Ҡоръятмаҫ: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Баныу (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
62 юл: 62 юл:
* Ҡотлобулатов Илфат Лотфулла улы (23.10.1966), Башҡортстандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре
* Ҡотлобулатов Илфат Лотфулла улы (23.10.1966), Башҡортстандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре
* [[Латипов Марат Мөьмин улы]] (15.04.1958), дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идарасыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, [[Почёт ордены]] кавалеры. * Рәхмәтуллин Сафиулла (1845-1921), шағир. * Хәлилова Минзәлә Вәсил ҡыҙы (17.08.1963), уҡытыусы, шағир, Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союздарыы ағзаһы.
* [[Латипов Марат Мөьмин улы]] (15.04.1958), дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идарасыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, [[Почёт ордены]] кавалеры. * Рәхмәтуллин Сафиулла (1845-1921), шағир. * Хәлилова Минзәлә Вәсил ҡыҙы (17.08.1963), уҡытыусы, шағир, Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союздарыы ағзаһы.
{{Навигация1

|Портал = Башҡортостан ауылдары
|Викисловарь =
|Викиучебник = Ҡоръятмаҫ ауылы топонимдәре
|Викицитатник =
|Викитека = Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.)
|Викивиды =
|Викиновости =
|Викисклад =
|Метавики =
|Проект = Башҡортостан ауылдары
}}
== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
{{иҫкәрмәләр}}

15:28, 15 ноябрь 2020 өлгөһө

Ҡоръятмаҫ
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Алға ауыл Cоветы (Дәүләкән районы)
Халыҡ һаны 634 кеше (2010)[1]
Почта индексы 453417
Карта

Ҡоръятмаҫ (рус. Курятмасово) — Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 634 кеше була[2]. Почта индексы — 453417, ОКАТО коды — 80222804003.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 634 307 327 48,4 51,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

Ҡоръятмаҫ ауылы топонимдары

Ҡоръятмаҫ — Дәүләкән районындағы иң ҙур һәм боронғо ауылдарҙың береһе. Хәҙерге ваҡытта ҡулъяҙмалар һәм боронғо китап баҫмалары һаҡланған бүлектә 12 ауыл тарихының ҡулъяҙмаһы бар. Шулар араһында Ҡоръятмаҫ аыулының тарихы 90 йәшлек Зиннәтуллин Хайрулла тарафынан яҙылған[3]. Был яҙмала 1664 йылда хәҙерге Шишмә районы Ябалаҡлы ауылынан 4 бер туған Аҙнағол, Мерәҫ, Вәхит һәм Әлмөхәмәт Тимеровтар күсеп килгән, тип бәйән ителә. Ауыл 1795-се йылдарҙа ғына документтарҙа күренә башлай. Ауылдың боронғо ауыл икәнен дәлилләүсе ер-һыу атамаларына иғтибар итергә кәрәктер.

Тау-урман, ялан-ҡырҙар исемдәре

Ауыл тау-урмандар менән уратылған ышыҡ урында ултыра. Ауылды уртаға бүлеп, Өйҙөрәк йылғаһы аға, Бәләбәй ҡалҡыулығынан көньяҡ-көнбайыштан ауылдан 4-5 км алыҫлыҡта башланып, Шөңгәккүл ауылы тирәһендә Дим йығаһына ҡушыла.
Өйҙөрәк һүҙе өйәрләнеп һүҙенең фонетик үҙгәреше тип, фаразларға мөмкинлек бирә. Йылға ҡуйы урман менән ҡапланған тау битләүенән башланыу сәбәпле, ҡар, ямғыр һыуҙары менән шәп ағымлы йылға, Дим-Ҡариҙел һөйләшендә өйҙөрәп-өйҙәрәп ағыу ихтимал.
Өйәр — йылға булып шаулап, сылтырап аҡҡан ҡар йәки ямғыр һыуҙары[4].

Янлыҡ — ауылдың көньяҡ урман менән ҡапланған тау үре. Намаҙ уҡығанда, мал салғанда ҡибланы шул йүнәлештә билдәләгәндәр. Янлыҡ — ян яһар өсөн бөгәргә ярай торған ағастар үҫкән урындыр тип фаразлау дөрөҫтөр. Ауылдың өлкән кешеләре лә был топонимаканың килеп сығышын аңлата алмайҙар ине, сөнки ян һүҙе ҡулланыштан төшөп ҡалған.
Ян — уҡ атыу өсөн бөгөп кереш тартҡан уҡ атыу ҡоралы[5].
Тимәк, ян һәм һүҙ яһаусы ялғау -лыҡ. Барлыҡҡа килгән — янлыҡ, ян эшләр өсөн ағас күп үҫкән урын. Ағастарҙан бөгөү өсөн иң уңайлы ағас йыла һаналған.

Урҡар исемле тауҙар исеменең килеп сығышын фаразлау.
Ур - тәрән итеп ҡаҙылған тар, оҙон соҡор.[6] Ысынлап та, тауҙар бер-береһенән соҡорҙар менән айырылып тора. Йәнә тағы урғыл һүҙе бар.
Урғыл — ваҡ-ваҡ ҡалҡыулығы булған, соҡор-саҡырлы, урғыл ер[7]. Шулай булғас, ҡар оҙаҡ иремәй ятҡан өсөн түгел был атама, ә ландшафтҡа бәйләп аталалыр. Урындағы халыҡ урҡар — дөрөҫ әйтелеш урғар тип һөйләргә мөмкин.
Сыпай яланы бар. Был урын һаҙлыҡлыраҡ урын булған, хәҙер уның батҡылыҡлы урыны бер урында ғына ҡалған. Сыпый һүҙе диалекттарҙа ҡулланыла.
Сыпый — диалектта бысый. Сыпый күҙ[8] Бысҡылдыҡ.. Сыпый — сыпай бер мәғәнәле һүҙҙәр тигәнгә нигеҙ бар.
Томтаҡ- урман эсе. Был урында Өйҙөрәк йылғаһың киңәйеп киткән лапылы урыны. Томтоҡ — диалектта төпөш. Томтоҡ кеше.[9] Урындағы халыҡ томтоҡто-томтаҡ тип атарға мөмкин. Томтаҡ тип аталған урындың исеме есеменә тура килә, тигән һығымтаға яһарға дәлил бар.

Билдәле шәхестәре

  • Ғәзизов Ғәбделхаҡ, һауынсы, Ленин ордены кавалеры.
  • Ҡотлобулатов Илфат Лотфулла улы (23.10.1966), Башҡортстандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре
  • Латипов Марат Мөьмин улы (15.04.1958), дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идарасыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Почёт ордены кавалеры. * Рәхмәтуллин Сафиулла (1845-1921), шағир. * Хәлилова Минзәлә Вәсил ҡыҙы (17.08.1963), уҡытыусы, шағир, Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союздарыы ағзаһы.

Иҫкәрмәләр

  1. https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Ф. Г. Хисаметдинова. Башкирская ойкономия. XVI—XIXвв. Уфа-1991 й.
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге .II том. Мәскәү.Руский язык.1993 й. 70 -се бит
  5. Башҡорт теленең һүҙлеге. Мәскәү.Русский язык II том.1993 й.92 -се бит
  6. Башҡорт теленең һүҙлеге. II том. Мәскәү.Русский язык.1993 й. 476- сы бит
  7. Башҡорт теленең һүҙлеге. II том. Мәскәү.Русский язык.1993 й. 477-се бит
  8. Башҡорт теленең һүҙлеге Мәскәү.Русский язык.1993 й. 265- се бит
  9. Башҡорт теленең һүҙлеге II том. Мәскәү.Русский язык.1993 й. 368 -се бит

Сығанаҡтар