Ғафаров Фидан Сафа улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Репертуары: күренеште төҙәтеү
31 юл: 31 юл:
Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләте менән актер башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә. 1991 йылда ул «Фидан Ғафаров театры»н ойоштора.
Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләте менән актер башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә. 1991 йылда ул «Фидан Ғафаров театры»н ойоштора.


2020 йылдың мартында башҡорт театр сәхнәһе һәм эстрада йондоҙо, популяр актёр һәм лирик йырҙар башҡарыусы Фидан Ғафаровҡа «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелде<ref>[http://www.bashinform.ru/bash/1430435/ Башҡорт сәхнәһе йондоҙо Фидан Ғафаров – Өфө ҡалаһының почетлы гражданы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020, 26 март]{{V|28|03|2020}}</ref><ref>[https://www.bashinform.ru/news/1465280-fidanu-gafarovu-vruchili-zvanie-pochetnogo-grazhdanina-goroda-ufy/ Фидану Гафарову торжественно вручили звание почетного гражданина города Уфы. ИА «Башинформ», 23 июня 2020 года]</ref>.
2020 йылдың мартында башҡорт театр сәхнәһе һәм эстрада йондоҙо, популяр актёр һәм лирик йырҙар башҡарыусы Фидан Ғафаровҡа «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелде<ref>[http://www.bashinform.ru/bash/1430435/ Башҡорт сәхнәһе йондоҙо Фидан Ғафаров – Өфө ҡалаһының почетлы гражданы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020, 26 март]{{V|28|03|2020}}</ref><ref>[https://www.bashinform.ru/news/1465280-fidanu-gafarovu-vruchili-zvanie-pochetnogo-grazhdanina-goroda-ufy/ Фидану Гафарову торжественно вручили звание почетного гражданина города Уфы. ИА «Башинформ», 23 июня 2020 года]{{ref-ru}}{{V|23|06|2020}}</ref>.


== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==
== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==

14:31, 23 июнь 2020 өлгөһө

Фидан Ғафаров
Фидан Сафа улы Ғафаров
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Фидан Сафа улы Ғафаров

Тыуған

12 октябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (76 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

актёр

Йырлау тауышы

тенор

Наградалар
РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1984
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Татарстандың халыҡ артисы
Татарстандың халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев ордены

Ғафаров Фидан Сафа улы (12 октябрь 1947 йыл) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың (1984), Башҡорт АССР-ының (1980) һәм Татарстан Республикаһының (1994) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2020).

Биографияһы

Фидан Сафа улы Ғафаров 1947 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. Ошо ауылда 7 синыфты тамамлағас, 14 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. 1966 йылда училищены тамамлағас, Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә өҫтаһы итеп күрһәтә.

Репертуары

Театр сәхнәһендә Ә. Атнабаевтың «Мөхәббәт тураһында йыр» драмаһында Илһам, У. Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта» трагедияһында (Ш. М. Мортазина ҡуйылышы) Ромео ролдәре менән сығыш яһай башлаз. Ф. Ғафаров репертуары төрлө жанрлы драма әҫәрҙәрендәге киң темаларға ҡағылған 100-ҙән ашыу ролде үҙ эсенә ала.

Башҡарған төп ролдәре: Хәлил (М. Фәйзи «Ғәлиәбаныу»), Искәндәр (Ғ. Ҡотой «Тапшырылмаған хаттар»), Камил (И. Абдуллин «Айһылыуҙың айлы кистәре»), Зөлҡәрнәй (И. Абдуллин «Тиле йәшлек»), Ғәлимйән (Х. Ибраһимов «Башмағым»), Ричард Галин (М. Кәрим «Айгөл иле»), Уҡап (М. Кәрим «Салауат. Өн аралаш төн»), Эрап (М. Кәрим «Ташлама утты, Прометей!»), Мәрәһим (М. Кәрим «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»), Ҡотләхмәт (М. Кәрим «Ҡыҙ урлау»), Зубков (М. Кәрим «Ярлыҡау»), Һалдат (Ә. Мирзаһитов «Әсәләр көтәләр улдарын»), Булат (К. Тинчурин «Зәңгәр шәл») һ.б.

Талантының тәбиғилеге, лирик хисле булыуы, күңел кисерештәрен нескә асып биреү һәләте менән актер башҡаларҙан айырылып тора. Моңло тауышы тамашасыны әсир итә. 1991 йылда ул «Фидан Ғафаров театры»н ойоштора.

2020 йылдың мартында башҡорт театр сәхнәһе һәм эстрада йондоҙо, популяр актёр һәм лирик йырҙар башҡарыусы Фидан Ғафаровҡа «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелде[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Салауат Юлаев ордены (2017)[3].
  • Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (1994)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984)
  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981)
  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1980)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972)
  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2020).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар