Юнысов Зәбир Кәбир улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Иҫкәрмәләр: күренеште төҙәтеү
32 юл: 32 юл:


== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
{{Иҫкәрмәләр}}


== Сығанаҡтар ==
== Сығанаҡтар ==

17:24, 27 ноябрь 2020 өлгөһө

Юнысов Зәбир Кәбир улы
Тыуған көнө 1 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Тәтер-Арыҫлан, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 28 август 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (82 йәш)
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Юнысов Зәбир Кәбир улы (рус. Юнусов Забир Кабирович) — 1 декабрь 1937 йыл28 август 2020 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — татар[1]

Биографияһы

Зәбир Кәбир улы Юнысов 1937 йылдың 1 декабрендә Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылында тыуған. Юғары белемле - 1964 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

1955 йылда Свердловск техник училищеһына уҡырға инә, унан Совет Армияһы сафтарына саҡырыла, 1956—1959 йылдарҙа Армия хеҙмәте үтә.

1959 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтына имтихандарын уңышлы тапшырып, уҡырға ингән. Дүртенсе курсты тамамланғандан һуң, ул Ырымбур ауыл хужалығы институтының «Ауыл хужалығы етештереүе буйынса инженер-механик» факультетына ситтән тороп уҡыу бүлегенә күскән.

Хеҙмәт эшсәнлеген 1963 йылда башлай. Институтты тамамлағандан һуң Балаҡатай районы ауыл хужалығы идаралығында баш инженер, "Птицепром" тресында баш инженер булып эшләй.

1968 - 1974 йылдарҙа Өфө ҡошсолоҡ фабрикаһында директор.

1974-1976 йылдарҙа проект институтында бүлек етәксеһе[2]..

27 йыл дауамында ике ҡош-ҡорт аҫраусылыҡ фабрикаһы директоры була: төҙөлөш барған осоронан уҡ Өфө ҡошсолоҡ фабрикаһында етәксе булған, ә 1976 йылдан хәҙерге «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһына ла төҙөлөп ятҡан мәленән үк етәкселек итә башлаған. Ҡошсолоҡ фабрикаһы - ул ауылға төп эш урыны ла, шул уҡ ваҡытта ауылдағы социаль инфраструктура ла тигән һүҙ:

Благодаря его таланту руководителя, ратующего за своих земляков, был построен самый современный и большой населенный пункт в Уфимском районе – село Авдон с крупными объектами культуры, образования, торговли здравоохранения.

[3]

1990 йылда Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына Өфө районы, 262-се Николаевка һайлау округынан депутат итеп һайланған [4][5]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Халыҡтар дуҫлығы ордены
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
  • Өфө районының почетлы гражданы

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 27
  3. Скончался Юнусов Забир Кабирович
  4. 12 созыв (БАССР)
  5. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 30

Сығанаҡтар

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.