Мещанинов Иван Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мещанинов Иван Иванович
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 24 ноябрь (6 декабрь) 1883[1]
Тыуған урыны Өфө, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 16 ғинуар 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[2][3][4] (83 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР, Совет Рәсәйе[2]
Ерләнгән урыны Серафимовка зыяраты[d]
Һөнәр төрө лингвист, археолог, антрополог, преисторик, этнограф
Эшмәкәрлек төрө тел ғилеме
Эш урыны Мәскәү дәүләт университетының филология факультеты[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург археология институты
Ғилми етәксе Николай Яковлевич Марр[d]
Кемдә уҡыған Николай Яковлевич Марр[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы һәм СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Мещанинов Иван Иванович (12 ноябрь 1883 йыл — 16 ғинуар 1967 йыл) — ғалим-лингвист һәм археолог. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1932), Палестина Йәмғиәтенең Император Православие Советы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ива́н Ива́нович Мещани́нов дворян нәҫеленән. Суд эшмәкәре, нәҫелдән нәҫелгә тапшырыла торған дворянлыҡ титулын алыуға өлгәшкән, сенатор булған Иван Васильевич Мещаниновтың улы.

Санкт-Петербургтың 6-сы гимназияһын алтын миҙалға тамамлай (1902)[5], ике семестр Гейдельберг университетында (1905) стажировка үтә, Петербург университетының юридик факультетын тамамлай (1907), Сенатта эшләй, Санкт-Петербург археология институтын тамамлай (1910). Мещанинов ғилми эшмәкәрлеген археолог булараҡ башлай (башта һәүәҫкәр археолог), Кавказдағы һәм Ҡара Диңгеҙ буйындағы боронғо цивилизациялар буйынса белгес, шул урындарҙа ҡаҙыныу эштәрен алып бара. Революция алдынан Петербург музейҙарының эламит коллекцияларын системаға һалыу менән шөғөлләнә. 1910—1923 йылдарҙа Археология институтының тарихи архивы мөдире була[6].

Ул — тарихсы булараҡ Н. Я. Марр уҡыусыларының береһе (бер ни тиклем ваҡыт Маррҙың сәркәтибе лә була), артабан, лингвист һәм "Тел тураһында яңы тәғлимәт"тең теоретигы булараҡ, уның төп рәсми вариҫына әйләнә, ә марризмды дәүләт ҡурсыуы шарттарында — ғәмәлдә совет лингвистикаһының башлығы.

1930 йылдан Йәнле көнсығыш телдәре институты профессоры.

1932 йылда Мещанинов тарихи эштәре өсөн СССР Фәндәр академияһы академигы итеп һайлана (ағза-корреспондент баҫҡысын үтеп тормай). 1934 йылда ул СССР Фәндәр академияһының Әҙәбиәт һәм тел бүлексәһе сәркәтибе булып китә.

1933—1937 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Антропология, археология һәм этнография институты директоры. Н. Я. Марр вафатынан һуң 1935—1950 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Марр исемендәге Тел һәм фекерләү институты директоры (хәҙерге вариҫтары — Рәсәй Фәндәр академияһының Петербург Лингвистик тикшеренеүҙәр институты һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Мәскәү Тел ғилеме институты). Замандаштары Мещанинов етәкләгән институттың, башҡа ғилми учреждениелар менән сағыштырғанда, 1937—1938 йылдарҙағы репрессияларҙан аҙыраҡ зыян күреүен уның ниндәйҙер дәрәжәлә коллектив ағзаларын яҡлай алыуы менән аңлата. 1945 йылда Мещанинов 11 академик менән бер рәттән (Петр Капицанан алып Трофим Лысенкоға тиклем) Социалистик Хеҙмәт Геройының Алтын йондоҙо менән бүләкләнә (наградлауҙың сәбәбе — «бөйөк урыҫ теле» морфологияһын һәм синтаксисын өйрәнеү, ә бит Мещанинов бер ҡасан да махсус рәүештә урыҫ теле менән шөғөлләнмәй), 1943 һәм 1946 йылдарҙа — ике Сталин премияһы. Бынан тыш уның Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм тағы бер Ленин ордены була (уныһы Герой исемен биргәндә бер ыңғай тапшырыла).

Мещаниновтың лингвистик белеме булмай (шулай уҡ тарихи белеме лә), һәм академик булғас ҡына телде тикшереү буйынса төп хеҙмәттәрен яҙа. Маррҙың вариҫы булып иҫәпләнһә лә Мещанинов ғилми бәхәсте сәйәси яла яғыуҙарға әйләндермәй. Йыш ҡына ул Маррҙың теге йәки был фекерен «эшләп еткерелмәгән» тип билдәләй, бының менән ул традицион ҡараш яҡлы булып сыға. 1940-се йылдарҙың икенсе яртыһында уның эштәренең баш һүҙҙәрендә генә Маррға һылтанма яһала, артабан Марр теорияһы бөтөнләй телгә алынмай тиерлек.

Һүҙ төркөмдәренең һөйләм киҫәктәре менән ярашыуы теорияһын Мещанинов тәҡдим итә. Ул махсус рәүештә үле телдәр менән шөғөлләнә, атап әйткәндә И. Фридрих менән бергә, урарт телен аңлауға тос өлөш индерә.

1948—1949 йылдарҙа Ф. П. Филин һәм Г. П. Сердюченко марризмға ҡаршы яңы ҡаты һөжүм башлай, Мещанинов айырыуса ҡаты тәнҡит утына тотола (синтаксис менән үтә ныҡ мауыҡҡаны өсөн). Үҙенә ташланған ғәйептәрҙе алып ташларға тырышып, ул, «буржуаз ғалимдарҙан алыр нәмә юҡ», тип белдерә (космополитизм менән көрәш), үҙенең ҡайһы бер «хаталарын» таный һәм һүҙҙә булһа ла ортодоксаль марризмға яҡынлаша; әммә совет коллегалары адресына сәйәси ғәйептәр ташлауға тиклем барып етмәй.

Сталин 1950 йылда марризмды бөтөрә, һөҙөмтәлә Мещанинов Тел һәм фекерләү институты директоры вазифаһынан бушатыла, СССР Фәндәр академияһының Әҙәбиәт һәм тел бүлексәһе сәркәтибе булыуҙан да туҡтай. Шуға ҡарамаҫтан эшләүен дауам итә, унан академик исеме, премиялары һәм ордендары ла тартып алынмай. Сталин «Марксизм һәм тел өйрәнеү мәсьәләләре» тигән эшендә Мещаниновҡа һәм башҡа тел ғилеме эшмәкәрҙәренә тулы ышанысын белдерә. Бәлки, тап шул арҡала Мещанинов һәм уның коллегалары репрессияға дусар ителмәгәндер.

Сталиндың вафатынан һуң Мещанинов лингвистка даирәһенә кире ҡайта (әммә алғы урындан В. В. Виноградов уны ҡыҫырыҡлап сығара); уның хеҙмәттәре күп тапҡырҙар ҡабатлап баҫыла.

Серафимов зыяратына ерләнә. 1968—1969 йылдарҙа ҡәбер ташы ҡуйыла (архитекторы Л. К. Бадальян)

Санкт-Петербургтағы адрес[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1941, 1944 — 16 ғинуар 1967 йыл — Лейтенант Шмидт урамы яр буйы, 1-се йорт.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Лейтенант Шмидт урамы, 1-се йорт адресы буйынса урынлашҡан йортҡа 1973 йылда мемориаль таҡта урынлаштырыла (архитекторы Д. Л. Гольд)[7].

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Эламские древности. — П., 1917.
  • Краткие сведения о работах археологической экспедиции в Нагорном Карабахе и Нахичеванском крае, Сообщение ГАИМК, I. — Л., 1926.
  • Халдоведение. История древнего Вана. — Баку, 1927.
  • Введение в яфетидологию. — Л., 1929.
  • Язык Ванской клинописи. — Л., 1935.
  • Новое учение о языке. Стадиальная типология. — Л., 1936.
  • Общее языкознание. — Л., 1940.
  • Члены предложения и части речи. — М. — Л., 1945.
  • Глагол. — Л., 1949.
  • Грамматический строй урартского языка, ч. 1—2. — Л., 1958—1962.
  • Структура предложения. — М. — Л., 1963.
  • Эргативная конструкция в языках различных типов. — Л., 1967.
  • Аннотированный словарь урартского (биайнского) языка. — Л., 1978.
  • Члены предложения и части речи / И. И. Мещанинов; Отв. ред.: Панфилов Владимир Зиновьевич, Скорик Пётр Яковлевич; Академия наук СССР. Отделение литературы и языка. — [Изд. 2-е]. — Л.: Наука. Ленингр. отд-ние, 1978. — 388 с. — 5300 экз. (в пер.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. 2,0 2,1 2,2 Мещанинов Иван Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. Iwan Iwanowitsch Meschtschaninow // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. Iwan Iwanowitsch Meschtschaninow // Munzinger Personen (нем.)
  5. Историческая записка, изданная ко дню пятидесятилетия Санкт-Петербургской шестой гимназии. 1862—1912. — Санкт-Петербург, 1912. С. 67
  6. Мещанинов И. И. Проблемы развития языка. — М., 1975.
  7. Энциклопедия Санкт-Петербурга, мемориальная доска И. И. Мещанинову.