === |
||
''<categorytree depth="0">Категория:23 августа тыуғандар</categorytree>'' |
''<categorytree depth="0">Категория:23 августа тыуғандар</categorytree>'' |
||
* [[1912]] — [[Джин Келли]], [[АҠШ|Америка]] актёры, [[Хореография|хореограф]], режиссер, [[йыр]]сы һәм продюсер. |
|||
== {{Үлем}} == |
== {{Үлем}} == |
18:37, 22 август 2019 өлгөһө
23 август — григориан стиле буйынса йылдың 235-се (кәбисә йылында 236-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 130 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар
- Европа Берләшмәһе — Нацизм һәм сталинизм ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Украина — Дәүләт флагы көнө.
- Беларусь — Дәүләт статистикаһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1942 — Бөйөк Ватан һуғышында Сталинградты обороналау башланған көн.
- 1943 — Рәсәйҙең Хәрби дан көнө: Совет ғәскәрҙәренең Курск дуғаһындағы еңеүе. Был ваҡиға Бөйөк Ватан һуғышы барышына һынылыш бирә.
- 2011 — Илеш районы Бишҡурай ауылы урта мәктәбенә ике тапҡыр Советтар Союзы Герой Муса Гәрәев исеме бирелә.
Был көндө тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ниғәмәтйәнов Эмир Әнүәр улы (23.08.1950—7.12.2006), хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре, ғалим-философ. Генерал-майор. 2002—2003 йылдарҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең баш кәңәшсеһе, 2003 йылда — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары, 2003—2006 йылдарҙа Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса Рәсәй Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе. Социология фәндәре кандидаты (2005), философия фәндәре докторы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Синенко Сергей Германович (23.08.1957), ғалим-филолог, журналист һәм яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Филология фәндәре кандидаты (1986).
- Шәмсетдинова Римма Фәрит ҡыҙы (23.08.1957), бейеүсе, 1974—1994 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ҡантүков Рәфҡәт Ғәбделхәй улы (23.08.1953), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1998 йылдан «Газпром трансгаз Ҡаҙан» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. 1999 йылдан Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы депутаты, 2008 йылдан Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы президиумы ағзаһы, 2004 йылдан «Зенит-Ҡаҙан» волейбол клубы президенты. Техник фәндәр кандидаты. Рәсәй газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2003), Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2006). Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (2011), «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2013) кавалеры. Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012), Ҡазан ҡалаһының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Ҡантүк ауылынан.
- Ғайсин Ришат Зөфәр улы (23.08.1958), спортсы. Ауыр атлетика буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1982), СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—1983). Икебәйгелә РСФСР чемпионы (1981—1984), СССР кубогы һәм СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (икеһе лә — 1983), СССР чемпионатының бронза призёры (1982). Бөтә донъя ветерандар уйындары еңеүсеһе (1998), ветерандар араһында донъя (1996—1997) һәм Европа (1995) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Әхиәр Хәким (23.08.1929—27.12.2003), прозаик, ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1967). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2001). РСФСР‑ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1989), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1984), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1980) лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар дуҫлығы (1984), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), «Почёт Билдәһе» (1979) ордендары кавалеры.
- Закирничная Марина Михайловна (23.08.1974), ғалим-инженер‑механик, 1996 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
- 1912 — Джин Келли, Америка актёры, хореограф, режиссер, йырсы һәм продюсер.
Был көндө вафат булғандар
Йыл көндәре