Парагуша Неджмие

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Парагуша Неджмие
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
 Косово
Псевдоним Bilbili i Kosoves
Тыуған көнө 7 май 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Pagarushë[d], Югославия короллеге
Вафат булған көнө 7 февраль 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Приштина
Һөнәр төрө актёр, опера йырсыһы
Йырсы тауышы контральто[d] һәм сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Жанр Опера, халыҡ музыкаһы[d], Рок, поп-музыка[d] һәм фанк[d]
 Парагуша Неджмие Викимилектә

Парагуша Неджмие (7 май 1933 йыл) — Югославия Косово йырсыһы һәм артисы (милләте буйынса Косово албаны), уны бик йыш "албан музыкаһы королеваһы" тип атайҙар[1][2].

Малишево, Косово ҡалалары эргәһендәге ҙур булмаған парагуша ауылында тыуа[3] . Башланғыс мәктәпте тыуған ҡалаһына тамамлай, һуңынан Белградҡа юллана, унда өс йыл музыка мәктәбендә яңғыҙ башҡарыусылар класы буйынса белем ала. Йырсы булараҡ музыка карьераһын Приштина радиоһында 1948 йылда башлай.

Ҡырҡ йыллыҡ музыка карьераһында йырсы халыҡ музыкаһынан алып классика һәм опера партияларына тиклемтөрлө жанрҙағы әҫәрҙәр башҡара. Ижадына юғары баһа биргән музыка тәнҡитселәренең рецензияларында төрлө ҡушаматтарға лайыҡ була: "Косово һандуғасы" (алб. Kosovës Bilbili i), "албан музыкаһы королеваһы", "мадам Баттерфляй" һәм башҡалар.

Косовола ғына түгел, башҡа Европа илдәрендә һәм төбәктәрендә, шул иҫәптән Албанияла, Македонияла, Босния һәм Герцеговинала, Болгарияла һәм башҡаларҙа ҙур популярлыҡ яулай. Был илдәрҙә Shota музыкаль ансамбле менән берлектә бер нисә гастроль туры ойоштора. Косовола "Быуат башҡарыусыһы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була (алб. Këngëtare e shekullit).

Baresha композицияһы йырсының иң популяр йырҙарының береһе булып тора[4]. Уға музыканы Неджмиенең тормош иптәше Реджо Муллика яҙа, текст авторы -  Рифат Кукай. Бынан тыш, Парагуша  төрлө спектаклдәрҙә һәм фильмдарҙа бик күп ролдәр башҡара, актерлыҡ эштәре өсөн бик күп наградаларға лайыҡ була.

Музыкаль карьераһын Парагуша 1984 йылда Сараевола ҙур концерттан һуң тамамлай. 2000 йылда,  эстраданан китеүенә 16 йыл үткәндән һуң һуң, Për ty йырын албан телешоуында башҡарып, бик аҙға ғына сәхнәгә ҡайта. Хәҙерге ваҡытта Приштиналағы Radio Kosova һәм Radio Blue Skyҙа  музыка буйынса өлкән кәңәшсе булып эшләй.

2012 йылдың ноябрендә Албания президенты  Нишани Буяра ҡулынан  "Милләт даны" (алб. Nderi i Kombit) орденын ала[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Nexhmije Pagarusha, një fenomen I papërsëritshëm. teksteshqip.com. 2013 йыл 15 октябрь архивланған.
  2. Nexhmije Pagarusha nderohet nga Nishani me urdhrin "Nderi I Kombit". teksteshqip.com. 2013 йыл 15 октябрь архивланған.
  3. Biografia: Nexhmije Pagarusha. 2015 йыл 10 июль архивланған.
  4. Nexhmije Pagarusha
  5. «"Nderi i Kombit", Nexhmije Pagarusha», Gazeta Express, 2012-11-29, <http://www.gazetaexpress.com/?cid=1,23,97943>. Проверено 4 ноябрь 2013.