14 ғинуар: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш) күренеште төҙәтеү |
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар: яңы мәғлүмәт |
||
20 юл: | 20 юл: | ||
==== 0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар ==== |
==== 0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар ==== |
||
<onlyinclude>{{#if: {{replace|{{{1|}}}|3|}} || |
<onlyinclude>{{#if: {{replace|{{{1|}}}|3|}} || |
||
* [[Швецов Пётр Филимонович |Швецов Пётр Филимонович]] (1910—9.06.1992), ғалим-инженер гидрогеолог. 1939—1961 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Туң ҡатламдарҙы өйрәнеү ғилеме институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1948 йылдан — директор урынбаҫары, 1956 йылдан — директор, 1958 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, Төньяҡ бүлек (Воркута ҡалаһы) мөдире; 1961 йылдан Бөтә Союз гидрогеология һәм инженерлыҡ геологияһы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире, геокриология лаборатория етәксеһе, директорҙың фән буйынса урынбаҫары; 1980 йылдан СССР Фәндәр академияһы Литосфера институтының физик география бүлеге етәксеһе, кәңәшсе. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1953), геология-минералогия фәндәре докторы (1951), профессор (1965). [[РСФСР]]-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1952). [[Октябрь Революцияһы ордены|Октябрь Революцияһы]] (1971), 2-се дәрәжә [[Ватан һуғышы ордены|Ватан һуғышы]] (1944), [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Өфө районы]]ның [[20-се быуат]] аҙағында бөткән Ҡазан ауылынан. |
|||
* [[Мерәсев Рәхим Зәки улы]] (1940), тел белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 1963 йылдан (өҙөклөктәр менән) [[Башҡорт дәүләт университеты]] уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—1975, 1978—1983 һәм 1990—1998 йылдарҙа [[Немец теле|немец]] филологияһы кафедраһы мөдире, 1992 йылдан — роман-герман филологияһы факультеты деканы. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1992). [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), [[Рәсәй Федерацияһы]] юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2000). II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2006). |
* [[Мерәсев Рәхим Зәки улы]] (1940), тел белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 1963 йылдан (өҙөклөктәр менән) [[Башҡорт дәүләт университеты]] уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—1975, 1978—1983 һәм 1990—1998 йылдарҙа [[Немец теле|немец]] филологияһы кафедраһы мөдире, 1992 йылдан — роман-герман филологияһы факультеты деканы. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1992). [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), [[Рәсәй Федерацияһы]] юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2000). II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2006). |
||
* [[Фәйзуллин Нәзиф Солтан улы]] (1960), инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. 2004—2019 йылдарҙа «Белорет май-сыр һәм консерва комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ‑түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре. |
* [[Фәйзуллин Нәзиф Солтан улы]] (1960), инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. 2004—2019 йылдарҙа «Белорет май-сыр һәм консерва комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ‑түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре. |
17:26, 11 ғинуар 2020 өлгөһө
14 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 14-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 351 көн ҡала (кәбисә йылында 352).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
Байрамдар
- Иҫкесә Яңы йыл байрамы.
- Рәсәй: Ҡораллы Көстәрҙең Торба үткәреүсе ғәскәрҙәре көнө.
- Үзбәкстан: Ватанды һаҡлаусылар көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1929: Мәскәү өлкәһе ойошторола.
- 1966: Өфө ҡалаһының Зорге урамында автовокзал файҙаланыуға тапшырыла.
- 1966: Өфөлә яңы аэропорт асыла.
Был көндө тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Швецов Пётр Филимонович (1910—9.06.1992), ғалим-инженер гидрогеолог. 1939—1961 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Туң ҡатламдарҙы өйрәнеү ғилеме институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1948 йылдан — директор урынбаҫары, 1956 йылдан — директор, 1958 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, Төньяҡ бүлек (Воркута ҡалаһы) мөдире; 1961 йылдан Бөтә Союз гидрогеология һәм инженерлыҡ геологияһы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире, геокриология лаборатория етәксеһе, директорҙың фән буйынса урынбаҫары; 1980 йылдан СССР Фәндәр академияһы Литосфера институтының физик география бүлеге етәксеһе, кәңәшсе. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1953), геология-минералогия фәндәре докторы (1951), профессор (1965). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1952). Октябрь Революцияһы (1971), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Өфө районының 20-се быуат аҙағында бөткән Ҡазан ауылынан.
- Мерәсев Рәхим Зәки улы (1940), тел белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 1963 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—1975, 1978—1983 һәм 1990—1998 йылдарҙа немец филологияһы кафедраһы мөдире, 1992 йылдан — роман-герман филологияһы факультеты деканы. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2000). II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2006).
- Фәйзуллин Нәзиф Солтан улы (1960), инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. 2004—2019 йылдарҙа «Белорет май-сыр һәм консерва комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ‑түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
- Хөсәйенов Булат Әхмәтнур улы (1960), педагог, Асҡын районы Яңы Ҡаҙансы урта мәктәбе директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Наумкин Василий Дмитриевич (1936—10.08.1993), хеҙмәт алдынғыһы. 1956—1993 йылдарҙа Магнитогорск металлургия комбинатының домна эшсеһе. РСФСР-ҙың 8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976, 1985).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Анисимова Нина Александровна (1909—23.09.1979), балет артисы һәм педагог-балетмейстер. 1944 һәм 1952 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында башҡорт милли балетының үҫеш юлдарын билдәләүсе «Сыңрау торна» спектаклен ҡуйыусы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1957), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957).
- Васильев Павел Ефимович (1909—29.07.1978), Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашҡан яугир, инженер-сапер батальоны командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, капитан. Артабан 1947—1963 йылдарҙа партия, совет һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының III һәм IV саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1945). Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
- Заманов Мәсғүт Фәйзрахман улы (1914—16.02.1988), сиҙәм ерҙәрҙе күтәреү алдынғыһы. Совет-фин һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
- Беляев Виктор Васильевич (1949), хужалыҡ эшмәкәре. 1970—2009 йылдарҙа Күмертау авиация етештереү предприятиеһының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1997 йылдан — генераль директорҙың иҡтисад буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2003). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Роднов Михаил Игоревич (1959), тарихсы-ғалим, тарих фәндәре докторы (2004). 1985—1990 йылдарҙа һәм 1995 йылдан — Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999—2011 йылдарҙа —бүлек мөдире. Сығышы менән Ярославль ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
- 1925: Юкио Мисима, Япония яҙыусыһы, драматург.
- 1948: Харламов Валерий Борисович, СССР хоккейсыһы.
- 1973: Айвазян Артур Суренович, спортсы, Олимпия чемпионы (2008)
Был көндө вафат булғандар
Йыл көндәре