Сергетыш: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1 юл: 1 юл:
'''Сергетыш''' – [[башҡорт]] милләтенә хас ҡаралты: 1.[[Серге]] өҫтөнән көпләнгән биҙәкле күн йәки буҫтау; 2. Төҫлө [[буҫтау]] менән тышланған тар юрған, түшәк.
'''Сергетыш''' – [[башҡорт]] милләтенә хас ҡаралты: 1.[[Серге]] өҫтөнән көпләнгән биҙәкле күн йәки буҫтау; 2. Төҫлө [[буҫтау]] менән тышланған тар юрған, түшәк.
<gallery>
[[File:Сергетыш байрамы.jpg|thumb|Сергетыш байрамы]]
Сергетыш байрамы.jpg|thumb|Бөрйәндә сергетыш байрамы 23.02.2020 й.
Ҡолдәүләтова Алһыуҙың сергетышы.jpg|мини|Ҡолдәүләтова Алһыуҙың сергетышы
Галина Миңлегөлдөң сергетышы.jpg|мини|Галина Миңлегөлдөң сергетышы
Рәшиҙә Ғизәтуллинаның сергетышы.jpg|мини|Рәшиҙә Ғизәтуллинаның сергетышы
Барыйева Мәҙинәнең сергетышы.jpg|мини|Барыйева Мәҙинәнең сергетышы
</gallery>


==Сергетыштың сере нимәлә==
==Сергетыштың сере нимәлә==

17:26, 18 март 2020 өлгөһө

Сергетышбашҡорт милләтенә хас ҡаралты: 1.Серге өҫтөнән көпләнгән биҙәкле күн йәки буҫтау; 2. Төҫлө буҫтау менән тышланған тар юрған, түшәк.

Сергетыштың сере нимәлә

Һүҙьяһалыш

Сергетыш – ҡушма һүҙ. Нигеҙ итеп алынған туҡыманың өҫтөндәге биҙәктәрҙең тигеҙ рәттәргә теҙеп һалып һырылғаны өсөн, йәғни буй-буй һырлы биҙәктәрҙән ҡоролғанға күрә, һыр>сыр>сер сылбыры аша серге һүҙенең тамырын төҫмөрләргә була.

Һүҙьяһалышта ҡатнашыусы икенсе тамыр – тыш, сергетыштың кейеҙҙең тышына һалына торған япма булыуы менән бәйле.

Тарихы

XIX быуатта халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен төплө өйрәнеп, яҙып ҡалдырған ғалим С.И. Руденконың башҡорттар тураһындағы китабының 213-сө битендә ат егеү кәрәк-яраҡтарының атамалары тәфсирләнгән.

Шулар араһында бөрйәндәрҙең сергетышы тураһында ла фотоһүрәте менән бергә ярайһы уҡ ентекле мәғлүмәт бар. Әлбиттә, атты ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эйәрләүҙең айырмаһы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Биҙәү сәнғәтенең был тармағы бик алыҫ дәүерҙәргә барып тоташа. Улар XX быуат урталарына тиклем һаҡлана, ҡулланыла килгән әле.

Ир-егеттәргә тәғәйен сағыу биҙәкле сергетыштар ҙа булған. Башҡорт егеттәре яҡшы кейенеп, һылыу аттарға менеп, ҡыҙ күҙләгәндәр. Шул арҡала ҡоҙа булышҡандар, туйҙар үткәрелгән. Ырыуҙар араһында туғанлыҡ, татыулыҡ көсәйә барған.

Яҙғы эштәрҙән һуң үткәрелгән йола байрамы һабантуй ҙа ат ярышынан башҡа үткәрелмәгән. Кейәүгә бирелгән ҡыҙ ата-әсә йортонан буласаҡ ғаиләһенә оҙатылғанда, уның өҫтөндәге кейеме һәм атының күкрәксәһе, сергетышы, бауырлығы, арҡалығы бер иштән сағыу төҫтәрҙә биҙәлгән булыуы уның нәҫел-нәсәбенең затлы, бай, тәрбиәле булыуын күрһәтеп тороусы бер билдә булған.

Сергетыш ауыҙ-тел ижадында

Башҡорт халыҡ йырҙарында сергетыш тураһында мәғлүмәт йыш осрай, мәҫәлән:

Атаҡай ҙа, атың күкме ни,

Сергетышҡайҙарың суҡмы ни?

Башҡорттоң тоғро дуҫы атын, ат өҫтөндәге эйәр- йүгәнен биҙәүгә ҙур иғтибар биреүе халыҡ йыры Ҡара юрға ла бигерәк тә асыҡ сағыла:

Ҡара ҡырпыу үңлегеңде

Нағышларбыҙ, юрғам.

Өҫтөңдәге һылыуыңды

Төшөрсәле, юрғам!

Һайт, Ҡара юрғам!

Тайт, Ҡара юрғам!

Эйәр сергеһенең хаҡы ярайһы уҡ ҡыйбат торғаны тураһында мәғлүмәт башҡорт халыҡ йомаҡтарында осрай:

Ҡылдан сигелгән ҡыҙ бүләге, уны һатмайым йөҙ һумға.

Ҡыҙылдан сигелгән, хаҡы тыу бейәгә торған.

Биҙәлеше

Сергетышты ҡыҙыл, һары йөн йәки ебәк ептәр менән сигелгән мәңгелек донъя тәгәрмәсе түңәрәк, йыһан тамғалары ҡояш-ай-йондоҙҙар биҙәй.

Шулай уҡ дүрт мөйөшөн суҡлап ҡуйғандар. Ҡат-ҡат ҡатлаған ептең бер осон ҡуша төйөп ҡуйған биҙәүес булараҡ, суҡ үҙе символ рәүешен үтәй. Беренсенән, ул күп булғанды белдерә. Икенсенән, күптең бергә ойошоуын, берҙәмлектә тупланыуҙы аңлата.

Хәрәкәт итеү мөмкинлеге биргән атта кәрәк-яраҡ итеп ҡулланыла торған сергетыштың биҙәлешендә ата-бабаларыбыҙҙың йәшәйеш-булмышының сағылышы, тормош фәлсәфәһе һыйған.

Эйәр аҫтына һалынған кейеҙҙең өҫтөн сепрәк менән ҡаплап, уныһын үҙ сиратында төҫлө туҡыма киҫәктәренән мөгөҙлө ҡусҡар, өсмөйөш- шаҡмаҡтар менән дүрт яғының да ҡырҙарына ғына һалына. Ғәҙәттә сепрәк япма үҙе кейеҙҙән бәләкәйерәк алынып, кейеҙе ҡайма булып күренеп тора.

Ҡатын-ҡыҙҙарға тәғәйене ҙурыраҡ та һәм сағыуыраҡ та итеп әҙерләнгән.

Биҙәктәрҙең мәғәнәһе

Оҫталар уны һәр кем үҙенсә текһә лә, сергетыштың биҙәктәре бер үк техникала башҡарылған.

Мәҫәлән, түшәк өсөн ҡулланылған кейеҙҙе биҙәүҙә ҡатнашҡан биҙәктәрҙе ҡарайыҡ. Аҡ буй юлаҡтарға тегелгән “һалмалап туралған” төрлө төҫтәге шаҡмаҡ йәки ромб рәүешле буҫтау ҡырҡындылар – бер урында нығынған, ныҡлы торған тамға булараҡ, ер,ер эшкәртеү символы булыр.

Аҡ юл образы, ғөмүмән, башҡортта киң таралған төшөнсә. Аҡлыҡ, сафлыҡ – иреккә, тыныслыҡҡа, рухиәткә ынтылыш билдәһе булһа, шаҡмаҡтар кешенең был фани донъяла, йәғни ер тормошонда йәшәгән йылдары, үтелгән аҙымдары һанын һынландыралыр тип фаразларға мөмкин.

Ә япманың үҙәгендә дүрт яғын да уратып алған эрерәк тигеҙ өсмөйөштәрҙән торған һыҙаттар нимәне аңлата?

Өҫкә ҡаратылған өсмөйөш –һәр саҡ өҫкә йүнәлеп яныусы ялҡын телдәре, ут символы ул. Тағы бындай өсмөйөш тау түбәһенә оҡшаш булғанға күрә, бейеклеккә артылыу, рух күтәренкелегенә ишара булһа, бер үк ваҡытта ир-ат тамғаһы (фаллос!) ла ул.

Уларҙың тигеҙ бер рәткә теҙелеүе – йәнтөйәген яҡларға, ҡурсаларға һәр саҡ әҙер, кәрәк саҡта яуға күтәрелер өсөн сафҡа баҫҡан ғәскәр символын күҙ алдына килтерә...

Ошо өсмөйөштәрҙең бер рәткә ярышлап теҙелеүенән, һәр икеһенең араһында түбәһе аҫҡа ҡарай йүнәлгән, йәғни түңкәрелгән өсмөйөштәр хасил була. Һыу йыйылып ятыр соҡор-саҡыр, һауыт-һаба төҫмөрләнә уларҙа. Шуға күрә эзотерикала өсмөйөштөң был төрө ер йөҙөндә йәшәү сығанағы булған һыу, ҡатын-ҡыҙ символы булараҡ ҡабул ителгән.

Ошо ике төрлө өсмөйөштәрҙең бер сафта үҙ-ара ярашып, төҙөк биҙәк-һыр барлыҡҡа килтереүе йәшәүҙең нигеҙендә ятҡан ут һәм һыу, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ башланғысы, фанилыҡтың һәм рухиәттең мәңге айырылмаҫ ҡиммәттәр икәнен сағылдырған фәлсәфәнең сағылышы ул.

Һаулыҡ һаҡлауҙа әһәмиәте

Сергетыштың иң ситенә теҙелә торған тағы бер өҫмөйөш төрө бар.Улары шаҡмаҡлап ҡырҡылған туҡыманы дүрткә бөкләүҙән хасил булған өсмөйөштәр – бетеү тип атала.

Бетеүҙең тәғәйенләнеше – әйберҙең эйәһен сит-ят күҙҙәрҙән, ҡара көстәрҙән һаҡлау, ҡурсалау. Тимәк, ҡыҙ баланы кейәүгә әҙерләгәндә, яңы ғаилә барлыҡҡа килгәндә, йорт ҡаралтыһы, уртаҡ түшәк итеп ҡулланыласаҡ сергетыштың үҙендә күпме йәшерен код (ҡот!) һалынған була!Сөнки ошондай символдарҙың күрер күҙгә күренмәҫ тәьҫирен тойоу ҙа, зауыҡ менән биҙәлешенән ҡәнәғәтләнеү ҙә ата-бабаларыбыҙҙың 70-80 йәштә лә өсөнсөгә-дүртенсегә йәш кәләш алырға һәләтле булыуына булышлыҡ иткәндер.

Фәндә һарыҡ йөнөнөң ҡулланылыштағы файҙаһы тураһында мәғлүмәт билдәле. Тәбиғи йөндөң йылыһын тойоп, кейеҙ өҫтөндә йоҡлаған сабый балаларҙың тәндәре нисек тын алып, ял итеүе үҙе бер тема.

Тирмә эсендә ергә, өйҙә булһа, урындыҡҡа түшәлгән ҡаралты булараҡ, йөн кейеҙҙең әһәмиәте шунда: бер яҡтан, ул ерҙең һыуығын үткәрмәй; икенсенән, тәндең йылыһын һаҡлай; өсөнсөнән, умыртҡа бағанаһын тура килеш һаҡлауға булышлыҡ итә. Шулай итеп, Йыһанда әҙәм һәм башҡа йән эйәләре йәшәй алырлыҡ шарттар тыуҙырыуҙа ҡатнашҡан ер-ут-һыу-һауа-арауыҡ символдарының серен һаҡлаусы монаят ул сергетыш!

Әҙәбиәт

  • Руденко С.И Башкиры: Историко-этнографические очерки. –Уфа: Китап,2018. –376 с.:илл.
  • Шәкүр Рәшит Сыңрау торналар иле. Мәҡәләләр һәм очерктар. –Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте,1996. – 416 бит.
  • Шитова С.Н. Народное искусство: войлоки, ковры и ткани у южных башкир (Этнографические очерки).—Уфа:Китап, 2006.—200 с.:илл.
  • Башҡорт халыҡ ижады. 9-сы том.Йомаҡтар. – Өфө: Китап,2007. – 416 б.
  • Рәшиҙә Ғизәтуллина “Сергетыштың сере нимәлә?” - “Таң”гәзите 21.02.2020 № 15(10359)