Наталия Орейро

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Орейро Наталия битенән йүнәлтелде)
Наталия Орейро
исп. Natalia Marisa Oreiro Iñasio
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Уругвай
 Рәсәй[2]
 Испания
Вторая фамилия в испанском имени Иглесиас[d]
Тыуған көнө 19 май 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1][3] (46 йәш)
Тыуған урыны Монтевидео, Уругвай[1]
Хәләл ефете Рикардо Мольо[d]
Сожитель Пабло Эчарри[d]
Туған тел Испан теле
Һөнәр төрө йырсы, модель, кино актёры, телевидение актёры, йырҙар авторы, модельер, эшҡыуар, актёр, Список Послов доброй воли ЮНИСЕФ
Эш урыны ЮНИСЕФ[d]
Биләгән вазифаһы посол доброй воли ЮНИСЕФ[d][4]
Йырсы тауышы меццо-сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d] һәм гитара
Дискография Дискография Наталии Орейро[d]
Фильмография Q6351407?
Жанр латиноамериканская поп-музыка[d] һәм поп-рок[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы BMG Rights Management[d], Ariola Records[d] һәм Warner Music Group[d]
Йоғонто яһаусы Фиона Эппл[d], Sui Generis[d], Дженис Джоплин[d], Pearl Jam[d] һәм Чарли Гарсия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Наталия Орейро Викимилектә

Ната́лия Мари́са Оре́йро Игле́сиас (исп. Natalia Marisa Oreiro Iglesias; 19 май 1977(19770519), Монтевидео, Уругвай) — Уругвай актёры һәм йырсыһы. 2011 йылдан — Рио-де-Ла-Плата төбәгендә (Аргентина һәм Уругвай) ЮНИСЕФ-тың изге ихтыяр илсеһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наталия Мариса Орейро Иглесиас 1977 йылдың 19 майында Монтевидеола (Уругвай) тыуа.

Әсәһе Мабель Иглесиас ул саҡта парикмахер булып эшләй (хәҙер йорт хужабикәһе); атаһы Карлос Орейро әлеге ваҡытта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Апаһы Адриана кейем-һалым магазины тота.

Наталия 8 йәшенән актёрлыҡ оҫталығына өйрәнә башлай. 12 йәштән Уругвай рекламаһында төшә. 14 йәшендә күп һанлы дәғүәселәр араһынан Шуши — Бразилия йырсыһы һәм телетапшырыуҙар алып барыусыһы) шоуына төп ярҙамсы итеп һайлап алына һәм Шушуҙы бөтә сәфәрҙәрендә оҙатып йөрөй, төрлө сараларҙа уның исеменән вәкиллек итә.

16 йәшендә Наталия Буэнос-Айресҡа сериалдарҙағы ролдәрҙе башҡарыу өсөн үткәрелгән кастингтарҙа ҡатнашыр өсөн юллана. Кастингтарҙа тиҙ генә уңышҡа өлгәшә алмай, әммә бер заман «Буйһонмаҫ йөрәк» тигән фильмға статист роленә алына, шунда Пабло Эчарри (Pablo Echarri) менән таныша.

Бынан һуң Наталия «Наҙлы Ана» тигән сериалда бәләкәй генә бер ролде һәм «90-60-90 моделдәре» сериалында төп ролде башҡара. Ә ысын уңышҡа ул «Байҙар һәм билдәлеләр» тигән сериал аша өлгәшә, бында Диего Рамос уның партнеры була.

Ошо сериалдан һуң Наталия 1998 йыл башында Аргентинаның TeLeFe телевизион каналына бара, бында Густаво Янкелевич уға «Аргентиналы Нью-Йоркта» картинаһында төп ролде тәҡдим итә. Фильм ҙур уңыш яулай. Ошо уҡ ваҡытта Янкелевичтың булышлығы менән Наталия Natalia Oreiro тигән соло дискын сығара. Диск Аргентинала һатыуға 1998 йылдың 14 июлендә сыға, ә 1999 йылдың ғинуарында уның халыҡ-ара версияһы донъя күрә. Cambio dolor һәм Me muero de Amor синглдары Наталияға тағы ла ҙурыраҡ билдәлелек килтерә, ә диск үҙе тиҙҙән алтынға әйләнә. Аргентинала дисктың күсермәһе 750 000 данала һатыла, тағы ла миллионлап күсермә Латин Америкаһы һәм Көнсығыш Европа илдәрендә һатыла [источник не указан 1146 дней].

Артабан Наталияға TeLeFe каналында «Ҡырағай фәрештә» тигән сериалда католик монастырҙан Милагрос/Чолито исемле етем ҡыҙ роле эләгә, сериал 1998 йылдың ноябрендә төшөрөлә башлай. Актёрҙың һүҙҙәре буйынса, Милагрос образын тыуҙырыуҙа ул үҙе лә әүҙем ҡатнаша, сценарийҙы уйлаша. Нәҡ ошо роль уға бөтә донъяла билдәлелек һәм күп һанлы фанаттарының һөйөүен килтерә [источник не указан 2579 дней]. «Ҡырағай фәрештә» Израилдә Viva 2000 конкурсында еңә.

1999 йылда «Ҡырағай фәрештә» сериалындағы эш тамамлана. Наталия икенсе дискын яҙҙырыуға тотона. Яңы альбомы Tu Veneno («Һинең Ағыуың») тип атала, ул Аргентинала 2000 йылдың авгусында сыға. Альбомдың халыҡ-ара версияһы 2000 йылдың 19 сентябрендә донъя күрә.

2000 йылдың октябрь башында, алты йылға һуҙылған яҡын мөнәсәбәттәр тамамланып, Наталия менән Пабло Эчарриҙың араһы өҙөлә. Наталия быны бик ауыр кисерә, әммә ошо ваҡытта бик күп концерттар бирә һәм даими юлда була. 2001 йылдың 29 ғинуарында Наталия беренсе ҙур гастроль турнеһына китә. Йырсы Аргентина, Уругвай, Чили, Колумбия, Венесуэла, АҠШ, Испания, Польша, Венгрия, Чехия, Греция, Болгария, Төркиә, шулай уҡ Рәсәй сәхнәләрендә сығыш яһай. Рәсәйҙә концерты Кремль Концерт залында [источник не указан 1146 дней] үтә. Концерт турҙарының береһендә Como te Olvido тигән йырына клипта төшә. Йырсы уны Дракула замогында, зиннәтле урта быуаттар осоро күлдәген кейеп төшөрә.

2001 йылдың ноябрендә Наталия Орейро Divididos рок-төркөмөнөң 44 йәшлек етәксеһе Рикардо Мольо менән таныша, ә 2002 йыл башында улар туй яһай. Ир менән ҡатын сығанаҡ бармаҡтарына балдаҡ урынына татуировка яһата һәм бер-береһенә мәңгелек һөйөү тураһында ант итешә. Наталия әйтеүенсә, Рикардо уны ҡурҡыныс депрессиянан алып сыҡҡан һәм һәр көн өсөн ҡыуанып йәшәргә өйрәткән [источник?]

2002 йылда Пабло Раго менән «Качорра» сериалында төшә. 2002 йылдың көҙөндә Орейроның өсөнсө соло альбомы — Turmalina сыға. Диск 1,5 миллион даналы тираж менән тарала. 2003 йылдың ғинуарында Наталия тағы донъя буйлап турнеға сыға һәм 14 илдә концерт бирә. 2005 йылдың апрелендә Наталия тағы Рәсәйгә килә, был юлы ул 16 сериялы «Танго ритмында» тигән фильмда төшөргә тейеш була. 2005 йылдың майында Наталия «Алтын йөрәк» тигән хәйриәлек акцияһында ла ҡатнаша. Тантанала Наталия Alas de Libertad тигән йырын йырлай. 2005 йылдың декабрь башында Наталия «Һин — минең ғүмерем» тигән сериалда төшә башлай, Факундо Арана уның партнеры була.

Сериалда эшләү дүртенсе соло альбомын яҙҙырыуҙы кисектерә, уны 2010 йылдың июлендә сығарыу планлаштырыла, әммә һуңыраҡ Орейро дискты эшләүҙән баш тарта. 2008 йылдың ноябрендә Gente журналында сыҡҡан интервьюһында Наталия ире Рикардо Мольоның сериалдарға саундтректар яҙҙырып диск сығарырға тәҡдим итеүе тураһында әйтә.

Наталия — футбол көйәрмәне, ул ҡатнашҡан сериалдарға йыш ҡына футбол туптары килеп инә, улар менән артист жонглерлай һәм уйнай; бала саҡтан ул Монтевидеоның «Рампла Хуниорс» клубы өсөн көйә[5]; 2002 йылғы донъя чемпионаты алдынан ул Уругвай йыйылма командаһының «рухи әсәһе» итеп һайлана, Наталия Аргентинаның йыйылма командаһына ла йылы мөнәсәбәттә була.

Орейро 2010 йылда

2010 йылдың июнендә Наталия Орейро бер енесле никахтарҙы легалләштереү кампанияһында ҡатнаша.

2010 йылда Наталия Орейро Аргентина гражданлығын алыу ғәмәлен башлай (Уругвай һәм Испания гражданы булһа ла). Уның әйтеүенсә, «Мин Аргентина гражданы булырға теләйем, сөнки был ил минең өсөн бөтәһе лә… Мин һул сәйәси ҡараштарҙа торам, Уругвайҙа тауыш бирәм. Әммә тиҙҙән мин бында, Аргентинала ла тауыш бирә аласаҡмын. Минең өсөн ошо бик мөһим».

2011 йылда Орейро «Подпольелағы бала саҡ» фильмында «Монтонерос» һул перонистик партизан ойошмаһының подпольелағы әүҙемсеһе һәм төп геройҙың әсәһе ролен башҡара. Фильм Испанияның «Гойя» премияһына номинациялана, шулай уҡ 85-се тантанала Аргентинанан «Оскар» премияһының «Сит телдәге иң яҡшы фильм» номинацияһына тәҡдим ителә, ләкин номинанттарҙың йомғаҡлау иҫәбенә инмәй[6].

2011 йылдың 9 сентябрендә белдерелеүенсә, Наталия Орейро Ла-Плата төбәгендә, йәғни Аргентина менән Уругвайҙа, Ирекле ихтыяр илсеһе ителгән[7].

2012 йылдың 26 ғинуарында Буэнос-Айрес клиникаларының береһендә Наталия Орейро малай таба. Балаға Мерлин Атауальпа тип исем ҡушалар.

2013 йылда Наталия «Тик һин генә» (Solamente vos) тигән сериалда төшә.

2015 йылда Наталия «Каннибалдар араһында» тигән сериалда Ариана ролен башҡара.

2018 йылдың 7 июнендә Наталия Орейро "Авторадио"ла һәм «Мурзилки LIVE» программаһында була һәм Рәсәйҙә үткән футбол буйынса донъя чемпионаты көйәрмәндәре өсөн яҙылған «United by Love» тигән йыры менән таныштыра. Йырҙа инглиз, испан һәм рус телендәге һүҙҙәр һәм фразалар бар. Унда тыныслыҡ, мөхәббәт, футбол кеүек мөһим ваҡиға хаҡына берләшеү тураһында йырлана. «United by Love» йырын ижад итеүҙә билдәле продюсерҙар Этторе Гренчи һәм Диего Кордоба ҡатнаша. Йырҙа поп, урбан, кумбия һәм кандомбле жанрҙары шәйләнә, улар балалайка һәм аккордеон кеүек рус музыка ҡоралдары менән тулынландырылған була[8]. Йырҙың релизы бөтә донъяла йома көн 18 майҙа була.

2019 йылдың мартында Наталия Орейро Рәсәй гражданлығы алырға теләүе тураһында белдерә[9].

Коммерция проекттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Las Oreiro — апалы-һеңлеле партнерҙар Адриана менән Наталия дизайны кейемдәре.

2008 йылда Наталия Dori Media Group менән контракт төҙөй һәм тик интернет аша ғына таралырға тейешле «Аманда О» сериалында төшә башлай.

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Наталия Орейро Каннда 2007 йылда
Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1992 с Высокая комедия Alta comedia эпизодическая роль
1994 с Непокорное сердце Inconquistable corazón эпизодическая роль / Виктория
1995 с Нежная Ана Dulce Ana Вероника
1996 с Модели 90-60-90 90-60-90 modelos Лусия Перальта
1997 с Богатые и знаменитые Ricos y famosos Валерия Гарсия Мендес де Салерно
1998 с Касабланка Ojitos verdes Роса
1998 ф Аргентинец в Нью-Йорке Un argentino en New York Вероника де Риччи
1998 с Дикий ангел Muñeca brava Милагрос «Мили» Эспосито Ди Карло де Миранда
2002 с Качорра Kachorra Антония Герреро «Качорра»
2003 ф Клеопатра Cleopatra Сандра
2004 с Городок Желание El Deseo Кармен
2005 с Трофеи Botines Рене
2005 ф Война гимназий La guerra de los gimnasios телеактриса
2006 с В ритме танго V ritme tango Наталия Соланос
20062007 с Ты — моя жизнь Sos mi vida Эсперанса Муньос «Монита»
2007 ф Фильмец La peli Лола Монтеро
2007 ф Возможные жизни Las vidas posibles Марсия Микони
20082009 с Аманда О Amanda O Аманда О
2009 ф Музыка в ожидании Música en espera Паула Отеро
2009 ф Франция Francia Кристина Марсела
2010 ф Мисс Такуарембо Miss Tacuarembó Наталия Прато «Кристал» / Кандида Лопес
2011 ф Моя первая свадьба Mi primera boda Леонора Кампос
2011 ф Подпольное детство Infancia clandestina Чаро
2011 ф Плохая Mala Росарио
2012 с Тёмный ангел Lynch Исабель / Мариана
2013 с Только ты Solamente vos Аврора Андрес
2013 ф Вакольда Wakolda Ева
2015 с Среди каннибалов Entre caníbales Ариана Мендоса
2015 ф El retiro Лаура
2015 ф Ангел El ángel
2015 ф Cuando dejes de quererme Лаура
2016 ф Красный перец Pimienta roja Хуана Асурдуй
2016 ф Не жалею об этой любви No me arrepiento de este amor Хильда

Дискографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Студия альбомдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Natalia Oreiro (1998)
  • Tu Veneno (2000)
  • Turmalina (2002)

Саундтректары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1998: Un Argentino en New York
  • 2010: Miss Tacuarembó
  • 2016: Gilda: No Me Arrepiento de Este Amor

Синглдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1998 — Que si, que si
  • 1998 — De Tu Amor
  • 1998 — Cambio dolor
  • 1998 — Me Muero De Amor
  • 2000 — Tu Veneno
  • 2000 — Rio De La Plata
  • 2000 — Como Te Olvido
  • 2002 — Que digan lo que quieran
  • 2002 — Cuesta arriba, cuesta abajo
  • 2007 — Esclava
  • 2010 — What A Feeling
  • 2013 — Todos Me Miran
  • 2014 — Me muero de amor
  • 2016 — No Me Arrepiento de Este Amor
  • 2016 — Corazón Valiente
  • 2018 — United by Love (Russia 2018)
  • 2018 — Mi pobedim (Мы победим!)

Бүләктәре һәм номинациялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #135131316 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Путин присвоил российское гражданство Наталии Орейро
  3. Natalia Oreiro // filmportal.de — 2005.
  4. ЮНИСЕФ — 1946.
  5. YouTube сайтында Видео на YouTube
  6. Oscar 2013: Infancia Clandestina representará a la Argentina (исп.). La Nación (28 сентябрь 2012). Дата обращения: 12 февраль 2014. 2015 йыл 3 апрель архивланған.
  7. Unicef nombro a Natalia embajadora del Rio de La Plata (исп.). Официальный сайт Наталии Орейро (9 сентябрь 2011). Дата обращения: 22 сентябрь 2011. 2012 йыл 4 ғинуар архивланған.
  8. Natalia Oreiro canta un tema del Mundial Rusia 2018 en tres idiomas (исп.). Clarín (17 май 2018). Дата обращения: 19 май 2018.
  9. Наталья Орейро попросила у Путина российский паспорт. РИА Новости (20190323T1353+0300Z). Дата обращения: 24 март 2019.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]