Әлкә: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: Күҙләгес мөхәррир Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
198 юл: 198 юл:
* Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4{{ref-ru}}
* Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4{{ref-ru}}
* Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.{{ref-ru}}
* Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.{{ref-ru}}
* [https://e-notabene.ru/hr/article_27991.html Историко-археологическое исследование д. Текеево XVIII б. Тәкәй ауылын тарихи-археологик тикшереү
Ахатов А.Т. — Историко-археологическое исследование д. Текеево XVIII в.: (по материалам экспедиционного выезда в Салаватский район Республики Башкортостан в 2017 г.) // Genesis: исторические исследования. – 2018. – № 11. – С. 80 - 91. DOI: 10.25136/2409-868X.2018.11.27991 URL: https://nbpublish.com/library_read_article.php?id=27991]


== Әҙәбиәт ==
== Әҙәбиәт ==

18:34, 15 ноябрь 2020 өлгөһө

Ауыл
Әлкә
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Координаталар

55°05′17″ с. ш. 58°04′43″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 805 001

ОКТМО коды

80 647 405 101

ГКГН номеры

0520187

Әлкә (Рәсәй)
Әлкә
Әлкә
Әлкә (Башҡортостан Республикаһы)
Әлкә

Әлкә (рус. Алькино) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 488 кеше[1]. Почта индексы — 452481, ОКАТО коды — 80247805001[2].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 15 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачево): 14 км

Тарихы

1795 йылда Әлкә ауылы, Иҙрис, Йонос, Шағанай ауылдары менән бер рәттән, Шайтан-Көҙәй улусына ҡараған. 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы баҫтырылғандан һуң, Аҙналы, Юлай, Ҡасай, Тәкәй, Морат, Яҡуп, Исмәғил һ.б. ауылдар яндырылған.

60-сы йылдарға тиклем - Шағанай Бурһыҡов, 1760-1762 йылдарҙа - Иштуған Мишәров - Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы булғандар. 1762 йылдың 21 авгусында Шайтан-Көҙәй ырыуының абруйлы аҫабаһы Әлкә Булатов заводчиктар И.Б.Твердышев менән И.С.Мясниковҡа улус еренең бер өлөшөн 60 йылға ҡортомға биргән.

1763 йылдан улус старшинаһы итеп Юлай Аҙналин тәғәйенләнгән.

1770 йылда, П.С.Паллас сәйәхәт итеп йөрөгәндә, улус старшинаһы урынында улы Салауат Юлаев ҡалған булған. Ә Юлай Аҙналин ул ваҡытта поляк конфедераттарына ҡаршы һуғышҡа киткән булған. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев - Шайтан-Көҙәйҙең абруйлы һәм данлыҡлы улы.

Урман-Көҙәй улусына ҡараған Төрөкмән аймағы Тәкәй ауылының, әйтер кәрәк, Салауат Юлаевтың тыуған ауылына бер ҡатнашы ла юҡ. Ул ауылға XVIII быуаттың 50-се йылдары уртаһында ғына нигеҙ һалынған. Төрөкмән-Көҙәйҙәр араһында ҡобау башҡорттары ла булған. Ауылға нигеҙ һалыусының улдары билдәле аҫабалар - Ҡобау ауылы кешеһе Әбдрәшит Тәкәйев 1773 йылда Ҡобау улусы ерҙәренә сыуаштарҙы керетеүҙә ҡатнашҡан; икенсе улы - Ғәббәс Тәкәйев Өфө өйәҙенең 8-се Башҡорт кантоны начальнигы булған.

Салауат Юлаевтың олатаһы исемен йөрөткән Аҙналы ауылының яҙмышы аяныс. Был ауыл 1737, 1755 йылдарҙағы карталарҙа күрһәтелгән. Өфө наместничествоһының 1781, 1786 һәм Ырымбур губернаһының 1802 йылдарҙағы карталарында ул юҡ.

Аҙналы - шайтан-көҙәйҙәрҙең төп ауылы булған, элегерәк Шайтан тип аталған. 1756-1775 йылдарҙа Тәкәй, Юлай һәм Йонос ауылдары бер ваҡытта йәнәш йәшәгән. Тәкәй ауылына Аҙналынан күсеп сыҡҡан ырыуҙаштар нигеҙ һалған. Юлай ауылына ла Аҙналы һәм Тәкәйҙән күсеп сығыусылар нигеҙ һалған булған.

1770 йылда П.С. Паллас Бикбулат ауылынан (был ауылда йәшеренеп дары яһауҙарын властарға Шағанай Бурһыҡов еткергән; һуңынан был ауыл да яндырылған) Шайтан-ауылға (Аҙналыға) килгәнен яҙып ҡалдырған. Ауыл тарҡау хужалыҡтарҙан торған, һәм халыҡ игенселек менән шөғөлләнгән, 40-50 бот иген сәскәндәр. Яңы ергә тәүге 2 йылда арпа, 2 йыл һоло, 2 йыл ужым арышы, 1-2 йыл яҙғы ашлыҡ сәскәндәр. Бойҙай һәм ҡарабойҙай сәсмәгәндәр. Игенселектең ҡалдау системаһын ҡулланғандар.

1786 йылдың 15 октябрендә ауылдың 77 йортоноң ышаныслы кешеһе Әлкәнең улы Әптекәй Әлкәйев (1738-1814), ауылдаштары муллалар Юлыҡай Әбләзев һәм Йәркәй Ҡасаев (Ҡасай ауылы яндырылғас, Шағанайҙа йәшәгән, 1775 йылда улус старшинаһы булған), Юныс ауылына нигеҙ һалыусының улы Күҙекәй Юнысов, элек Аҙналы ауылында йәшәгән Ырыҫөмбәт Аптраҡов менән, Шайтан-Көҙәй улусының аҫаба ерҙәрен заводчица И.И. Бекетоваға һатыу килешеүен төҙөгән.

1795 йылда Көҫкәнде йылғаһы буйында урынлашҡан Әлкә ауылында 8 хужалыҡта 108 кеше йәшәгән. 1816 йылдың VII йәниҫәбе буйынса 11 йортта 78 кеше, 1834 йылда 128 кеше булған.

Халыҡтың төп кәсебе - игенселек. 1842 йылда 127 кешегә 25 сирек ужым, 122 сирек яҙғы ашлыҡ, 2 сирек сәскәндәр. Малсылыҡ менән дә шөғөлләнгәндәр: 20 хужалыҡта 86 йылҡы, 87 һыйыр, 21 һарыҡ, 5 кәзә булған. 10 умарта ла иҫәпкә алынған. VII рәүиздән башлап, ауылда мәсет билдәләнгән.

Биләмә берәмектәренә инеүе

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Әлкә ауыл советы Малаяҙ районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Әлкә ауыл советы Салауат районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Әлкә ауыл советы Салауат районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

Әлкәлә 1859 йылда 138 кеше, 1895 йылда 44 хужалыҡта 230 кеше йәшәгән.

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

Әлкә ауылында 1920 йылда 60 йортта 280 кеше булған.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 488 241 247 49,4 50,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Ауылдың билдәле шәхестәре

  • Алкин Мәжит Сәмиғулла улы (1940 йылдың 15 феврале), йырсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2011), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1977). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсыларҙың республика конкурсы лауреаты (1972)[3][4].
  • Шөғәйепов Вәкил Шакир улы (1936 йылдың 29 авгусы) — башҡорт милли музыка ҡоралдарын реставрациялау һәм эшләү оҫтаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988)[5][6] БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988), Рәсәй Хөкүмәтенең «Душа России» премияһы лауреаты (2013)[7]
  • Заһиҙуллин Тархан Сәғит улы (1927 йылдың 26 декабре — 1998 йылдың 23 феврале)- тарих һәм география уҡытыусыһы, Әлкә урта мәктәбендә тарих һәм география уҡытыусыһы, 1965 йылдың 15 сентябрендә мәктәптә Салауат Юлаев мөйөшөн булдыра, һуңынан ул музейға әүрелә. Салауат Юлаев музейына нигеҙ һалыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Салауат Юлаевтың портретының бер вариантын төшөрөүсе.
  • Фәттәхов Таһирйән Кашаф улы (1954 йылда тыуған), табип-онколог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы

Әлкәлә тыуып-үҫкәндәр

Ҡарағыҙ: Көҙәй ырыуы

Ҡушаматтар

Әлкә һәм әлкәләр тураһында ваҡытлы матбуғат

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
  • [https://e-notabene.ru/hr/article_27991.html Историко-археологическое исследование д. Текеево XVIII б. Тәкәй ауылын тарихи-археологик тикшереү

Ахатов А.Т. — Историко-археологическое исследование д. Текеево XVIII в.: (по материалам экспедиционного выезда в Салаватский район Республики Башкортостан в 2017 г.) // Genesis: исторические исследования. – 2018. – № 11. – С. 80 - 91. DOI: 10.25136/2409-868X.2018.11.27991 URL: https://nbpublish.com/library_read_article.php?id=27991]

Әҙәбиәт

  • Гвоздикова И.М. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1992.
  • Ахмадиев Б.Х., Гафаров Х.А., Гибадуллин В.Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988.
  • Асфандияров А.З. История сёл и деревень Башкортостана (справочник). Уфа: Китап, 2001; книга 9, с. 126-130
  • Хисамитдинова Ф.Г. Башкирская ойконимия XVI-XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991.

Иҫкәрмәләр