Эйгенсон Александр Сергеевич: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
9 юл: 9 юл:
|Место рождения = [[Армавир (Рәсәй)|Армавир]], [[Кубань өлкәһе]], [[Рәсәй Империяһы]]
|Место рождения = [[Армавир (Рәсәй)|Армавир]], [[Кубань өлкәһе]], [[Рәсәй Империяһы]]
|Научная сфера = химия
|Научная сфера = химия
|Гражданство = {{Рәсәй Империяһы флагы}} [[Рәсәй Империяһы]]<br>{{СССР флагы}} [[СССР]]<br>{{RUS}}
|Гражданство = {{Рәсәй Империяһы флагы|16px}} [[Рәсәй Империяһы]]<br>{{СССР флагы}} [[СССР]]<br>{{RUS}}
|Дата смерти = 04.04.1999
|Дата смерти = 04.04.1999
|Место смерти = [[Өфө]], [[Рәсәй]]
|Место смерти = [[Өфө]], [[Рәсәй]]

05:12, 15 сентябрь 2020 өлгөһө

Александр Сергеевич Эйгенсон
Тыуған көнө

15 июль 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Армавир, Кубань өлкәһе, Рәсәй Империяһы

Вафат көнө

4 апрель 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (86 йәш)

Вафат урыны

Өфө, Рәсәй

Ил

Рәсәй Империяһы Рәсәй Империяһы
СССР СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

химия

Эшләгән урыны

Башҡортостан нефть эшкәртеү ҒТИ
ӨДНТУ

Альма-матер

Әзербайжан индустриаль институты

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр кандидаты

Награда һәм премиялары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Тышҡы һүрәттәр
Александр Эйгенсон

Эйгенсон Александр Сергеевич (15 июль 1912, Армавир, Кубань өлкәһе, Рәсәй Империяһы4 апрель 1999, Өфө, Рәсәй) — СССР һәм Рәсәй химиктехнологы һәм уҡытыусы. Техник фәндәр кандидаты (1949). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966), СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1976). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почёт Билдәһе» (1952, 1955) ордендары менән бүләкләнгән.

Биографияһы

Эйгенсон Александр Сергеевич 1912 йылдың 15 июлендә Кубань өлкәһенең Армавир ауылында тыуа.

1935 йылда ул Әзербайжандың Баҡы ҡалаһындағы индустриаль институтын инженер-технолог һөнәре буйынса тамамлай. 1932 йылдан алып Баҡы ҡалаһында эшләй башлай: нефть эшкәртеү заводтарында, 1935 йылдан башлап Әзербайжан нефть ғилми тикшеренеүҙәр институтында, бер үк ваҡытта 1938 йылдан алып Әзербайжан индустриаль институтында уҡыта.

1941 йылдан алып Александр Эйгенсон П. А. Джапаридзе исемендәге нефть эшкәртеү заводында баш инженер вазифаһын биләй. 1943 йылдан — Краснокамск НЭЗ‑ы директоры (Молотов өлкәһе), 1946 йылдың апреленән сентябргә тиклем Мәскәүҙә СССР Көнсығыш райондары нефть сәнәғәте министрлығының көнсығыш райондарҙа нефть эшкәртеү буйынса Баш идаралығында техник бүлек начальнигы урынбаҫары.

1946 йылдан алып 417‑се заводтың үҙәк лаборатория начальнигы, 1947 йылдан башлап Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда баш технолог, фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. 1949 йылда Эйгенсон техник фәндәр кандидаты исемен яҡлай.

Александр Сергеевич бер үк ваҡытта Өфө нефть институтында уҡыта, 1954 йылдан башлап Өфө НЭЗ‑ында баш инженер. 1956—1976 йылдарҙа өҙөклөк менән үҙе ойошторған Башҡортостан нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда директор вазифаһын биләй.

1959—1963 йылдарҙа Башҡортостан совнархозының техник идаралыҡ начальнигы булып эшләй.

1952 һәм 1955 йылдарҙа — «Почёт Билдәһе», 1971 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендарына лайыҡ була.

1966 йылда Александр Сергеевич БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, 1976 йылда — СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы исемдәре менән бүләкләнә.

Эйгенсон ҡатнашлығында республикала химия һәм нефтехимия комплексын үҫтереү программаһы төҙөлгән. Илдә тәүгеләрҙән көкөртлө нефтте, шул иҫәптән уларҙың юғары температурала ҡайнаған дистилляттарын, тәрән эшкәртеүҙең технологик алымдары эшләнгән, Волга буйы, Көнбайыш Урал, Көнбайыш Себер нефттәре классификацияһы аныҡланған. VIII - X донья нефть конгрестарының ҡатнашыусыһы.

300 фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы.

1999 йылдың 4 апрелендә Өфөлә вафат була.

Наградалары һәм исемдәре

Ғилми хеҙмәттәре

  • Закономерности компонентно‑фракционного состава и химических характеристик пластовых и резервуарных нефтей. Томск, 1986 (авторҙ.)
  • Опыт генетической интерпретации закономерностей состава природных углеводородных систем. Томск, 1991

Һылтанмалар