Википедия:Ҡоролтай: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
389 юл: 389 юл:
*{{Риза}}. "Туй генералдары" кәрәкмәй, сөнки вики көндәлек хәстәрлекте һәм иғтибарҙы талап итә--[[Ҡатнашыусы:Тутыйғош|Тутыйғош]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Тутыйғош|әңгәмә]]) 08:18, 7 июнь 2020 (UTC)
*{{Риза}}. "Туй генералдары" кәрәкмәй, сөнки вики көндәлек хәстәрлекте һәм иғтибарҙы талап итә--[[Ҡатнашыусы:Тутыйғош|Тутыйғош]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Тутыйғош|әңгәмә]]) 08:18, 7 июнь 2020 (UTC)
*{{Риза}}. Үҙе эшләмәгән кешенең хоҡуғы булмаҫҡа тейеш админ булырға. Башҡорт телен белгән, башҡорт рухлы, иле өсөн янған, тарихты һәйбәт белгән, Башҡорт Википедияһын үҫтереүҙе хәстәрләгән кеше админ булырға тейеш--[[Ҡатнашыусы:Таңһылыу|Таңһылыу]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Таңһылыу|әңгәмә]]) 13:30, 7 июнь 2020 (UTC)
*{{Риза}}. Үҙе эшләмәгән кешенең хоҡуғы булмаҫҡа тейеш админ булырға. Башҡорт телен белгән, башҡорт рухлы, иле өсөн янған, тарихты һәйбәт белгән, Башҡорт Википедияһын үҫтереүҙе хәстәрләгән кеше админ булырға тейеш--[[Ҡатнашыусы:Таңһылыу|Таңһылыу]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Таңһылыу|әңгәмә]]) 13:30, 7 июнь 2020 (UTC)
*{{Риза}}--[[Ҡатнашыусы:Alfiya55|Alfiya55]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Alfiya55|әңгәмә]]) 10:23, 7 июнь 2020 (UTC)


==Urgent Help==
==Urgent Help==

10:23, 7 июнь 2020 өлгөһө

Яңы башлаусыларға · Берләшмә · Порталдар · Наградалар · Проекттар · Һорауҙар · Баһалау
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ҠОР
Башҡорт Википедияһы Ҡоролтайына рәхим итегеҙ!
Башҡорт телендәге Википедияла ҡатнашыусылар Ҡоролтайына рәхим итегеҙ. Бында һеҙҙе борсоған төрлө һорауҙарҙы бирә йәки кемдер биргән һорауға яуап яҙа алаһығыҙ. Һорауығыҙ бөтә ҡатнашыусыларға ҡағылһа ғына бында яҙығыҙ. Әгәр кемгәлер шәхси һорауығыҙ булһа, уның аралашыу (фекерләшеү) битендә һорау биреүегеҙ яҡшыраҡ булыр. Һорау йәки яуап яҙыр өсөн өҫтә булған «Сығанаҡ кодты үҙгәртергә» һүҙенә баҫығыҙ. Һорауығыҙҙы яҙғас, имза һалырға ла онотмағыҙ. Имза ҡуйыу өсөн үҙгәрештәр индерә торған урындың өҫкө яғында торған зәңгәр ҡәләмле төймәгә баҫырға кәрәк.
Requests for the bot flag should be made on page Wikipedia:Бот тамғаһына ғаризалар.
Архив
Архив
Фекер алышыу архивы:
Был биткә яңы темаларҙы аҫҡа өҫтәргә Яңы бүлек өҫтәргә

Яңы йыл менән!

  • Ҡәҙерле Вики-ҡәрҙәштәр, милләттәштәр! Яңы ғына тыуған, әлегә өр-яңы булған Яңы — 2020 йыл менән! Һәр кемебеҙҙең уй-теләктәре һәм дә хыялдары башланып ҡына ятҡан йыл арауығында тулыһынса тормошҡа ашһын һәм ысынға әйләнһен, һәр беребеҙгә лә һаулыҡ ныҡлығы яҙһын, бер кемде лә күңел тыныслығы урап үтмәһен! Һәм дә, әлбиттә, Башҡорт Википедияһы киңлектәрендә бөтәбеҙгә лә ижади уңыштар юлдаш булһын! --Айсар (әңгәмә) 09:11, 1 ғинуар 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Винница өлкәһе буйынса тематик аҙна

Всех с Новым годом! Планируется проведение тематической недели о Винницкой области. Очень надеюсь на участие и на большое количество статей на башкирском языке! С уважением, --Visem (әңгәмә) 20:13, 11 ғинуар 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Баш биттең «Бөгөн» проекты тураһында фекер алышыу

  • Баш биттең «Фекер алышыу» битендә Баш биттең «Бөгөн» проекты тураһында фекер алышыуға саҡырам. Был һөйләшеүҙең сәбәбе унда күрһәтелгән. Тәү сиратта «Байрамдар» һәм «Көн юбилярҙары» бүлектәренең сифатын һәм дөйөм күренешен артабан яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе яҙһағыҙ ине. --Айсар (әңгәмә) 07:03, 13 ғинуар 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Баш_бит_башлығы буйынса фекер алышыу

Шулай уҡ Баш бит башлығы буйынса фекер алышырға саҡырам. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:21, 13 ғинуар 2020 (UTC)[яуап бирергә]

A.Khamidullin мәҡәләләре тураһында

  • Хөрмәтле йәмәғәт! Һуңғы 1—2 аҙна арауығында A.Khamidullin тарафынан тәҡдим ителгән мәҡәләләрҙең күләме һәм сифаты күп дәғүә тыуҙыра. Тематик яҡтан да уйланырлыҡ урындар бар. «Википедия — ирекле энциклопедия, уға мәҡәләләрҙе һәр кем яҙырға хоҡуҡлы» тигән ҡағиҙәләрҙе саҡ ҡына ла инҡар итмәйем, шулай ҙа A.Khamidullinға һәм башҡа ҡатнашыусыларға һорауҙар бар:
    • телгә алынған мәҡәләләр сифат яғынан һәм күләм йәһәтенән ҡуйылған талаптарға яуап бирерлек төҙәтелерме? Кем быны үҙ өҫтөнә алырға тейеш?
    • әгәр ҙә был эшләнмәй икән (нәҡ шулай булыры көн кеүек асыҡ), бындай сейле-бешле ваҡ «мәҡәләләр» беҙгә кәрәкме?
    • барыбыҙға ла өлгө һәм үрнәк булған Рус Википедияһының мәҡәләләр күләме, сифаты һәм әһәмиәтлегенә ҡарата ҡәтғи талаптарының әҙерәген генә булһа үҙебеҙҙә ҡуллана башларға ваҡыт түгелме икән? --Айсар (әңгәмә) 11:55, 26 ғинуар 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Мин ундай мәҡәләләргә ҡырҡа ҡаршымын! Һәр кем үҙе теләгән, кәрәк тип һанаған мәҡәләне осона еткереп яҙырға тейеш, ҡалғандар - өҫтәргә, төҙәтергә. Ваҡытың йәки теләгең юҡ икән - башлама! Рувикинан өйрәнәһеләр бик күп. Ә бындай "мәҡәләләр" башвикиның кимәлен төшөрә.--Тутыйғош (әңгәмә) 04:38, 1 февраль 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ул Хәмиҙуллин тигән әфәнденең мәҡәләләрен мин дә төҙәтештерҙем. Ләкин булмай. Йырып сыҡҡыһыҙ хата бит. Үҙенә лә яҙҙым, иң яҡшыһы бер нимә лә яҙма, тип.

Akkashka (әңгәмә) 15:30, 30 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Һығымта

A.Khamidullin, түбән сифатлы, ҡыҫҡа мәҡәләләр (словарные статьи) күпләп булдырыу менән мауыҡмаҫҡа саҡырам, сөнки бындай мәҡәләләр яҡын киләсәктә юйылыуға дусар буласаҡ. Башта булдырылған мәҡәләләрҙе абруйлы сығанаҡтарға таянып яҡшыртыу һорала. Ҡатнашыусыға яңы мәҡәләләр булдырыу тыйыла һәм быға топик-бан бирелә. Топик-банды сисеү өсөн ҡатнашыусыға Ҡоролтайҙа яңы фекер алышыу ойошторорға кәрәк буласаҡ. --Ryanag (әңгәмә) 09:12, 1 февраль 2020 (UTC)[яуап бирергә]
Күләмен арттырырға тырышырмын. A.Khamidullin.

өсөн тауыш тауыш бирергә саҡырам. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:19, 4 февраль 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Выпускники и наставники России 2019

Конкурста еңеүселәр почтағыҙҙы, википроекттарында фекер алышыу битен ҡарағыҙ. Аҡса күсереү өсөн анкетаға реквизиттарҙы тултырығыҙ.--ZUFAr (әңгәмә) 17:25, 7 февраль 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Викимания 2020

«Викимания 2020» конференцияһына ғаризалар ҡабул итеү башланған. Ғаризалар ҡабул итеү 17 мартта тамамлана. Викимания 2020 Бангкокта (Таиланд) 5-9 августа үткәреләсәк. Викиманияға стипендиялар шәхси ғаризалар аша бүленә. Чаптерҙарға һәм Юзер-төркөмдәргә квоталар бирелмәйй. Теләге булған һәр кеше ғариза яҙа ала, чаптерҙарҙың һәм юзер-төркөмдәрҙең фатихаһы талап ителмәй. Теләге һәм дәрте булғандар ғариза яҙығыҙ, донъяла башҡорттар барлығын онотоп китмәһендәр. 2016, 2017, 2018, 2019 йылғы Викиманияларҙа Башҡортостан вәкилдәре булды. Быныһын да ҡалдырырға ярамай. Донъя күреп, донъяға үҙегеҙҙе күрһәтеп ҡайтығыҙ. Уңыштар. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 12:27, 18 февраль 2020 (UTC)[яуап бирергә]

WikiGap 2020 Russia

Уважаемые коллеги, пожалуйста выскажите своё мнение по поводу баннерной кампании CentralNotice для объявления о российском викимарафоне WikiGap 2020 (8 марта - 8 мая, все IP из России, только Википедии, 1 показ в неделю). Спасибо. JukoFF (әңгәмә) 08:56, 27 февраль 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән!

Барлыҡ гүзәл заттарҙы, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҙҙың иң матур байрамдарының береһе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә тик бәхет-шатлыҡтар ғына йылмайып торһон, кәйефтәрегеҙ бер ҡасан да төшмәһен, һәр кемегеҙ күңелегеҙҙәге хыялдарға ирешегеҙ, сәләмәтлек һәм ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Байрам менән!!!--Ryanag (әңгәмә) 08:31, 8 март 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Универсальный кодекс поведения

Добрый день!

Команда Доверия и Безопасности Фонда Викимедиа на основании рекомендаций Рабочих Групп по Стратегии с 2019 года начала разрабатывать Универсальный кодекс поведения. Создание кодекса согласовано и поддержано Советом Попечителей Фонда Викимедиа.

Универсальный кодекс поведения направлен на восполнение пробелов безопасности в проектах Викимедиа. Идея, лежащая в основе Универсального кодекса поведения, заключается в том, чтобы согласовать уже существующие поведенческие руководящие принципы по различным проектам и коллективно создать стандартный набор поведенческих политик, которые будут обязательными для всего движения. Они будут в равной степени применимы ко всем проектам, всем членам сообщества и всем сотрудникам Фонда и организаций.

Проект сильно зависит от идей и отзывов сообщества. Мы понимаем, что чрезвычайно трудно иметь «универсальный» набор ценностей, которые репрезентативны для всех культур и сообществ, однако, безусловно, можно придумать базовый набор руководящих принципов, которые могут обеспечить нам безопасное пространство, чтобы каждый мог внести свой вклад.

Это ваш шанс повлиять на язык и содержание кодекса поведения и внести свой вклад в превращение движения в пространство, свободное от преследований. Более подробная информация о Универсальном кодексе поведения доступна здесь.

Присоединяйтесь к нам на странице обсуждения Универсального кодекса поведения для русскоязычного сообщества на Мета-Вике и расскажите, что Вы думаете о УКП. Давайте вместе разработаем Универсальный кодекс поведения для всех!

От имени Доверия и Безопасности Фонда Викимедиа. Рәхмәт, --Mehman (WMF) (әңгәмә) 22:55, 16 март 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Итоги конкурса «Межкультурные мосты 2019»

Добрый вечер. Наконец-то подведены итоги третьего конкурса «Межкультурные мосты 2019», в котором впервые приняли участие языковые разделы России (русский, башкирский, чеченский и лезгинский). Россия по общему вкладу опередила участников с Ближнего Востока и Северной Африки, хотя, конечно, если бы в первой половине декабря не было других важных событий (конкурс о выпускниках и наставниках, Месяц Азии), то результат мог бы быть ещё более впечатляющим.

«Всего в рамках этого конкурса было создано или улучшено 769 пошедших в зачёт статей: 287 статей были написаны в испанском и португальском, 201 — в арабском, персидском и турецком разделах Википедии, и 281 — в русском, башкирском, чеченском и лезгинском разделах. 57 участников представили как минимум одну статью, зачтённую в ходе конкурса».

Ниже представлена пятёрка самых продуктивных участников (призы получат, к сожалению, только первые трое) от России, выступившей в качестве отдельного региона:

  1. Юлдашева Луиза (Башкирская ВП) — 980 баллов
  2. Villarreal9 (Русская ВП) — 730 баллов
  3. Арсенич (Русская ВП) — 335 баллов
  4. Alfiya55 (Башкирская ВП) — 310 баллов
  5. Саид Мисарбиев (Чеченская ВП) — 215 баллов

После совещания с организаторами мы приняли решение присудить приз за качество участнику Balabinrm за статью «ru:Иезуитские миссии на землях индейцев гуарани» (РВП). Интересно, что приз за качество в Латинской Америке вручили за статью о Нижне-Архызском городище, написанной в Португальской ВП участником Zervim.

Поздравляем всех призёров, участников, попавших в почётную пятёрку, а также обладателя приза за качество. Я так думаю, в ближайшее время с вами свяжутся глобальные организаторы по поводу передачи призов.— Soul Train (әңгәмә) 18:17, 17 март 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Башҡорт Википедияһының тыуған көнө менән!

Хөрмәтле Викитуғандар! Ысын күңелдән иҫтәлекле дата — Башҡорт Википедияһының тыуған көнө менән! Барығыҙға ла — ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм күңел тыныслығы! --Айсар (әңгәмә) 06:58, 16 апрель 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Төрки телле викимедиасыларының уртак төркеменең яңа эмблемасы

Хөрмәтле башкорт коллегаларыбыз, төрки теллеләрнең тавыш бирүендә катнашырга һәм фикерлерегезне калдырырга чакырабыз.

Тарихы: Төрки телле викимедиачыларының уртак төркеме әгъзалары март аенда үткәрелгән беренче айлык видео-очрашуы дәвамында төрки вики-берлегебезнең үзенчәлекле символын сайларга булды.

Төп таләпләр:

  • төрки халыкларының уртак тамырларына тоташтыру
  • Викимедиа хәрәкате уртаклашкан идеаллары һәм кыйммәтләренә, киләчәккә юнәлгән проектларыбыз рухына туры килү
  • Мәгърифәтчелек, үсеш һәм берлек мәгънәләрен чагылдыру
  • Аерым төрки кавемнәренең бүгенге мәдәни үзенчәлекләренә өстенлек бирмәү
  • Визуаль уникальлек - символны күрүче, төрки теллеләрне башка вики-берлекләр белән бутамаска тиеш.
  • Карта яки гамәлдәге ил/этнос символы була алмый.

Телгә алынган вариантлар:

  1. борынгы төрки руннар белән Тәңре сүзенең язылышы (булдырылды)
  2. төрки эпослардагы бүре (булдырылды),
  3. төркиләрнең аты (арабызда сурәтли алучы табылмады).

Фикерләр:

  • Эмблеманың рәсми варианты буларак Викимедиа хәрәкәтенең боҗрасы һәм аның эчендәге өлеш кенә санала.
  • Уртак төркемнең исеме эмблема тирәсендә урнаштырылачак.
  • Исемен теләсә нинди телдә күрсәтү дөрес дип карала.
  • Исеме бер, ике яки күбрәк телдә һәм/яки әлифбада язылуы кабул ителә.

Әзер булган ике варианттан берне сайларга яки комментарийларны калдырырга чакырабыз. Ихтирам белән, --Frhdkazan (әңгәмә) 08:00, 20 апрель 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Депутаттар категориялары

Википедия:Категориялар_буйынса_фекерләшеү#Депутаттар_категориялары буйынса фекер алышырға саҡырам. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 03:35, 26 апрель 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Common Voice башкортча

Сәләм дуҫтар,

Common Voice [1] исемле бер проекттың сайтын башкортчага тәржемә итергә ярҙам итегеҙ әле зинһар өсөн. Башҡортса аңлаусы Алиса кеүек программалар яһау өсөн аудио йыйыу тураһында ул проект, Mozilla эшләй. Йыйылған мәғлүмәт ачые лицензия аҫттында, Википедиялағы кеүек йәғни. Был эш бына [2]-дә башҡарыла: Мән үҙем тәржемә итә башланым, әммә орфографик хаталар китеүһе мөмкин. Башҡортса яҙа белеүсе кешеләрҙең күҙ ҡолаҡ булып тороуо кәрәк. IlnarSelimcan (әңгәмә) 00:17, 30 апрель 2020 (UTC)[яуап бирергә]

[1] https://voice.mozilla.org/tt [2] https://pontoon.mozilla.org/ba/common-voice/

ЗУМ — онлайн конференциялар һәм дәрестәр урыны

ЗУМ — онлайн конференциялар һәм дәрестәр урыны. Ҡулланырға өйрәнегеҙ. Мине «Телдәр иле» онлайн-мәктәбендә лекция һөйләргә саҡырҙылар. 5 майҙа Өфө ваҡыты менән киске етелә (19:00) бына шул (https://us04web.zoom.us/j/419759542) һылтанма буйынса башлана. ЗУМ -ды нисек үҙеңә ҡуйырға икәнен бына шунан (https://www.youtube.com/watch?v=_AkT95rt8bQ) ҡарап өйрәнегеҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:39, 2 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Заман заңы онлайн вики-осрашыу ҡыҫтай

Викиарҡалаштар иғтибарына! Aidar254 , Alfiya55, Guram52, Il-Gil, JulaiZakiev, Mutagar, Ryanag, ZUFAr, Zlgll, Üzgäreş, Айсар, Аҡҡашҡа, Байгул, Банат Валеева-Яубасарова, Башҡорт хоккейы, З. ӘЙЛЕ, Ләйсән, Миңлегөл-Наилә, Регион102, Рәшиҙә Ғизәтуллина, Таңһылыу, Тутыйғош, Шәһәрбаныу, Юлдашева Луиза, Һәҙиә.

5 майҙа «Страна языков»/«Телдәр иле» онлайн-мәктәбендә сығыш яһаным, һуңынан йәнле фекер алышыу булды (яҙманы тиҙҙән һаласаҡтар). Якутскиҙан алып Санкт-Петербургҡа тиклем 14 кеше ҡатнашты. Онлайн-мәктәптә көндә бер йүнәлеш буйынса сығыш яһайҙар икән. Ҡыҙыҡлы темаларға спикерҙар саҡырылар. Вторник тел менән бәйле технологияларға бағышланған. Шуға мине саҡырғандар, бер кәлимә БашВики тураһында һөйләнем. Видеотрансляция аша үҙемдең ноутбук экранын барыһына ла күрһәттем. Бик уңайлы ғына икән был ЗУМ тигәндәре. Әле уйлап торам. Беҙгә лә бына шундай онлайн-майҙан асырға кәрәк тә инде ул. Айға йәки ике-өс аҙнаға, бәлки аҙна һайын, онлайн осрашып, фекер алышып, нимәнелер өйрәнеп алыр инек. Һағынышманығыҙмы инде? Яңы ҡатнашыусылар ҙа саҡырырға булыр. Тәү сиратта беҙгә онлайн-майҙанды ойоштора алған мөдир кәрәк. Башҡаларыбыҙға ЗУМ-ды ҡуйып алырға кәрәк була. Тыңлау һәм экранды ҡарау өсөн видео-күҙ мотлаҡ түгел. Беҙ бөгөн наушникһыҙ аралаштыҡ, ҡайтауаз ишетелмәне. ЗУМ шәп нәмә тигән фекергә килдем. Әлбиттә, интернет тиҙлеге мөһим. Шулай итеп, заман заңы онлайн вики-осрашыу ҡыҫтай. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына башлап ҡарайыҡ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 19:36, 5 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Беренсе осрашыу

  • Рөстәм Нурыев беренсе онлайн осрашыуға Zoom ҡорона саҡыра - кис ултырып алайыҡ.
  • Тема: БашВикиның онлайн осрашыуҙары
  • Ваҡыты: 7 май 2020, 19:30, Өфө ваҡыты
  • Подключиться к конференции Zoom (компьютерға/ноутбукка ЗУМ ҡуйығыҙ, нисек ҡуйырға ЮТУБта өйрәткәндәр )
  • конференцияға ҡушылыу урыны.
  • Конференция идентификаторы һораясаҡ шай, был һандарҙы күсереп яҙырға кәрәк була: 323 064 6674
Ҡатнашалар

Башҡортостан музейҙары

Проект:Башҡортостан мәҙәниәте/Музейҙар битендә Башҡортостан һәм Өфө музейҙары исемлеген тулыландыра башланым. Республика музейҙары тураһында мәҡәләләр бик аҙ. Категория:Алфавит буйынса музейҙар башҡа төбәк музейҙары күберәк. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 19:14, 11 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Сираттағы ЗУМ конференция

14 май, Өфө ваҡыты менән киске һигеҙенсе яртыла (19:30) сираттағы ЗУМ конференция үткәрәм. Башҡортостан музейҙары исемлеген төҙөү, Викидатала һәр музей өсөн элемент яҙмаларын булдырыу тураһында һөйләйәсәкмен. Нисек эшләргә ноутбук экранынан күрһәтермен. Конференцияға инеү мөмкинлеген түбәндә яҙылғандарға шәхси хат менән хәбәр итермен. Теләгәндәр яҙылығыҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:10, 13 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Конференцияла Рөстәм Нурыев, З. ӘЙЛЕ, Һәҙиә, Guram52, Аҡҡашҡа һәм Эрзә Википедияһы хакимы Андрей Петров ҡатнашты. Эшлекле осрашыу бер сәғәт дауам итте.

Turkic Marathon 2020

Викиарҡалаштар иғтибарына! @Aidar254:, @Alfiya55:, @Guram52:, @Il-Gil:, @JulaiZakiev:, @Mutagar:, @Ryanag:, @ZUFAr:, @Zlgll:, @Üzgäreş:, @Айсар:, @Аҡҡашҡа:, @Байгул:, @Банат Валеева-Яубасарова:, @Башҡорт хоккейы:, @З. ӘЙЛЕ:, @Ләйсән:, @Миңлегөл-Наилә:, @Регион102:, @Рәшиҙә Ғизәтуллина:, @Таңһылыу:, @Тутыйғош:, @Sherbn:, @Юлдашева Луиза:, @Һәҙиә:.

16 май 2020

Төрки телле викимедиасылар төркөмө йыйылышы үтте. Turkic Marathon 2020 мәҡәләләр яҙыу буйынса берлектәге сара үткәреү тураһында һөйләшеү булды. 20 майға тиклем БашВики ирекмәндәренең сарала ҡатнашырға ризалыҡ биреүе тураһында хәбәр итергә кәрәк. Марафон июнь айында үткәрелә. Викимедиа Фонды грантына приздар менән. Ойоштороусыларға ярҙамға беҙҙән бер вәкил билдәләргә кәрәк. Башҡортостан темаһына тәҡдим ителгән мәҡәләләр исемлеге төҙөргә, сығанаҡтар бирергә кәрәк. Кемәлүк? Ҡатнашырға теләге булғандар түбәндә теркәлегеҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 20:00, 16 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

  1. Turkic Marathon 2020 ярышмаһын ойоштороу буйынса конференцияға саҡырам. 21 май, 19:30. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:28, 18 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  2. Проект:Төрки марафон 2020 — бәйге майҙанын әҙерләй башланым. Ҡушылығыҙ. Ойоштороу буйынса фекер алышыу битендә бүлектәр астым, тәҡдимдәрегеҙҙе ошонда яҙығыҙ. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:23, 20 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  3. Марафонда ҡатнашырға теләгән БашВики ирекмәндәренә башҡорт телендәге мәҡәләләр яҙыу өсөн тәҡдим ителгән Исемлек төҙөү проекты. БашВикиның һәр ирекмәне башҡалар өсөн 10-25 мәҡәлә исемлеге тәҡдим итә. Исемлек төҙөүгә ҡушылығыҙ! --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:59, 20 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Викивестник

Рус Викиновости проектында даими рәүештә Викивестник нәшер ителә башланы. Беҙҙең берләшмәлә булған ваҡиғаларҙы унда ла яҙып барырға тәҡдим итәләр. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:46, 18 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Бик кәрәкле ҡорал

https://meta.wikimedia.org/wiki/Special:UrlShortener URL-адрес ҡыҫҡартыусы
Өҫтә күрһәтелгән юлды үҙегеҙҙең ҡоралдар кәштәһенә һалып ҡуйығыҙ, бик кәрәкле нәмә. Википроекттарҙың олоғара «кәлә-бәлә» URL-адресын ҡыҫҡартып бирә. ВК-ға, ФБ-ҡа, йәки ниндәйҙер хатта URL-адрес күрһәтеү өсөн бик уңайлы. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 07:29, 20 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Төркинамә

https://w.wiki/RHY

Админ һәм Бей вазифаларын баш тартыу

Мине Башҡорт Википедияһының үҫеш векторы борсой. Бей һәм админ булып дөрөҫ йүнәлеш бирә алманым. Курс айҙан айға ауыша ғына бара, минең менән килешеүселәр юҡ, булғандары ла изгойға әйләнә.Стюардтарға ғариза яҙҙым. Бер тәүлек уйларға бирҙеләр һәм кисә флагы алдылар. Хәҙер википедия глобаль энциклопедия булараҡ теләһә ниндәй йүнәлештә үҫә ала, тоткарлаусы юҡ.--ZUFAr (әңгәмә) 06:33, 30 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Бына ошондағы фекер алышыу сәбәп булды Зөфәрҙең ҡарарына. Проект_буйынса_фекерләшеү:Төрки_марафон_2020#конкурстан_һуң. Мин конкурста ҡатнашыусыларға "нагрузка" итеп 1000 һәм 10000 исемлегенән мәҡәләләр яҙыу талабына ҡаршы фекер белдерҙем, уҡып сығығыҙ. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 10:08, 30 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Зөфәр дөрөҫ фекер әйтә.Мин дә тап ошо 1000 һәм 10000 исемлегендәге мәҡәләләрҙе яҙыу һәм яҡшыртыу буйынса уның фекерен яҡлайым.50-гә 50 итеп эшләйек тип һүҙ ҙә ҡыҫтырғайным бер ерҙә.Хәҙер һан тип кенә түгел, сифат тип тә эшләргә кәрәк.Беҙ эшләмәһәк, ситтән килеп берәү ҙә эшләмәҫ--Һәҙиә (әңгәмә) 11:20, 30 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    • Эшләгеҙ, әммә конкурста ҡатнашыусылар өсөн мотлаҡ талап ҡуйып түгел :) Теләк буйынса йәки конкурста ҡатнашмаусылар, минимум 10-20 мәҡәлә яҙмаусылар өсөн тигән талап та ҡуйып була бит, әммә ундай талап ҡуйылмай, ә тап конкурста ҡатнашыусылар өсөн. Конкурс та шул уҡ сифаттың бер күрһәткесе. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 11:34, 30 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Был БашВики өсөн ябай ваҡиға түгел. Бей һәм хаким вазифаһы, уларҙың көндәлек бурыстары тураһында һәр ваҡыт әйтә киләм. Тағы ҡабатлайым: бей һәм хаким Википедияның етәксеһе түгел, уларҙың башҡаларҙан айырмалы күп булмаған өҫтәмә бурыстары ғына бар. Бына улар:
    • Википедия хакимы:

Википедиялағы хаким — ҡатнашыусылар тарафынан һайланып, бей тарафынан тәғәйенләнеп, үҙенә өҫтәмә бурыстар алған ҡатнашыусы. Хакимдың өҫтәмә бурыстары:

  • Биттәрҙе юйыу.
  • Юйылған биттәрҙе кире ҡайтарыу.
  • Үҙгәртеүҙәрҙән һаҡлау өсөн биттәрҙе ябып ҡуйыу. Был сара, мәҫәлән, бәхәсле мәҡәләләргә ҡағыла; был ваҡыт эсендә ике яҡ та уртаҡ фекергә килергә тейеш. Был сара шулай уҡ вәхшилекте туҡтатыу өсөн дә ҡулланыла.
  • MediaWiki исемдәре арауығын мөхәррирләү.
  • Вәхшилек менән шөғөлләнгән ҡатнашыусыларҙы ябып ҡуйыу.

Википедия эшмәкәрлегендә хакимдарҙың башҡаларҙан өҫтөнлөге юҡ. Ул үҙ вазифаһын үтәгәндә баш-баштаҡланырға тейеш түгел. Башҡа ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡарарҙарын ғәмәлгә ашыра ала. Үҙ фекерен башҡаларға көсләп таға алмай.

    • Википедия бейе:

Wikipedia’лағы бей — бей дәрәжәһе һәм махсус тамғаһы булған ҡатнашыусы. Бей дәрәжәһендәге ҡатнашыусының түбәндә күрһәтелгән бурыстары бар:

  • Башҡа ҡатнашыусыларға хаким тамғаһын бирә ала. Быны ул дәғүә итеүсенең һорауы буйынса һәм берләшмәлә ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һуң тормошҡа ашыра ала. Бирелгән хаким тамғаһын бей кире ала алмай.
  • Башҡа ҡатнашыусыларға бот тамғаһы биреү һәм кире алыу хоҡуғы бар. Бот тамғаһын алырға теләүселәр махсус биттә ғариза ҡалдыралар. Берләшмәлә ҡатнашыусылар ыңғай тауыш биргәндән һуң, йәки башҡа бүлектәрҙә бот тамғаһы булған дәғүә итеүсегә бей бот тамғаһын бирә ала.
  • Ҡатнашыусыларҙың исемен алмаштыра ала.

Википедия эшмәкәрлегендә бейҙең башҡаларҙан өҫтөнлөгө юҡ. Ул үҙ вазифаһын үтәгәндә баш-баштаҡланырға тейеш түгел. Башҡа ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡарарҙарын ғәмәлгә ашыра ала.

Күреүегеҙсә Башҡорт Википедияһының үҫеш векторы бей һәм хаким бурысы түгел, ә һәр бер ҡатнашыусының эше. Башҡорт Википедияһының үҫеш векторы мине лә борсой, әммә хаким булараҡ түгел. Шуға күрә Зөфәрҙең бей һәм хаким статустарынан баш тартыуының сәбәбе итеп ағымдағы эшмәкәрлекте, фекер айырмалыҡтарын күрһәтеүен аңлап та, хуплап та бөтмәйем. Әммә, Википедия ул ирекмәнлек. Зөфәрҙең бей һәм хаким бурыстарынан баш тартыу хоҡуғын, сәбәбенә ҡарамаҫтан, бер кем дә тыя алмай. Ул хоҡуғын ҡулланған, стюрарттар кисә статустарын алғандар. Теләге булһа, ҡабаттан статус алырға ғариза бирә ала. Әйткәндәй, статусҡа ғаризаны һәр кем бирә ала.

Шулай итеп, Һүҙемде Зөфәр бейгә статуслы эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт әйтеп, БашВики ирекмәндәрен әйҙәүсе эшмәкерлеген әүҙем дауам итер тигән ышаныста тамалар инем. Зөфәр бей 2012 йылдың 24 февраленән хаким, шул уҡ йылдың 17 мартынан бей бурыстарын башҡарҙы. Шул ваҡытта хаким булараҡ башҡарған эшмәкәрлеге (бей статистикаһын тапманым): Admin actions

  • Block 52
  • Reblock 0
  • Unblock 6
  • Protect 11
  • Reprotect 1
  • Unprotect 2
  • Delete 2,190
  • Revision delete 9
  • Log delete 2
  • Restore 34
  • Rights 44
  • Merge 0
  • Import 0
  • AbuseFilter 0

Тик изге ниәт менән, --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 12:46, 30 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

  • Зөфәрҙең тәҡдимендә бер ниндәй баш-баштаҡлыҡ күрмәйем.Уртаға һалып һөйләшә торған тема.Ҡоролтайҙа һөйләшергә тигән тәҡдиме булған Рөстәм бейҙең.Ана шул һөйләшеү тураһында килшешеү менән тамаларға була ине бит.

Викиәбейҙәр генә ултырып ҡалайыҡмы, ир-аттарҙың фекерен һанға һуҡмай, уңлы-һуллы туҙҙырып.Викиәңгәмәлә лә, бер бәреп сығып китеп, бер килеп инеп.Берләшең өсөн көс кәрәк. Тарҡалыш өсөн көс тә, аҡыл да кәрәкмәй.Бер шырпы етә. Беҙгә, ябай ирекмәндәргә Зөфәр ябай бей генә түгел, ә ныҡлы таяу, терәк, арҡа ла.--Һәҙиә (әңгәмә) 13:47, 30 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

  • Мин дә, Зөфәрҙең баш тартыуына ҡаршымын. Нишләп? Ни өсөн? Беҙ барыбыҙ ҙа тиң хоҡуҡлы тибеҙ. Эш хоҡуҡта ғынамы ни? Ә төҙәтеүҙәр индереп, вәхшилеккә ҡаршы тороу бурысын кем үтәр? Мин, мәҫәлән, ябай башҡарыусы ғына, ундай бурыстарҙы тормошҡа ашыра алмайым. Ҡайт, Зөфәр, һин бит Башҡорт Википедияһының мөкиббән эшләүсе ағзаһы! Зөфәр тәҡдим иткән 1000 һәм 10000 исемлегендәге мәҡәләләрҙе яҙыу һәм яҡшыртыу буйынса эшләргә әҙермен. Akkashka (әңгәмә) 15:25, 30 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    Ну вот, у нас есть дежурный доброволец по 1000 и «Мириаде» на июнь-месяц :) — Soul Train (әңгәмә) 15:52, 30 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ниндәйҙер аңлашылмаған фраза булды был. Тантана итеүме, нимә, нисек аңларға? Akkashka (әңгәмә) 16:58, 30 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Нимә тип әйтһәгеҙ ҙә, админдарҙы беҙ етәксе тип һанайбыҙ. Зөфәрҙең талабы менән дә тулыһынса килешәм, сөнки башта беҙ башвикины ҡайғыртырға тейешбеҙ. Зөфәр бик түҙемле, әҙәпле кеше, мине эшкә өйрәткән кеше ул. Түҙемлеге ҡалмағандыр. Админдарға үҙ-ара һөйләшеп килешергә кәрәк ине. Ошолайтып еңел генә ебәрәбеҙме Зөфәрҙе? --Тутыйғош (әңгәмә) 17:37, 30 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Зөфәр! Мин дә Һеҙҙең вазифанан китеүгә ҡаршымын!!! Әлдә Зөфәр менән Рөстәм кеүек патриот ирҙәр бар тип ҡыуана, ғорурлана инем. Көнһылыу әйтмешләй викиәбейҙәр генә ни ҡыра ала? Шул тиклем көс һалғандан һуң нисек ташлап китә алаһығыҙ википедияны йәтим ҡалдырып. Конкурстар туҡтап торған арала күмәкләп айлыҡмы иғлан итеп 1000 мәҡәләләрен эшләп алайыҡ, кем ниндәй өлкәлә эшләй ала тип яҙып та ҡарағайным мин дә бер конкурстан һуң. Кире ҡайтығыҙ, Зөфәр википедияға!!! --Таңһылыу (әңгәмә)
  • Апайҙар, хаким һәм Бей статусынан баш тартыу Википедиянан китеү тигәнде аңлатмай бит, ул бары тик өҫтәмә яуаплылыҡтан һәм бурыстарҙан ғына үҙе теләп баш тартыуҙы аңлата. Шул уҡ Айсар ҙа, Көнһылыу апай ҙа, мин дә һеҙҙең кеүек үк статусһыҙ ирекмән, эшләп ултырабыҙ бит. Эшләү, аңлатыу, ярҙам итеү, өйрәтеү, кәрәк урында яҡлау өсөн статус кәрәкмәй, ул техник яҡтан ғына артығыраҡ мөмкинлек бирә. Башҡа осраҡтарҙа - һәр ҡайһығыҙ етәксе :)

Башҡорт Википедияһы мәнфәғәте тигәндән, 1000 һәм 10000 исемлеге ниндәй файҙа бирә? Конкурстарҙың файҙаһыҙлығы нимәлә сағыла? --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 18:18, 30 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

  • Башҡорт Википедияһының исеме есеменә тура килергә тейеш.Мәнфәғәт һәм файҙа тигән төшөнсәләрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға, алыштырырға тейеш түгел--Һәҙиә (әңгәмә) 01:58, 31 май 2020 (UTC).[яуап бирергә]
  • Зөфәрҙең хаким дәрәжәһенән баш тартыуы менән ҡырҡа килешмәйем! Ул бик урынлы тәҡдимдәр индерә, Википедиябыҙҙың тышҡы күренеше менән дә, эске йөкмәткеһе менән дә матур булыуына күп көс һала. Әйткән бер һүҙенә тиҫкәре яуап биреүҙәренән биҙрәгәндер. Әммә, Зөфәр туған, бер кеше өсөн эшләмәйбеҙ бит, милләт мәнфәғәтендә эшләйбеҙ. Мин дә ҡайсаҡ төкөрөп бирерҙәй булып китәм дә шуны уйлап тороп ҡалам. Кире хаким булырға ғариза биреүеңде һорайым. Конкурс темалары, ысынлап та, йыш ҡына Башҡорт википедияһы өсөн әһәмиәтле лә булмай. Сөнки Википедия башҡорттоҡо икән, тәү сиратта башҡорт тарихы, ил-йорто, шәхестәре, теле һ.б. тураһында мәҡәләләрҙән торорға тейеш. Конкурста ҡатнашабыҙ икән, Зөфәр әйткән өсөн түгел, шуны уйлап өҫтәп шундай темаға ла бер нисә мәҡәлә яҙып ҡуйыу - ул башҡортмон тигән кешенең йөрәгендә булырға тейештер. Мотлаҡ булырға тейешле мәҡәләләр - уныһы башҡортса яҙыша алыу хоҡуғыбыҙ өсөн түләү тип ҡабул итәм мин. Конкурста ҡатнашмағандарға талап юҡ тип әйтеү ҙә дөрөҫ түгел. Беҙ һәр ирекмәнебеҙгә шуны аңлатырға тейешбеҙҙер. Милләткә хеҙмәт итер өсөн инә кеше Башҡорт википедияһына. Зөфәр туған, кире ҡайт хакимлыҡҡа. Һин, ысынлап та, түрә түгел, Рөстәм туған менән эште алға һөйрәп барған пар ат!))--Guram52 (әңгәмә) 08:06, 31 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    • З. ӘЙЛЕ, "мин дә һеҙҙең кеүек үк статусһыҙ ирекмән" тигәнһең. Әммә үҙеңә Викидатала "викиөләсәйҙәр етәксеһе" тигән статус ҡуйғанһың. Дөрөҫ, мин был статусың өсөн ҡасан тауыш бирелгәнен белмәй ҡалғанмын, викидата ҡарап ултырып, осраҡлы белеп ҡалдым[1]. Тимәк, һин беҙҙең кеүек ябай ирекмән түгел.--Guram52 (әңгәмә) 08:18, 31 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]
      • Guram52 эй, Аллам, ҡайҙан шул вики-өләсәйҙәрҙе ойошторҙом! :) Үҙгәрттем викидатала, "нигеҙләүсе" тип. Координатор, куратор тигәнде тапмағайным (шулай уҡ, менеджер, имиджмейкер, PR тигән яҙыуҙар ҙа юҡ шул викидатала), нигеҙләүсе тигән бар икән. Ә нимәлер ойоштороу, нигеҙләү өсөн тауыш биреү кәрәкмәй, уны ирекле рәүештә үҙеңә артыҡ йөк, яуаплылыҡ итеп алаһың да, һөйрәйһең. Ул статус түгел. Хакимдарҙан, бейҙәрҙән, стюарттарҙан шуныһы менән айырыла :) --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 09:24, 31 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]
      • З. ӘЙЛЕ, Вики-өләсәйҙәрҙең бер өлөшө һиңә тиклем үк Башвикиҙа яҙыша ине инде, мәҫәлән, Alfiya55, Ләйсән; һинең үҙеңде лә Башвикиға мин ҡоҙаланым. Аҡҡашҡа, Тутыйғош һинән саҡ ҡына ҡалышып килеп инде. Ойоштороусылар ZUFAr менән Рөстәм Нурыев булды. Унан, 2015 йылда Рөстәм Нурыев ойошторған Викиһабантуйҙа ҡатнашыу кешеләрҙе ылыҡтырҙы. С нуля башлаһаң бер хәл ине, һин барынан сығып исем бирҙең, шунан викиөләсәйҙәрҙең координаторы тип эшләп алып киттең, уныһы өсөн рәхмәт. Әммә төп йөктө һаман Зөфәр Сәлихов менән Рөстәм Нурыев тартып килә. --Guram52 (әңгәмә) 12:05, 31 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    • Guram52, рәхмәт, бик "юғары" баһаланығыҙ. Минең нисек эшләп алып киткәнде һеҙ белмәһәгеҙ ҙә, сөнки ул ваҡытта, "мин үҙ алдыма эшләйем", тип, вики-өләсәйҙәр генә түгел, Башҡорт Википедияһы ла танылыу яулағас ҡына килеп ҡушылдығыҙ. Эйе, һеҙ үҙ аллы эшләнегеҙ, ә мин команда тупланым, команда менән эшләнем Нисек эшләгәнде апайҙар белә, Ләйсән белә, Рөстәм ағай менән Зөфәр белә. Мин һеҙгә әҙерлекле, шәп команда тапшырам, дауам итегеҙ :) Ә мин артабан үҙ аллы ғына эшләрмен :) Уңыштар! --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 14:36, 31 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]
        • З. ӘЙЛЕ Мин ниңә үҙ алдыма эшләйем тигәнде һин бик яҡшы беләһең - мишәрҙәр мәҡәләһендә ҡуйылған башҡорттар фотоһын алып ташлашыуҙа ярҙам һорағас, тик торғандан, бында командовать итеп ятмағыҙ, бында һәр кем үҙе өсөн эшләй тип һин оло ғауға ҡуптарҙың. Уның скриншоттары миндә бар. Бына шунан һуң мин байтаҡ ваҡыт ысынлап үҙ алдыма эшләп торҙом. Һиңә тиклем дә үҙ аллы эшләй инем. Командаңды талап иткәнем юҡ.Әммә ул команда ағзаларын тап һин әллә ҡайҙарҙан эҙләп алманың, уларҙың бер өлөшө викиҙа бар ине инде. Бына тап һинең тупаҫ яуаптарың арҡаһында мин бер нисә китергә ынтылып ҡуйғайным. Танылыу яулағас, һин килеп ҡушылдың, сөнки беҙ 2015 йылда 10 йыллыҡ айҡанлы халыҡ-ара Викиһабантуй үткәрҙек, һин юҡ инең әле унда. Бына шул яуабың күрһәтә лә һинең кем икәнде!Һин килгәс кенә башланмаған ул Башвики! --Guram52 (әңгәмә) 16:58, 31 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Guram52 БашВики мин килгәс башланған тимәйем бит, 2015 йылды ла бик яҡшы иҫләйем. Минең ни өсөн унда булмағанды ла Рөстәм ағай менән Зөфәр, Әлфиә апай бик яҡшы белә. Һеҙ һүҙҙе ян-яҡҡа бормағыҙ. Бында Вики-өләсәйҙәр тураһында һүҙ башланығыҙ, уның нисек ойошторолғаны, нисек эшләп алып киткәнлеге тураһында барыһы ла белә. Приз в студию, тигән кеүек, скриншоттарҙы һалығыҙ. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 17:43, 31 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    • З. ӘЙЛЕ, Мин һине эшләмәнең тимәнем, "һин барынан сығып исем бирҙең, шунан викиөләсәйҙәрҙең координаторы тип эшләп алып киттең, уныһы өсөн рәхмәт", тинем, уйлап сығарма! Һинең Башвикиҙа эшләй башлағаныңа 4 йыл, 6 ай, 13 көн. 10 йыллыҡта һин шуға булманың. Быйыл Башвикиға 15 йыл булды. Әйткәндәй, теге мишәрҙәрҙән һуң конфликт тағы шул уҡ конкурс буйынса булды - сиркәүҙәр менән тултырҙығыҙ тип яҙғаным арҡаһында. Мин бында скриншот һала алмайым, личкаңа ебәрәм.Бына 9 март 2017 йыл нимә яҙғанһың: Зайтуна Нигаматьянова 11:47 Мин күптән инде төркөмдән айырылғанмын, одинокий волк инем, тағы төркөмгә килеп ҡушылырға тура килде
  • 10 йыллыҡҡа Рөстәм ағай ҙа, Зөфәр ҙә, Әлфиә апай ҙа саҡырғайны, мин бара алмайым, тинем. Сәбәбен улар яҡшы белә. Ярай, мин тағы ла төркөмдән айырылып, одинокий волк булайым, мин үҙ алдыма йөрөһәм күптәр үҙҙәрен уңайлыраҡ тоя, шикелле. Конкурстар, сиркәүҙәр һәм башҡалар буйынса үҙ фекеремдә ҡалам - глобаль селтәргә барып ингәс, бөтөн мәғлүмәтте яҙырға тура киләсәк. Бөгөн булмаһа - иртәгә. Ул ваҡытта сиркәүҙәр сәскә генә булып күренер. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 18:30, 31 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    • 10 йыллыҡҡа һин ирекмән булып түгел, ҡунаҡ ҡына булып килә ала инең. Сөнки Башвикиға инеүеңә 4 йыл ярым ғына әле. Командамды бирәм тип кенә ебәрәһең: нимә улар - һинең хеҙмәтселәреңме, милкеңме, ҡурсаҡтарыңмы, шулай тип кенә һөйләшергә?!Нимәгәлер өйрәткәнһең икән - бер ҙә бескорыстно түгел, инеүеңә ҡасан ғына, үҙеңде өләсәйҙәр етәксеһе тип күрһәтеп, елдереп әллә нисә илдә булып та килдең. Бына "һәр кем үҙе өсөн " тигән һүҙеңде хәҙер мин аңланым инде. Мин ҡарт иҫәр ул, ысынлап та милләт өсөн икән тип, бер нигә лә өмөт итмәй эшләгән дә эшләгәнмен күпме ваҡыт! "Мишәрҙәр" мәҡәләһе арҡаһында әллә ниҙәр ишетеп бөтөүем дә милләтекен яҡларға маташыу арҡаһында килеп сыҡты. Был һинең үҙ эшең тип кенә ҡуйҙығыҙ, әйткәндәй, бер һин генә түгел. Ярай, ярты йыл үткәс әлеге лә баяғы Зөфәр осона сығып ҡуйҙы, фотоны алдыртты. 8 йылдан ашыу Башвикиға хеҙмәт итеп (мәҡәләләр яҙыу ғына түгел, матбуғатта, социаль селтәрҙәрҙә эш алып барып), әле ярай былтыр ниһайәт Сербияға барып килдем.Һәм бик емешле эшләп ҡайттыҡ.

Глобаль селтәргә барып ингәс, бөтөн мәғлүмәтте яҙырға тура киләсәк, тиһең. Күбәйеп китһәк - яҙырбыҙ, иншә Аллаһ! Ә әлегә милләт, республика темаларының осона сыҡҡыһыҙ. Өләсәйҙәрҙең иһә ябырылып килеп ҡушылғаны күҙәтелмәй - әлегә һаман бер шул уҡ кешеләр тиерлек--Guram52 (әңгәмә) 13:31, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Turkic Marathon 2020 / иртәгә башлана

Иртәгә Turkic Marathon 2020 башлана. Һуңғы онлайн-йыйылышта үҙебеҙ өсөн һәм башҡа тел бүлектәре ҡатнашыусылары өсөн бергәләп исемлек төҙөү тураһында килешкәйнек. Һәр беребеҙ 10-25 мәҡәлә тәҡдим итергә тигәйнек. Alfiya55, Guram52, Akkashka өлөшләтә ZUFAr (Викидата яҙылмаған) үҙ тәҡдимдәрен яҙҙы, З. ӘЙЛЕ башҡа тел бүлектәре өсөн исемлекте әҙерләй башланы. Бергәләп эшләү тәҡдимен хуплап, үҙ өлөштәрен индергәндәргә ҙур рәхмәт, индермәгәндәргә бер дәғүә лә юҡ. Һеҙ, ирекмәндәр, теләйһегеҙ икән — эшләйһегеҙ, телмәйһегеҙ ниндәйҙер сәбәп ҡамасаулай икән — юҡ. Берәй заман бергәләп эшләргә лә күнегербеҙ әле, Аллаһ бирһә. Мине борсоған мәсьәләләр хәл ителмәгән өсөн (улар бик күп) хаким статусынан баш тартырға йыйынмайым. Сөнки, хаким бурыстары бер, ә мәсьәләләрҙе хәл итеү икенсе. Һәм тағы ҡабатлап әйтәм: мин үҙемде һеҙҙең етәксе тип иҫәпләмәйем. Википедияла етәкселәр юҡ, әйҙәүселәр генә бар. Был темаға икенсе тема асып, айырым һөйләшеү урынлы булыр ине. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 04:09, 31 май 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Статусыңды тергеҙеүең менән, ZUFAr бей!


Викторина

Үрҙә конкурс нимә бирә лә, тейеш мәҡәләләр нимә бирә тигән һорау ҡуйылған ине. Йәшерен-батырыны юҡ, конкурс аҡса бирә, тейеш мәҡәләләр белем бирә. Шуны иҫбатлау өсөн, берәй осрашыуға йыйылғанда, викторина үткәрергә тәҡдим итәм. Викила мәҡәләләр файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Иң беренсе сиратта мәҡәләне яҙыусыға, ул был тема менән ҡыҙыҡһына, бик яҡшы белә, башҡалар менән дә ураҡлаша. Һорауҙар ҡатмарлы түгел, ҡатнашыусы ҮҘЕ яҙған мәҡәлә буйынса минимум ғына. Һорауҙарҙың яртыһы тейеш мәҡәләләрҙән, яртыһы конкурс мәҡәләләренән. Яҡынса ошолай:

  1. Нимә ул микроскоп?
  2. Кәбеҫтәнең тыуған иле ҡайҙа?
  3. Утрау нимә була?
  4. Кем була ул Потанина Александра Викторовна?
  5. Түбәнге Новгород өлкәһе Кстовский районында тыуған ике мәртәбә Социалистик хеҙмәт геройҙарын атағыҙ
  6. Билдәле Ливия яҙыусыһы Мисурати Мостафа әлдең ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

Минең өсөн дә һорауҙар әҙерләгеҙ. Мин викторина кеүек нәмәне, энциклопедияны бик яратам. Мәктәптә БСЭ-ны асын ҡарай торған инем, ни өсөн башҡортса юҡ тип. Хәҙер ҙә викины ташлап «Что? Где? Когда?»ны ҡарарға тырышам. Өфө ҡалаһы буйынса брейнг-рингта ҡатнашып беренсе урын алғаным да булды, ВК-ла шул фото бар. Викторинаны үткәрергә риза/ҡаршы тип тауыш биреүегеҙ һорала. --ZUFAr (әңгәмә) 16:34, 1 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

  • ZUFAr, Мин риза)) Башты эшләтеүгә шәп булыр))--Тутыйғош (әңгәмә) 17:20, 1 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  •  Риза Эйе шул.Энциклопедия икән, ул һәр кем үҙ зауығына, ихтыяжына яуап ала торған сығанаҡ булырға тейеш. Заманында тормошҡа геүләп килеп ингән яңы төшөнсәләрҙе ҡайҙан белергә тип аптыралған мәлдәр булды. Уҡыусыларың алдында тормоштан артта ҡалырға ла ярамай ине. Рәхмәт төшкөрө, ошо интернет һәм электрон энциклопедиялар ярҙамға килде. Викторина эшләп алһаҡ, шәп инде ул.--Һәҙиә (әңгәмә) 18:18, 1 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  •  Риза 1980 йылда «Что? Где? Когда» тапшырыуында ғаиләбеҙ менән ҡатнашып, «Иң ҡыҙыҡлы һорау өсөн» тигән приз, рәссам Веласкестың картиналарынан торған албом-йыйынтыҡ, отҡайныҡ. «Алтын тирмә» уйынында ла ике тапҡыр ҡатнаштым. Башэшләтмәк уйнаһаҡ, ҡыҙыҡ булыр. Akkashka (әңгәмә) 17:32, 1 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  •  Риза Зөфәр бушты тәҡдим иткәне юҡ, шуға Зөфәр нимә тәҡдим итһә лә риза тип тик торам))). Статустарҙан баш тартҡаныңа шым ғына ныҡ көйгәйнем, кире ҡайтҡаныңа ихлас шатмын. Беҙгә ни тиклем ҡәҙерле икәнеңде тойғанһыңдыр инде. Alfiya55 (әңгәмә) 18:39, 1 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  •  Риза. За любой кипишь, кроме голодовки! Беренсе һәм өсөнсө һорауға хәтерҙән яуап бирә алдым, ҡалған дүрт һорауға яуапты Википедия мәҡәләләрен уҡып белдем.
    • Был һорауҙар миҫал өсөн генә, һәр ҡатнашыусыға эшләгән өлөшө буйынса һорауҙар әҙерләнә. Тейеш мәҡәләлә араһында Һиндостан мәҡәләһендә эшләгән өлөшөгөҙҙө таптым. Мин һеҙҙән «Һиндостан донъяның ҡайһы тарафында урынлашҡан?» тип һорар инем.--ZUFAr (әңгәмә) 03:07, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    ZUFAr, хәтерҙән дөрөҫ кенә яуап бирә алманым, мәҡәләнәнән кереп ҡараным. Һиндостан Көньяҡ Азияла икәнен белдем хәҙер. Конкурс ваҡытында Һиндостан#Административ_ҡоролошо бүлеген төҙөп ҡуйыуымдың, Һиндостан штаттарының исеменен һинд телендәге әйтелеше аша яҙыуымдың (һиндҡа кейәүгә сыҡҡан башҡорт ҡатыны менән бергәләп) файҙаһы ла, зыяны ла юҡлығын аңланым. Ул бүлектең башҡортсаға тәржемә ителмәгән элекке өлөшө лә ҡалған икән, юйҙырҙым. Шулай инде. Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе ботаҡ тишеге, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Викторина исемендәге һынауыңды үтә алманым. Бәлки, миңә лә хаким бурыстарынан баш тартырғалыр. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:15, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    Атаҡ, тағы ниндәй үсекләү ти?! Түбәндә мин биргән һорауға яуап итеп методикаңды аңлатҡанһың: «Яуап:' Күңел йылыһы биреп эшләгән мәҡәләләргә һис шикһеҙ яуап бирә аласаҡһығыҙ. Яуап бирә алмаһығыҙ, эшләгән өлөшөгөҙҙөң файҙаһы ла, зыяны ла юҡ тигәнде аңлата.--ZUFAr (әңгәмә) 03:07, 2 июнь 2020 (UTC)». Шул методика буйынса ҡарағанда мин үрҙә ҡуйылған һорауға хәтерҙән яуап бирә алманым. Тимәк, күңел биреп эшләмәгәнмен, эшләгән өлөшөмдөң файҙаһы ла, зыяны ла юҡ. Артабан нимә эшләргә тейешмен инде? Ә һин ниңә минең һүҙҙәрҙе кирегә бораһың ул? Википедияла улай уйларға ярамай ҙа инде. Биш таған тәғлимәте буйынса ирекмәндәрҙең эшен кире баһаларға ярамай. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 17:48, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
      • Бик ҡыҙыҡ ситуация. Минең һүҙҙәрҙе миңә киреп бороп яҙырға мөмкин, ә мин яҙһам ярамай. Үҙегеҙ яҙған мәҡәлә буйынса һорауҙарға яуап бирә алмаһағыҙ, мәҡәләне асып уҡып ҡарағыҙ. --ZUFAr (әңгәмә) 17:55, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    1) Һорау: минең һорауҙарға яуап белмәүем конкурс мәҡәләләре белем бирмәүен, ә аҡса ғына биреүен иҫбатлай буламы? Конкурстарҙың зыянын дәлилләү методикаһын аңламаным.
    • Яуап: Күңел йылыһы биреп эшләгән мәҡәләләргә һис шикһеҙ яуап бирә аласаҡһығыҙ. Яуап бирә алмаһығыҙ, эшләгән өлөшөгөҙҙөң файҙаһы ла, зыяны ла юҡ тигәнде аңлата.--ZUFAr (әңгәмә) 03:07, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

*: 2) Викторина үткәреү буйынса тәҡдим (Зөфәрҙең тәҡдименә ҡаршы төшәһең, тип ҡабул итмәһәгеҙ генә): 2017 йылда Азат Ярмуллиндың тәҡдиме менән БашВики уҡыусылары өсөн Википедия:Викивикторина ойоштороп ҡарағайным. Түҙемлегем ете уйынға ғына етте. Бәлки, шул онлайн-викторинаны тергеҙергәлер? Матди ылыҡтырыу өлөшөн үҙгәртеп.

  •  Риза Akkashka (әңгәмә) 07:55, 4 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Зөфәр тәҡдим иткән һорауҙарҙа яуап эҙләп бик шәп мәҡәләләрҙе байҡап сыҡтым. Бер-беребеҙҙекен уҡырға ваҡыт табып булмай бит башҡа ваҡытта. Яңылышһам, ғәфү итерһегеҙ. «Кәбеҫтә» һәм «Утрау» мәҡәләләре мөһим мәҡәләләр исемлегенә инә. Кәбеҫтә һүҙе боронғо болғар теленә (сыуаш) ҡайтып ҡала икән. Ливия яҙыусыһы тураһында ла белем алдым. Рәхмәт! Әҫәрҙәрен уҡыһаң ине бына! Потанина күҙ ҡыҙырлыҡ ҡыйыу тикшеренеүсе, сәйәхәтсе булған икән... Күҙ һирпеп кенә алған һымаҡ булһам да, күпмегә артты белем багажым. Akkashka (әңгәмә) 05:04, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  •  Риза --Sherbn (әңгәмә) 10:06, 4 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Киңерәк планда ҡарайыҡ

  • Башҡортостан Юлдаш каналында «Алтын тирмә» тапшырыуы хәҙер дауам итәме әле ул? Ундай шәп идея һәм теләк булғас, викторина һорауҙары (тап Башҡортостан һәм мәҙәниәт, тел һ.б. буйынса) әҙерләп бирергә кәрәк. Бер ыңғай Башҡорт Википедияһына реклама ла була. Әммә был эш менән даими бер кеше ныҡлап һәм етди шөғөлләнергә тейеш. Кем үҙенә яуаплылыҡ ала? :) --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 06:17, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Конкурстар һәм БашВики өсөн мөһим мәҡәләләр тураһында

Был темаға фекер алышыу Ҡоролтайҙа 2020 йылдың 2 июнендә башланды. Фекерҙәр конкурстар буйынса ҡағиҙә булараҡ төймәләкләнә башланы. Тәҡдимдәрҙе артабан тикшереү һәм ҡабул итеү өсөн фекер ылышыуҙы Википедия:Ҡағиҙәләр һәм күрһәтмәләр сәхифәһенең фекер алыушыу бүлегенә күсерергә тәҡдим итәм. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:18, 4 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Конкурстар ойоштороу йәки башҡалар ойошторған конкурстарҙа ҡатнашыу саралары барлыҡ ҙур һәм әүҙем тел бүлектәрендә лә үткәрелә. БашВики вәкилдәре халыҡ-ара йәки урындағы конкурстарҙа ҡатнашыуы башҡорт википедистарын «әүҙем берләшмә» кимәленә күтәрә. Шул уҡ ваҡытта БашВикила тематик ауышлыҡ барлыҡҡа килде. Башҡалар тураһында мәҡәләләр күп, башшҡорттар тураһында әҙ. Конкурстарҙың дәртләндереү өлөшө төрлөсә. РуВики ойошторған конкурстар аҡсаға күсеп бөттө. Азия айлығы асылмалар менән сикләнә. Вики-яҙ китаптар алырға тәҡдим итә һәм билдәле кимәлдә аҡса бүлә. Яңы башланған Төрки марафонын ойоштроусылар Вики-яҙ өлгөһөндә приздар һатып алырға тәҡдим итә, аҡса бүлә. Аҡсалата дәртләндереү Викимедиа тәғлимәтенә тап килмәүе лә бар, әлбиттә. Әммә, кемдеңдер шул аҡсаға ла мохтаж булыуы ихтимал. Йәки, аҡсаға мохтаж булмаһа, бәйге ҡомары көслө булып призлы урында алыу өсөн көрәшәлер. Кеше күңелен белеп бөтөп булмай. Тимәк, беҙгә уйланырға һәм барыһын да ҡәнәғәтлендергән фекергә килергә кәрәктер. Минең тәҡдимдәр түбәндә. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 02:00, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

  • Берҙән, конкурста ҡатнашҡандарҙы битәрләмәҫкә. Аҡса өсөн эшләйҙәр, тип ғәйепләмәҫкә. Был да Викимедиа тәғлимәтен боҙоу ул (Биш тағандың дүртенсе тағаны). --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 02:00, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Икенсенән, конкурстарҙа эшләп алған аҡсаны БашВикиның дөйөм мәнфәғәтенә тотонорға, тип Зөфәр күптән тәҡдим итә. Бының өсөн конкурста приз яулағандар приздарын дөйөм ҡаҙнаға үҙ ирке менән һалырға тейеш була. Һала икән - хуп, һалмай икән - һүҙ тейҙерергә ярамай. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 02:00, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Өсөнсөнән, Башҡорт Википедияһы өсөн мөһим булған мәҡәләләр яҙыу буйынса тематик конкурстар һәм тематик айлыҡтар ойошторорға. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 02:00, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    • Хуп! Өсөнсө пункт буйынса: Фольклориадаға тип әҙерләнгән исемлек бар, ниңә уның икенсе йыл үткәрелгәнен көтөргә, быйылғы даталары буйынса ойошторорға мөмкин. Бүләкһеҙ, призһыҙ, аҡсаһыҙ ғына. Виртуаль урындар һәм виртуаль миҙалдар менән билдәләп. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 06:21, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Бәхәс конкурстың тап аҡсаға ойошторолоуы тураһында түгел ине.Ә аҡсаға ойошторолған конкурстың йөкмәткеһе тураһында. Унда яҙырға мәжбүр булған мәҡәләләр Башҡорт Википедияһын байытмау ғына түгел, бөтөнләй кәрәге булмаған (әкәм-төкәм тиһәң дә була) мәҡәләләр менән сүпләндерә, бәһен, абруйын төшөрә.

Һорауым:

  • ниңә ундай йөкмәткеле конкурстар тәҡдим итәһегеҙ?
  • ниңә конкурстар бере артынан тыҡлығышып килә?

Араһында ял итергә лә әмәл юҡ.Араһында райондарыбыҙ, дөйөм Башҡортостан темалары, 1000 һәм Мириада буйынса, фәндәр буйынса иркенләп эшләрлек ваҡыт та ҡалдырылмай. Ирекмән булып ингәнбеҙ икән, глобаль Википедияның, Рәсәй Википедияһының бер өлөшө булғанда ла Башҡорт Викиһын файҙаһынан зыяны күп булған конкурстар менән тултырыу, өҫтән диктовкаға ғына бейеү дөрөҫ түгел. Берҙән, урыҫ Викиһындағы кеүек ирекмәндәр күп түгелбеҙ.Тимәк, көстәр тарҡала, юҡ-барға бүленә. Икенсенән, ямғыр кеүек яуып торған, бер ҡыҙығы булмаған, мейегә аҙыҡ булмаған мәҡәләләрҙе тикшереп ултырған редакторҙарҙы йәлләйем. Ә аҡса проблемаһы икән, интернет аша аҡса эшләүҙең әллә күпме юлдары бар Рөстәм бейҙең тәҡдимен хуплайым.(Өсөнсөнән, Башҡорт Википедияһы өсөн мөһим булған мәҡәләләр яҙыу буйынса тематик конкурстар һәм тематик айлыҡтар ойошторорға). Башҡортостан марафоны булды ла инде.Тик бер наградаһыҙ ҙа эшләп була.Эшләгән эштәребеҙ кеше күҙенә төртөү өсөн булмаһын. Ошо ыңғайҙан тағы ла фекерҙәремде яҙып китәм әле.

  • Викилағы эш мәҡәләләр менән генә баһаланырға тейеш түгел.Ә конкурстағы балдар тик шуның менән баһалана.Зөфәр бей бер өндәшеп ҡараны.Ә редакторҙарҙың эше ниңә баһаланмай тип.Әммә ҡолаҡ һалыусы, иғтибарға алыусы булманы.
  • Унан редакторҙар интернет аша ла, урында һәм ҡайҙалыр барып өйрәтеүсе ролендә эшләй.Йоҡламай, төн уртаһында ла мәҡәлә ҡуйышып ултырғандары бар.
  • Мәҡәләләрҙе урыҫ Викиһынан тәржемәләүгә ҡарағанда булмаған мәҡәләне яҙыу күпкә ҡыйын һәм оҙаҡ ваҡытты ала.Бер көндә бер нисә тәржемә эшләп була.Әммә үҙең яҙһаң, ҡыҫҡа ғына мәҡәлә лә аҙналай ваҡытты талап итә.
  • Гел тәржемәлә ултырһаҡ, кем Башҡортостан буйынса әлегәсә яҙылмаған мәҡәләләрҙе яҙыр?

--Һәҙиә (әңгәмә) 06:57, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

    • ошо фекергә өҫтәмә.

Конкурсты ойоштороусылар админдар менән кәңәшләшмәйенсә конкурс иғлан итә алмай. Конкурс мәҡәләләренең башҡорт донъяһы өсөн әһәмиәтлелеген билдәләү өсөн башҡорт мәҙәниәте, тарихы һ.б өлкәлә эшләгән белгестәрҙе саҡырайыҡ. Белгес таба алмаһаҡ башҡорт телен белгән уҡытыусыларҙан һорайыҡ, кәрәкме-юҡмы икәнен үҙебеҙ тауыш биреү юлы менән асыҡлайыҡ. Конкурс тураһында бер ай алдан иғлан ителә. Ике конкурс араһында бер ай ваҡыт арауығы булырға тейеш. Конкурс өсөн яҙылған мәҡәләләрҙең йөкмәткеһе, биҙәлеше, әһәмиәтлелеге өсөн заказчик (конкурсты ойоштороусы) һәм урындағы координатор яуаплы, уларҙың исемдәрен мәҡәләнең фекер алышыу битендәге ҡалыпҡа яҙып ҡуйырға. --ZUFAr (әңгәмә) 12:40, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

  • Көнһылыу бик төплө, аңлайышлы итеп яҙған. Өпөр-яңы мәҡәлә яҙыуы еңел эш түгел. Бының өсөн ҡул аҫтында абруйлы гәзит-журнал мәҡәләләре йә башҡа сығанаҡтар булырға тейеш. Йә интернеттан эҙләп табыр кәрәк. «Юбилярға Википедия бүләге» тигән проектта, мәҫәлән, күп кенә шәхестәр буйынса материал табыуы ҡыйын. Берәмтекләп йыйып, яҙаһың. Шунан бына Гөлшат башҡорт халыҡ йырҙары тураһында күп кенә яңы мәҡәләләр яҙҙы. Конкурстың тиҙлегенә өлгөрәм тип, Башвики алға сыҡһын, тип яҙған булабыҙ. Беҙҙең халыҡты һәм телде был юл ғына таныта алмайҙыр.

Башҡорт халҡының үҙенсәлеген, илебеҙҙең иҫтәлекле урындарын данлаусы, батыр улдары һәм ҡаҙаныштарын күрһәтеүсе мәҡәләләр яҙырға һәм етерлек һылтанма менән байытырға кәрәк. Шул саҡта, рус теленә тәржемә иткәндә лә, абруйлы сығанаҡ күп булһа, Рувики ҡабул итер. Akkashka (әңгәмә) 09:21, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

  •  РизаҮҙебеҙҙең республика шәхестәрен белеү бик кәрәк, әйтәйек, алдынғы эшселәр, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре.Улар тураһында теүәл даталар иҫтә ҡалмаһа ла, ил үҫешенә индергән ҡаҙаныштары мөһим. Викторинала уларҙың исемдәре ишетелһә лә яҡшы булыр ине. Ә бына сит-ят яҡтарҙыҡы, ил кимәлендә Стаханов кеүек билдәле булмаһа, белеүҙең беҙҙең үҙебеҙгә лә, Башквикиға ингән кешеләргә лә кәрәкмәйҙер. Шуға ла мин Зөфәрҙең үҙ кешеләребеҙ, шул уҡ сиркәүҙәребеҙҙең дә үҙебеҙҙәгеләрен яҙыу өҫтөнөрәк урында тип һанайым.--Guram52 (әңгәмә) 12:28, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Конкурста ҡатнашыу-ҡатнашмау мәжбүри түгел, шунлыҡтан ул ниндәй булһа ла ваҡытта ла уҙғарылырға мөмкин тигән фекерҙәмен. Шул уҡ ваҡытта һәр кем хәленән килгәнсе Башҡортостан һәм башҡорттар тураһында мәҡәләләр яҙа һәм тулыландыра ала - был бер туҡтауһыҙ процесс. --Ryanag (әңгәмә) 17:59, 2 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
  • Мин конкурстарға ҡаршы түгелмен.Конкурстарҙың йөкмәткеһенә.Аҡса менән алдаштырып, айырым бер районмы, өлкәме әһәмиәтендәге түбән йөкмәткеле мәҡәләләр тәҡдим ителеүе тураһында.

Сит ерҙәр тураһындағы конкурстар тыҡлыҡышып ҡына түгел, ҡатланынышып килә. Кемдер барыбер шуларға ҡушылып, Башҡортостандың үҙе тураһында мәҡәләләр ырамай. Сөнки, 10 тирәһе кешене нисәгә бүленә ала? Ә ниңә шулар араһында йылына бер тапҡыр булһа Башҡортостан тураһында марафонмы эшләп алмайбыҙ (аҡсаға һылтамай ғына)?

Алтын урталыҡ табырға тейешбеҙҙер бит?

Башта үҙ донъяһын ҡарамай, йәки ингән сыҡҡанда ғына ғына ҡарап, күршеһенеңме, икенселәрҙең донъяһын ғына ҡарап йөрөгәнде башҡортта зимагур тиҙәр.--Һәҙиә (әңгәмә) 03:15, 3 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

  • Беҙҙең викила бик күп темалар һай асылған, башы-аҙағы булһа, уртаһы (иң кәрәкле өлөшө) юҡ. Мөһим темалар исем өсөн генә башланып ҡуйылған. Ә яҙылмағандары? Ырыуҙар, йырҙар буйынса үткәрелгән конкурстар һөҙөмтәле булды. Ул мәҡәләләрҙе ла тулыландырыр кәрәк. Беҙҙең тарих, теләһәң-теләмәһәң, Рәсәй тарихы менән бәйле, шуға мин шундай темаларҙы алырға тырышам. Конкурстарҙа иһә викибыҙҙы байытырлыҡ, башҡа халыҡтар тураһында белемебеҙҙе арттырырлыҡ мәҡәләләр яҙыу яҡлымын. Бер-бер артлы үткәрелгән конкурстар шулай ҙа йонсота башланы, күңел талап иткән, тикшеренеп, китаптарҙан мәғлүмәт эҙләп, дәлилләп яҙыу өсөн ваҡыт тар ҡала. Ә беҙ ундай эште мотлаҡ алып барырға тейешбеҙ--Тутыйғош (әңгәмә) 04:55, 3 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Soul Train админ хоҡуғын сикләү

Ҡатнашыусы:Soul Train админ статусын һорағанда "Прошу предоставить мне на временной основе статус администратора Башкирской Википедии. Статус нужен для внедрения и настройки ряда технических дополнений, в частности, гаджетов и инструмента статистики во вкладе участников" тип яҙған. Хәҙер админ статусын алырға ваҡыт еткән.

Уның Интерфейс хакимы булып эшләү хоҡуғы ҡала, Башҡорт Википедияһында эшләү өсөн етә.

Һорау: Ә ниңә Интерфейс хакимы статусы ҡала? Интерфейс төҙәтеү буйынса һуңғы йылда эш һөҙөмтәһе ниндәй? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 09:28, 4 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
Наибольший среди всех администраторов интерфейса. — Soul Train (әңгәмә) 09:48, 4 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Кемдәр риза, тауыш бирегеҙ!

Интерфейс хаҡимы эшенә нимәләр инә?--Guram52 (әңгәмә) 10:38, 4 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
Interface_administrators/ruSoul Train (әңгәмә) 10:56, 4 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Выражаю благодарность Soul Train

    • Благодарю, Soul Train за плодотворную работу и за помощь в продвижении Башкирской Википедии на международной арене. Извини, что это я попросила тебя помочь и подвергла разбору полетов :) Главное три года пользовались твоей помощью - и никто даже не вспоминал, сегодня всех прорвало... --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 10:48, 4 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
    • Конечно, не очень хорошо получается, человек работал-работал, делал невидимую и, наверняка, очень важную часть нашей работы, а мы всем скопом выкинули его. Вот я не знала, в чем заключается его работа. По записи понятно лишь то, что он вел временную (мне лично непонятную))) деятельность, срок которой истек, и человек может быть свободен. Оказалось, не так однозначно, раз сам Соул воспринял это как нечто унизительное. Так быть не должно, по-моему. Простите нас, уважаемый Soul Train. Alfiya55 (әңгәмә) 13:38, 4 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]
Спасибо Soul Train за работу, конечно; хотя лично в таких вопросах не разбираюсь)). Раз пишут, что делал много, значит делал. Мне кажется, мы не выразили ничего оскорбительного, и нет тут и разбора полетов, более того, оказываем ему большое доверие, оставив функции админа интерфейса. Ведь человек сам лично просил разрешение на временный статус, мне непонятно, почему сейчас это воспринимается как разбор полетов и оскорбление! Как поняла, быть админом интерфейса очень огромная ответственность, и человек должен быть очень надежным! Вот выдержка из правил Вики: Редактирование служебных страниц Википедии, написанных на языках CSS и JavaScript, которые выполняются в браузерах всех читателей и редакторов Википедии - это очень мощная и потенциально опасная возможность в руках злоумышленника. Рекомендуется удалять права разработчика интерфейса у неактивных участников, чтобы ограничить возможности атаки со стороны злоумышленников. Небольшим вики-проектам желательно убедиться, что у них есть по крайней мере 2 человека, которые знают JavaScript, чтобы они могли понимать правки друг друга (по аналогии с проверяющими). Администраторы интерфейса могут также править персональные JSON страницы других участников и все страницы пространства имён MediaWiki. Такие возможности менее опасны, и ими наделены также и другие группы участников[2]. Надеюсь, что сегодняшнее голосование не приведет к отрицательному результату--Guram52 (әңгәмә) 17:53, 4 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Comp1089 ҡатнашыусыһының айырым фекере

Тексты кирил әлифбаһына күсерер өсөн конвертер ҡулланылғайны, ихтимал хаталар өсөн ғәфү итегеҙ.

Йәмәғәт, был хәлдә минең айырым фекер белдергем килә. Soul Train әфәнденең өлөшөндә проектҡа ниндәй булһа ла зыян күргәнем юҡ. Киреһенсә, 2017 йылдан хәҙергәсә индерелгән техник-административ үҙгәрештәре проектҡа тос өлөш, ҙур файҙа килтергәне асыҡ күренә. Үҙем Википедияға техник ярҙам күрһәтә алмайынса, был кәрәкле, етди эш өсөн (һәм дә башҡа, техник яҡ менән бәйле булмаған инициативалар өсөн) Soul Train-ға рәхмәтлемен. Үҙем  Ҡаршы сыҡһам да, уртаҡ фекер үҙгәрмәгән хәлдә, ҡатнашыусының хаким хоҡуғын алырға әҙермен.

Тауыш биреүҙең сәбәбе миңә ниндәйҙер кимәлдә формаль булып күренә. Белеүегеҙсә, мин Википедия:Тауыш биреүҙәр битендә хаким һәм бей статустары хаҡында яңы ҡағиҙәләр проектын тауыш биреүгә ҡуйғайным. Минән һәм Ryanag ҡатнашыусыһынан башҡа бер кем дә ҡатнашмаған, шул сәбәпле тауыш биреүҙең һөҙөмтәһе лә, яңы ҡағиҙә лә бығаса һис юҡ. Ошо тауыш биреүҙе һөтайҙың (июндең) 10 көнөнән алып яңынан үткәрергә тәҡдим итәм. Ул көнгәсә һеҙҙән был хаҡта тәҡдимдәр көтөп ҡалам. --Comp1089 (әңгәмә) 14:34, 4 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

n:Викивестник № 235 (18 мая — 31 мая 2020 года) подготовлен в n:Русские Викиновости. Викивестник будет подготавливаться один раз в календарный месяц. Пока предлагаем ознакомиться с Викивестником за вторую половину мая 2020 года, и приглашаем принять участие в наполнении Викивестника за июнь и июль 2020 года: n:Викивестник № 236 (1 июня — 30 июня 2020 года) и n:Викивестник № 237 (1 июля — 31 июля 2020 года). --Erokhin (әңгәмә) 16:16, 4 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Башҡорт Википедияһында бер айҙан артыҡ бер ниндәй ҙә әүҙемлек күрһәтмәгән осраҡта админдың хоҡуғы автоматик рәүештә үҙ көсөн юғалта(юҡҡа сыға)

Urgent Help

Please help us translate the text (in bold) to your language Join WPWP Campaign to improve Wikipedia articles with photos and win a prize. Thanks for your help. T Cells (әңгәмә) 09:02, 6 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]

Thank you my friend. T Cells (әңгәмә) 09:55, 7 июнь 2020 (UTC)[яуап бирергә]