Плотина: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
64 юл: 64 юл:


== Тарихы ==
== Тарихы ==
{{planned}}
[[Файл:Roman Cornalvo dam, Extremadura, Spain. Pic 01.jpg|thumb|250px|Римдәге [[:en:Cornalvo Dam|Корнальво дамбаһы]], [[Эстремадура]], Испания, 1-2 быуат беҙҙең эраға тиклем]]
[[Файл:Roman Cornalvo dam, Extremadura, Spain. Pic 01.jpg|thumb|250px|Римдәге [[:en:Cornalvo Dam|Корнальво дамбаһы]], [[Эстремадура]], Испания, 1-2 быуат беҙҙең эраға тиклем]]
Плотиналар төҙөү сәнғәте бик боронғо замандан уҡ билдәле. Һыу күтәреү плотиналары тураһында Геродот телгә ала. Алу-ал-Фида хәбәр итеүенсә, фарсиҙар Тостара ҡалаһынан һыу алыу өсөн плотина төҙөгәндәр.Кашан ҡалаһы янындағы плотина 36 метр оҙонлоҡта, 12 метр бейеклектә һәм 10 метр ҡалынлыҡта булған.
Быуа төҙөү оҫталығы боронғо замандарҙан уҡ билгеле.


== Тупраҡтан Платиналар ==
== Тупраҡтан Платиналар ==

18:08, 8 февраль 2020 өлгөһө

Гордон күлендәге быуа

Плотина — гидротехник ҡоролма, һыуҙың юлын ҡаплаусы йә һыу кимәлен күтәреү өсөн ҡулланыла. Тағы ла һыуҙың көсөн бер юлға йүнәлтеү өсөн һәм һыуһаҡлағас төҙөү өсөн ҡулланыла.

Ҡулланылышы

Невадалағы Гувер һыуһаҡлағысы

Быуаға гидротехник ҡоролмалар берләшмәһе инә (гидроузел), тәғәйен урында һыу сығанаҡтарын төрлө маҡсатта ҡулланыу өсөн төҙөлә: мелиорация, гидроэнергетика өсөн, көтөүлектәрҙе бүлеү өсөн һәм башҡаға. Күпселектә быуалар йылға гидротехник ҡоролмалары берелегенә инә. Әгәр ҡоролоштар берлеге йылғанан һыу алыу менән бәйле икән, уларҙы һыу алыу гидроузеле тип йөрөтәләр.

Плотинала булған гидроузелдәр составы түбәндәгесә:

  1. Быуа үҙе (һыу үткәреүсе йә көплө);
  2. Төп һыу йыйнауҙы яйға һалыусы йә һыу күтәргес ҡоролма;
  3. Гидроэлектростанция ҡоролмалары;
  4. Судно йөрөй торған шлюздар, бүрәнә үткәргестәр;
  5. Наностар менән көрәшеүсе ҡоролмалар (тондороу бассейндары, тыҙартҡыстар, ағым йүнәлткес системалары);
  6. Балыҡ үткәргес ҡоролмалар һәм балыҡ күтәргестәр;
  7. Һыу ағыҙғыстар;
  8. Яр нығытҡыстар һәм тигеҙләгес ҡоролмалар.

Плотиналар тәғәйенләнеше буйынса һыу йыйнаусы, һыу үткәреүсе һәм һыу күтәреүсе булалар. Һыу һаҡлау платиналары юғары һыу кимәле һәм һыуһыҡлағыстың ҙур күләме менән айырылып торалар. Һыу күтәреүсе быуаларҙың һыу кимәле баҫымы юғары түгел, бындай платиналарҙы төҙөү маҡсаты — йылғанан һыу алыуҙы яҡшыртыу, һыу энергияһын файҙаланыу һәм башҡалар. Ҙур һыуһаҡлағыстарҙа һыу ағымын көйләү мөмкинлеге бар, бәләкәй һыуһаҡлағыстарҙың һәм быуаларҙың бындай мөмкинлеге юҡ. Йыш осраҡта платиналарҙы һыу үткәреүсе һәм һыу күтәреүселәргә бүлеү шартлы рәүештә генә була. Бының урынына платиналарҙы һыу бейеклегенә ҡарап бүлеү ҡулланыла: һыу тәрәнлеге 15 метрға ҡаҙәр — түбән баҫымлы, 15-20 метр уртаса баҫымлы, 50 метрҙан артыҡ юғары баҫымлы тип бүленә.

Йылғаларға арҡыры платиналарҙы һыу кимәлен күтәреү һәм механик энергия алыу өсөн яһалма шарлауыҡ эшләү маҡсатында төҙөйҙәр. Бәләкәй йылғаларҙа плотина ярҙамында һыу кимәлен күтәреп суднолар йөрөшөн көйләргә мөмкин. Плотина төҙөлгәс шишмә, йырын, уйпат урындарҙа һыу тотҡарлана. Йыйылған һыу ҡоро миҙгелдәрҙә һуғарыу, тораҡ пункттарҙы һыу менән тәьмин итеү һәм башҡа хужалыҡ кәрәк-яраҡтары өсөн файҙаланыла, шулай уҡ йылғаларҙың тәрәнлеге етмәгәндә суднолар йөрөшөн тәьмин итеү өсөн һыу кимәлен күтәреү өсөн ҡулланыла.

Йылға яры буйлап плотиналар суднолар йөрөшөн тәьмин итеү өсөн, ә күл һәм диңгеҙ яры буйлап һыу баҫыуҙан һаҡланыу һәм диңгеҙ тулҡындары ярҡа үтеп инмәһен өсөн төҙөлә. П

Плотиналао классификацияһы

ДнепроГЭС быуаһы, 1947
ДнепроГЭС плотинаһы, 1947
Рожайка йылғаһында плотина

Плотинаның тибы һәм конструкцияһы уның үлсәме, тәғәйенләнеше, шулай уҡ тәбғәт шарттары, төҙөлөш материалы буйынса билдәләнә. Платиналар төҙөлгән төп материалы буйынса һәм ҙыу үткәреү шарттары буйынса айырыла.

Материал буйынса

Төҙөлгән материалы буйынса плотиналар:

  • грунт
  • бетон
  • металл
  • туҡыма
  • ағас
  • тимер-бетон
  • габион

Төҙөү ысулы буйынса

  • өйөп яһалған платина
  • йыуылған ҡомдан төҙөлгән плотина
  • йүнәлешле шартлатыу

Нагрузканы ҡабул итеү ысулы буйынса

  • гравитацион
  • арка
  • контрфорс
  • аркалы-гравитацион

Һыу үткәреү ысулы буйынса

  • тотош (плотина һырты аша һыу ташып аҡмай)
  • һыу йыйыу
  • фильтрлаусы (һык плотина аша аға)
  • ташып ағыусы (катастрофического действия)
  • һүтелмәле

Тарихы

Римдәге Корнальво дамбаһы, Эстремадура, Испания, 1-2 быуат беҙҙең эраға тиклем

Плотиналар төҙөү сәнғәте бик боронғо замандан уҡ билдәле. Һыу күтәреү плотиналары тураһында Геродот телгә ала. Алу-ал-Фида хәбәр итеүенсә, фарсиҙар Тостара ҡалаһынан һыу алыу өсөн плотина төҙөгәндәр.Кашан ҡалаһы янындағы плотина 36 метр оҙонлоҡта, 12 метр бейеклектә һәм 10 метр ҡалынлыҡта булған.

Тупраҡтан Платиналар

Нурекс быуаһы — ныҡ бейек, ташлы-ерҙән өйөп яһалған быуа, галечниктан һәм үҙәге сафедоб ҡомло тупрағынан.