Середина Антонина Александровна: өлгөләр араһындағы айырма
32 юл: | 32 юл: | ||
== Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре == |
== Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре == |
||
* IV дәрәжә |
* IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1999) |
||
* [[Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй)|Дуҫлыҡ ордены]] ([[26 июнь]] [[1995 йыл|1995]]) |
* [[Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй)|Дуҫлыҡ ордены]] ([[26 июнь]] [[1995 йыл|1995]]) |
||
* [[Ленин ордены]] (1960) |
* [[Ленин ордены]] (1960) |
||
* [[«Почёт Билдәһе» ордены |
* [[«Почёт Билдәһе» ордены]] |
||
* «Физик культура һәм спортты үҫтереүгә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» |
* «Физик культура һәм спортты үҫтереүгә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» почёт билдәһе (1999) |
||
* Рәсәй Федерацияһы Президентының |
* Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы ([[5 май]] [[2010 йыл|2010]])<ref>Распоряжение Президента РФ от 05.05.2010 N 286-рп {{webarchive|url=https://web.archive.org/web/20140512231246/http://graph.document.kremlin.ru/page.aspx?1144772|date=2014-05-12}}</ref> |
||
* 2010 йыл Халыҡ-ара каноэ федерацияһы (ИКФ) юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн ИКФ миҙалы менән бүләкләй. |
* 2010 йыл Халыҡ-ара каноэ федерацияһы (ИКФ) юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн ИКФ миҙалы менән бүләкләй. |
||
14:33, 4 апрель 2020 өлгөһө
Середина Антонина Александровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | СССР |
Тыуған көнө | 23 декабрь 1929[1] |
Тыуған урыны | Тверь, Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2 сентябрь 2016[2][1] (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Тверь, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Кунцево зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | гребец на каяке, гребец на каноэ |
Уҡыу йорто | Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университеты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Спорт төрө | гребля на байдарках и каноэ[d] |
Спорт дисциплинаһы | каноэла ишеү |
Ҡатнашыусы | Летние Олимпийские игры 1964[d], canoeing at the 1960 Summer Olympics – women's K-1 500 metres[d], canoeing at the 1960 Summer Olympics – women's K-2 500 metres[d] һәм canoeing at the 1968 Summer Olympics – women's K-2 500 metres[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бейеклеге/буйы | 164 сантиметр |
Середина Антонина Александровна Викимилектә |
Антонина Александровна Середина (23 декабрь 1929 — 2 сентябрь 2016 ) — совет спортсыһы (байдаркала ишеү), 1960 йылда ике тапҡыр олимпия чемпионы, ике тапҡыр донъя чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1960), СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1972).
РСФСР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
Биографияһы
Антонина Александровна Середина 1929 йылдың 23 сентябрендә Мәскәү өлкәһенең Тверь округы Рамешковский районындағы Ловцово ауылында 11 бала үҫкән күп балалы ғаиләлә тыуған. Спорт карьераһын төҙөлөш материалдарының Калинин техникумында башлай. Күп спорт төрҙәре, шул иҫәптән еңел атлетика, велоспорт менән шөғөлләнә, баскетбол һәм волейбол уйнай. Бухгалтерҙар курсын тамамлай. Төҙөлөш техникумын тамалағас һуғыштан һуң кирбес заводында эшләй. Ул ишкәкле спорт менән мауыға. 1950 йыл урталарында Мәскәүҙә Фадеева Мария Николаевна етәкселеге аҫтында күнекмәләр ала.
1953 йылдан КПСС ағзаһы.
1960 йылда СССР-ҙың иң яҡшы спортсыһы тип таныла.
1966 йылда ГЦОЛИФК-ты тамамлай, уҡытыусы. Педагогия фәндәре кандидаты (1973).
1972, 1976, 1980 һәм 1988 йылдарҙағы Олимпия уйындарында СССР ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһының өлкән тренеры. Олимпия чемпиондары Юлия Рябчинская, Екатерина Курышко, Нина Гопова, Галина Крефтты әҙерләй. 1976 йылда СССР-ҙың иң яҡшы тренеры тип таныла.
«В любую погоду» (1977) китабының авторы.
Мәскәүҙә Кунцево зыяратында ерләнгән[3].
Спорт карьераһы
- 1960 йылда байдаркала яңғыҙ ишеү һәм Мария Шубина менән ике кешелек байдаркала 500 метрға ишеү буйынса ике тапҡыр Олимпия чемпионы була
- 1968 йылда Олимпия уйындарында Людмила Пинаева менән бронза призер
- 1964 йылда Олимпия уйындарында ҡатнашыусы — ике кешелек байдаркала 4-се урын
- Ике тапҡыр донъя чемпионы: 1963 (дүрт кешелек байдарка), 1966 (дүрт кешелк байдарка)
- Донъя чемпионатының көмөш призеры: 1958 (ике кешелек байдарка), 1963 (яңғыҙ байдарка), 1966 (ике кешелек байдарка)
- 8 тапҡыр Европа чемпионы 1959 һәм 1965 йылда (яңғыҙ), 1961 (ике кешелек)
- 1958 — 1968 йылдарҙа төрлө экипаждар составында 15 тапҡыр СССР чемпионы
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (1999)
- Дуҫлыҡ ордены (26 июнь 1995)
- Ленин ордены (1960)
- «Почёт Билдәһе» ордены
- «Физик культура һәм спортты үҫтереүгә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» почёт билдәһе (1999)
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (5 май 2010)[4]
- 2010 йыл Халыҡ-ара каноэ федерацияһы (ИКФ) юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн ИКФ миҙалы менән бүләкләй.
Тверь ҡалаһының почётлы гражданы (2010).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1,0 1,1 Antonina Alexandrovna Seredina // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ http://www.kayak-canoe.ru/ru/federation/news/5064/
- ↑ Как Антонина Середина добралась до вершины
- ↑ Распоряжение Президента РФ от 05.05.2010 N 286-рп 2014 йыл 12 май архивланған.
Әҙәбиәт
- Середина Антонина Александровна // Олимпийская энциклопедия / Павлов С. П.. — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 415 с.
- [ Середина Антонина Александровна] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Середина Антонина Александровна — статья из Большой олимпийской энциклопедии (М., 2006)
Һылтанмалар
- Антонина Середина — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
- Вестник победы. Как Антонина Середина добралась до вершины
- 23 декабрҙә тыуғандар
- 1929 йылда тыуғандар
- Тверҙә тыуғандар
- 2 сентябрҙә вафат булғандар
- 2016 йылда вафат булғандар
- Рәсәйҙә вафат булғандар
- Кунцево зыяратында ерләнгәндәр
- Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университетын тамамлаусылар
- Ленин ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- СССР-ҙың атҡаҙанған тренерҙары
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастерҙары
- КПСС ағзалары
- 1960 йылғы йәйге Олимпия уйындары чемпиондары
- СССР-ҙан Олимпия чемпиондары
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы менән наградланыусылар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр