Бобылдәр: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
{{Ук}}
{{Ук}}
'''Бобылдәр''' — XVI—XIX быуаттарҙа Рәсәйҙә халыҡтың социаль төркөмө, йәғни ер бүлеме булмау сәбәпле дәүләт йөкләмәләре булмаған кешеләр. Шулай уҡ уларҙы Рәсәйҙә «кутник» тип тә йөрөткәндәр; көнсығыш губерналарҙа социаль һәм социаль хәле буйынса ''[[Типтәрҙәр|типтәрҙәргә]]'' яҡын ҡатлам{{Sfn|Даль|1880—1882}}.
'''Бобылдәр''' — XVI—XIX быуаттарҙа Рәсәйҙә халыҡтың социаль төркөмө, йәғни ер бүлеме булмау сәбәпле дәүләт йөкләмәләре булмаған кешеләр. Шулай уҡ уларҙы Рәсәйҙә «кутник» тип тә йөрөткәндәр; көнсығыш губерналарҙа социаль һәм иҡтисади хәле буйынса ''[[Типтәрҙәр|типтәрҙәргә]]'' яҡын ҡатлам{{Sfn|Даль|1880—1882}}.
[[Файл:Гитарист-бобыль.jpg|thumb|250px|[[Перов, Василий Григорьевич|Василий Перов]]. Гитарасы бобыль (1865). ''[[Государственный Русский музей]]'']]
[[Файл:Гитарист-бобыль.jpg|thumb|250px|[[Перов, Василий Григорьевич|Василий Перов]]. Гитарасы бобыль (1865). ''[[Государственный Русский музей]]'']]
Ябай һөйләү телендә ''бобыль — '' бөлгөнлөккә төшкән, яңғыҙ, үҙ йорто булмаған кеше.
Ябай һөйләү телендә ''бобыль — '' бөлгөнлөккә төшкән, яңғыҙ, үҙ йорто булмаған кеше.

07:09, 20 ғинуар 2020 өлгөһө

Бобылдәр
Рәсем
Дәүләт  Урыҫ дәүләте

Бобылдәр — XVI—XIX быуаттарҙа Рәсәйҙә халыҡтың социаль төркөмө, йәғни ер бүлеме булмау сәбәпле дәүләт йөкләмәләре булмаған кешеләр. Шулай уҡ уларҙы Рәсәйҙә «кутник» тип тә йөрөткәндәр; көнсығыш губерналарҙа социаль һәм иҡтисади хәле буйынса типтәрҙәргә яҡын ҡатлам[1].

Василий Перов. Гитарасы бобыль (1865). Государственный Русский музей

Ябай һөйләү телендә бобыль — бөлгөнлөккә төшкән, яңғыҙ, үҙ йорто булмаған кеше.

Ҡатлам тарихы

XV быуаттың 2-се яртыһында хосуси милексләрҙең ауыл һәм ҡала бобылдәре барлыҡҡа килә.улар игенселек, һөнәрселек, ваҡ сауҙа менән шөғөлләнәләр йәки ялланып эшләйҙәр. Бобылдәр ер хужаһына Ер хужаһы түләй бобылях оброк (бобыльщина, һалым) түләйҙәр. Тәүге тапҡыр бобылдәр 1500 йылғы Псков яҙмаларында телгә алына. 1631—1632 йылдарҙа бобылдәрҙән йөкләмә түләтә башлайҙар, әммә крәҫтиәндәр менән сағыштырғанда уның күләме ике тапҡырға кәмерәк була. 1679 йылғы подворный обложение буйынса үҙ йорттарында йәшәгән бобылдәр һалым буйынса крәҫтиәндәргә тиңләштерелә. Йән башына һалым индерелгәндән һуң (1718—1724 йылдарҙа) бобылдәр крәҫтиәндәр менән ҡушылалар.

Бобылдәр ҡатламы үҙенсәлектәре Башҡортостанда

Башҡортостанда XVII быуаттан алып батша һарайы, монастырь, алпауыт һәм ҡаҙна (яһаҡлы) бобылдәре билдәле. 1724 ылдан йән башына һалым индерелгәс, алпауыт, монастырь һәм батша һарайы бобылдәре крәҫтиәндәрҙең шундай уҡ категориялары (алпауыт крәҫтиәндәре, иҡтисади үҙ аллы крәҫтиәндәр, батша һарайы крәҫтиәндәре, яһаҡлы крәҫтиәндәр) менән ҡушыла.

Башҡорт-мишәр ғәскәре улустарында бобылдәр йән башына һалым индерелгәндән һуң да ҡатлам булараҡ һаҡланып ҡала. Үҙенсәлеге шунда: бер яҡтан, улар башҡа ҡатламдарҙан айырмалы рәүештә (типтәрҙәрҙән) хоҡуҡи документтарһыҙ йәшәй алған («үҙ белдеге менән»), йәғни башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен телдән килешеү буйынса ҡуртымға алған йәки телдән керҙәшлек килешеүе нигеҙендә файҙаланған. Бобылдәр йылына йорт башына 40 йәки 80 тин яһаҡ, шулай уҡ 4 тин мөрйә һалымы (һәр крәҫтиән йортонан, хужалығынан) һәм 5 тин ылау хеҙмәте һалымы (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, тотҡон һалымы — тотҡондарҙы һатып алыу өсөн) түләгән, балыҡ ҡыуыу йөкләмәһен үтәгән, төҙөлөш эштәренә йәлеп ителгән. Башҡорт ерҙәрендә үҙҙәренең статусын нығытыу, арта барған һалымдарҙан һәм йөкләмәләрҙән ҡотолоу өсөн, бобылдәр үҙ яһағын төбәктең яһаҡ түләмәгән кешеләренә тапшырырға һәм типтәрҙәр төркөмөнә күсергә тырышҡан.

1722—23 йылдарҙа Өфө провинцияһында 2239 яһаҡлы бобылдәр йорто иҫәпләнгән.

Бобылдәр ҡатламы башлыса крайҙың фин-уғыр халыҡтары вәкилдәренән торған (мари, мордва, удмурт), араларында башҡорттар, сыуаштар һәм татарҙар ҙа осраған. Татарҙар араһында хеҙмәтле ҡатламға — типтәрҙәр ҡатламына күсеү киң таралған була. Башта улар күләме асыҡ билдәләнмәгән яһаҡ түләгән.

1747 йылда типтәрҙәрҙең һәм бобылдәрҙең яһаҡтары йән башына һалым менән (80 тин) алыштырыла, бынан һуң документтарҙа «типтәрҙәр һәм бобылдәр» ҡатламы тип телгә алына, был ҡатлам ҡайһы бер үҙгәртеп ҡороуҙар менән 1866 йылға тиклем ғәмәлдә була. 1855 йылда типтәрҙәр һәм бобылдәр Башҡорт№мишәр ғәскәренең хәрби-хеҙмәт ҡатламдарына ҡушылдырыла.

Башҡорт ғәскәре бөтөрөлгәндән һуң документттарҙа башҡа телгә алынмайҙар.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «бобыль» мәҡәләһе бар