7 февраль: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар: яңы мәғлүмәт |
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →{{Ваҡиғалар}}: аныҡлаштырыу |
||
28 юл: | 28 юл: | ||
* [[1941]] — Совет крейсер дизель-электр һыу аҫты кәмәһе К-55 һыуға төшөрөлә. |
* [[1941]] — Совет крейсер дизель-электр һыу аҫты кәмәһе К-55 һыуға төшөрөлә. |
||
* [[1942]] — Япон ғәскәрҙәре [[Сингапур]] утрауына аяҡ баҫа. |
* [[1942]] — Япон ғәскәрҙәре [[Сингапур]] утрауына аяҡ баҫа. |
||
* [[1950]] — СССР- |
* [[1950]] — СССР-ҙың осоусы аппараты — «Ка-10» вертолеты донъяла тәүге тапҡыр карап палубаһына ултыра. |
||
* [[1972]] — Джек Маршалл [[Яңы Зеландия]] премьер-министры була. |
* [[1972]] — Джек Маршалл [[Яңы Зеландия]] премьер-министры була. |
||
* [[1974]] — [[Гренада]] [[Милләттәр Берләшмәһе]] сиктәрендә бойондороҡһоҙлоҡ ала. |
* [[1974]] — [[Гренада]] [[Милләттәр Берләшмәһе]] сиктәрендә бойондороҡһоҙлоҡ ала. |
04:16, 5 февраль 2020 өлгөһө
7 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 38-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 327 көн ҡала (кәбисә йылында 328).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар
Тарихи ваҡиғалар
- 457 — Лев I Макелла Византия тәхетенә ултыра.
- 1238 — Батый хан ғәскәрҙәре Владимирҙы ҡамай һәм баҫып ала.
- 1311 — Иоанн Люксембургский Чехия тәхетенә ултыра.
- 1550 — Джованни Мария Чокки дель Монте 221-се Рим папаһы итеп һайлана, Юлий III исемен ала.
- 1780 — Сыктывкар ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1855 — Симодала Рәсәй һәм Япония араһында «даими тыныслыҡ һәм ихлас дуҫлыҡ» иғлан иткән килешеү төҙөлә.
- 1865 — АҠШ-тағы граждандар һуғышы: Хатчерс-Ран янындағы һуғышта төньяҡтар еңә.
- 1889 — Сан-Францискола Тымыҡ океан астрономия йәмғиәте төҙөлә.
- 1915 — Беренсе донъя һуғышы: Августов операцияһы. Мазурияла, Августов ҡалаһы янында 8-се һәм 10-сы немец армияларының 10-сы рус армияһына ҡаршы һуғышы.
- 1920
- Башҡортостанда «Ҡарағош яуы» ихтилалы тоҡана.
- Ҡыҙыл Армия Одессаны ала.
- Чехословак корпусы етәкселеге менән килешеү төҙөү.
- 1924 — СССР һәм Италия араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1926 — Ашҡабад кинофабрикаһы булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә (1958 йылдан «Төркмәнфильм»).
- 1941 — Совет крейсер дизель-электр һыу аҫты кәмәһе К-55 һыуға төшөрөлә.
- 1942 — Япон ғәскәрҙәре Сингапур утрауына аяҡ баҫа.
- 1950 — СССР-ҙың осоусы аппараты — «Ка-10» вертолеты донъяла тәүге тапҡыр карап палубаһына ултыра.
- 1972 — Джек Маршалл Яңы Зеландия премьер-министры була.
- 1974 — Гренада Милләттәр Берләшмәһе сиктәрендә бойондороҡһоҙлоҡ ала.
- 1977 — Байҡоңыр космодромынан совет йыһан карабы Союз-24 осорола. Экипаж ике кешенән тора: карап командиры Горбатко Виктор Васильевич, бортинженер Глазков Юрий Николаевич.
- 1981 — Ленинград янында авиаһәләкәттә СССР Тымыҡ океан флотының барлыҡ етәкселеге һәләк була. 52 кешенең 16-һы адмирал һәм адмирал вазифаһын биләгән ике тиҫтә тиерлек 1-се ранг капитаны була.
- 1984 — НАСА астронавы Брюс Маккэндлесс ( Челленджер STS-41B шаттлының осоу белгесе) асыҡ йыһан киңлегендә карап менән бер ниндәй бәйләнешһеҙ, ирекле осошта эшләгән тәүге кеше була.
- 1991 — Жан-Бертран Аристид Гаити президенты була.
- 1992 — Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында» закон ҡабул итә.
- Татарстан Совет Социалистик Республикаһы Татарстан Республикаһы тип үҙгәртелә, Татарстан гербы ҡабул ителә.
- 1996 — Рене Преваль Гаити президенты була.
- 1998 — Японияның Нагано ҡалаһында XVIII Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1999 — Абдулла II ибн Хөсәйен Иордания короле була.
- 2000 — Хорватияла президент һайлауҙарының икенсе турында Степан Месич еңеп сыға.
- 2010
- Украиналағы президент һайлауҙарының икенсе турында Виктор Янукович еңеп сыға.
- Коста-Рикала президент һайлауҙарында Лаура Чинчилья еңеп сыға.
- 2014 — Сочи ҡалаһында XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
Был көндө тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Закирйән Ханов (1920—9.08.1990), театр актёры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952—1987 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1978).
- Александров Владимир Емельянович (1955), хужалыҡ эшмәкәре. 1998—2016 йылдарҙа Стәрлетамаҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (2000) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почётлы гражданы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Первомайский ауылынан.
- Хәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы (1960), йәмәғәтсе. Эстонияның баш ҡалаһы Таллинда эшләп килеүсе «Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы рәйесе. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015).
- Мөхәмәтшина Рәмиҙә Санир ҡыҙы (1965), бейеүсе, балетмейстер. 1984—2006 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1997), XII Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале дипломанты (Мәскәү, 1985). «Арлекин» Бөтә Рәсәй милли премияһы (2009) һәм VII Балалар театр сәнғәте Бөтә Рәсәй фестивале (2010) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Яңы Алдар ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Фәнүзә Нәҙершина (1936), ғалим-фольклорсы. Филология фәндәре докторы (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Мстислав Ҡулаев (1873—1959), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
- Берйән Байымов (1948—26.11.2004), ғалим-фольклорсы, әҙәби тәнҡитсе, яҙыусы һәм журналист. Филология фәндәре кандидаты (1993). Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты (1987).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Никитин Иван Александрович (1929—2006), табип-нейрохирург. Медицина фәндәре докторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Мортаза Рәхимов (1934), Советтар Союзының һәм Рәсәйҙең хужалыҡ, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты.
- Хәмзин Адоль Сағман улы (1934), балет артисы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1966). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шамуратов Мазит Мусинович (1949—12.2013), юғары мәктәп эшмәкәре, Өфө дәүләт авиация техник университетының элекке административ-хужалыҡ эштәре буйынса проректоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Сатый ауылынан.
- Сәлихов Ғәфүр Ғөбәй улы (1959), ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2011), профессор. 2011 йылдан Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультеты деканы.
Дөйөм исемлек
- 1906: Пу И, Цин дәүләтенең һуңғы императоры.
- 1979: Тавакуль Карман, Йемен хоҡуҡ яҡлаусыһы, журналист һәм сәйәсмән.
Был көндө вафат булғандар
Йыл көндәре