Петра

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боронғо ҡала Петра*
Petra**
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы

Петраның дөйөм күренеше
Ил Иордания Иордания
Тип Мәҙәни
Критерий I,III,IV
Һылтанма 326
Регион*** Ғәрәп илдәре
Иҫепкә алынған 1985 йыл  (9-сы сессия)


* Рәсми исемлектә русса атамаһы
** Рәсми исемлектә инглизсә атамаһы
*** ЮНЕСКО квалификацияһында регион

Пе́тра (ғәр. البتراء‎) — боронғо ҡала, Идумдың, һуңғараҡ Набатия батшалығының баш ҡалаһы. Набатиҙар үҙҙәре ҡаланы Rqm (Раҡму) тип йөрөткән. Хәҙерге Иордания территорияһында, диңгеҙ кимәленән 900 метр һәм тирә-яғындағы Ғәрәбә үҙәненән 660 метр өҫтә,  тар ғына Сик каньонында урынлашҡан. 

Үҙәнгә төньяҡта һәм көньяҡта ятҡан тарлауыҡтар аша үтеп инелә, ә көнсығышта һәм көнбайышта ҡаялар, 60 метр бейеклектәге тәбиғи диуарҙар һәм тәрән упҡындар хасил итеп, кинәт өҙөлөп ҡала. Петранан алыҫ түгел Әд-Дәйр тигән ҡая ҡорамы һәм Һарундың ҡәбере бар. 

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борон Петра ике мөһим сауҙа юлының сатында урынлашҡан була: бер юл —  Ҡыҙыл диңгеҙҙе Дамаск менән, икенсеһе Фарсы ҡултығын Урта диңгеҙ буйындағы Газа менән тоташтырған. Ҡиммәтле тәмләткестәр тейәп, Фарсы ҡултығынан юлға сыҡҡан  каруандарға аҙналар буйы  Ғәрәбиә сүллегенең уңайһыҙлыҡтарын фиҙакәр кисереп,  Петраға илткән тар ғына Сик каньоны яғына барырға тура килгән. Унда сәйәхәтселәр ризыҡ, ҡыйыҡ һәм эсәр һыу тапҡан. Набатиҙарҙың икенсе ҙур ҡалаһының исеме Хегра булған. 

Йөҙҙәрсә йыл буйы сауҙа менән шөғөлләнеү Петраны байытҡан. Ләкин римлылар Көнсығышҡа диңгеҙ юлдары асҡас, тәмләткестәрҙе ҡоро ер буйлап ташыуҙан баш тартҡандар һәм Петра яйлап бушаған, ҡомлоҡтар эсенә күмелеп ҡалған.  Петраның күп ҡоролмалары төрлө дәүерҙәрҙә, төрлө халыҡтар хужа булғанда төҙөлгән. Улар араһында идумдар (б. э. т. XVIII—II быуаттар), набатиҙар (б. э. т. II быуат — б. э.  106 йылы), римлылар  (б. э. 106—395 йылдары), византийҙар һәм  ғәрәптәр була. XII быуатта ҡала тәре йөрөтөүселәр ҡулында булып ала.

Яңы дәүер европалыларынан тәүге булып Петраны инкогнито сәйәхәт иткән Швейцария шәрҡиәтсеһе Иоганн Людвиг Буркһардт күргән һәм тасуирлаған. Бында антик театр йәнәшендә идумдар йә набатиҙар дәүерҙәре биналары ултыра. Беҙҙең эраның VI  быуатынан һуң төҙөлгән ҡомартҡылар юҡ тиерлек, сөнки ул ваҡытҡа ҡала әһәмиәтен юғалтҡан булған. XX быуат аҙағында Петра  Иорданиялағы иң популяр иҫтәлекле урынға әйләнә. 2007 йылда  «донъя мөғжизәләренең» яңы етеһе иҫәбенә индерелә. 

Хәҙерге хәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петра ҡомартҡыларының урынлашыу һыҙмаһы

Беҙҙең көндәрҙә Иорданияға йыл һайын Петраны күрер өсөн ярты миллион самаһы турист килә. Бер километр оҙонлоғондағы һалҡынса Сик каньоны буйлап үткәс, боролма артында туристарҙы мөһабәт ҡаяға уйып эшләнгән Әл-Хазнә тигән бина ҡаршылай. Ул —  беренсе быуаттың иң һәйбәт һаҡланып ҡалған ҡоролмаларының береһе. Бинаның иң өҫтөндә таштан эшләнгән ҙур һауыт тора, унда алтын һәм аҫыл таштар һаҡланған тиҙәр, ҡорамдың исеме лә шунан килеп сыҡҡан — ғәрәп телендә был һүҙ «хазиналыҡ» тигәнде аңлата. Каньон яйлап киңәйә һәм туристар тәбиғи  амфитеатрға барып инә, уның эзбизташ стеналарында күп һанлы мәмерйәләр хасил булған. Ләкин иғтибарҙы иң ныҡ тартҡаны  — ҡаяларға уйып яһалған кәшәнәләр. Колоннада һәм амфитеатр ҡалала беренсе һәм икенсе быуаттарҙа йәшәгән римлыларҙан ҡалған. 

Бәҙүәндәр талсыҡҡан туристарға дөйәлә йөрөп килергә тәҡдим итә, сувенирҙар һата, кәзә көтөүҙәрен ҡала яны һыу сығанаҡтарында һуғара. Был инештәр кешеләргә лә, мал-тыуарға ла эсәр һыу бирә. 

Төҙөлөш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыу йыйыу оҫталығын үҙләштергән Петра кешеләре таш менән эшләү сәнғәтенә лә өйрәнгән. «Петра» һүҙе грексанан тәржемә иткәндә  «таш»  (грек. πετρα) тигәнде аңлата. Петра, ысынлап та, таштан төҙөлгән ҡала булған, уның кеүектәр Рим империяһында башҡа булмаған. Ҡаланы төҙөгән набатиҙар, оло сабырлыҡ менән ҡаяларҙы ҡырҡып, йорттар, кәшәнәләр, ҡорамдар  эшләгән. Петра төҙөлөш өсөн яҡшы ҡомташ араһында урынлашҡан, һәм беҙҙең эраның беренсе быуатына сүл уртаһында монументаль ҡала үҫеп сыҡҡан. Терракотанан эшләнгән  торбалар ярҙамында Петраның  архитекторҙары ҡатмарлы һыу тәьминәте системаһын ҡорған, шунлыҡтан бында климат ҡоро булһа ла, ҡала халҡы бер ваҡытта ла һыуға ҡытлыҡ күрмәгән. Ҡала эсендә ямғыр һыуы йыя торған  200 резервуар торған. Резервуарҙарҙы бер-береһенә бәйләгән терракота торбалар 25 километр радиуста булған башҡа һыу сығанаҡтарынан да һыуҙы ҡалаға ағыҙған. 

Әл-Хазнә ҡорам-кәшәнәһен  архитекторҙар элекке йылға үҙәнендә төҙөргә планлаштырған. Бының өсөн заманы өсөн ғәйәт ҙур проект — йылға ағышын үҙгәртеү — тормошҡа ашырылған. Ҡаяны үтә тишеп, ағымды икенсе яҡҡа бора торған туннель эшләнгән һәм бер нисә плотина ҡоролған. 

Әл-Хазнә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әл-Хазнә ҡорам-кәшәнәһе

Данлы ҡая ҡорам-кәшәнәһен  ғәрәптәр «Фирғәүен хазиналығы» тип йөрөтә. Ҡоролманың тәғәйенләнеше һаман асыҡланып бөтмәгән. Был ҡорам башта алиһә Исида ҡорамы булғандыр, тигән фараз бар. Һәр хәлдә, ҡомартҡының күп һыҙаттары уны төҙөгән оҫталарҙың Мысыр Искәндәриәһе төҙөлөшө серҙәре менән таныш булғанлығын дәлилләй.

Әл-Хазнә ҡорамы — боронғо  архитекторҙарҙың һәм таш киҫеүселәрҙең бөйөк оҫталығы өлгөһө ул.  Бинаның йөҙөн ниндәй ысулдар ярҙамында киҫкәндәр, иҫәп-хисаптарҙы, проекттарҙы нисек эшләгәндәр — был һорауҙар һаман яуап көтә. 

Ҡаяның ҙур күләмдәге өҫкө йөҙө киҫеп тигеҙләнгән. Быны башҡарып сығыр өсөн күп һанлы төҙөлөш  баҫмалары ҡороу кәрәк булыр ине. Тик был тирәлә ағас юҡ.  Баҫмалар булмағас, ҡаяны киҫкәндә, аяҡ баҫырлыҡ урындар ҡалдырып, баҫҡыстар хасил итергә мөмкин. Был осраҡта таш киҫеүсе лә, ташты ырыусы ла эште иң өҫтән башлап, аҫҡа төшә барырға тейеш була.  Ләкин төҙөлөш баҫмаларында баҫып торған көйө буласаҡ төҙөлөштөң билдәләрен ҡуйып сығып, шулар буйынса эш итеү — бер нәмә, әммә шуны уҡ упҡын өҫтөндә эленеп торған килеш башҡарыу — бөтөнләй икенсе нәмә. 

Әл-Хазнә ғәрәпсәнән «хазиналыҡ» тигәнде аңлата, хазана  туплау, һаҡлау була. Башҡорт телендәге  «ҡаҙна» һәм «хазина» һүҙҙәре лә ошо ғәрәп һүҙенә барып тоташа.

Петра ҡалаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петра ҙур майҙанды биләп тора. Ҡаяла уйылған түгел, ә ҡәҙимге ысулдар менән һалынған күп һанлы биналарҙың харабалары һаҡланған үҙәктән башлап  ул бер нисә километрға һуҙыла. 

Бөтә ҡала буйынса көнсығыштан көнбайышҡа табан үткән төп урамы Рим хакимлығы осоронда барлыҡҡа килгән. Уның ике яғы буйлап мөһабәт колонналар теҙелеп баҫҡан. Урамдың көнбайыш осо ҙур ҡорамға төкәлә, ә көнсығыш осо өс тороҡло триумф аркаһы менән менән барып бөтә. 

Әд-Дейр, ҡая башына уйып яһалған   монастырь — киңлеге 50 метр, бейеклеге 45 метр тәшкил иткән ҙур бина. Стеналарына киҫеп яһалған тәреләргә ҡарағанда, ул күпмелер ваҡыт христиан сиркәүе булып хеҙмәт иткән. 

Монастырь аҫтын соҡоған тикшеренеүселәр унда бер набати батшаһының төрбәһен тапҡан. 

Мәҙәни тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Акведук

 Герман Вейс «История культуры: Костюм. Украшения. Предметы быта. Вооружение. Храмы и жилища. Обычаи и нравы» тигән китабында Петраға хас архитектура стиле тураһында яҙа  (текста уны «Петрея» тигән):

Рим төҙөлөш оҫталығы көрсөк осоронда архитектониканың бөтә ҡанундарынан баш тарта һәм, зауыҡһыҙ зиннәтлелек модаһына буйһоноп,  ҡаты таштан түгел, ә ниндәйҙер йомшаҡ материалдан төҙөлгәндәй булып күренгән биналар ҡалҡыта башлай. Ошондай архитектура зауыҡһыҙлығы өлгөһө булып Петрея  төрбәләренең йөҙ яғы хеҙмәт итә ала.

Сүлдәге һыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петрала йыллыҡ яуым-төшөм кимәле 15 сантиметр самаһы ғына тәшкил итә. Һыуҙы һаҡлар өсөн ҡала халҡы, ҡаяларҙы ватып,  каналдар һәм һыу йыйғыстар төҙөгән. 

Популяр мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петраның тәбиғәт һәм архитектура үҙенсәлеге кинематографистарҙы ла ылыҡтыра. Бында төшөрөлгән фильмдар:

  • «Синдбад и глаз тигра» (1977, реж. Сэм Уонамэйкер),
  • «Индиана Джонс и последний крестовый поход» (1989, реж. Стивен Спилберг),
  • «Смертельная битва 2: Истребление» (1997, реж. Джон Леонетти),
  • «Страсть в пустыне» (1998, реж. Лавиния Куррье),
  • «Арабские ночи» (2000, реж. Стив Баррон),
  • «Трансформеры: Месть падших» (2009, реж. Майкл Бэй),
  • «Прожить жизнь» (Бразилия, 2009, реж. Жайме Монжардин).

Петра бер нисә компьютер уйынында ла бар:

  • King's Quest V: Absence Makes the Heart Go Yonder! (1990) 
  • Praetorians (2003) 
  • Lego Indiana Jones: The Original Adventures (2008) 
  • Sonic Unleashed (2008) 
  • Knights Of The Temple (2004) 
  • Civilization V: Gods & Kings (2012)

Петра харабаларында Агата Кристиҙың  «Әжәл менән осрашыу» тигән романындағы ваҡиғалар бара.

Говард Лавкрафт Петраны «Аҡылдан яҙыу һырттары» тигән романында телгә ала. 

«Ҡыҙыл ҡая» тигән йыр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1955 йылда ул саҡта Израилдә бик популяр йыр  — «Ҡыҙыл ҡая» йыры яҙыла. 1953 йылда Меир-Хар-Цион тарафынан Петраға ойошторолған һәм артабан ЦАХАЛ менән Цанханим бригадаһы яугирҙәренең  хәүефле йолаһына башланғыс һалған йәшерен сәфәр йырҙы яҙыуҙың  нигеҙенә ята[1].  1958 йылда йыр Израилдә тыйыла, сөнки үтә сая израиль һалдаттарының «ҡомарын ҡыҙҙыра»[2]. Ҡыҙыл ҡаяға яһалған йәшерен сәфәрҙә 12 израилле  һәләк була[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]