Петах-Тиква

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Петах-Тиква
йәһ. פֶּתַח תִּקְוָה
Герб
Нигеҙләү датаһы 1878
Рәсем
Рәсми атамаһы פתח תקווה
Ҡушамат אם המושבות
Дәүләт  Израиль
Административ-территориаль берәмек Центральный округ[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 236 169 кеше (2016)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 16 метр
Туғандаш ҡала Чикаго, Кобленц, Бакэу[d], Ҡадыкөй, Лас-Кондес[d], Тронхейм[d], Норрчёпинг[d], Лаваль[d], Иян[d][2], Оденсе[d], Суботица[d], Мербуш[d], Габрово[d], Чернигов ҡалаһы, Тайчжун[d][3] һәм Рио-де-Жанейро[4]
Милке Ха-Мошава[d]
Сиктәш Гиват-Шмуэль, Бней-Брак[d], Тель-Авив һәм Региональный совет Дром-ха-Шарон[d]
Тығыҙлыҡ 7,188
Майҙан 35,868 км²
Почта индексы 49001–49197
Рәсми сайт petah-tikva.muni.il
Урындағы телефон коды 03
Категория для почётных граждан субъекта Q86622214?
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Petah Tikva[d]
Карта
 Петах-Тиква Викимилектә

Петах-Тиква (йәһ. פֶּתַח תִּקְוָה‎) — («Өмөт ҡапҡаһы» иврит), Гуш-Дандағы ҡала, Тель-Авивтан көнсығышҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан

Майҙаны — 38  км²

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылдың исеме — «өмөт ҡапҡаһы» йә — Хошеа пәйғәмбәр китабынан (Осий) (2:15) алынған. 1878 йылда Иерусалимдан килгән дини йәһүд төркөмөнөң ауыл хужалығы ултырағы итеп нигеҙләгән. Улар башта бындай ултыраҡты Иерихон янында төҙөргә булалар, ләкин төрөк власы быға ҡаршы сыға. Шул ваҡытта йәһүдтәр ер хужаһы гректан 340 гектар ерҙе Яркон йылғаһы башында, һаҙлыҡлы урында, ғәрәптәрҙең Мулаббис ауылы янында һатып ала, шулай итеп яңы заманда беренсе йәһүд ауыл хужалығы ултырағына нигеҙ һала. Һуңыраҡ уны «Эм ха-Мошавот», (йәһ. אם המושבות‎) — «әсә мошавот» — һүҙе «мошава» (айырмалы рәүештә, «мошать») тип атайҙар, һуңғараҡ бындай сион ауылдары ҙур ҡалаларға әүерелгән.

Петах-Тикваға нигеҙ һалыусылар араһында, И. Саломон, И. Штампфер, И. Рааб һәм Д. Гутман (1827-94) була, улар яңы күскенселәрҙе йәлеп итә, ләкин бында малярия эпидемияһы башланып китә, шунлыҡтан тәүге уңыш түбән була. 1882 йылда Петах-Тиквала 10 йорт һәм уларҙа 66 кеше иҫәпләнә, малярия арҡаһын ауылдың күп кешеләре Яхудие ауылына (хәҙер Иехуд) күсеп китә, ләкин улар үҙ ерҙәрен эшкәртеүҙе дауам итә. 1883 йылда Билу хәрәкәте ағзалары Яркон йылғаһынан алыҫтараҡ яңы ултыраҡҡа нигеҙ һала. Уға Ховевей Цион (Белосток) ағзалары ҡушыла.

Яңы күскенселәр шул уҡ ҡыйынлыҡтар менән осраша — ауыл хужалыҡ тәжрибәһе булмау, малярия, төрөк хакимиәтенең дошмансылыҡ күрһәтеүе, ғәрәп күршеләренең һөжүме дауам итә. Барон Э. де Ротшильд ярҙамы менән һаҙлыҡтар киптерелә. Мошава менән идаралыҡ итеү урындағы советтан барон хакимиәтенә күсә. Һуңғараҡ барон хакимиәте менән ауыл кешеләре араһында көсөргәнеш барлыҡҡа килә; 1900 йылда Ротшильд ауыл биләмәһен Йәһүд колонизацион йәмғиәтенә тапшыра. Ғәрәптәрҙең һөжүменән һаҡланыу отрядтары (илдә беренсе булып) төҙөлә, уның етәксеһе А. Шапира була.

1891 йылда Петах-Тиквала 464 кеше иҫәпләнә, 1900 йылда — 818. Мошава израиль эшселәр хәрәкәте үҙәгенә әйләнә; бында 1905 йылда буласаҡ Ха-Поэль ха-Цаир (йәһ. הפועל הצעיר‎) һәм Ахдут ха-'авода (Тнуа-ле ахдут ха-'авода) партияларына нигеҙ һалына. 1-се бөтә донъя һуғышынан һуң мошаваға бик күп яңы репатрианттар күсеп килә. 1921 йылдын майында Петах-Тиква кешеләре ғәрәптәрҙең атакаһын кире ҡаға, әммә уларҙың дүртәүһе һәләк була. 1930 йылда бында Хагананың штаб-фатиры урынлаша. 1930 йылда Петах-Тиквала 8,8 мең кеше йәшәй, ә 1938 йылда — 20 мең; 1939 йылда Петах-Тиква ҡала статусын ала. Шул уҡ ваҡытта бында сәнәғәт йылдам үҫешә башлай, беренсе сиратта — ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса предприятиелар барлыҡҡа килә.

Был ваҡытта ҡала бик тиҙ үҫеп китә, уға бер нисә күрше ауылдар (Махане-Йехуда, Эйн-Ганним, Кфар-Ганним, Кфар-Авраам һәм башҡалар) ҡушыла. 1948 йылдан һуң үҫеш тағы ла шәбәйеп китә (1953 йылда 45 мең кеше, 1961 йылда 54 мең кеше, 1970 йылда 83,2 мең кеше йәшәй). ХХ быуаттың 90-сы йылдарында Петах-Тикваға элекке СССР иленән бер нисә тиҫтә репатрианттар күсеп килә. Яңы предприятиелар барлыҡҡа килә (металл эшкәртеү, химия, текстиль, аҙыҡ-түлек һәм башҡа). Ҡалала Ицхак Рабин исемендәге медицина үҙәге («Белинсон») эшләй — ул илдең иң ҙур ойошмаларының береһе, шулай уҡ Шнайдер исемендәге Балалар медицина үҙәге — Яҡын Көнсығыштағы иң алдынғы медицина үҙәге эшләй. Ҡалала «Яд ле-баним» мемориаль үҙәге бар, ул Израиль дәүләтен обороналауҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә төҙөлгән.

Халыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Текст раздела население НП Израиля

Израиль статистика мәғлүмәттәре бюроһы күрһәткестәре буйынса 2018 йылдың башында бында 240357 кеше йәшәй.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

И. Герцтың «Тикватейну» шиғырының (1878) (ивритсә «Беҙҙең өмөт») беренсе строфаһы Тергеҙелгән Израиль дәүләтенең гимны итеп алығнан, ул шиғыр Петах — Тиква ултырағының асылыуына арналған.

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]