Пьер Корнель

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пьер Корнель
франц. Pierre Corneille
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Франция короллеге[d][4]
Тыуған көнө 6 июнь 1606({{padleft:1606|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[3][5][6][…]
Тыуған урыны Руан[d][2][7][8]
Вафат булған көнө 1 октябрь 1684({{padleft:1684|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[3][5][6][…] (78 йәш)
Вафат булған урыны Париж, Франция короллеге[d]
Ерләнгән урыны Eglise de Monceaux-l'Abbaye[d]
Бер туғандары Тома Корнель[d][9] һәм Antoine Corneille[d]
Хәләл ефете épouse de Corneille[d]
Балалары Pierre Corneille[d]
Туған тел Француз теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө драматург, шағир, тәржемәсе, яҙыусы, поэт-адвокат
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт
Биләгән вазифаһы seat 14 of the Académie française[d][10]
Уҡыу йорто Лицей Пьера Корнеля[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1684
Сәнғәт йүнәлеше неоклассицизм[d]
Ойошма ағзаһы Француз академияһы[d][10]
Жанр Трагикомедия, Трагедия һәм Комедия
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][11]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Pierre Corneille
 Пьер Корнель Викимилектә

Пьер Корнель (франц. Pierre Corneille; 6 июнь 1606(16060606) йыл, Руан ҡалаһы — 1 октябрь 1684 йыл, Париж) — француз шағиры һәм драматург, француз трагедияһының атаһы; Француз академияһы ағзаһы (1647). Драматург Том Корнелдең ағаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пьер Руан чиновнигының улы була. Иезуиттар коллежын тамамлай (1622; хәҙер — Корнель исемендәге лицей). Юриспруденция лиценциаты (1624). Дүрт йыл буйы адвокат булараҡ Руан парламентында стажировка үтә. 1628 йылда прокурор вазифаһын ала, әммә хеҙмәт карьераһы менән әллә ни ҡыҙыҡһынмай. 1635 йылға тиклем төрлө чиновник вазифалары биләй, 1647 йылда Француз академияһы ағзаһы була, 1662 йылда Парижға күсә.

Чиновниктарҙы академияға һайламайҙар, шунлыҡтан Корнель алдында, башҡа академиктар кеүек үк, нәфис һүҙ оҫтаһына әйләнеү зарурлығы тыуа. Һайланған мәлгә ул «галант» шиғырҙар һәм «Мелита, или Подмётные письма», «Клитандр, или Освобождённая невинность» комедиялары, «Медея» трагедияһы, «Сид» трагикомедияһы авторы булып таныла. Әҫәрҙәре француз классицизмы театрына башланғыс һала, авторҙың симпатиялары власть яғында икәне күренә.

Был симпатия «Гораций», «Цинна, или Милосердие Августа» трагедияларында айырыуса асыҡ сағыла. 1644 йыл башына Корнелдең абсолютизмдан күңеле ҡайта, был «Родогуна», «Теодора» һәм «Гибель Помпея» трагедияларында сағыла. Уның был трагедиялары әҙәбиәт ғилемендә «икенсе манера» тигән атама ала, сөнки уларҙың йөкмәткеһендә — милләт яҙмышы түгел, ә тиран монарх менән уның тирәһендә ҡайнаған интриган һәм елғыуар һарай кешеләренең ҡомар-ярһыуҙары.

Академик итеп һайланғандан һуң «Никомед» һәм «Сурена» трагедияларын яҙа, әммә улар Расин талантының ныҡ түбәнәйеүен белдерә[12].

Ғүмеренең һуңғы йылдарын Корнель яңғыҙлыҡта һәм фәҡирлектә үткәрә. Дуҫы Буало юллауы арҡаһында уға бәләкәй генә булһа ла пенсия тәғәйенләнә. Корнель Парижда фәҡирлектә үлә, тик 1789 йылғы Бөйөкф ранцуз революцияһы ғына уға вафатынан һуң ҙур билдәлелек һәм дан бирә.

Корнель ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Корнелдең беренсе пьесаһы тип ғәҙәттә «Мелита» (1629) комедияһы иҫәпләнә, әммә 1946 йылда Оноре д’Юрфеның «Астрея»һы традицияларында ижад ителгән «Алидор, или Безразличный» (1626 һәм 1628 йылдар араһында яҙылған, 2001 йылда баҫтырыла) тигән пастораль пьесаның исемһеҙ ҡулъяҙмаһы табыла, уны бөйөк драматургтың дебюты тип һанарға булалыр (башҡа ҡараштар буйынса, уның авторы — Жан Ротру). "Мелита"нан һуң бер нисә комедия яҙып, Корнель танылыу таба һәм Арман Ришельёны үҙ яғына ауҙара.

1635 йылдан алып Корнель трагедиялар яҙа, тәүҙә Сенека өлгөһөнә эйәрә; бындай тәүге, ярайһы уҡ көсһөҙ әҫәрҙәр иҫәбенә «Медея» (1635) инә. Шунан испан театры менән илһамланып, «Комическая иллюзия» (1636) фарсын ижад итә, уның төп геройы испан матадоры була.

"Сид"тың беренсе баҫмаһының тышлығы

1636 йыл аҙағында Корнель француз театрында тотош бер осор булып торған «Сид» трагедияһын ижад итә, әҫәр шунда уҡ шедевр тип таныла. Әммә Париж академияһы был трагедияны ҡаты тәнҡитләй: тәнҡит авторы Шаплен сюжетты — уңышһыҙ, сиселеште — ҡәнәғәтләндергеһеҙ, стилде лайыҡһыҙ тип таба.

Шуныһы ҡыҙыҡ: бер кем дә Корнелде дошмандарҙы маҡтауҙа ғәйепләмәй, ә спектакль Франция менән Испания араһында һуғыш ҡыҙған һәм Франция еңелеүҙәргә дусар булған саҡта (Утыҙ йыллыҡ һуғыш) беренсе тапҡыр ҡуйыла, ә Сид — испан батыры.

Руанда яҙылған «Гораций» трагедияһы Парижда 1640 йыл башында ҡуйыла. Премьера автор өсөн триумфҡа әйләнмәһә лә, спектаклдән спектаклгә пьесаның уңышы үҫә.

Тәүләп «Гораций» Огюстен Курбе тарафынан 1641 йылдың ғинуарында баҫтырыла.

1651 йылдан Корнель дини шиғриәт менән мауыға, «Подражание Иисусу Христу» («Imitation de Jésus Christ») әҫәренең шиғри тәржемәһен баҫтыра. Был тәржемә ҙур уңышҡа өлгәшә һәм артабанғы 20 йыл эсендә 130 тапҡыр ҡабат нәшерләнә. Уның артынса башҡа тәржемәләр, Дева Марияға панегириктар, зәбүрҙәр баҫтырыла һ.б.

Корнель драматургияһы (пьесаларының тулы исемлеге)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Алидор, или Безразличный» (Alidor ou l’Indifférent) (1626 һәм 1628 йылдар араһы)
  • «Мелита» (Mélite, 1629)
  • «Клитандр» (Clitandre, 1631)
  • «Вдова» (La Veuve, 1632)
  • «Галерея Дворца» (La Galerie du Palais, 1633)
  • «Компаньонка» (La Suivante, 1634)
  • «Королевская площадь» (La Place royale, 1634)
  • «Медея» (Médée, 1635)
  • «Комедия, сыгранная в саду Тюильри» (Comedie de Tuileries, Г. Кольте, П. Л’Этуаль, Ж. Ротру һәм Ф. де Буаробер менән авторҙашлыҡта) (1635)
  • «Комическая иллюзия» (L’Illusion comique, 1636)
  • «Сид» (Le Cid, 1636)
  • «Гораций» (Horace, 1640)
  • «Цинна» (Cinna, 1641)
  • «Полиевкт» (Polyeucte, 1642)
  • «Смерть Помпея» (La Mort de Pompée, 1644)
  • «Лжец» (Le Menteur, 1644)
  • «Родогуна» (Rodogune, 1644)
  • «Теодор» (Théodore, 1646)
  • «Ираклий» (Héraclius, 1647)
  • «Андромеда» (Andromède, 1650)
  • «Дон Санчо Арагонский» (Don Sanche d’Aragon, 1650)
  • «Никомед» (Nicomède, 1651)
  • «Пертарит» (Pertharite, 1652)
  • «Эдип» (Œdipe, 1659)
  • «Золотое руно» (La Toison d’or, 1660)
  • «Серторий» (Sertorius, 1662)
  • «Софонисба» (Sophonisbe, 1663)
  • «Отон» (Othon, 1664)
  • «Агесилай» (Agésilas, 1666)
  • «Аттила» (Attila, 1667)
  • «Тит и Береника» (Tite et Bérénice, 1670)
  • «Психея» (Psyché, Мольер һәм Филипп Кино менән авторҙашлыҡта, 1671)
  • «Пульхерия» (Pulchérie, 1672)
  • «Сурена» (Suréna, 1674)
Руанда Корнелдең тыуған йортоноң фасады (хәҙер музей)

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Корнель, Пьер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Couton G. Le vieillesse de Corneille. — P.: 1949.
  • Dort B. Pierre Corneille dramaturge. — P.: 1972.
  • Prigent M. Le Héros et l’État dans la tragédie de Pierre Corneille. — P.: 1988.
  • Niderst A. Pierre Corneille. — P.: 2006.
  • Le Gall A. Pierre Corneille en son temps et en son oeuvre : enquête sur un poète de théâtre au XVIIe siècle . — P.: 2006.
  • Мокульский С. С. Корнель и его школа // История французской литературы. — Т. 1. — М.—Л.: 1946. — С. 405—438.
  • Балашов Н. И. Пьер Корнель. — М.: 1956.
  • Сигал Н. А. Пьер Корнель. — М.—Л.: 1957.
  • Большаков В. П. Корнель. — М.: 2001.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #41838293, Record #3060147907527679210008, Record #9665159477885227990006 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118522175 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. Biblioteca Virtual Miguel de Cervantes (исп.) — 1999.
  5. 5,0 5,1 Nelson R. J. Pierre Corneille // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  6. 6,0 6,1 Pierre Corneille // SNAC (ингл.) — 2010.
  7. Корнель Пьер // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1973. — Т. 13 : Конда — Кун. — С. 188—189.
  8. Encyclopédie Larousse en ligne (фр.)
  9. З. В. Корнель, Тома (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1895. — Т. XVI. — С. 298—299.
  10. 10,0 10,1 Pierre Corneille // Académie française (фр.)
  11. https://data.performing-arts.ch/a/b98a5163-29f3-4aa0-a3af-405e45f23292 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  12. Балязин В. Мудрость тысячилетий. Энциклопедия. — М.: Олма-пресс, 2004. — С. 273—274.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]