Эктел Василий Петрович: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Il Nur (фекер алышыу | өлөш)
"{{Шәхес}} '''Василий Эктел''' (ысын исеме ''Василий Петрович Сидоров''; 1950 йылдың 26 ф..." исемле яңы бит булдырылған
 
Il Nur (фекер алышыу | өлөш)
ә Ilnur efende Василий Эктел битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Эктел Василий Петрович
(айырмалар юҡ)

17:48, 25 сентябрь 2020 өлгөһө

Василий Эктел (ысын исеме Василий Петрович Сидоров; 1950 йылдың 26 феврале, Лашсы Таяба, Ялсык районы, Сыуаш АССР - 2005 йылдың 17 августа; Чебоксар, Сыуашстан) - сыуаш яҙыусыһы, шағир. Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999), «Тăван Атăл» журналы премияһы лауреаты. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988 йыл).

Биографияһы

Яҙыусы 1950 йылдың 26 февралендә Сыуаш АССРның Ялсык районы Лашсы Таяба ауылында тыуған.

1972 йылда Сыуаш дәүләт педагогика университетын, 1982 йылда М. Горький исемендәге Мәскәү әҙәбиәт институтын тамамлай. 1972 йылдан 1974 йылға тиклем Үзбәкстан Совет Социалистик Республикаһының Наманган ҡалаһы мәктәп интернатында уҡыта. 1974 йылдан алып 1976 йылға тиклем Совет Армияһында хеҙмәт итә, 1975 йылда Ялсык районы архитекторы булып ҡайта, 1980 йылдан алып 1985 йылға тиклем Сыуаш телестудияһы корреспонденты булып эшләй, 1988-1990 йылдарҙа «Ялав» һәм «Пике» журналдарында сәнғәт мөхәррире булып эшләй. 1990 йылдан алып 2005 йылға тиклем «Калем» сыуаш яҙыусылары фондын һәм нәшриәтен етәкләй.

2005 йылдың 17 августында ауырыуҙан һуң Сыуашстан баш ҡалаһы Чебоксарла вафат була.

Ижады

Василий Петрович күп талантлы әҙип, ул үҙен күп жанрҙарҙа күрһәтә: ялҡынлы публицист, әҙәбиәт һәм сәнғәт белгесе, прозаик, шағир.

Күренекле китаптары:

  • «Тĕлĕнтермĕшсем» (1982);
  • «Иртнĕ кун çути» (1984);
  • «Çĕре тăнлатăп» (1990)
  • «Чи хитри» Самый красивый (1991);
  • «Шавкăн» (1994);
  • «Лили» (1996);
  • «Юлашки хĕрлĕ çулçă ташши» (1998);
  • «Сăвăр çырми» (1999);
  • «Пархатар» (2000);
  • «Тăван шкултан инçе çула» (2000);
  • «Пĕчĕк тĕнче те аслă» (2002);
  • «Грачиный город» (Курак хули, вырăсла, 2000).

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

  • Эктел, В. Василий Эктел, çыравçă: «Юрату пĕтсен тĕнче пĕтет...» / В. Эктел ; В. Романов сăн ӳкерчӗкӗ // Тантăш. – 1997. – 11 раштав (№ 50). – С. 15.
  • Афанасьев, П. Эктель (Сидоров) Василий Петрович // Афанасьев, П. Писатели Чувашии / П. Афанасьев. – Чебоксары, 2006. – С. 515-516.
  • Гаврилова, Н. Чӑваш юратӑвӗн ӳнерҫи : [Василий Эктелӗн «Лили» кӗнеки пирки] / Н. Гаврилова // Тантӑш. – 2012. – 9 нарӑс (№ 5). – С. 9.
  • Лаштай, П. Нумай енпе аталаннă ĕçчен / П. Лаштай // Тăван Атал. – 2010. – № 2. – Прил.: с. 38-42. – (Сунтал).
  • Мустаев, Н. Анлӑ сукмак : [Василий Петрович Сидоров (Эктель) 60 ҫул тултарнӑ тӗле] / Н. Мустаев // Елчӗк ен. – 2010. – 27 нарӑс. – С. 4.