Алатау (һырт): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
39 юл: 39 юл:


18 быуаттың 2‑се яртыһынан алып урмандары Вознесенка ([[Ырғыҙлы]]) заводында файҙаланыла, был уларҙың төрҙәр составының үҙгәреүенә килтерә (ылыҫлы ағастар урынында икенсел уҫаҡ һәм ҡайын урмандары барлыҡҡа килә).
18 быуаттың 2‑се яртыһынан алып урмандары Вознесенка ([[Ырғыҙлы]]) заводында файҙаланыла, был уларҙың төрҙәр составының үҙгәреүенә килтерә (ылыҫлы ағастар урынында икенсел уҫаҡ һәм ҡайын урмандары барлыҡҡа килә).
<gallery>

[[File:Кулгунино - panoramio (3).jpg |thumb|left|200px|Ҡолғона ауылы янында Алатау һырты]]
Кулгунино - panoramio (3).jpg |thumb|left|200px|Ҡолғона ауылы янында Алатау һырты
Көмөш шишмә.jpg|мини|Көмөш_шишмә
Алатауҙың көмөш һыулы шишмәһе.jpg|мини|Алатауҙың_көмөш_һыулы_шишмәһе
</gallery>


== Топонимика ==
== Топонимика ==

16:25, 6 ноябрь 2020 өлгөһө

Алатау
Характеристики
Оҙонлоғо40 км
Киңлеге5 км
Бейек нөктәләре
Иң бейек түбәһе845 
Абсолют бейеклеге845,5 метр
Урынлашыуы
53°49′54″ с. ш. 57°02′40″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Алатау
Ишембай районы
Красная точка
Алатау

Алатау — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.

Ҡылыҡһырлама

Ишембай һәм Белорет райондары буйлап Үрек йылғаһының үрге ағымынан Оло Шешәнәк йылға (Еҙем йылғаһы ҡушылдығы) тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо 40 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 4—5 км, көньяҡ өлөшөнөң — 2—3 км, абсолют бейеклеге 845 м. Алатау — Еҙем һәм Нөгөш йылғалары бассейны һыу айырғысы.

Ете яҫы түбәһе айырылып тора. Төп һырттан ваҡ йылғаларҙың һыу айырғысы булған күп һанлы ваҡ армыттар китә.

Рельефы асимметриялы: көнбайыш битләүҙәре текә, көнсығышы — һөҙәк. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһының кварцитлы ҡомташтарынан тора. Улар үҙәк һәм төньяҡ өлөшөндә яланғаслана.

Көнбайыш битләү итәктәрен төрлө үләнле урман аҡландары биләй. Өҫтәрәк икенсел ҡарағай-ҡайын урмандары үҫә.

Улар 550 м бейеклектә ҡарағайлы киң япраҡлы (йүкә, урыны менән йыла, имән), түбәләрҙә киң япраҡлы урман менән алмашына.

Көнсығыш битләүҙәрен ҡарағай, шулай уҡ ҡарағас ҡатыш ҡайын-уҫаҡ урмандары ҡаплаған. Һырт түбәләрендә каҙак артышы менән үҫемлектәрҙең таулы урман-дала төрө таралған.

18 быуаттың 2‑се яртыһынан алып урмандары Вознесенка (Ырғыҙлы) заводында файҙаланыла, был уларҙың төрҙәр составының үҙгәреүенә килтерә (ылыҫлы ағастар урынында икенсел уҫаҡ һәм ҡайын урмандары барлыҡҡа килә).

Топонимика

Тау алыҫтан ала булараҡ күренеп тора. Шуға ла Алатау тип аталған.

Һылтанмалар