Космонавт П.И. Беляев һәйкәле: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Guram52 Беляев һәйкәле битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Космонавт П.И. Беляев һәйкәле
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
{{Ук}}
{{Ук}}
'''Лётчик-космонавт П. И. Беляев һәйкәле''' — Советтар Союзы геройы лётчик-космонавт П. И. Беляев бюсы, скульптура һәйкәле. [[Вологда]] ҡалаһында Октябрь скверында Октябрь һәм Мальцев урамдары киҫелешкән урында урынлашҡан. Һәйкәл [[1979 йыл]]да скульптор Г. М. Постников проекты буйынса төҙөлгән. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып иҫәпләнә.
'''Лётчик-космонавт П. И. Беляев һәйкәле''' — Советтар Союзы геройы лётчик-космонавт [[Беляев Павел Иванович]] бюсы, скульптура һәйкәле. [[Вологда]] ҡалаһында Октябрь скверында Октябрь һәм Мальцев урамдары киҫелешкән урында урынлашҡан. Һәйкәл [[1979 йыл]]да скульптор Г. М. Постников проекты буйынса төҙөлгән. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып иҫәпләнә.


== Тарихы ==
== Тарихы ==
20 юл: 20 юл:
== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
{{иҫкәрмәләр}}

== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
* [[Беляев Павел Иванович]]


== Һылтанмалар ==
== Һылтанмалар ==
* [https://vologdatourinfo.ru/objects/pamyatnik-kosmonavtu-pavlu-belyaevu Памятник Беляеву]
* [https://vologdatourinfo.ru/objects/pamyatnik-kosmonavtu-pavlu-belyaevu Памятник Беляеву]

* [https://vologdahistory.ru/wiki/%D0%9F%D0%B0%D0%BC%D1%8F%D1%82%D0%BD%D0%B8%D0%BA_%D0%91%D0%B5%D0%BB%D1%8F%D0%B5%D0%B2%D1%83 Наследие. Памятник Павлу Беляеву]
* [https://vologdahistory.ru/wiki/%D0%9F%D0%B0%D0%BC%D1%8F%D1%82%D0%BD%D0%B8%D0%BA_%D0%91%D0%B5%D0%BB%D1%8F%D0%B5%D0%B2%D1%83 Наследие. Памятник Павлу Беляеву]

* [http://www.kaliningradgid.ru/architecture/monument/pamyatnika-p-i-belyaevu.html Гид. Вологда. Памятник П. И. Беляеву]
* [http://www.kaliningradgid.ru/architecture/monument/pamyatnika-p-i-belyaevu.html Гид. Вологда. Памятник П. И. Беляеву]



19:14, 18 ноябрь 2020 өлгөһө

Космонавт П.И. Беляев һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1979
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Вологда
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Вологодская область/Вологда[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Указания, как добраться улица Мальцева, Октябрьский сквер
Карта
 Космонавт П.И. Беляев һәйкәле Викимилектә

Лётчик-космонавт П. И. Беляев һәйкәле — Советтар Союзы геройы лётчик-космонавт Беляев Павел Иванович бюсы, скульптура һәйкәле. Вологда ҡалаһында Октябрь скверында Октябрь һәм Мальцев урамдары киҫелешкән урында урынлашҡан. Һәйкәл 1979 йылда скульптор Г. М. Постников проекты буйынса төҙөлгән. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып иҫәпләнә.

Тарихы

СССР лётчик-космонавы Павел Иванович Беляевты тыуған ерендә бик ихтирам иткәндәр һәм Вологда ҡалаһының почетлы гражданы исеме биргәндәр. П. И. Беляев бер ҡайтҡанында дуҫы А. А. Леонов менән килә, һәм улар икәүләп Вологданың Октябрь урамындағы скверҙа йәш имәндәр ултырталар. Космонавҡа бағышланған һәйкәл, бюст Рәсәйҙең Вологда өлкәһе Вологда ҡалаһында Йәш тамашасы театры ҡаршыһындағы төҙөкләндерелгән ана шул Октябрь скверында ҡуйылған да инде.

Космонавт Беляев Вологда өлкәһе Челищево ауылында тыуған. 1943 йылдан Совет Армияһы сафына хеҙмәт итергә алына, артабан Ейск авиация училищеһында уҡый. Хәрби-һауа академияһындә уҡыуын тамамлап, космонавттар отрядына күсерелә. 1965 йылдың мартында ул космосҡа осош яһай, «Восход-2» корабле командиры вазифаһын үтәй. Ошо осош ваҡытында космонавт Алексей Леонов кешелек тарихында беренсе тапҡыр асыҡ Йыһанға сыға.[1] П. И. Беляев 1970 йылда вафат.

1979 йылдың 17 авгусында Вологдала Советтар Союзы Геройы һәм ҡаланың почётлы гражданы лётчик-космонавт П. И. Беляевҡа арнап, тантаналы рәүештә һәйкәл асыла.[2].

Һәйкәлде ҡаплаған момументаль япманы лётчик-космонавттың ҡатыны Татьяна Филипповна һәм уның ҡыҙҙары Ирина һәм Людмила төшөрөп алалар.

Ҡала хәкимиәте баштараҡ һәйкәлде Кремлгә яҡын Вологда йылғаһы яры буйында ҡуйырға ниәтләнгән, әммә һуңыраҡ ошо урынды билдәләгәндәр.[3]

Тасуирламаһы

Ватандың атаҡлы улының бюсы торған аҫҡуймала «Беляев Павел Иванович, лётчик-космонавт, Советтар Союзы Геройы» тип яҙылған. Скульптура өлкә үҙәгенең иҫтәлекле урындарының береһе булып тора һәм үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү йәһәтенән патриотик объект булып иҫәпләнә.[4]

Скульптура янында даими рәүештә төрлө осрашыуҙар, космонавтика үҫешенә һәм шәхсән Павел Беляев ҡаҙанышына бағышланған мәҙәни саралар ойошторола. Монумент янына Вологда халҡы һәм ҡунаҡтары килә һәм сәскәләр һала.[5]

Иҫкәрмәләр

  1. Памятник космонавту Павлу Беляеву | Туризм в Вологодской области. vologdatourinfo.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2020.
  2. Памятник летчику-космонавту СССР П.И. Беляеву (ингл.). vologda-portal.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2020.
  3. Памятник Беляеву — История Вологды. vologdahistory.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2020.
  4. Памятника П. И. Беляеву Вологде. www.kaliningradgid.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2020.
  5. Павлом Беляевым гордится вся Россия. vologda.mk.ru. Дата обращения: 16 ноябрь 2020.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар