Рембрандт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рембрандт
нидерл. Rembrandt Harmenszoon van Rijn
Исеме:

Рембрандт Харменс ван Рейн

Тыуған:

15 июль 1606({{padleft:1606|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Лейден, Нидерланд

Үлгән:

4 октябрь 1669({{padleft:1669|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (63 йәш)

Үлгән урыны:

Амстердам, Нидерланд

Ил:

 Берләшкән провинциялар республикаһы[d]

Жанр:

Һынлы һүрәт, офорт

Имза:

Викимилектә эштәре

Ре́мбрандт Ха́рменс ван Рейн (нидерл. Rembrandt Harmenszoon van Rijn [ˈrɛmbrɑnt ˈɦɑrmə(n)soːn vɑn ˈrɛin], 15 июль 1606 йыл4 октябрь 1669 йыл) — нидерланд рәссамы; һүрәт төшөрөүсе гравёр, күләгә һәм яҡтылыҡ оҫтаһы, Голландия һынлы сәнғәтенең алтын быуаты күренекле шәхесе[1]. Ул үҙ әҫәрҙәрендә бығаса һынлы сәнғәттә билдәһеҙ булған алым менән кешенең кисерештеренең бөтә байлығын асып бирә.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыу йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рембрандт Харменсзон (« Хармен улы») ван Рейн 1606 йылдың 15 июлендә [2] (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 1607 йылда) күп балалы Лейден тирмәнсеһе Хармен Герритсзон ван Рейн ғаиләһендә тыуған. Әсәһенең ғаиләһе хатта Нидерланд революцияһынан һуң да католик булып ҡала[3].

«Аллегория музыки» 1626 года — пример ластмановского влияния на юного Рембрандта

Лейденда Рембрандт университет эргәһендәге латин мәктәбендә уҡый, ләкин ул барыһынан да нығыраҡ рәсем сәнғәте менән ҡыҙыҡһына. 13 йәштә уны Лейденда йәшәгән католик рәссам Якоб ван Сваненбюрхҡа һүрәт төшөрөргә өйрәнергә уҡырға бирәләр. Рембрандтың ижадын өйрәнеүселәр уның был осорҙағы һүрәттәрен таба алмаған, шуға күрә был уҡытыусының Рембрандтҡа йоғонтоһо нисегерәк булғанын тәғәйен генә әйтә алмай.

1623 йылда Рембрандт Амстердамда Питер Ластманда уҡый, был рәссам Италияла стажировкала булған һәм тарихи, мифтар һәм Библия сюжеттарына картиналар яҙа[3]. 1627 йылда Лейденға ҡайтҡас, Рембрандт дуҫы Ян Ливенс менән үҙ оҫтаханаһын аса һәм уҡыусылар ала башлай. Бер нисә йылда ул танылған рәссамға әйләнә.

Ластман менән и караваджистар йоғонтоһо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ластмандың төрөлө төҫлө, сыбар һәм ваҡ әйберҙәргә күп иғтибар бүлергә яратыуының[1] йәш рәссамға көслө йоғонто яһағаны уның тәүге картиналарында асыҡ күренә («Изге Стефанды таш менән бәргәләп язалайҙар»- «Побиение камнями св. Стефана» (1629), «Боронғо тарихтан бер күренеш» — «Сцена из древней истории» (1626) һәм « Алашарҙы суҡындырыу» — «Крещение евнуха» (1626))[3]. Оҫтарғас яҙған эштәре менән сағыштырғанда, улар сағыу, төрлө төҫлө буяуҙар ҡулланып, һәр бер әйберҙе ентекләп яҙып эшләнгән[4], Библияла яҙылған тарихтың ғәжәйеп шарттарҙа булғанын күрһәтергә тырышып яҙылған[3]. Бөтә геройҙар ҙа тиерлек сәйер көнсығыш кейемендә , алтын-көмөш, аҫыл таш биҙәүестәрҙә күрһәтелә, был күтәренке кәйеф, тантана, байрам төҫө бирә(«Аллегория музыки», 1626; «Давид перед Саулом», 1627).

«Христос во время шторма на море Галилейском»

(1633). Рембрандттың берҙән бер диңгеҙле картинаһы 1990 йылда Изабелла Гарднер музейынан урланған һәм әле булһа табылмаған.

Был осорҙағы һуңғы картиналары («Товит һәм Анна», «Валаам (күрәҙәсе) һәм уның ишәге») рәссамдың бай фантазияһы тураһында ғына түгел, ә геройҙарҙың ауыр уй-кисерештәрен тамашасыға еткрергә тырышып яҙғанын һөйләй. Башҡа барокко осоро оҫталары кеүек үк, Рембрандт уй-кисерештәрҙе күрһәтеүҙә аныҡ итеп башҡарылған яҡтылыҡ менән күләгәләрҙең әһәмиәтен аңлай башлай[3]. Яҡтылыҡ менән эшләргә ул Утрехт караваджистарынан өйрәнә[3], ләкин күбеһенсә Италияла эшләгән немец рәссамы Адам Эльсхаймер эштәрен күҙ уңында тота[3]. Рембрандтың караваджистарса яҙылған әҫәрҙәренән бигерәк тә « Аҡылһыҙ бай тураһында мәҫәл» — «Притча о неразумном богаче» (1627), «Симеон һәм Анна Ҡорамда» (1628), «Христос Эммауста (Никополь)» (1629) картиналарын атарға була.

"Рәссам үҙ оҫтаханаһында"ны (1628; бәлки был автопортреттыр) ошо төркөмгә ҡараған картиналарға индерергә була, рәссам үҙен картинаһын ҡарап торған саҡта төшөргән. Эшләнеп бөтмәгән һүрәт картинаның алғы планында тора; уның менән сағыштырғанда рәссам бәләкәй генә булып күренә[3].

Лейдендағы оҫтахана[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәссамдың ижадын өйрәнеүселәр уның биографияһында аңлай алмаған нимә- Ливенс менән уның бер береһенекенә оҡшаш эштәр яҙыуы. Бергә эшләгән осорҙа улар бер үк сюжетты алған ( «Самсон һәм Далила» (1628/1629),йәки « Лазарҙе терелтеү» (1631)). Икеһе лә ул ваҡытта Европала иң шәп рәссам булып иҫәпләнгән Питер Пауль Рубенсҡа эйәрергә тырышҡан[3], ҡайһы ваҡыт Рембрандт Ливенстың ижади асыштарын ҡулланған, ҡай ваҡытта киреһенсә булған [3]. Шул сәбәпле уларҙың был осорҙағы эштәрен таныу белгестәргә ауырға тура килә[3]. Уның билдәле эштәре араһында — «Валаамдың ишәге» (1626 г).

1629 йылда принц Оранскийҙың ярҙамсыһы, шул замандағы шағир һәм меценат Константин Гюйгенс ( рәссам Христиан Гюйгенстың атаһы) уның тураһында белеп ҡала . Гюйгенс бер хатында Ливенс менән Рембрандтты өмөтлө йәш рәссамдар тип атай[3], ә Рембрандттың « Иуда утыҙ тәңкәне кире бирә» («Иуда, возвращающий тридцать серебреников») картинаһын ул Италияның, хатта антиканың иң яҡшы картиналары менән бер рәткә ҡуя [3]. Гюйгенс Рембрандтты бай клиенттар менән таныштыра һәм принц Оранский өсөн дини темаға бер нисә картина яҙырға заказ бирә.

Үҙ стилен булдырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таким изобразил себя Рембрандт в возрасте 23 лет

1631 йылда Рембрандт Амстердамға күсә, уның картиналарындағы барокко стилендәге хәрәкәт һәм күтәренке рух [1] күптәргә оҡшай, улар Гюйгенс кеүек Рембрандта яңы Рубенсты күрәләр. Ә дуҫы Ливенс , Лейдендағы оҫтахананы ябып, Англияға китә һәм бер аҙ ваҡыт унда ижад итә.

Амстердам осоронда Рембрандт бик күп ҡатын-ҡыҙ һәм ир кешеләрҙең баш һүрәтен эшләй [3], һәр моделдең үҙенсәлеген , кеше йөҙөндәге мимиканы өйрәнә. Был бәләкәй һүрәттәрҙе һуңыраҡ хатта рәссамдың атаһы менән әсәһенең портреты тип уйлағандар, ә улар Рембрандт өсөн ысын портрет мәктәбе була[3]. Ул осорҙа Амстердамда йәшәгән бай бюргерҙар рәссамға портреттарын эшләргә заказ бирә , рәссам күп кенә аҡса эшләй .

Амстердамдағы тәүге йылдарҙа Рембрандтың ижадында автопортрет ҙур урын алып тора; үҙен төрлө хикмәтле кейемдәрҙә, әллә ниндәй сәйер позала төшөрөп, ул ижадын ары үҫтереү юлын эҙләй . Ҡай саҡта этюдтарҙа төшөрөлгән ҡарт кешеләрҙе рәссам иҫ киткес бай көнсығыш кейемдәренә кейендерә, хыялында уларҙы Библиянан алынған геройҙар итеп күрә [3]; Шундайҙар иҫәбендә Иерусалим емерелгәс илап ултырған Иеремия ( «Иеремия, оплакивающий разрушение Иерусалима» (1630)). Рубенстың күп фигуралы гравюраларынан илһам алып [3], Голландияның штатгальтеры (хакимы) Фридрих-Генрих Оранский өсөн ул «Тәрене ҡуйыу» ( «Воздвижение креста» (1633))һәм «Тәренән төшөрөү» («Снятие с креста» (1632/1633)) тигән картиналар яҙа.

Амстердамдағы уңышлы йылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Пир Валтасара» (1635)

Рембрандттың бик оҫта рәссам даны « Доктор Тульп анатомиянан дәрес бирә» ( « Урок анатомии доктора Тульпа» )(1632) тигән бер төркөм кешенең портретын эшләп бөткәс , бөтә Амстердамға тарала. Был картинала хирургтар , ул ваҡыттағы ғәҙәт буйынса, бер рәткә теҙеп төшөрөлмәгәндәр, ә пирамида рәүшендәге композицияға теҙелгән , шулай итеп, картиналағы бөтә кеше психологик яҡтан бер төркөм хасил итә[3]. Һәр бер йөҙҙөң мимика яғынан байлығы, яҡтылыҡ менән күләгәне кәрәгенсә ҡулланып, көсөргәнешле хәлде һүрәтләү, бер нисә йыл буйы үткәрелгән тәжрибәгә йомғаҡ яһай һәм рәссамдың ниндәй ижади юғарылыҡҡа күтәрелеүен күрһәтә.

Амстердамда йәшәй башлаған саҡ Рембрандт өсөн иң бәхетле йылдар була. 1634 йылда Леуварден бургомистры ҡыҙы Саския ван Эйленбюрхҡа өйләнеү рәссамға бай бюргерҙар менән ҡатнашып йәшәргә мөмкинлек бирә[3]. Ул бик күп заказдар ала; Амстердамда йәшәгән тәүге йылдарҙа ул иллеләп портрет яҙа[3]. Ул бигерәк тә консерватив меннониттар менән дуҫ була. Меннониттарҙың рухи етәксеһе Корнелис Анслоның (уның тураһында Йост ван ден Вондел шиғырҙар яҙа) ][3] ике яҡлы портреты бик күп шау-шыу тыуҙыра.

Рембрандт и Саския на картине «Блудный сын в таверне» (1635)

Эштәре шәп барғас, Рембрандт йорт һатып ала (см. Дом-музей Рембрандта), уны антикварҙарҙан һатып алған сәнғәт әҫәрҙәре менән тултыра[4]. Улар араһында Италия оҫталарының картиналары һәм гравюралары ғына түгел, боронғо (антика) скульптуралары, ҡорал, музыка ҡоралдары була[4]. Үҙенән алдараҡ йәшәгән ҙур оҫталарҙың эшен өйрәнер өсөн Амстердамдан сығып ҡайҙалыр барыу кәрәкмәй ҙә, сөнки ҡалала ул ваҡытта Тициандың « Джероламо (?) Барбариго портреты» һәм Рафаэлдең Бальтазаре Кастильоне портреты кеүек эштәрҙе күрергә була [3].

Ул осорҙағы иң әһәмиәтле эштәренән Саския портреттарын атарға була . Ҡайһы бер саҡта ул өйҙә, түшәктә килеш, ҡайһы саҡта бай,зиннәтле кейемдә (кассельский портрет, 1634), йә иһә театр кейемендә («Саския в образе Флоры», 1634) төшөрөлгән. 1641 йылда уларҙың улдары Титус тыуа; тағы өс балаһы бәләкәй саҡта уҡ вафат була. Рәссамдың Саския менән йәшәгән сағында көс-ғәйрәте ташып торғаны «Юлдан яҙған уғыл тавернала» ( «Блудный сын в таверне») (1635) картинаһында асыҡ күренә. Был эш темаһы Библиялағы юлдан яҙған ул (блудный сын) тураһындағы мәҫәлгә бәйле[3].

Саския һуңғы улын тапҡандан һуң үлеп ҡала, Рембрандттың тормошонда өҙлөкһөҙ юғалтыуҙарҙан торған йылдар башлана[4].

«Төнгө ҡарауыл»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рембрандт. «Ночной дозор» (1642)

1642 йылда Рембрандт Уҡсылар йәмғиәтенең яңы бинаһы өсөн алты Амстердам мушкетеры төркөм портретының береһенә заказ ала; ҡалған икеһе уның уҡыусыларына бирелә. Был дүрт метрлыҡ үҙенең иң сағыу , масштаблы[3] картинаһында Рембрандт Голландиялағы портрет яҙыу ҡанундарынан баш тарта, XIX быуаттың яңы йүнәлеше — реализм һәм импрессионизмдың тыуыуына беренсе булып, юл һала. Моделдәр иркен итеп һүрәтләнгән, улар бер урында тик кенә баҫып тормай, ә был заказсыларға оҡшамай, сөнки ҡайһы берҙәре артҡы планға эләккән:

Монументальное создание Рембрандта, запечатлевшее внезапное выступление в поход стрелковой роты, возглавляемой её командирами, решено им как массовая сцена, пронизанная движением толпы конкретных и безымянных персонажей и построенная на мерцающем контрасте ярко освещенных цветовых пятен и затенённых зон. Создающая впечатление разнобоя и напряжённости случайность запечатленной на полотне ситуации вместе с тем проникнута торжественностью и героическим подъёмом, сближается по своему звучанию с исторической композицией[4].

Ижадында Италия рәссамдарының йоғонтоһо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рембрандтың Италия рәссамдары менән тығыҙ бәйләнештә булыуын ул төшөргән портреттар ғына түгел, мифик һәм Библия темаларына эшләнгән күп фигуралы картиналар ҙа күрһәтә. Уның был эштәре рәссамдың тышҡы эффектарға иғтибарлы булыуын сағылдыра, бындай алымдар Италия оҫталарының эштәренә хас була.

Билдәле «Даная» (1636/1643) картинаһы нурҙарға ҡойонған[4]. «Европаны урлау» («Похищение Европы») (1632) һәм

«Ганимедты урлау»Похищение Ганимеда») (1635) — шулай уҡ Италия сәнғәтенең башҡа ғәҙәти сюжеттары ла — Рембрандт тарафынан, беренсе осраҡта, голланд пейзаждарын индереү юлы менән, икенсеһендә легендар сибәр егеткә сабый баланың ҡото осҡан йөҙөн биреп ирониялы һүрәтләү юлы менән үҙгәртелә[3].

1642 йылда Рембрандт Уҡсылар йәмәғәтенең бинаһы өсөн Амстердам мушкетерҙарының алты төркөмлө портреттарының береһен эшләүгә заказ ала, ҡалған ике заказ уҡыусыларына эләгә. Дүрт метрлы был картинаны яҙғанда( иң ҙур масштаблы әҫәрҙәренең береһе) Рембрандт голланд портрет сәнғәте ҡанундарын инҡар итеп, ике йөҙ йылдан һуң буласаҡ 20 быуат реализм һәм импрессионизм алымдарын ижад итә.

«Даная» 1985 йылда вандал һөжүменә дусар була, ләкин совет реставраторҙары уны тергеҙә.

Тормошондағы үҙгәрештәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рембрандтың 1640-се йылдарҙағы шәхси тормошо тураһында документтар бик бик әҙ[3]. Был осорҙағы уҡыусыларынан тик Дордрехтан Николас Мас тигәне генә билдәле[3]. Күрәһең, рәссам элеккесә бик иркен йәшәгәндер. Мәрхүмә Саскияның ғаиләһе уның ҡатынының улына ҡалдырған мираҫын туҙҙырыуына борсола[3]. Титусты ҡараусы ҡатын, Гертье Диркс, өйләнергә һүҙ биреп, алданы, тип уның өҫтөнән судҡа бирә; был йәмһеҙ хәлдән сығыр өсөн рәссамға күп кенә аҡса түгергә тура килә. Голландия белгестәре был Рембрандтҡа үсле бюргерҙар тарафынан ойошторолған хөсөт булырға тейеш, тип иҫәпләй[3].

1640-сы йылдар аҙағында Рембрандт йәш хеҙмәтсе ҡатын Хендрикье Стоффелс менән яҡын мөнәсәбәттә була, уның образы был ваҡытта бик күп картиналарҙа осрай: «Флора» (1654), «Шишмәлә һыу инеүсе йәш ҡатын» («Купающаяся женщина») (1654), «Хендрикье тәҙрә янында» (1655). 1654 йылда рәссамдың хеҙмәтсеһе менән бәйләнештән ҡыҙы Корнелия тыуғас, сиркәү приходы советы Хендрикьены « гонаһлы бәйләнештә» ғәйепләй . Ошо ваҡиғалар менән бәйле Рембрандт бөтә кешелек өсөн мөһим темаларҙан алыҫлаша[3]. Был осорҙа ул картиналарҙы бик әҙ яҙа.

Ижадының һуңғы осоро

1653 йылда матди ауырлыҡтарҙан йонсоған рәссам бөтә милкен тиерлек улы Титусҡа тапшыра[3], шунан 1656 йылда үҙен банкрот тип иғлан итә. 1657—1658 йылдарҙа йорто менән ҡалған мөлкәтен һатҡандан һуң (Рембрандт йыйған сәнғәт әҫәрҙәре каталогы һаҡланып ҡалған),[3] Амстердам ситенә, йәһүд кварталына күсә, бында ул ғүмеренең аҙағына тиклем йәшәй[1]. Был йылдарҙа уның иң яҡын кешеһе булып улы Титус ҡала; рәссам улын бик йыш һүрәткә төшөргән . Ҡайһы береһендә ул тылсымлы әкиттәге принц , ҡалғандарында ҡояш нурҙарында мансылған фәрештә ҡиәфәтендә һүрәтләнгән[4]. 1668 йылда Титустың вафат булыуы рәссам өсөн иң ҙур юғалтыу була; ул үҙе бер йылдан һуң донъя ҡуя.

«Матфей и ангел» (1661). Возможно, моделью для ангела являлся Титус.

Рембрандтың 1650-сы йылдарҙағы ижадының үҙенсәлеге- күп фигураларҙан торған композицияларҙың аңлайышлы һәм мөһабәт булыуы[1]. Был осор өсөн хас эше- 1653 йылда Сицилия аристократы Антонио Руффо өсөн яҙылған «Аристотель Гомер бюсы янында» («Аристотель с бюстом Гомера») картинаһы, 1961 йылда Руффоның вариҫтары ул картинаны Метрополитен-музейына ике миллиондан артыҡ долларға һатып ебәрә[5]. Аристотель тәрән уйға талған; уның йөҙөнән һәм ул ҡулын һалған Гомер бюсынан эске нур бөркөлөп торғандай[3].

Әгәр 1650-се йылдарҙа фигуралар өстән артмаһа, һуңғы тиҫтә йылда Рембрандт күп фигуралы композицияларға кире әйләнеп ҡайта. Шуларҙың икеһе ҙур һәм бик йәмәғәт өсөн мөһим эш була. Мөһабәт «Заговор Юлия Цивилиса» (1661) картинаһы яңы Амстердам ратушаһы өсөн яҙылған, ләкин ул ни өсөндөр заказсыға оҡшамай һәм ул рәссамға тейешле аҡсаны бирмәй[3]. Стокгольмда һаҡланып ҡалған өлөшө ҡәтғи реализмы һәм тирә яҡты сорнап алған ҡараңғылыҡта ялтырап ҡалған яҡтылыҡ нурҙары менән ғәжәпләндерә[4]. «Синдиктар»(буҫтау буяусылар цехы старшиналары) (1662) картинаһында тәбиғи позалар, йәнле мимика, композиция беҙәмлегенә ҡарамаҫтан, был эште, ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, «Төнгө һаҡсылар» («Ночной дозор») менән сағыштырғанда бер аҙым артҡа сигеү тип әйтеп була[3]. Рәссам заказсының теләген шулай итеп үтәргә мәжбүр булған.

Һуңғы егерме йылда Рембрандт портретист булараҡ иҫ киткес юғарылыҡҡа ирешә[4]. Моделдәр булып рәссамдың дуҫтары (Николас Брейнинг, 1652; Герард де Лересс, 1665; Йеремиас де Деккер, 1666) ҡына түгел, билдәһеҙ һалдаттар , ҡарт-ҡоро, әбей-һәбей — рәссамдың үҙе кеүек ауыр тормош юлы үткән кешеләр тора[4]. Уларҙың йөҙҙәре һәм ҡулдары ниндәйҙер эске нур бөркөлөп тора. Ҡулына бирсәткәһен кейеп торған Ян Сикс (1654) портретына бик һирәк осрай торған төҫтәр гармонияһы хас, ул ҡалын, ҡытыршы бумала эҙҙәре, киң алымдар менән яҙылған . Бер нисә күпте күргән апостол һүрәте автопортреттар рәтен дауам итә; апостолдарҙың күбеһендә рәссамдың үҙ һыҙаттары күренеп ҡала[3].

Һуңғы эштәре

Сильно повреждённая картина «Артаксеркс, Аман и Эсфирь» (1660, ГМИИ им. Пушкина)

Рембрандт сәнғәттә даһиҙар ғына етә алған үргә етә[4]. Уның һуңғы эштәре һүрәт сәнғәте тарихында бығаса күрелмәгән ҡаҙаныш була. Уларҙа ҡулланылған һылашып торған, картина буйлап ағып төшкән кеүек буяуҙар сере әле лә асылмаған. Уларҙағы фигуралар мөһабәт, юрамал картинаның алғы өлөшөнә урынлаштырылған кеүектәр. Рәссам алдан уйлап , Библиялағы бик һирәк сюжетты һайлай, уларҙы тикшеренеүселәр әле булһа эҙләп табырға тырыша. Уны кешенең үҙ тормошонда иң көслө хис-тойғолар кисергән мәле ҡыҙыҡһындыра[4].

«Артаксеркс, Аман һәм Эсфирь» (1660) һәм «Отречение апостола Петра» (1660) кеүек эштәре тәрән драматик көсөргәнеште асып һала. Улар менән бер төрлө техникала ғаилә темаһына яҙылған картиналар: тамамланмаған" Юлдан яҙған уғыл ҡайтҡаны" («Возвращение блудного сына»)[6] (1666/1669), Брауншвейгтан ғаилә портреты (1668/1669), шулай уҡ « Йәһүд кәләше» («Еврейская невеста») (1665) тип йөрөтөлгән картина. Уларҙың яҙылыу ваҡыты яҡынса ғына ҡуйыла, улар яҙылыу тарихы сер булып ҡала. Тикшеренеүселәр картинаға буялған, шпатель, йә иһә мастихин менән һыланған ҡуйы буяуҙы һүрәтләү өсөн бик ауырлыҡ менән генә һүҙҙәр табалар : « төрлө төҫтәр менән ялтырап, алтын-һарғылт ҡараңғылыҡта баҙлап торған буяу» («переливающиеся и тлеющие в золотистой мгле краски»)[3]:

«Возвращение блудного сына» (1666/1669, Эрмитаж)

«Активное действие отсутствует, статичные, внешне сдержанные персонажи, подчас окутанные сиянием парчовых одежд, выступают из окружающего их затенённого пространства. Господствующие темные золотисто-коричневые тона подчиняют себе все краски, среди которых особая роль принадлежит горящим изнутри, подобно тлеющим углям, оттенкам красного. Густые рельефные мазки, пронизанные движением светоносной красочной массы, сочетаются в затенённых зонах с написанными тонким слоем прозрачными лессировками. Фактура красочной поверхности произведений позднего Рембрандта кажется мерцающей драгоценностью. Волнующая человечность его образов отмечена печатью таинственной красоты[4]».

Кёльнда 1662 йылда эшләнгән автопортретында авторҙың йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу күренә, 1669 йылғы һуңғы автопротреттарында (Уффици, Лондон Милли галереяһы һәм Маурицхёйс галереяларында) физик яҡтан хәлһеҙ булыуына ҡарамаҫтан, яҙмышына буйһонған, уға тыныс ҡараған кеше сифатында һүрәтләнгән[4]. Рембрандт 1669 йылдың 4 октябрендә Амстердамда вафат була. Уны Амстердамдағы Вестеркерке сиркәүендә ерләгәндәр[3]. Рембрандт үҙ ғүмерендә 350 майлы буяуҙар менән яҙылған картина, 100 артыҡ һүрәт(рәсем) һәм 300-гә яҡын офорт ижад иткән . Рембрандт- һүрәт(рәсем) оҫтаһы бер яғы менән дә майлы һүрәт сәнғәте даһийынан ҡалышмай[4]; уның һуңғы осорҙа таяҡса осо менән төшөрөлгән һүрәттәре айырыуса юғары кимәлдә эшләнгән һәм бик ҡиммәтле тип иҫәпләнә[1].

Музей әйберҙәрен атрибуциялау

Рембрандтың ижадын өйрәнеүселәр өсөн сисеп булмаған мәсьәлә ул- картиналарынан эшләнгән иҫәпһеҙ копиялар һәм уның исеме аҫтында йөрөгән айырым киҫәктәр күсемәләре араһынан бөйөк рәссамдың эштәрен айырып алыу .[7]. Мәҫәлән, «Иуда утыҙ тәңкәне кире бирә» картинаһының тиҫтәгә яҡын варианты бар, уларҙың авторын аныҡ ҡына билдәләй алмайҙар[8].

1968 йылда Амстердамда «Рембрандт» тикшеренеү проекты башланды, уның маҡсаты - Рембрандт әҫәрҙәрен яңы фәнни ысыулдар менән атрибуциялау ( билдәле ҡанун һәм талаптар буйынса музей әйберен тасуирлау) була. 2014 йылда сыҡҡан Йомғаҡлау каталогына 346 картина инә, ә XX быуат башында Рембрандт 800 картина яҙған тип иҫәпләнә[9]. Уоллес коллекцияһында рәссам исеме аҫтында күргәҙмгә 12 картина ҡуйылһа, баштараҡ проект тик бер картинаны ғына Рембрандтыҡы тип атай[10], һуңынан уларҙың иҫәбе бишкә етә. Рәсәй музейҙарында булған картиналар араһында А. С. Пушкин исемендәге музейҙа ,каталог буйынса, Рембрандттың тик өс кенә картинаһы бар,ә Эрмитажда — 14.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 М. В. Доброклонский. «Рембрандт, Харменс ван Рейн» Большая советская энциклопедия. Гл. ред. С. И. Вавилов. изд. 2 М. Сов. энциклопедия. 1965.
  2. Рембрандт / Н. А. Истомина // Пустырник — Румчерод. — М. : Большая российская энциклопедия, 2015. — С. 381—382. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 28). — ISBN 978-5-85270-365-1.
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 3,15 3,16 3,17 3,18 3,19 3,20 3,21 3,22 3,23 3,24 3,25 3,26 3,27 3,28 3,29 3,30 3,31 3,32 3,33 3,34 3,35 3,36 3,37 Silver, Larry. Rembrandt. — Encyclopædia Britannica, 15th edition.
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 4,12 4,13 4,14 Т. Каптерева. Рембрандт Харменс ван Рейн // Европейское искусство: Живопись. Скульптура. Графика: Энциклопедия. — М.: Белый город, 2006. — Т. 3.
  5. Knox, Sanka. Museum Gets Rembrandt for 2.3 Million, The New York Times (16 ноябрь 1961). 9 март 2009 тикшерелгән.
  6. Возвращение блудного сына (изображение от Google в высоком разрешении)
  7. Catherine B. Scallen. Rembrandt, Reputation, and the Practice of Connoisseurship. — Amsterdam University Press, 2004. ISBN 90-5356-625-2.
  8. Kristin Bahre u. a. (Hrsg.): Rembrandt. Genie auf der Suche. — DuMont Literatur und Kunst, Köln 2006. Seite 208.
  9. «Наука и жизнь», № 12, 2011, стр. 66.
  10. Gash, John. Rembrandt or not? — Rembrandt Research Project attempts to authenticate certain works, Art in America (January 1993). 8 март 2009 тикшерелгән. 2009 йыл 25 февраль архивланған.