Надя Ножарова

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Надя Ножарова
болг. Надя Ножарова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Болгария
 Америка Ҡушма Штаттары
Титул граф[d]
Тыуған көнө 21 ноябрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Плевен[d], Болгария
Вафат булған көнө 18 апрель 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (97 йәш)
Вафат булған урыны Лонг-Айленд[d], Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары
Хәләл ефете Angel Sladkarov[d]
Һөнәр төрө актёр, кино актёры, эшҡыуар
 Надя Ножарова Викимилектә

Надя Ножарова (болг. Надя Матеева Ножарова; 21 ноябрь 1916 йыл18 апрель 2014 йыл) — Болгарияның опера йырсыһы һәм актрисаһы; АҠШ эшҡыуары һәм филантропы; Испания графиняһы Надя де Наваро Фарбер[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1916 йылдың 21 ноябрендә Болгария Батшалығының Плевен ҡалаһында, электрика менән сауҙа итеүсе ғаиләһендә тыуған.

1934 йылда Ловеч ҡалаһында Америка ҡыҙҙар мәктәбен тамамлай, Плевен ҡалаһына килә һәм «Ангел Сладкаров» опера театрына эшкә керә, был ваҡытта театр ил буйлап гастролдәрҙә йөрөгән була. Сладкаров театр труппаһы тарҡалғандан һуң, «Одеон», «България» һәм «Корпоративен театър» театрҙары сәхнәһендә уйнай. Һуңынан Германияға китә, унда йырға уҡый. Болгарияға әйләнеп ҡайтҡандан һуң режиссёр Цанков Хрисандың «Испытание[bg]» фильмында уйнай (1942 йыл).

Тышҡы һүрәттәр
АҠШ-та шәфҡәтлек кисәһендә

Монте-Карлола йәшәй, 1949 йылда АҠШ-ҡа күсеп китә һәм үҙенең вафатына тиклем шунда ҡала. Хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, күп кенә донъя гуманитар ойошмаларына ярҙам итә. АҠШ-ҡа иммиграция мәсьәләләре буйынса Идаралыҡ менән хеҙмәттәшлек итә, йәһүд-иммигранттарға ярҙам итеү буйынса кампанияларҙа ҡатнаша. Монакола Ҡыҙыл Тәрегә, Парижда америка госпиталенә һәм Монакола «Принцесса Грейс» госпиталенә, Афина һәм Венецияла балалар йорттарына ярҙам итә. Үҙенең шәфҡәтлелек эшмәкәрлеге өсөн күп һанлы наградаларға һәм почетлы исемдәргә лайыҡ була.

Надя Ножарова 2014 йылдың 18 апрелендә Америка Ҡушма Штаттарының Нью-Йорк штатында, Лонг-Айлендта вафат була.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Надя Ножарова дүрт тапҡыр кейәүҙә була:

  • 1936—1940 йылдарҙа — Ангел Сладкаров, уның менән Троян монастырында никахлана һәм 1940 йылда айырылыша;
  • 1940—1949 йылдар — граф Наварро (1949 йылда вафат була), Испания дворяны, Ватиканда дипломат булып эшләгән, унан графиня титулын ала, Монте-Карлола йәшәй;
  • 1953—1985 йылдар — Фарбер Сид (ингл. Sid Farber, 1913—1985), америка бизнесмены, күсемһеҙ милек объекттары төҙөү һәм тейешле процестарҙы ойоштороу менән шөғөлләнеүсе эшҡыуар, унан ҙур байлыҡ мираҫ итеп ала[2];
  • 1985—2014 йыл — Юрий Фарбер (ингл. Yuri Farber, 1949 йылда тыуған), американ, алдағы иренең туғаны була[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]