1 февраль: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Ryanag (фекер алышыу | өлөш) ә clean up using AWB |
Айсар (фекер алышыу | өлөш) →0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар: күренеште төҙәтеү |
||
43 юл: | 43 юл: | ||
<onlyinclude>{{#if: {{replace|{{{1|}}}|3|}} || |
<onlyinclude>{{#if: {{replace|{{{1|}}}|3|}} || |
||
* [[Тереғолов Әбүбәкер Батыргәрәй улы]] (1885—18.12.1966), ғалим-терапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1927), профессор (1929). [[РСФСР]]-ҙың (1940) һәм [[Татарстан|Татар АССР-ының]] (1940) атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1911—1913 йылдарҙа [[Өфө губернаһы]] [[Өфө өйәҙе]] Шишмә тимер юл станцияһында (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Шишмә районы]] [[Шишмә|Шишмә ҡасабаһы]]) земство табибы. [[Ленин ордены|Ленин]] (1952), ике [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1940, 1950) ордены кавалеры. Сығышы менән [[Өфө ҡалаһы]]нан. |
* [[Тереғолов Әбүбәкер Батыргәрәй улы]] (1885—18.12.1966), ғалим-терапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1927), профессор (1929). [[РСФСР]]-ҙың (1940) һәм [[Татарстан|Татар АССР-ының]] (1940) атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1911—1913 йылдарҙа [[Өфө губернаһы]] [[Өфө өйәҙе]] Шишмә тимер юл станцияһында (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Шишмә районы]] [[Шишмә|Шишмә ҡасабаһы]]) земство табибы. [[Ленин ордены|Ленин]] (1952), ике [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1940, 1950) ордены кавалеры. Сығышы менән [[Өфө ҡалаһы]]нан. |
||
* [[Ғабдулла Ғиләжев]] (1930—7.01.1997), актёр, режиссёр, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1952 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973). [[Башҡорт АССР‑ы]]ның [[Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] (1980) һәм [[Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы]] (1976) лауреаты. [[Халыҡтар Дуҫлығы ордены|Халыҡтар Дуҫлығы]] (1981) һәм [[«Почёт Билдәһе» ордены|Почёт Билдәһе]] (1971) ордендары кавалеры. |
* [[Ғабдулла Ғиләжев]] (1930—7.01.1997), актёр, режиссёр, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1952 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973). [[Башҡорт АССР‑ы]]ның [[Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]] (1980) һәм [[Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы]] (1976) лауреаты. [[Халыҡтар Дуҫлығы ордены|Халыҡтар Дуҫлығы]] (1981) һәм [[«Почёт Билдәһе» ордены|Почёт Билдәһе]] (1971) ордендары кавалеры. |
||
* [[Шакирова Аймара Әхмәтйән ҡыҙы]] (1935), юрист, суд органдары ветераны. 1965—1990 йылдарҙа [[Учалы районы|Учалы район]] судының халыҡ судьяһы, 1990—1994 йылдарҙа Учалы район суды рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы (1988). Сығышы менән ошо райондың Өргөн ауылынан. |
* [[Шакирова Аймара Әхмәтйән ҡыҙы]] (1935), юрист, суд органдары ветераны. 1965—1990 йылдарҙа [[Учалы районы|Учалы район]] судының халыҡ судьяһы, 1990—1994 йылдарҙа Учалы район суды рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы (1988). Сығышы менән ошо райондың Өргөн ауылынан. |
||
* [[Рамазан Шәғәлиев]] (1935—20.02.2010), шағир, мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1959—1995 йылдарҙа Силәбе ҡалаһының хәҙерге «Мечел» мәҙәниәт һәм техника һарайының «Айгөл» татар һәм башҡорт үҙешмәкәр халыҡ коллективы, 1962—2007 йылдарҙа Аҡмулла исемендәге Силәбе өлкә әҙәби берекмәһе етәксеһе. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Мәскәү, 1987). Аҡмулла исемендәге (2002), Ҡадир Даян исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының почётлы гражданы. |
* [[Рамазан Шәғәлиев]] (1935—20.02.2010), шағир, мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1959—1995 йылдарҙа Силәбе ҡалаһының хәҙерге «Мечел» мәҙәниәт һәм техника һарайының «Айгөл» татар һәм башҡорт үҙешмәкәр халыҡ коллективы, 1962—2007 йылдарҙа Аҡмулла исемендәге Силәбе өлкә әҙәби берекмәһе етәксеһе. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Мәскәү, 1987). Аҡмулла исемендәге (2002), Ҡадир Даян исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының почётлы гражданы. |
15:54, 27 ноябрь 2020 өлгөһө
1 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
1 февраль Викимилектә |
1 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 32-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 333 көн ҡала (кәбисә йылында 334).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар
- 772 йыл: 72-се Рим Папаһы итеп консул һәм герцог Теодат ғаиләһенән римлян һайлана, ул Адриан I исемен ҡабул итә.
- 1186 йыл: Госпитальерҙар Сүриәләге Маргат (Маркаб) ҡәлғәһен ала, Иерусалим бирелгәс, ул ордендың үҙәгенә әйләнә.
- 1709: Тымыҡ океанда Хуан-Фернандес архипелагында Робинзон Крузоның прототибы буласаҡ матрос Александр Селкирк табылған.
- 1720: Швеция һәм Пруссия солох килешеүенә ҡул ҡуя.
- 1732: Рәсәй һәм Персия Ғосман империяһына ҡаршы бергәләп көрәшеү хаҡындағы Рәшт килешеүенә ҡул ҡуя.
- 1816: Декабристарҙың тәүге йәшерен сәйәси ойошмаһы «Ҡотҡарыу союзы» төҙөлә.
- 1819: Оло урҙа ҡырғыҙҙары Рәсәй империяһына ҡушыла.
- 1865: Инглиз теленең Оксфорд һүҙлегенең тәүге баҫмаһы донъя күрә.
- 1898: Өфөлә тәүге ҡала электростанцияһы (ҡеүәте — 560 кВт) эшләй башлай.
- 1924: Бөйөк Британия рәсми рәүештә СССР-ҙы таный.
- 1924: «Белем» (хәҙер «Башҡортостан уҡытыусыһы») журналы сыға башлай.
- 1926: Ҡырғыҙ АССР-ы ойошторола.
- 1930: СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары менән илдә дөйөм коллективлаштырыу башлана.
- 1930: «Таймс» гәзитендә беренсе кроссворд баҫыла.
- 1937: Өфөлә трамвай йөрөй башлай.
- 1946: Трюгве Ли БМО-ның беренсе Генераль секретары итеп һайлана.
- 1962: Куба Америка Дәүләттәре Ойошмаһынан сығарыла.
- 1963: Өфөлә «Эре панелле йорттар төҙөү» тресы ойошторола.
- 1969: СССР менән Перу Республикаһы араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1980: СССР менән Лесото араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1992: Һалҡын һуғыш тамамланыу тураһында Рәсәй—АҠШ декларацияһы.
- 1994: ЕС илдәре ҡул ҡуйған Шенген килешеүҙәре үҙ көсөнә инә, был илдәр граждандары ЕС буйынса ирекле рәүештә йөрөү хоҡуғы ала.
- 1996: Эритрея григориан календарына күсә.
Был көндө тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Тереғолов Әбүбәкер Батыргәрәй улы (1885—18.12.1966), ғалим-терапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1927), профессор (1929). РСФСР-ҙың (1940) һәм Татар АССР-ының (1940) атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1911—1913 йылдарҙа Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Шишмә тимер юл станцияһында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ҡасабаһы) земство табибы. Ленин (1952), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1940, 1950) ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғабдулла Ғиләжев (1930—7.01.1997), актёр, режиссёр, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1952 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973). Башҡорт АССР‑ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1980) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1976) лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм Почёт Билдәһе (1971) ордендары кавалеры.
- Шакирова Аймара Әхмәтйән ҡыҙы (1935), юрист, суд органдары ветераны. 1965—1990 йылдарҙа Учалы район судының халыҡ судьяһы, 1990—1994 йылдарҙа Учалы район суды рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы (1988). Сығышы менән ошо райондың Өргөн ауылынан.
- Рамазан Шәғәлиев (1935—20.02.2010), шағир, мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1959—1995 йылдарҙа Силәбе ҡалаһының хәҙерге «Мечел» мәҙәниәт һәм техника һарайының «Айгөл» татар һәм башҡорт үҙешмәкәр халыҡ коллективы, 1962—2007 йылдарҙа Аҡмулла исемендәге Силәбе өлкә әҙәби берекмәһе етәксеһе. 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Мәскәү, 1987). Аҡмулла исемендәге (2002), Ҡадир Даян исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының почётлы гражданы.
- Давыдова Эльмира Минһаж ҡыҙы (1940—30.07.2018), музыка белгесе, фән кандидаты. 1973—1976 һәм 1982—2002 йылдарҙа Башҡортостан Композиторҙар союзының яуаплы секретары, 1978—1982 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. 1981 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Президенты стипендиаты (2008).
- Түрйәнов Альфрет Хәбиб улы (1940—21.09.2016), ғалим-терапевт, дәүләт, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре, спортсы. 1987—1995 йылдарҙа Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры, 1970—2009 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2004—2006 йылдарҙа университет проректоры. РСФСР-ҙың 12-се саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советтары һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1993). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1990), байдарка һәм каноэла ишеү буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1967). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Подлуб ауылынан. Мэлс Түрйәновтың игеҙәк туғаны.
- Түрйәнов Мэлс Хәбиб улы (1940—11.11.2004), ғалим-табип, инфекционист, йәмәғәтсе. 1970 йылдан Мәскәүҙең 1-се медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—1992 йылдарҙа инфекцион ауырыуҙар кафедраһы мөдире, терапия факультеты деканы; бер үк ваҡытта 1991—2003 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш инфекционисы; 1992—2003 йылдарҙа Рәсәй Дипломдан һуң уҡытыу медицина академияһы проректоры. 1991—2003 йылдарҙа Рәсәй инфекционистар йәмғиәте рәйесе. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1984), профессор (1985). РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1995), байдарка һәм каноэла ишеү буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Подлуб ауылынан. Альфрет Түрйәновтың игеҙәк туғаны.
- Айрат Ҡобағошов (1950), композитор, фольклорсы. 1986 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусы, шул иҫәптән 1996—2012 йылдарҙа башҡорт музыкаһы факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1996 йылдан — традицион музыка башҡарыу кафедраһы мөдире. 1989 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Профессор (2013). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Фәрзәнә Аҡбулатова (1960), яҙыусы, журналист. 2010 йылдан «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» каналы комментаторы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар (1995) һәм Журналистар (1999) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (1995) һәм М. Ҡашғари исемендәге V халыҡ-ара хикәйәләр конкурсы лауреаты.
- Фәхретдинов Иршат Юнир улы (1965), отставкалағы хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре, ғалим-хоҡуҡ белгесе. Афған һуғышында һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Запастағы полковник. Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты. Ҡыҙыл Йондоҙ (1988), Салауат Юлаев (2013) ордендары кавалеры, 2-се дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн орденының миҙалы (2014) менән бүләкләнгән.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Әмиров Марсель Мәғрүп улы (1936), ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Әжекәй ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ғәлимйәнов Флүр Ғәлимйән улы (1932—1.01.2010), хужалыҡ эшмәкәре. 1955 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1962 йылдан инженер-конструктор, 1964 йыдан — өлкән мастер, 1974 йылдан — цех начальнигы урынбаҫары, 1993—1994 йылдарҙа бүлек начальнигы урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- Ғилданов Хәләф Ғилван улы (1932—7.01.1994), хеҙмәт алдынғыһы, 1952—1992 йылдарҙа Илеш районы «Коммунар» колхозы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1975), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
- Дилмөхәмәтов Сәйфулла Ишҡәле улы (1932—27.08.2004), ҡурайсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).
- Рәхмәтуллин Салауат Ибраһим улы (1942), уҡытыусы, шағир.
- Ғилманов Ғәлимйән Хәмитйән улы (1957), яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, ғалим. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Әсән ауылынан
- Матвеева Людмила Михайловна (1957), спортсы, мәғариф хеҙмәткәре, ғалим. Социология фәндәр кандидаты (2004), профессор (2009). Еңел атлетика буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1985), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2005). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1998), Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличнигы (2003), Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Шаляпин Фёдор Иванович (1873—12.04.1938), Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың опера һәм камера йырсыһы. 1890 йылдың сентябренән 1993 йылғаса Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Совет Рәсәйенең беренсе халыҡ артисы (1918).
- Теләпов Әҙеһәм Зариф улы (1903—1976), хәрби хеҙмәткәр, полковник, Ленин һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
- Фәрит Вәхитов (1933), журналист, тарихсы, 2002—2006 йылдарҙа Республика Хәрби дан музейының ғилми хеҙмәткәре. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2000).
- Иванов Владимир Николаевич (1938—9.07.1993), спортсы, тренер, РСФСР-ҙың еңел атлетика буйынса атҡаҙанған тренеры (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1988). Сығышы менән Башҡортостандың Бәләбәй ҡалаһынан.
- Әхиәров Венер Хатип улы (1938—2001), ғалим-геолог, геология-минералогия фәндәре докторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Тамъян ауылынан.
- Дәүләтбаева Мәрйәм Ағил ҡыҙы (1943), штукатур-буяусы, 1984—1992 йылдарҙа Хәйбулла районы Аҡъяр ауылындағы 110-сы һөнәрселек училищеһының производствоға өйрәтеү мастеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Лесин Василий Николаевич (1943—13.05.2020), СССР һәм Рәсәй рәссамы, график. 1975 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған рәссамы.
- Ишемғолов Дамир Нуретдин улы (1943), рәссам. 1996—2010 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2001).
- Юнир Салауатов (1948), эстрада артисы, нәфис һүҙ оҫтаһы, юморист һәм сатирик, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
- Ноғоманова Фирҙәүес Ғабдулла ҡыҙы (1963), Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт редакцияһы мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы (1939), ғалим-офтальмолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1989). РСФСР‑ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР‑ының (1977) атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡорт АССР‑ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Почёт (1999), Салауат Юлаев (2004) ордендары, Абхазия Республикаһының «Намыҫ һәм дан» (2004) ордены кавалеры.
- Муса Сиражи (1939—14.09.2019), шағир, журналист. 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1971 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР‑ының (1989) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (2003).
- Захарова Евгения Александровна (1944—16.01.1993), рәссам, уҡытыусы. 1978 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. 1973—1993 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск өлкәһе Иҫке Салаван ауылынан.
- Зөфәр Вәлит (1949), шағир, 2005 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2015).
- Хәсәнов Әнүәр Ғиниәт улы (1954), ғалим-хирург, юғары мәктәп һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). Ғ. Х. Ҡоҙаяров исемендәге премия лауреаты (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Үрнәк ауылынан.
- Иҙрисова Дилара Марс ҡыҙы (1989), Рәсәй опера йырсыһы (сопрано). Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе.
Дөйөм исемлек
- 1795: Александр Смирдин, Рәсәй империяһы сауҙагәре, китап баҫтырыусы һәм һатыусы.
- 1857: Владимир Михайлович Бехтерев, Рәсәй империяһы невропатологы, психиатр, психолог һәм физиолог.
- 1884: Евгений Иванович Замятин, Рәсәй империяһы һәм СССР яҙыусыһы.
- 1900: Анатолий Головня, СССР кинооператоры, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980), РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1935).
- 1931: Борис Ельцин, Рәсәйҙең беренсе президенты.
- 1942: Лев Лещенко, СССР-ҙың эстрада йырсыһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
Был көндө вафат булғандар
Йыл көндәре