Михайлюк Емельян Иосифович: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
7 юл: 7 юл:
|дата рождения = 11.08.1919
|дата рождения = 11.08.1919
|дата смерти = 25.04.1945
|дата смерти = 25.04.1945
|место рождения = село [[Чернелевка]] (ныне {{МестоРождения|Красиловский район|в Красиловском районе}}, [[Хмельницкая область]], [[Украина]])
|место рождения = [[Чернелевка]] ауылы (хәҙер {{МестоРождения|Красилов районы|Красилов районында}}, [[Хмельницк өлкәһе]], [[Украина]])
|место смерти = {{МестоСмерти|Польша}}, <br />похоронен в городе {{МестоЗахоронения|Гожув-Велькопольский|в Гожуве-Велькопольском}}, [[Польша]]
|место смерти = <br />{{МестоЗахоронения|Гожув-Велькопольск ҡалаһында ерләнгән}}, [[Польша]]
|принадлежность = {{Флагификация|СССР}}
|принадлежность = {{Флагификация|СССР}}
|годы службы = [[1943]]—[[1945]]
|годы службы = [[1943]]—[[1945]]
|звание = [[лейтенант]]
|звание = [[лейтенант]]
|род войск = [[кавалерия]]
|род войск = [[кавалерия]]
|должность = [[командир]] [[эскадрон]]а
|должность = эскадрон командиры
|сражения = {{s|[[Великая Отечественная война]]}}
|сражения = {{s|[[Бөйөк Ватан һуғышы]]}}
|награды = {{{!}} style="background:transparent"
|награды = {{{!}} style="background:transparent"
{{!}} {{Медаль Золотая Звезда}}
{{!}} {{Медаль Золотая Звезда}}

05:56, 6 сентябрь 2019 өлгөһө

Михайлюк Емельян Иосифович
Файл:Mihayluk EI.jpg
Тыуған ваҡыты

11 август 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})

Тыуған урыны

Чернелевка ауылы (хәҙер Красилов районы, Хмельницк өлкәһе, Украина)

Үлгән ваҡыты

25 апрель 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (25 йәш)

Вафат урыны


Гожув-Велькопольск ҡалаһында ерләнгән, Польша

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

кавалерия

Хеҙмәт итеү йылдары

19431945

Хәрби звание

лейтенант

Вазифа

эскадрон командиры

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Емельян Иосифович Михайлюк (11 август 1919 йыл — 25 апрель 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны командиры. Гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы

Емельян Михайлюк 1909 йылдың 11 авгусында Украинала Чернелевка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса украин.

5 класты тамамлай. Хмельницкий ҡалаһында заводта токарь булып эшләй.

1944 йылдан — ВКП(б) ағзаһы.

Ҡыҙыл армияға 1939 йылда Украин ССР-ы Хмельницкий ҡала военкоматы тарафынан саҡырыла.

1942 йылда кавалерия училищеһын тамамлай. 1943 йылдың февраленән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

62-се гвардия кавалерия полкының 1-се эскадроны командиры (1-се Белоруссия фронты, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) гвардия лейтенанты Емельян Михайлюк 1945 йылдың 18 ғинуарында алыштың хәл иткес мәлендә эскадронды атакаға күтәрә һәм поляҡ ҡалаһы Томашув-Мазовецкийға бәреп инә.

1945 йылдың 29 ғинуарында Сулехув ҡалаһынан (Польша) көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 7 километр алыҫлыҡта ятҡан Радовиште ауылына һөжүм иткәндә ҡыйыу командир-кавалерист күрше эскадрон менән берлектә атаканы уңышлы тамамлай, уның барышында немец пехота батальоны тар-мар ителә.

1945 йылдың 25 апрелендә гвардия лейтенанты Михайлюк Е. И. яу яланында батырҙарса һәләк була.

Польша ҡалаһы Гожув-Велькопольскиҙа ерләнә.

Хәтер

  • Е. И. Михайлюктың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.

Наградалары

  • СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указына ярашлы немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия лейтенантыЕмельян иосифович Михайлюк Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла. (№ 5675).
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Һылтанмалар