Баймаҡ районы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
191 юл: 191 юл:
* [[Бикбирҙин Йәүҙәт Зәйнулла улы]] (10 июнь 1952 — 14 май 1996) — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992)
* [[Бикбирҙин Йәүҙәт Зәйнулла улы]] (10 июнь 1952 — 14 май 1996) — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992)
* [[Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы]] (1970) — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
* [[Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы]] (1970) — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
* [[Вәлиев Камил Абдрахман улы]] (25 май 1929 —) — танылған йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы
* [[Вәлиев Камил Абдрахман улы (йырсы)|Вәлиев Камил Абдрахман улы]] (25 май 1929 —) — танылған йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы
* [[Ғәбитов Рәйеф Лотфулла улы]] (25 ноябрь 1913—1943) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт композиторы. Башҡортостандың тәүге профессиональ композиторҙарының береһе. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы.
* [[Ғәбитов Рәйеф Лотфулла улы]] (25 ноябрь 1913—1943) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт композиторы. Башҡортостандың тәүге профессиональ композиторҙарының береһе. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы.
* [[Ғәйнетдинов Юлай Ишбулды улы]] (8 ғинуар 1954) — ҡурайсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты
* [[Ғәйнетдинов Юлай Ишбулды улы]] (8 ғинуар 1954) — ҡурайсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты

12:07, 6 август 2020 өлгөһө

Баймаҡ районы
Баймаҡ районы
Флаг
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Рәсем
Атамаһы Баймаҡ районы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Баймаҡ
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d] һәм YEKT
Халыҡ һаны 58 572 кеше (2010)[1][2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 562 метр
Сиктәш Әбйәлил районы, Бөрйән районы, Йылайыр районы, Хәйбулла районы һәм Силәбе өлкәһе
Майҙан 5432 км²
Почта индексы 4536ХХ
Рәсми сайт baimak.ru
Урынлашыу картаһы
Позицион карта
Урындағы телефон коды 34751
Номер тамғаһы коды 02 һәм 102
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Баймаҡ районында ерләнгәндәр
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Baymaksky District[d]
Карта
 Баймаҡ районы Викимилектә

Баймаҡ районы — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан район. Көнсығышта Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 5432 км². Райондың административ үҙәге — Баймаҡ ҡалаһы менән Өфө араһы тура һауа юлынан 275 км, автомобиль юлынан — 489 км.

Район халҡы 1995 башына 43,5 мең кеше булған (1970 — 47,9, 1979 — 41,4, 1989 — 42,1 мең кеше). Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 8 кеше. Күпселеген башҡорттар һәм урыҫтар тәшкил итә. 90 ауыл бар. Иң ҙурҙары: Темәс (3,1 мең кеше), Урғаҙа (2,7 мең), Иҫке Сибай ауылы (2 мең), Аҡморон ауылы (1,7 мең).

Символикаһы

География

Геологик йәһәттән район територияһы Тагил-Магнитогорск бөгөлөнөң һәм Уралтау күтәрелешенең тектоник структураларынан ғибәрәт. Колчедан рудаһы (Сибай, Баҡыртау, Таштау, Балтатау, Ҡамаған һ.б.), рудалы алтын (Вост.-Семеновский, Түбә, Юлалы һ.б.), сәсмә алтын (Ҡараһаҙ, Төйәләҫ, Шүрәле һ.б.), цеолит (Сибай), биҙәү ташы (20-ләп ятҡылыҡ), эзбизташ, кирбес сеймалы һ.б. ятҡылыҡтар тикшерелгән.

Райондың төньяҡ-көнбайыш өлөшөн Уралтау һырты биләй. Уның был тирәһе бейек түгел һәм тигеҙләнгән, ләкин ярайһы уҡ дымлы, ҡарағай, ҡайын һәм уҫаҡ урмандары менән ҡапланған. Уралтау һәм Ирәндек һырттары араһындағы түбән урындарҙа ваҡ сусаҡтар бар. Уңдырышлы ҡара тупраҡлы далала төрлө үлән һәм ҡылғандар үҫә, уның байтаҡ өлөшө һөрөлгән, ҡоролоҡ хас. Район территорияһын меридиональ йүнәлешттә киҫеп үткән Ирәндек һыртының киңлеге 10—20 км, уртаса бейеклеге төньяғынта 700—800 м, көньяғында— 400—500 м, урыны менән ҡарағас ҡатыш ҡайынлыҡтар, ҡаты төп тау тоҡомдары ер өҫтөнә сығып торған, аҙ уңдырышлы, эрозияға бирелгән тупраҡ өҫтөнлөк итә. Район территоряһының көнсығыштағы тар ғына һыҙатын эреле-ваҡлы убалар теҙмәһенән торған тигеҙлек тәшкил итә. Бындағы ҡара тупраҡлы далала ҡылған һәм һәр төрлө үлән үҫә.

Баймаҡ районы Урал тауҙары аръяғында урынлашҡанлыҡтан, Азия материгының континенталь климаты йоғонтоһон кисерә.

Климаты ҡоро, ҡышын ҡар аҙ була. Гидрографик селтәре Һаҡмар, Таналыҡ, Оло Урғаҙа (бәләкәй ҡушылдыҡтары менән) йылғалары, Талҡаҫ, Күлтабан күлдәренән тора. Майҙаның ҙур өлөшө дала ерҙәре. Ағас запасы 18,8 млн м³ булған 126,4 мең га майҙанда (Райондың дөйөм майҙанының 24,4 %) урман үҫә (шуның 3,4 млн м ылыҫлы ағас).

Тәбиғәт объекттары

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 58 971 [3][2]
1959 51 073 [4][2]
1970 60 195 [5][2]
Йыл Халыҡ һаны
1979 55 970 [6][2]
1989 58 556 [7][2]
2002 44 214 [8][2]
Йыл Халыҡ һаны
2010 58 572 [1][2]
2017 57 043 [9]
2018 56 390 [10]
Йыл Халыҡ һаны
2019 55 770 [11]
Халыҡ иҫәбе
2002[12]2008[13]2009[14]2010[15]2012[16]2013[17]2014[18]2015[19]
44 21456 30456 12458 57258 02857 71257 28357 226
2016[20]
57 478


10 000
20 000
30 000
40 000
50 000
60 000
2010
2016

Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 8 кеше тәшкил итә.

Урбанизация

Ҡала шарттарында (Баймаҡ ҡалаһы) район халҡының 30,38 % йәшәй.

Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 83,3 %, урыҫтар — 11,9 %, татарҙар — 3,5 %, башка — 1,3 %[21].

Иҡтисад

19 быуаттың 30-сы йылдарында Төйәләҫ йылғаһының үрге ағымында һибелмә алтын ятҡылыҡтары үҙләштерелә башлай. Һибелмә һәм рудалы алтындың яңы ятҡылыҡтарын үҙләштереү, баҡыр колчеданы рудаларынан алтынды айырып алыу иҫәбенә алтын табыу арта. 1923 йылда Таналыҡ-Баймаҡ таулы округы бөтөн Уралда сығарылған алтындың 40 % таба. Баҡыр колчеданы рудаларын эшкәртеү менән Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты, алтын сығарыу менән «Башзолото» дәүләт производство предприятиеһының Түбә руднигы, «Зауральская» һәм «Түбә» старателдәр артелдәре шөғөлләнә. Төйәләҫ ятҡылығында эзбизташ сығарыла. Яндырылған эзбиз шәкәр заводында ҡулланыла һәм башҡа региондарға ла ебәрелә.

Район сәнәғәтенең башҡа тармаҡтарына ағас әҙерләү (Темәс һәм Баймаҡ леспромхоздары), төҙөлөш материалдары етештерә (Темәс хуж.-ара кирбес заводы), мет. эшкәртеү (Түбә йоҙаҡ һәм тимер-томор әйберҙәр заводы) һәм еңел сәнәғәт (Түбә тегеү фабрикаһы) инә. Баймаҡ районы ауыл хужалығы продукцияһы күпләп етештерелә. Ауыл хужалығы ерҙәре 331,3 мең га (Башҡортостанда 1-се урында тора), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 164,1 мең га, сабынлыҡтар — 44,0 мең га (Белорет районынан һуң 2-се урында), көтөүлектәр — 123,0 мең га (1-се урында). 19 ауыл хужалығы предприятиеһы, шул иҫәптән Башҡортостан игенселек һәм баҫыу культуралары селекцияһы институтының Баймаҡ тәжрибә-производство хужалығы бар. Район малсылыҡ һәм игенселек буйынса махсуслашҡан. Һарыҡсылыҡ тармағы ҙур урын тота. Башҡортостанда етештерелгән көслө һәм ҡаты сортлы бойҙайҙың төп өлөшө ошо районға тура килә. Иң ҙур ауыл хужалығы предпритиеһы — Йылайыр совхоз-техникумы. Совхоздың 80 мең га ауыл хужалығы ере бар, ул районда үҫтерелгән игендең өстән бер өлөшөн етештерә.

Транспорт

Район территорияһын Ира—Йылайыр—Сибай—Магнитогорск һәм Аҡъяр—Сибай—Асҡар—Сермән автомобиль юлдары киҫеп үтә. Сит өлкәләр менән бәйләнештә Сибай тимер юл станцияһы һәм аэропорты мөһим роль уйнай. Урындағы бәйләнештәрҙә Баймаҡ—Ҡана, Баймаҡ—Темәс, Баймаҡ—Әбделкәрим автомобиль юлдары ҙур әһәмиәткә эйә.

Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 75 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 40 урта мәктәп һәм 2 лицей; Йылайыр совхозы нигеҙендә ауыл хужалығы техникумы, 41 китапхана, 75 клуб учреждениеһы, Баймаҡта һәм Темәс ауылдарында тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Йылайыр совхозында Сиҙәм музейы, үҙәк район һәм 8 участка дауаханаһы, Талҡаҫ күле буйында Баймаҡ ял йорто эшләй.

Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Баймакский вестник» һәм «Һаҡмар» гәзите сыға.

Спорт

Баймаҡта йөҙөү бассейны

Районда милли көрәш, баскетбол, волейбол, футбол, хоккей, саңғы ярыштары, еңел атлетика, бокс, йөҙөү, өҫтәл теннисы, шахматтар һәм шашкалар спорт төрҙәре федерациялары ойошторолған.

Спортты яратыусылар ҡарамағында — 146 ҡоролма, шул иҫәптән: 1 стадион, 68 яҫылыҡ спорт ҡоролмалары, 72 спорт залы, 2 саңғы базаһы, 2 атыу тиры, 1 йөҙөү бассейны.

Баймаҡта «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы

XX быуат уртаһында Башҡортостанда Баймаҡ — Өфө юлында һыбай уҙыш популяр була (1937)[22][23].

Билдәле шәхестәр

Яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәр

Дәүләт һәм фән эшмәкәрҙәре

рәйесе, 1988—1990 йылдарҙа КПСС-тың Баймаҡ район комитетының беренсе секретары, Башҡорт АССР-ының 11-се һәм 12-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре (1997), Башҡортостандың, РСФСР һәм СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Баймаҡ районы һәм ҡалаһының почётлы гражданы (2011).

  • Тажетдинов Илшат Азамат улы (1969) — Башҡортостан хөкүмәте Аппараты етәксеһе
  • Тойғонов Марсель Марат улы (1970) — медицина фәндәре докторы
  • Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы (1 май 1950) — башҡорт теле белгесе, педагог-методист, филология фәндәре докторы (2003), профессор. Рәсәй Федерацияһының Почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).
  • Әминев Хәлил Мөхәммәт улы (1886—1959), Георгий тәреһе тулы кавалеры. Бөтә башҡорт уйындары (1932) һәм милли көрәш буйынса РСФСР халыҡтарының Урал-Кузбасс Спартакиадаһы абсолют чемпионы.
  • Әлибаев Әҙеһәм Ғәли улы (1925—1951), 1-се, 2-се, 3-сө дәрәжә Дан ордены кавалеры.
  • Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы (1934 —), профессор. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәттәр авторы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре. З. Вәлиди исемендәге Халыҡ-ара һәм Бирюков исемендәге Урал премиялары лауреаты.
  • Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы (1914—1993), композитор, халыҡ ауыҙ-тел ижадының әҫәрҙәрен йыйыусы һәм мөхәрриләүсе. 300-ҙән ашыу йыр авторы. РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре. Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан дәүләт премияһы лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары менән наградланған.
  • Әхмәтов Иҫән Фәйзулла улы (1892—1942) — Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Стахановсы. VIII сираттан тыш Советтар съезы (1935), ВКП(б)-ның VIII съезы делегаты, Беренсе саҡырылыш СССР-ҙың Юғары Советы депутаты (1937). «Почёт Билдәһе ордены», «СССР-ҙың Почётлы металлургы» билдәһе менән наградланған.
  • Әминев Салауат Хөрмәт улы (1946) — дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры (1981—1994), Башҡортостан Республикаһының Президент хакимиәте етәксеһе (1994 йылдан), Рәсәй Федерацияһының налогтар һәм һалымдар министры урынбаҫары.
  • Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы (1924 —) — дәүләт эшмәкәре, Баймаҡ ҡалаһының Почётлы гражданины, яҙыусы.
  • Шаһисолтанова Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы (10.02.1929—29.12.2011), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1977—1993 йылдарҙа хәҙерге Санкт-Петербургтағы А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетының каведра мөдире. Химия фәндәре докторы (1972), профессор (1974). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989). Юлыҡ ауылынан[27].

Хужалыҡ эшмәкәрҙәре

Яҙыусылар һәм шағирҙар

Сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре

Халыҡ ижады гәүһәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр

  • Азаматова Бибисара Мостафа ҡыҙы (21 октябрь 1948 йыл) — инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, үҙешмәкәр йырсы. Хеҙмәт ветераны (1988). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре (1992). 1980—1998 йылдарҙа Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводы директоры/
  • Ибраһимова Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы (20.03.1959), педагогик хеҙмәт ветераны, үҙешмәкәр йырсы. 1980–2010 йылдарҙа Баймаҡ районының мәктәпкәсә балалар учреждениелары тәрбиәсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара фестивале (1994) һәм Башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың «Яҙғы моңдар» (1992) республика конкурсы дипломанты, һәүәҫкәр йырсыларҙың «Һаҡмар һандуғасы» бәйгеһендә Гран-при яулаусы (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Әхмәр ауылынан.
  • Үтәғолов Рамаҙан Исмәғил улы (15.11.1930), тарихсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм почётлы крайҙы өйрәнеүсе.
  • Сәйғәфәров Әмир Зәкир улы (16.05.1935), Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының Почётлы крайҙы өйрәнеүсе. Баймаҡ ҡалаһының Почётлы гражданы.
  • Хөсәйенов Ирек Әбделхәй улы (20 февраль 1928 йыл — апрель 2002 йыл) — мәғариф ветераны, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. «Хеҙмәт батырлыҡ» миҙалы менән бүләкләнгән. БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
  • Буранбаев Вара Бәшәр улы (1924) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, тарихсы, Почётлы крайҙы өйрәнеүсе, С. Мифтахов, Батыр Вәлид исемендәге премиялар лауреаты.

Иҫтәлекле урындар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  3. перепись населения СССР 1939 года
  4. перепись населения СССР 1959 года
  5. перепись населения СССР 1970 года
  6. перепись населения СССР 1979 года
  7. перепись населения СССР 1989 года
  8. Всероссийская перепись населения 2002 года
  9. http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  10. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  11. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  12. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  13. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  14. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009 года
  15. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  18. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  19. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  20. Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
  21. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.
  22. https://books.google.ru/books?id=W7TVBQAAQBAJ&lpg=PA534&dq=баймак%20спорт&hl=ru&pg=PA534#v=onepage&q=баймак&f=false
  23. https://books.google.ru/books?id=n9Vz5CpXbWwC&lpg=PT417&dq=баймак%20спорт&hl=ru&pg=PT417#v=onepage&q=баймак%20спорт&f=false
  24. Башҡорт энциклопедияһы — Ғүмәров Айытбай Әхмәт улы (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2017)
  25. Башҡорт энциклопедияһы — Йәнтүрин Сәфәрғәли Искәндәр улы (Тикшерелеү көнө: 10 март 2018)
  26. Портал «Ургаза.ru». Деревня Покровка (Покровка ауылы). Известные земляки (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 апрель 2018)
  27. Башҡорт энциклопедияһы — Шаһисолтанова Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2019)
  28. Почётные граждане: Божеховский Петр Максимович. Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 август 2018)
  29. «Сәйғәфәр ауылы сәхифәһе» сайты (Тикшерелеү көнө: 19 октябрь 2018)
  30. Указ Президента РФ от 30.09.2002 N 1098 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  31. Башҡорт энциклопедияһы — Ҡәҙерғолов Мөхәмәт Нурғәле улы (Тикшерелеү көнө: 9 март 2019)
  32. [Азамат Тажетдинов. Ел-дауылдар аша…2005 йыл, 156 бит]
  33. КУЛЬТУРНЫЙ МИР БАШКОРТОСТАНА (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2019)
  34. Баймакский район и город Баймак. Башкирская энциклопедия.

Һылтанмалар