Лисовский Александр Николаевич: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
{{мөхәррирләү|1=Тутыйғош|2=8 сентябрь 2020}}
{{Ук}}
{{Ук}}
''' Лисовский Александр Николаевич ''' ([[21 ғинуар]] [[1858]]—[[1920]]) — украин фольклорсыһы, педагог, [[Башҡорт дәүләт университеты|Өфө уҡытыусылар институтының]] беренсе директоры (1909—1917).
''' Лисовский Александр Николаевич ''' ([[21 ғинуар]] [[1858]]—[[1920]]) — украин фольклорсыһы, педагог, [[Башҡорт дәүләт университеты|Өфө уҡытыусылар институтының]] беренсе директоры (1909—1917).

14:34, 8 сентябрь 2020 өлгөһө

Лисовский Александр Николаевич
рус. Александр Николаевич Лисовский
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 21 ғинуар 1858({{padleft:1858|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Мачехи[d], Полтава губернаһы[d]
Вафат булған көнө 1920
Вафат булған урыны Краснодар, Совет Рәсәйе
Һөнәр төрө фольклорсы, Q94989033?
Эшмәкәрлек төрө педагогика
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Полтавская мужская гимназия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святой Анны 2-й степени орден Святой Анны 3-й степени 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены орден Святого Станислава 2-й степени орден Святого Владимира 4-й степени

Лисовский Александр Николаевич (21 ғинуар 18581920) — украин фольклорсыһы, педагог, Өфө уҡытыусылар институтының беренсе директоры (1909—1917).

Биографияһы

Александр Николаевич Лисовский 1858 йылдың 21 ғинуарында Полтавщинала дворяндар ғәиләһендә тыуған. 1878—1881 йылдарҙа И. И. Мечников исемендәге Одесса милли университетында (Новороссийск Император университетында) белем ала. Гимназиялар 8ём прогимназиялар өсөн боронғо тел белгесе һөнәренә эйә була.

1881 йылдың 21 авгусынан алып Өфө гимназияһында латынь телен уҡыта һәм класс тәрбиәсеһе (остаз) була. Иң яҡшы уҡытыусы абруйына өлгәшеп, 1886 йылда 8 класс чины — коллеж асессоры дәрәжәһе ала. 1887 йылдан — 7 класс чины (надворный советник) бирелә. 1892 йылдан — 6 класс чинына (коллежский советник) чинына, 1894 йылдан 5 класс чинына (статский советник) өлгәшә. 1898 йылда Өфө Мариин ҡыҙҙар гимназияһының педагогик советының рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1909 йылдың 1 июленән 1917 йылға тиклем яңы асылған Өфө уҡытыусылар институтына (буласаҡ Башҡорт дәүләт университеты) директоры вазифаһына тәғәйенләнә.

Александр Николаевич Лисовскийға барлыҡ ойоштороу эштәрен башҡарырға тура килә:уҡыу-уҡытыу процестарын, факультатив предметтарҙы асыҡлау, китапхана булдырыу, уҡыу әсбаптарын табыу, институт бинаһын төҙөү, Халыҡ мәғәрифы министрлығында студенттарға стипендия юллау һәм башҡалар. Бигерәк тә институтта һүрәт эшләү кабинетын булдырыуға ныҡ иғтибар бүлә. Шәхси өлгөһө менән уҡыусыларына дини һәм әхләки тәрбиәсе-остаз булып дан ала.

1917 йылда директор вазифаһына Я. С. Яворский тәғәйенләнә. А. Н. Лисовский педагогика буйынса уҡытыуға күсә. 1917 йылғы революцияға институт етәкселеге иғтибар бирмәй, үҙ бурыстарын үтәүен дауам итә.

А. Н. Лисовский 1920 йылда вафат була.

Уҡыусылары

  • Михайлов М. Л., Бук Н. К.,Кларк П. И., (народоволецтар)
  • Шоуэр М. М., Газендуш К. К.(марксистар)
  • М. В. Нестеров (рәссәм),
  • Тереғолов А. Б. (табиб),
  • Заварицкий А. Н. (геолог)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены (1887)
  • 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены (1893)
  • 2-се дәрәжә Изге Станислав ордены (1896)
  • 2-се дәрәжә Изге Анна ордены (1902)
  • 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены (1906)
  • «В память царствования императора Александра III» көмөш миҙалы (1897)

Сығанаҡтар

  • Ю. В. Ергин У истоков университетского образования. Очерки об истории Башкирского государственно университета. Уфа. 2004.
  • Ю. В. Ергин «Лисовский Александр Николаевич 1858—1920» сер. Деятели народного образования. Научное издание. Уфа, 2008.