Көйөргәҙе районы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
85 юл: 85 юл:
* [[Мәнди Ҡотош - Ҡыпсаҡи]] (1763—1849) — Бесәнсе ауылынан, 18 быуат шағиры.
* [[Мәнди Ҡотош - Ҡыпсаҡи]] (1763—1849) — Бесәнсе ауылынан, 18 быуат шағиры.
* [[Исҡужин Мөхәмәтғәле Ғәли улы|Мөхәммәт Исҡужин]] — Урта Мотал ауылынан, мәғрифәтсе.
* [[Исҡужин Мөхәмәтғәле Ғәли улы|Мөхәммәт Исҡужин]] — Урта Мотал ауылынан, мәғрифәтсе.
* [[Исҡужин Рудик Ғәзиз улы]] – дәүләт эшмәкәре, Таймаҫ ауылы
* [[Тамара Ғәниева]]-Кинйәбай ауылынан, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры.
* [[Тамара Ғәниева]]-Кинйәбай ауылынан, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры.
* [[Бикҡолова Әлмира Талха ҡыҙы|Әлмира Бикҡолова]] (22 октябрь 1929 йыл — 22 сентябрь 2013 йыл) — Ҡалта ауылынан, ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы һәм Президиумы ағзаһы, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1996—2013 йылдарҙа «Күп милләтле Санкт‑Петербург» яҙыусылар союзы рәйесе, 1995—2013 йылдарҙа Санкт‑Петербургтағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).
* [[Бикҡолова Әлмира Талха ҡыҙы|Әлмира Бикҡолова]] (22 октябрь 1929 йыл — 22 сентябрь 2013 йыл) — Ҡалта ауылынан, ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы һәм Президиумы ағзаһы, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1996—2013 йылдарҙа «Күп милләтле Санкт‑Петербург» яҙыусылар союзы рәйесе, 1995—2013 йылдарҙа Санкт‑Петербургтағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).

12:37, 31 октябрь 2019 өлгөһө


Көйөргәҙе районы
рус. Куюргазинский район
Район гербы Район флагы
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 13 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Ермолаево ауылы
Ойошторолған 1931 йыл
Хакимиәт башлығы Ильясов Юлай Талха улы
Халыҡ һаны 26 259 [1] кеше
Халыҡ тығыҙлығы 11,1
Майҙаны 2 370
Сәғәт бүлкәте MSK+2 (UTC+6)
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 239 000 000
Сайт http://kuyrgaza.tukaeva.ru

Көйөргәҙе районы (рус. Куюргазинский район) — Башҡортостан Республикаһы составындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Ермолаево ауылы.

География

Район Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Көйөргәҙе районының майҙаны 2 370 км² тәшкил итә. Район биләмәһе Дөйөм һырттың Төньяҡ тармағы сиктәрендә 400 метрға хәтле бейеклектә тора. Климаты йылы, ҡоро. Ағиҙел ҡушылдығы Мәләүез, Оло Юшатыр ҡушылдыҡтары Оло Көйөргәҙе һәм Кесе Юшатыр менән гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә. Һелтеләнгән ҡара ер өҫтөлөк итә. Имән, йүкә, ҡайын һәм башҡа төр япраҡлы ағастар урманы райондың 7 % территорияһын биләй. Газ, нефть, һоро күмер һәм башҡа төр файҙалы ҡаҙылмалар киң таралған. Күмерҙең эйәрсәндәре — янған тоҡом (тәбиғи шарттарҙа үҙенән-үҙе янған балсыҡ) һәм кварц ҡомдары — бик ҙур ҡиммәткә эйә. Шулай уҡ гипс, ҡом, балсыҡ, балсыҡһыл тупраҡ (суглинок), агроном рудалары ятҡылыҡтары бар. Был районда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫешкән. Ауыл хужалығы менән мәшғүл ерҙәр 190,8 мең. га (район биләмәһенең 80,5%-ты), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр— 124,7 мең. га, көтөүлектәр — 57,9 мең. га, сабынлыҡтар — 8,3 мең. га. Игенселек хужалығы бик үҫешкән. Сөгөлдөрсөлөк, көнбағыш игеү, ит- һөт малсылығы һәм һарыҡсылыҡ.

Район территорияһы аша Өфө-Ырымбур һәм Яңы Мораптал — Түлгән тимер юлы, Өфө-Ырымбур һәм Ира- Мораҡ — Сибай — Магнитогорск, Ермолаево-Федоровка автомобиль юлдары үтә.

Тарих

Район 1935 йылдың 31 ғинуарында төҙөлгән, үҙәге Ермолаево ауылы .Эреләтеү сәйәсәте нигеҙендә 1962 йылда Мәләүез районы составына күсерелә. 1965 йылда киренән район Күмертау районы составына индерелгән.Үҙәге Күмертау ҡалаһы. 1990 йылдан алып был район үҙәге киренән Ермолаево ауылына күсерелә. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 1992 йылдың 17 ноябрендәге Указы менән Көйөргәҙе районы итеп үҙгәртелә.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 44 998 [2][3]
1959 36 416 [4][5]
1970 35 326 [6][5]
Йыл Халыҡ һаны
1979 28 627 [7][5]
1989 23 454 [8][5]
2002 25 587 [9][5]
Йыл Халыҡ һаны
2010 25 125 [10]
2018 22 985 [11]
2019 22 612 [12]

2002 йылдағы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса райондың милли составы: башҡорттар — 43,1 %, урыҫтар — 28 %, башҡа милләттәр — 28,9 %.[13]

Административ бүленеш

2008 йылдың ноябрендәге мәғлүмәттәр буйынса район составына 91 ауылды берләштереүсе 12 ауыл советы биләмәһе бар.[14]

  1. Бахмут үҙәге Бахмут ауылы
  2. Ермолаево — Ермолаево ауылы
  3. Илкәнәй — Илкәнәй ауылы
  4. Иҙәк — Ишмәт — Иҙәк — Ишмәт ауылы
  5. Керәүле-Илюшкин — Керәүле-Илюшкин ауылы
  6. Ленин — Бөгөлсән ауылы
  7. Мораптал — Яңы Мораптал ауылы
  8. Отрада — Иҫке Отрада ауылы
  9. Свобода — Свобода ауылы
  10. Таймаҫ — Яңы Таймаҫ ауылы
  11. Шәбағыш — Шәбағыш ауылы
  12. Яҡшымбәт — Яҡшымбәт ауылы

Мәғариф

Районда 57 дөйөм белеем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 17 урта, музыка һәм спорт мәктәптәре, профессилналь училище; 24 китапхана, 47 мәҙәниәт учреждениеһы, 1 үҙәк район һәм 2 участка ауыл хәстәханаһы бар. Башҡорт телендә «Юшатыр» һәм урыҫ телендә «Куюргаза» гәзиттәре нәшер ителә.

Транспорт

Район территорияһы буйлап Өфө—Ырымбур тимер юлы, Р-240 «Өфө — Ырымбур» федераль автомобиль юлы үтә.

Билдәле шәхестәр

Иҫтәлекле урындар

  • Кинйә мәмерйәһе
  • Урта Мотал ауылындағы ҡыҙыл еректәр. Улар «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән. Бик һирәк ерҙәрҙә үҫә.
  • Туғай Кинйәһе (Беренсе Кинйәабыҙ) ауылы тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы.
  • Ермолаевка ауылындағы 18 быуат ҡарағайҙары. Улар ауылға нигеҙ һалыусы Шотт баяры тарафынан ултыртылған.
  • Бағырлы Усман (әүлиә) ҡәберлеге. Яманһары ауылы.
  • Татырлы (тоҙло)шифалы батҡаҡлыҡ. Яҡут ауылынан 2 км алыҫлыҡта ята.
  • Ҡуяныш йылғаһы һыуһаҡлағысы.
  • Юшатыр йылғаһы һыуһаҡлағысы.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Численность населения Российской Федерации по городам, поселкам городского типа и районам на 1 января 2010 года
  2. перепись населения СССР 1939 года
  3. Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  4. перепись населения СССР 1959 года
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  6. перепись населения СССР 1970 года
  7. перепись населения СССР 1979 года
  8. перепись населения СССР 1989 года
  9. Всероссийская перепись населения 2002 года
  10. Всероссийская перепись населения 2010 года
  11. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  12. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  13. Население Башкортостана: XIX—XXI века: статистический сборник/ Территориальный орган Федеральной службы государствеңой статистики по Республике Башкортостан.- Уфа: Китап, 2008.- 448 с.:ил.
  14. Закон Республики Башкортостан «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населеңых пунктов» (Принят Государствеңым Собранием — Курултаем Республики Башкортостан 18 ноября 2008 года)
  15. Недошивин Вениамин Георгиевич — Башҡорт энциклопедияһы (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2017)
  16. Башҡорт энциклопедияһы — Арыҫланов Нурамбәк Ғиниәт улы (Тикшерелеү көнө: 29 июнь 2018)
  17. Башҡорт энциклопедияһы — Фәхретдинова Хәҙисә Сиражетдин ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 16 июль 2018)