Нанак: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
28 юл: 28 юл:
Файл:GuruNanakFresco-Goindwal.jpg|Гуру Нанак фрескаһы
Файл:GuruNanakFresco-Goindwal.jpg|Гуру Нанак фрескаһы
</gallery>
</gallery>
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
[[Категория:Дингә нигеҙ һалыусылар]]
[[Категория:Дингә нигеҙ һалыусылар]]

10:31, 30 ноябрь 2019 өлгөһө

Нанак
кб.-пандж. ਗੁਰੂ ਨਾਨਕ ਦੇਵ
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Тыуған көнө 15 апрель 1469[1]
Тыуған урыны Нанкана-Сахиб[d], Дели солтанлығы
Вафат булған көнө 7 май 1539[2] (70 йәш)
Вафат булған урыны Кар­тар­пур[d], Бөйөк Моголдар империяһы
Әсәһе Mata Tripta[d]
Бер туғандары Bebe Nanaki[d]
Хәләл ефете Mata Sulakhni[d]
Балалары Sri Chand[d] һәм Lakhmi Das[d]
Һөнәр төрө гуру
Биләгән вазифаһы лидер[d] һәм Sikh guru[d]
Статус канонизации чудотворец[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Ангад[d]
Алмаштырылған Ангад[d]
 Нанак Викимилектә

Гуру Нанак Дэв (кб.-пандж. ਗੁਰੂ ਨਾਨਕ ਦੇਵ, Gurū Nānak Dēv IAST; 15 апрель 1469(14690415)22 сентябрь 1539) — сикхизм диненә нигеҙ һала һәм Ун Сикх гуруһының беренсе сикх гуруһы (дини остазы). Башҡа исемдәре һәм титулдары күп. Пенджабта уны сикхтар ғына түгел, шулай уҡ индустар һәм мосолмандар хөрмәт итә.

Тәржемәи хәле

Гуру Нанаканың тәржемәи хәле Джанамсакхи (Janamsākhīs) тип аталған әҫәрҙә тупланған. Иң билдәле тәржемәи хәлен Нанаканың үлеме алдынан Бхай Бала яҙа. Әммә тәнҡит кәйефле ғалимдар был тәржемәи хә стиле һәм теле буйынса уның үлеменән һуңғы осорға ҡарай тип иҫәпләй.

Бхай Гурдас әҫәре шулай уҡ гуру Нанаканың үлеменән һуң төҙөлгән һәм әҙерәк ентеклектәрҙән тора, әммә уны сикхтар юғары баһалай һәм ышаныслы тип иҫәпләй.

Тыуыуы

1469 йылдың 15 апрелендә индустарҙың Кхатри кланына ҡараған Беди ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Мехта Калу патвари — ерҙәрҙән иҫәп-хисап килемен яһаусы хөкүмәт чиновнигы була. Ул мосолман ер биләүсеһе Рай Булларҙа эшләй. Нанактың әсәһе Мата Трипта тип аталған, Нанактың шулай уҡ өлкән апаһы Биби Нанки була.

Миссияһы

Сикх традицияһы буйынса бер мәл Нанак юғала, һәм барыһы ла уны Кали Бейн йылғаһына һыу инеп йөрөгәндә батып үлгән, тип иҫәпләй, әммә өс көндән һуң ул ҡайта, һәм бөтә һорауҙарға бер генә яуап бирә: «юҡ, Унда хинду ла, унда мосолмандар ҙа юҡ» (панджаби: hindū nā kō nā musalmān kō"). Ошо мәлдән Нанак үҙенең тәғлимәтен тарата башлай, һәм был сикхизмдың башы тип иҫәпләнә. Күп меүләгән саҡрымдар үтеп, ул дүрт ҙур сәфәр ҡыла, уның аныҡ маршруты бәхәсле булып ҡала. Тәүге сәфәренең маҡсаты Бенгалия һәм Ассам, икенсеһе — Тамил-Наду аша Цейлон, өсөнсөһө — төньяҡҡа Кашмир, Ладакх һәм Тибет, һуңғыһы —Бағдад һәм Мәккә.

Нанак Батала ҡалаһынан дөгө менән сауҙа итеүсе Мулчанд Чондың ҡыҙы Сулакниға өйләнә. Улар ике улы була. Өлкән улы Шри Чанд[en] үҙенә бикләнгән аскет булып китә. Кесе улы Лакшми Дас тулыһынса донъяуи мәшәҡәттәргә бирелә. Нанак ике улы ла гуру статусын мираҫ итеп алып ҡала алмай тип иҫәпләй.

Сикхизмдың өс теләге

Султампурҙа Нанак сикхизмдың өс ҡағиҙәһен төҙөй:

  1. Симран[en] һәм Наан Джапна[en] — Аллаһҡа медитация практикаһы һәм Аллаһтың исеме менән махсус мантра-доғалар йырлау — Вахегуру[en].
  2. Кират Карни[en] — Аллаһтың фатихаһын һәм бүләген ҡабул итеп, бөтә сикхтар үҙҙәренең йорттарында йәшәһендәр, хужалыҡ алып барһындар һәм үҙенең физик һәм аҡыл хеҙмәте менән үҙҙәрен тәьмин итһендәр.
  3. Ванд кай Шако[en] — сикх общинаһы менән мөлкәтенән бүлеү.

Галереяһы

Иҫкәрмәләр