По (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
По
итал. Po
Характеристика
Оҙонлоғо 652 км
Һыу сығымы 1460 м³/с (устье)
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Котские Альпы
 · Бейеклеге 2022 м
 · Координаталар 44°42′05″ с. ш. 7°05′35″ в. д.HGЯO
Тамағы Адриатическое море
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 44°58′12″ с. ш. 12°32′49″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Ил Италия Италия
Регион Пьемонт, Ломбардия, Венеция
По (йылға) (Италия)
Точка
инеше
Точка
тамағы
По Викимилектә

По[1] (итал. Po, франц. , лат. Padus) — Италияның төньяғындағы йылға, һыу йыйыу бассейн майҙаны (70 000 км²-ҙан ашыу) һәм оҙонлоғо (652 км) буйынса илдең иң эре йылғаһы[2][3]. Көнсығыш йүнәлештә аға, күп өлөшө Падан уйһыулығы буйлап Пьемонт, Ломбардия һәм Венеция өлкәләре аша аға. Һаҙлыҡлы дельта барлыҡҡа килтереп, Адриатик диңгеҙгә ҡоя.

Һуғарыу өсөн ҡулланыла, һул ҡушылдыҡтарының ҡайһы берендә ГЭС-тар каскады төҙөлгән. Йылға тамағынан башлап, Пьяченца һәм Павия[4]ҡалаларына тиклем, суднолар йөрөй.

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лигур телендә По атамаһы «төпһөҙ» — Bodincus йәки Bodencus тигәнде аңлата. Padus исеме Бретандан килтерелгән кельттарҙан йәки Галлия венеттарынан алынған. Йылғаның үрге ағымында Bodincomagus (хәҙер — Монтеу-да-По) ҡалаһы булған, ә түбәнге ағымында Падуя ҡалаһы (Padua) урынлашҡан.[4]

По йылғаһы бассейнын күп осраҡта Падания тип атайҙар; Падан йылғаһы бассейнына ҡараған объекттарҙы — падандыҡы (Padano) тиҙәр.

Башҡа сығанаҡтар буйынса По йылғаһы Эридан тигән мифик йылға менән ассоциацияланған.[5]

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

По йылғаһы бассейны

Кот Альпы тауҙарындағы Монте-Визо массивы битләүҙәренән 2022 м бейеклектә башлана һәм көнсығышҡа табан аға[2]. По үрге ағымында 1,7 саҡрым бейеклекте тәүге 35 саҡрымда юғалта. Салуццонан көнбайышҡа табан кинәт төньяҡҡа борола һәм Турин ҡалаһы, Монферрат төбәге аша аға. Кивассола йылға тағы борола һәм Италияның иң киң һәм уңдырышлы Падан тигеҙлеге буйлап көнсығышҡа табан аға. Йылғаның бер участкаһында Ломбардия һәм Венеция өлкәләре араһындағы сик үтә. Урта һәм түбәнге ағымда йылға, иҫке үҙәндәр барлыҡҡа килтереп, бөгөлләнә. Венеция ҡултығынан көньяҡҡа табан, дельта барлыҡҡа килтереп, Адриатик диңгеҙгә ҡоя.[4]

Ҡушылдыҡтары һәм каналдар буйлап Италияның төньяғындағы ҙур күлдәр (Комо, Лаго-Маджоре, Гарда) менән бәйләнеш булдырыла. По йылғаһы ярында — Турин, Пьяченца, Кремона кеүек Италияның ҙур ҡалалары урынлашҡан. Йылға Милан һәм Венеция ҡултығы (лагуна) менән каналдар (навильялар) менән тоташҡан.

Дельтаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

По дельтаһы — Европалағы йылға дельталарының иң ҡатмарлыһы. Тармаҡланыу Феррара менән Ровиго араһында башлана, үҙәнде кәм тигәндә 14 ең менән бүлешә, улар биш төркөмгә берләшә (төньяҡтан көньяҡҡа): По-ди-Леванте, По-ди-Маэстра, Поделла-Пила, По-делле-Толле һәм По-ди-Ди-Нокка. Иң ҙур ең — Поделла-Пила, шулай уҡ навигацияны тормошҡа ашырған берҙән-бер тармаҡ булып тора

Дельтала һыу юлы (йырҙа) кәм тигәндә 14-кә тармаҡлана, һәм был тармаҡтар (төньяҡтан көньяҡҡа) биш төркөмгә берләшә: По-ди-Леванте, По-ди-Маэстра, По-делла-Пила, По-делле-Толле һәм По-ди-Горо-е-ди-Ньокка). Иң эре тармағы — По-делла-Пила, буйынса суднолар йөрөй йәғни навигация башҡарыла.[4]

Дельта майҙаны яҡынса 1500 км², ҡатламдар ултырыу (седиментация) арҡаһында йылына уртаса 60-ҡа үҫә[6]-80[4]. Дельтанан көньяҡҡа табан боронғо диңгеҙ порттары, мәҫәлән, Равенна, бөгөнгө көндә диңгеҙ ярынан 10 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.[4]

1995 йылда Феррара ҡалаһы менән берлектә По йылға дельтаһы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде[7][8].

Гидрографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға тамағында уртаса һыу сығымы 1460 м³/с тәшкил итә[6] Понтелагоскурола (тамағынан 96 км) уртаса сығым — 1370 м³/с, өҫтәүенә, йылына 910-дан 9630 м³/с тиклем үҙгәрә[4]. Йылға тамағының артыуына килтереүсе ҡаты аҡма йылына 13-15 миллион т тип баһалана.[6]

Урта һәм түбәнге ағымда ике ташҡын миҙгеле бар — яҙғыһын (май — июнь), Альп тауҙарында ҡар һәм боҙлоҡтарҙың иреүе осоронда һул ҡушылдыҡтар күп һыулы, көҙгөһөн (октябрь — ноябрь), ул ваҡытта — уң ҡушылдыҡтар күп һыулы. Ҡышын йылға, ғәҙәттә, аҙ һыулы. Көслө ямғырҙарҙан һуң По йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары барыбер таша ҡойола, һыу 5-10 метрға тиклем күтәрелә.[6] XX быуатта ҙур зыян килтергән көслө ташҡындар 1951, 1966 йылдарҙа (сығым 12 мең м³/с-ҡа етә) була. Иртәрәк булғандары араһында — 589, 1150, 1438, 1882, 1917 һәм 1926 йылдарҙа (бөтәһе лә көҙ көнө башланған).[4]

По йылғаһының урта һәм аҫҡы өлөшөндә (Танаро менән ҡушылған урында) йылға үҙәнендә, һыу килтергән өйөмдәрҙе кире ҡағыу, һыу баҫыуҙан һаҡланыу өсөн, кәртә хеҙмәтен үтәүсе валдар өйөлгән (Венеция республикаһы осоронда һыу ағыҙыу өсөн урҙалар һәм каналдар төҙөлгән). Феррара һәм Адриатика яры араһындағы өлкәлә һуңғы өс быуатта бер нисә мең гектар ер мелиорацияланған. 1953 йылда Валли-ди-Комаккьо кеүек марштарҙың тупрағын яҡшыртыу һәм мелиорациялау, шулай уҡ 1951 һәм 1966 йылдарҙағы көслө ташҡындан зыян күргән йылғаларҙа (Полизина) фермалар ойоштороу буйынса проект башлана.[4]

Понтелагоскуро гидрологик станцияһы. Уртаса айлыҡ һыу сығымы (в м³/с).

Йылға бассейны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

По йылғаһының башы

Йылға бассейнының һыу йыйыу майҙаны 70 091 км²[9][4] (башҡа мәғлүмәт буйынса — 70 742 км²[10]), күпселеге Италияла, бәләкәй бер өлөшө Швейцария биләмәһендә урынлашҡан.

Һул ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иң эре һәм күп һыулы һул ҡушылдыҡтарының башы Альп тауҙарының көньяҡ битләүендә урынлашҡан[2]:

Уң ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

По йылғаһы Туринда, Пьемонт
Ломбардияла По йылғаһы үҙәнендәге пейзаж

Уң ҡушылдыҡтары башлыса Приморье Альпы һәм Тоскано-Эмилиан Апенниндарының төньяҡ битләүҙәрендә башлана[2]. Ғәҙәттә уларҙың һул ҡушылдыҡтарға ҡарағанда аҙ һыулыраҡ була, шулай уҡ күп яҫма өйөмдәркилтерәләр.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

По йылғаһының Герард Меркатор атласындағы картаһы

Йылғаның түбәнге ағымында палеолит һәм неолит осоронда уның һаҙлыҡлы ярҙарында свайлы торлаҡ төҙөгән кешеләр йәшәгән. Йылға ағымы менән идара итеүҙе кешеләр Римға тиклемге осорҙа уҡ белгән[3]. Боронғо Рим заманында уҡ киптерелгән тура мөйөшлө участкаларҙы һаман да күреп була. Вәхшиҙәр баҫып ингән осорҙарҙа ерҙе йылға ташҡыедарынан һаҡлау ҡоролмаларының күбеһе емерелгән. Һуңыраҡ, Урта быуаттарҙа улар тергеҙелгән, шуға күрә заманса ҡоролмалар башлыса XV быуаттан башлап эшләгән[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Географические названия мира: Топонимический словарь. — М: АСТ. Поспелов Е. М. 2001.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 По (река, Италия) // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  3. 3,0 3,1 Encyclopædia Universalis‎. PÔ, fleuve (фр.). Encyclopædia Universalis. Дата обращения: 15 август 2020.
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 Po River. Дата обращения: 19 апрель 2019. Архивировано 11 май 2015 года. — Encyclopedia Britannica
  5. Эридана // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; bse төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  7. Планета Земля. Река По
  8. Туристический путеводитель по Италии. По (река)
  9. Река По, Италия (ингл.). Encyclopedia Britannica. Британская энциклопедия. Дата обращения: 15 август 2020.
  10. По (река). Статья из Большой Каталанской энциклопедии. (кат.). www.enciclopedia.cat. Дата обращения: 15 август 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]