Польша: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Xqbot (фекер алышыу | өлөш)
ә r2.7.2) (робот юйҙы: iu:ᐳᓚᓐᑦ/pulant
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: iu:ᐳᓚᓐᑦ
224 юл: 224 юл:
[[is:Pólland]]
[[is:Pólland]]
[[it:Polonia]]
[[it:Polonia]]
[[iu:ᐳᓚᓐᑦ]]
[[ja:ポーランド]]
[[ja:ポーランド]]
[[jbo:polskas]]
[[jbo:polskas]]

07:03, 16 ғинуар 2012 өлгөһө

Польша Республикаһы
Rzeczpospolita Polska
гербы Польша Республикаһының
Польша Республикаһының флагы Польша Республикаһының гербы
Гимн: Польша Республикаһының гимны
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы 11 ноябрь 1918
Рәсми телдәр Поляк теле
Баш ҡала Варшава
Иң ҙур ҡалалары Варшава, Лодзь, Краков, Гданьск
Идара итеү формаһы Парламент республикаһы
Президент
Премьер-министр
Бронислав Коморовский
Дональд Туск
Территория
  • Барыһы
  • % һыу.
69 урын
312 679 км²
3,07
Халыҡ
  • Барыһы
  • Тығыҙлыҡ
33 урын
38 138 000 мең кеше
123 кеше/км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2008)
  • Кеше башына
18 урын
450,578 млрд $
14 893 $
Валюта Поль Злотый
Телефон коды +48
Сәғәт бүлкәте UTC +1

Польша (башҡ. Ләхстан), пол. Polska, рәсми исеме Польша Республикаһы пол. Rzeczpospolita Polska — Үҙәк Европалағы дәүләт. Майҙаны — 312 000 км2, илдә 38 000 000 кеше йәшәй. Иң ҙур ҡала — Варшава (пол. Warszawa), 1.5 миллион кеше йәшәй. Польша төньяҡтан Балтик диңгеҙе менән йыуыла, көнбайыштан Германия менән, көньяҡ-көнбайыштан Чехия, көньяҡтан Словакия менән, көньяҡ-көнсығыштан Украина, көнбайыштан Белоруссия, төньяҡ-көнсығыштан Литва һәм Рәсәй (Калининград өлкәһе) менән сиктәш.

Ил 16 воевоадлыҡҡа бүленгән, воеводалыҡтар повят (округ) һәм гминадарға бүленгән.

Исеме

Теүәл рәсми исеменең тәржемәһе — Поляк Республикаһы, сөнки Polska — поляк тигәнде аңлата (лат. Respublica PolonaPolonia (Польша) түгел)[1]. Рәсми исемендә хәҙерге поляк һүҙе «republika» (республика) ҡулланылмай, ә иҫкергән «Rzeczpospolita» (Жечпоспо́лита) һүҙе ҡулланыла.

Польша һуҙе боронғо славян һүҙе полъ (асыҡ, ирекле, буш) һүҙенән килеп сыҡҡан, илдең рельефында тигеҙлек өҫтөнлөк иткәнен күрһәтә.

Тарихы

  • Үҙаллы дәүләт барлыҡҡа килеүе — 966 йыл
  • Христианлыҡҡа инеү — 966 йылдың 14 апреле
  • Короллек статусын алыу — 1025 йыл.
  • Бөйөк Литва кенәзлеге менән берләшеп Ләхстан-Литва берләшмәһе (рус. Речь Посполитая Обоих Народов (Республика Короны Польской и Великого Княжества Литовского) , пол. Rzeczpospolita Obojga Narodów, укр. Річ Посполита, бел. Рэч Паспалітая Абодвух Народаў, лит. Abiejų Tautų Respublika) төҙөү — 1569 йыл
  • Ләхстан-Литва берләшмәһенең өс өлөшкә Рәсәйгә, Пруссияға, Австрияға таралыүы — 7721795 йылдар
  • Варшава герцоглығы барлыҡҡа килеү — 1807 йыл
  • Герцоглыҡтың автономия хоҡуғында Польша Батшалығы исеме менән Рәсәй империяһына инеүе — 1815 йыл
  • Бойондороҡһоҙ республика (II Речь Посполита) төзөлөүе — 1918 йыл
  • Икенсе бөтә донъя һуғышы башында Молотов-Риббентроп пакты нигеҙендә Польшаның Германия һәм СССР-ға бүленеүе.
  • Польшаны нацист оккупацияһынан азат итеү — 19441945 йылдар
  • Польша халыҡ республикаһы (ПХР) Польша Республикаһы тип үҙгәртелә — 1989 йыл


Иҫкәртмәләр

  1. Ҡарағыҙ: Słownik Ojczyzny Polszczyzny, Wrocław 2002, или [1]

Рәсемдәр

Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA ak:Poland