«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
(айырмалар юҡ)

14:39, 27 ноябрь 2019 өлгөһө

Медаль «За победу над Германией
в Великой Отечественной войне
1941—1945 гг.»
Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Награда төрө

{{{Тип}}}

Кемгә бирелә

все военнослужащие и лица вольнонаёмного штатного состава, служившие в период Великой Отечественной войны в рядах действующей Красной Армии, Военно-Морского Флота и войск НКВД

Статус

не вручается

Статистика
Параметрҙара

диаметр — 32 мм
материал — латунь

Раҫланған ваҡыты

9 мая 1945 года

Бүләкләнгәндәр иҫәбе

около 14 933 000

Сиратлылыҡ
Өлкәнерәк награда

Медаль «За оборону Советского Заполярья»

Кесерәк награда

Юбилейная медаль «Двадцать лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»

[[commons:Category: Medal "For the Victory over Germany in the Great Patriotic War 1941–1945" Викимилектә|Медаль «За победу над Германией
в Великой Отечественной войне
1941—1945 гг.»]]
Викимилектә

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы 1945 йылдың 9 майында СССР Юғары Советы Президиумы указы менән раҫлана. Миҙал авторҙары — рәссам Е. М. Романов һәм И. К. Андрианов.

Миҙал тураһындағы Положение

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы бүләкләнәләр:

  • Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында йәки хәрби округтарҙа үҙенең хеҙмәте менән еңеүгә булышлыҡ иткән Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ флоты һәм НКВД ғәскәрҙәре сафтарында туранан-тура ҡатнашҡан штат составындағы бөтә хәрбиҙәр һәм ялланып эшләгән кешеләр;
  • Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ флоты һәм НКВД ғәскәрҙәре сафтарында хеҙмәт иткән, әммә яраланыу, ауырыу һәмәрәхәтләнеү буйынса сафтан сыҡҡан, шулай уҡ дәүләт һәм партия ойошмалары ҡараҙары буйынса армиянан башҡа эшкә күсерелгән штат составындағы бөтә хәрбиҙәр һәм ялланып эшләгән кешеләр.

1945 йылдың 5 июлендәге СССР Юғары Советы Президиумының ҡарары менән раҫланған миҙал тураһындағы Положениеға өҫтәмәгә ярашлы, «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән шулай уҡ эске эштәр Халыҡ Комиссариаты һәм СССР дәүләт именлеге Халыҡ Комиссариаты ргандарының шәхси составы бүләкләнә[1].

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР миҙалдары булғаносраҡта "Совет Заполярьеһы оборонаһы өсөн" миҙалынан һуң урынлаштырыла.

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән кешеләр артабан юбилей миҙалдары менән бүләкләнеүгә хоҡуҡҡа эйә була:

  • 1965 йылда — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең егерме йыллығы» юбилей миҙалы
  • 1975 йылда —«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең егерме йыллығы«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең утыҙ йыллығы» юбилей миҙалы
  • 1985 йылда— «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең егерме йыллығы«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең ҡырҡ йыллығы» юбилей миҙалы
  • 1995 1965 йылда — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең егерме йыллығыйылда — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең егерме йыллығы«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 50 йыллығы» юбилей миҙалы
  • 2005 1965 йылда — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең егерме йыллығыйылда — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең егерме йыллығы«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 60 йыллығы» юбилей миҙалы
  • 2010 1965 йылда — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең егерме йыллығыйылда — «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең егерме йыллығы«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы» юбилей миҙалы
  • 2015 йылда— «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең егерме йыллығы«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығы«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы» «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығыюбилей миҙалы

Миҙалдың тасуирламаһы

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы латундән эшләнә, формаһы - 32 мм диаметрлы төҙөк түңәрәк.

Миҙалдың алғы яғында - Советтар Союзы Маршалы И. В. Сталиндың һул яҡҡа боролған профиле. Миҙалдың өҫкө өлөшөндә түңәрәк буйлап - «НАШЕ ДЕЛО ПРАВОЕ» яҙыуы, аҫҡы өлөшөндә түңәрәк буйлап - «МЫ ПОБЕДИЛИ» яҙыуы.

Миҙалдың артҡы яғында: түңәрәк буйлап — «ЗА ПОБЕДУ НАД ГЕРМАНИЕЙ», уртаһында — «В ВЕЛИКОЙ ОТЕЧЕСТВЕННОЙ ВОЙНЕ 1941—1945 ГГ.» яҙыуҙары, миҙалдың аҫҡы өлөшөндә — биш осло йондоҙ.

Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр - ҡабарынҡы.

Миҙал элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө ҡалыпҡа тоташтырыла, ҡалып 24 мм киңлектәге ебәк муар таҫма менән уратылған. Таҫмала тигеҙ киңлектәге сиратлашҡан биш һыҙат - өс ҡара һәм ике ҡуйы һары төҫтә. Таҫманың ситтәре тар ҡуйы һары буйҙар менән ҡаймаланған.

Бүләкләнеүселәр

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы иң күп бирелгән миҙал. 1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән яҡынса 14 933 000 кеше бүләкләнгән.

Бүләкләнеүселәр исемлегендә — Немец армияһына һәм уның слюздаштарына ҡаршы хәрби ғәмәлдәрҙә ҡатнашҡан Болгар армияһының 120 мең хәрби хеҙмәткәре[2].

Иллюстрациялар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
  • Георгий таҫмаһы

Иҫкәрмәләр

  1. Сборник законодательных актов о государственных наградах СССР. — М.: Известия, 1987. — 336 с.
  2. Болгарская Народная Армия // Армии стран Варшавского договора. (справочник) / А. Д. Вербицкий и др. — М.: Воениздат, 1985. — С. 38—57.

Әҙәбиәт

  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 98—99. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 82—83.

Һылтанмалар