Буранбаев Вара Бәшәр улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
63 юл: 63 юл:
* Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Икенсе баҫма. Баймаҡ, 2010 йыл
* Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Икенсе баҫма. Баймаҡ, 2010 йыл
* [https://bv.do.am/news/2010-05-07-799 Я внук фронтовиков]
* [https://bv.do.am/news/2010-05-07-799 Я внук фронтовиков]
[[Категория:Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаттары]]

10:34, 29 июнь 2020 өлгөһө

Буранбаев Вара Бәшәр улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 28 июнь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Түбә, Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө апрель 2015 (90 йәш)
Вафат булған урыны Баймаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө яҙыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, партия эшмәкәре
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Буранбаев Вара Бәшәр улы (28 июнь 1924 йыл — апрель 2015 йыл) — партия һәм дәүләт эшмәкәре. Яҙыусы-тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны. Сәғит Мифтахов (1990), Батыр Вәлид (2000) исемендәге премиялар лауреаты. Баймаҡ ҡалаһының һәм Баймаҡ районының Почётлы гражданы (1998).

Биографияһы

Вара Бәшәр улы Буранбаев 1924 йылдың 28 июнендә БАССР-ҙың Йылайыр кантоны (хәҙерге Баймаҡ районы) Түбә эшселәр ҡасабаһында Хәкимә һәм Хәйрибәшәр Буранбаевтар ғаиләһендә тәүге бала булып тыуған.

1942 йылда 18 йәшлек Вара БуранбаевтыҠыҙыл Армия сафына саҡырта лар. Башта Алкино-2" хәрби лагерында ул 82 миллиметрлы батальон минометын өйрәнеү курстарында уҡып, хәрби һөнәр ала[1]. Артабан Т-3 танкы командиры Буранбаев Украина һәм Польша аша үтеп, Орел, Киев, Львов ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Курск дуғаһы алышында ҡатнаша. Еңеү көнөн Берлиндан алыҫ булмаған Потсдам тирәһендә ҡаршылай. 1945 йылдың 15 майында Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Старшина званиеһында 1947 йылда ғына ҡайтып төшә, башта Ырымбур өлкәһенең бер совхозында балта оҫтаһы булып урынлаша, һуңынан тыуған ауылына ҡайта һәм бер аҙ Түбә мәктәбендә секретарь булып эшләй. Ошо уҡ ваҡытта Түбә ҡасабаһында Балалар техник станцияһы асыла, унда авиамоделдәр, шахмат һәм фотодело түңәрәктәре эшләй башлай. Станция директоры итеп Вара Буранбаев тәғәйенләнә. 1949 йылда был станция Баймаҡ ҡалаһына күсерелә һәм Пионерҙар йорто итеп үҙгәртелә, уның директоры булып Вара бәшәр улы ҡала[2]. Ошо уҡ ваҡытта ул «Ҡыҙыл Баймаҡ», «Баймакский рабочий» гәзиттәре ҡарамағындағы радиола әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1952—1954 йылдарҙа — редактор газеты «Ҡыҙыл Баймаҡ» гәзите мөхәррире; 1954—1958 йылдарҙа Өфө партия мәктәбендә уҡый; 1958—1962 йылдарҙа — Баймаҡ КПСС райкомында пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире; 1962 йылда Баймаҡ райсоветы башҡарма комитетының рәйесе урынбаҫары булып эшләй; 1963—1965 йылдарҙа — Баймаҡ ауыл хужалығы буйынса производство идаралығында инспектор-партойоштороусы; 1965—1978 йылдарҙа — халыҡ комитеты контроле рәйесе; 1978—1985 йылдарҙа — Башҡортостан кинопрокатының Баймаҡ филиалы мөдире; 1985—1987 йылдарҙа — Баймаҡ районы граждандар оборонаһы буйынса штаб начальнигы урынбаҫары; 1987—1991 йылдарҙа — Баймаҡ тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры.

Йәмәғәтселек эшмәкәре

Район ветерандары Советы рәйесе (1990—1993), Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәрен һаҡлау йәмғиәте рәйесе (1967—1997), «Атайсал» клубы рәйесе (1996—2006). «Хәтер» китабын (1995) һәм «Улар еңеү менән ҡайттылар» китабының 2-се томын (2002 йыл; икеһе лә — Өфө) әҙерләүҙә ҡатнаша. 7 китап, тыуған яҡ тарихына арналған 350-нән ашыу мәҡәләләр авторы, улар район һәм республика гәзиттәрендә һәм журналдарында баҫтырыла. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Вара Бәшәр улы әүҙем тормош алып бара, китаптар өҫтөндә эшләй, мәктәп уҡыусылары менән осраша, һуғыш тураһында хәтирәләре менән бүлешә.

Әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн 2 декабря 1998 йылыңдың 22 декабрендә уға Баймаҡ ҡалаһының һәм Баймаҡ районының Почётлы гражданы исеме бирелә.

2015 йылдың апрелендә вафат була.

Төп әҫәрҙәре:

1.Күк Ирәндек буйында(На склонах Ирандыка). Баймаҡ, 2004;

2.Һуғыштарҙан әгәр иҫән ҡайтһам…(Если живым вернусь с войны). Баймаҡ, 2005;

3.Рухи көсөм тыуған еремдән (Духовные корни -на родной земле). Баймаҡ, 2006;

4.Яугир яу яландарынан ҡайтҡас (Вернулся воин с войны). Баймаҡ, 2009;

5.Ирәндек гәүһәрҙәре (Жемчужины Ирандыка). Баймак, 2009-б.108-115;

6.Тыуған яғым-алтын бишегем (Родина моя-золотая колыбель). Өфө,2011;

7.Үткән ғүмер-аҡҡан һыу төҫлө.(Жизнь течет как вода). Өфө,2012.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар