«Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Баймаҡ): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
54 юл: 54 юл:


== Сығанаҡтар ==
== Сығанаҡтар ==
[https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/31710/ «Ирандык» из Баймака — обладатели Гран-при Межрегионального фестиваля ансамблей народного танца на приз имени Ф.Гаскарова]
* [https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/31710/ «Ирандык» из Баймака — обладатели Гран-при Межрегионального фестиваля ансамблей народного танца на приз имени Ф.Гаскарова]
[http://cnt-baimak.ru/custom/item/10 Народный ансамбль танца «Ирандык»]
* [http://cnt-baimak.ru/custom/item/10 Народный ансамбль танца «Ирандык»]
* Амир Сайгафаров, Рамазан Утягулов. Баймакский край. Энциклопедическое и краеведческое издание. Китап. Уфа-2002.
* Сказание о земле Баймакской (документальное повествование о. истории и людях). Автор-составитель Ю. А. Узиков. Уфа. Изд. !Слово!, 1998

08:22, 29 июнь 2020 өлгөһө

«Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле — Башҡортостандың Баймаҡ районы Мәҙәниәт йорто янында 1983 йылда ойошторолған ансамбль. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары һәм фестивалдәре дипломанты, лауреаты һәм еңеүсеһе. Б.Вәлид исемендәге район премияһы лауреаты.

«Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Италияға юлға сығыр алдынан. 1993 йыл. Буклет тышы

Тарихы

«Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле 1983 йылда Баймаҡ мәҙәниәт йорто янында ойошторола. Төп эшмәкәрлек йүнәлеше — милли бейеү сәнғәтен үҫтереү һәм башҡорт бейеүенең иң яҡшы өлөгөләрен пропагандалау. Коллективта 30 бейеүсе. 1989 йылда уңыштары өсөн ансамблгә халыҡ исеме бирелә, әлеге исемде ансамбль күп тапҡыр иҫбат итте.

Художество етәкселәре: БР ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ.Сәләм исемендәге премия лауреаты Д. М. Исҡужин (нигеҙ һалыусы), В. Р. Баймырҙин, Радик Баҡиров, балетмейстер — Алина Вәлинурова.

Бейеүҙе сәхнәгә ҡуйыусылар: Й. З. Бикбирҙин, Д. М. Исҡужин, Р. Й. Низаметдинов, И. И. Мөхәмәтйәнов.

Репертуары

Ансамбль репертуарында төрлө жанрҙағы 50-гә яҡын бейеү. Иң билдәлеләре: «Беләҙегем-йөҙөгөм», «Дуҫтар осрашҡанда», «Зарифа», «Ҡара юрға», «Тимербайҙың улдары», «Ҡара-ҡаршы», «Ирәндек буйында», «Ҡайтыу», «Маршрут», «Алдар-батыр», «Рекрут» башҡорт халыҡ бейеүҙәре; «Каруанһарай», «Сонайым» хореографик картиналары; «Ҡайтыу», «Күңелле тапылдау», «Болон һыҙғыртҡысы», «Перовский», Циалковский, «Генерал Игзаков» жанр бейеүҙәре һәм башҡа бейеүҙәр.

Фестиваль-конкурстарҙа ҡатнашыу һәм ҡаҙаныштар

II Бөтә Союз үҙешмәкәр смотры (Ҡырым, 1987);
«Һиңә, Мәскәү!» Бөтә Рәсәй фольклор байрамы (Мәскәү, 1987;
Фольклор коллективтарының йыр һәм бейеү фестивале (Галле округы, ГДР, 1989);
Ырымбур өлк. БР көндәре (1996);
«Славян юлы» («Славянский ход») Бөтә Союз фестивале (Мәскәү, 1991);
II Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивале (Красноярск, 1991);
Халыҡ-ара фольклор фестивале (Италия, 1993);
Халыҡ-ара фольклор фестивале Бельгия, 1997);
Бөтә Союз үҙешмәкәр художестволы ижад смотры (Мәскәү, 1985);
Респ. халыҡ бейеүҙәре (Учалы, Гран при, 1994;
Ф.Ғәскәров ис. халыҡ бейеүе фестивалдәре (1994, Өфө);
Мәскәү ҡалаһының 850-йыллығына арналған «Дорогая моя Москва» халыҡ ижады фестивале — Гран-при (Мәскәү, 1996);
«Берҙәмлек — Содружество» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале (1996, Өфө);
Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районыадминистрацияһының мәҙәниәт өлкәһендә премияһы (1999);
«Еңеү салюты» («Салют Победы») республика халыҡ ижады фестивале (2000, Өфө);
«Башҡортостан — Урал ынйыһы» халыҡ ижады форумы дипломанты (2005; — Өфө);
Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата ойошторолған VI төбәк-ара фестивале (2014, йәш состав, 1-се дәрәжә диплом);
«Доступная среда» программаһы сиктәрендә «Беҙ баргә» интеграциялы фестиваль — «Өлкәндәр араһында халыҡ бейеүе» номинацияһында 1-се урын (Өфө, 2017);
VIII Халыҡ-ара Ф. Ғәсҡәров исемендәге призға халыҡ бейеүҙәре фестивале (Мәләүез, 2018, Гран-при).
VI Республика халыҡ коллективтарының үҙешмәкәр ижады фестивале"Дуҫлыҡ гөлләмәһе"(Өфө, 2018)

Ансамблдең элекке составы: Аралбаев Фәттәх, Аралбаева Зарифа, Нурмөхәмәтов Әсхәт, Сәйғәфәров Салауат, Ильясов Илгиз, Шәйәхмәтов Марсель, Нәҙербаев Азамат, Барлыбаева Лилиә, Фәхретдинова Резида, Рысмөхәмәтова Гөлнара, Асҡарова Луиза, Асҡарова Сулпан, Йәүҙәт Бикбирҙин, Динислам Исҡужин, Әхмәтова Гөлзифа, Ғирфанова Лиля.

«Ирәндек» ансамбленең яңы составы (етәксеһе — Радик Бакиров, балетмейстер — Алина Вәлинурова): Илшат Ғүмәров, Рәил Санъяров, Айнур Әминев, Радмир Байбулов, Ғәлинур Хәлитов, Фәиз Усманов, Наил Шәйәхмәтов, Инсаф Ҡолмөхәмәтов, Гөлкәй Рахманғолова, Гөлфиә Йәрмөхәмәтова, Гүзәл Шакирова, Алина Вәлинурова, Ләйсән Муҡаева, Регина Иҫәнбаева, Яҙгөл Зөбәйҙуллина, Нәркәс Туйсина.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар