Рихард Штраус

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рихард Штраус
нем. Richard Strauss
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Германия[4]
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Richard Georg Strauss
Тыуған көнө 11 июнь 1864({{padleft:1864|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[2][3][5][…]
Тыуған урыны Мюнхен, Королевство Бавария[d], Германский союз[d][2][6][7]
Вафат булған көнө 8 сентябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[2][6][3][…] (85 йәш)
Вафат булған урыны Гармиш-Партенкирхен[d], Германия Федератив Республикаһы[d][2][7]
Ерләнгән урыны Гармиш-Партенкирхен[d]
Атаһы Franz Strauss[d]
Әсәһе Josephine Strauss[d]
Хәләл ефете Паулина де Ана[d]
Һөнәр төрө композитор, дирижёр, либреттист, музыкант
Музыка ҡоралы фортепиано
Әҫәрҙәр исемлеге Richard Strauss thematisches Verzeichnis[d], list of compositions by Richard Strauss[d] һәм Richard-Strauss-Werkverzeichnis[d]
Архивы хранятся в Richard-Strauss-Institut[d]
Ойошма ағзаһы Бавария сәнғәт академияһы[d]
Жанр Опера, Симфония, классик музыка һәм сардана[d][8]
Баҫма йәки тәржемә Q61951181?
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Изображение памятной доски
Хеҙмәттәре тупланмаһы Royal Collections of the Netherlands[d][9]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d][10]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][11]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Richard Strauss
 Рихард Штраус Викимилектә

Рихард Штраус (нем. Richard Strauss; 11 июнь 1864 йыл, Мюнхен, Бавария Короллеге — 8 сентябрь 1949 йыл, Гармиш-Партенкирхен, Германия) — һуңғы романтизм дәүеренең немец композиторы, немец экспрессионизмының сағыу вәкиле, бигерәк тә үҙенең симфоник  поэмалары һәм опералары менән дан алған. Шулай уҡ күренекле дирижёр булған.

Рихард Штраус Густав Малер менән бергә Рихард Вагнерҙан ҡала һуң немец романтизмы стиле вәкилдәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иртә йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рихард Штраус 1864 йылдың 11 июнендә Мюнхен (ул ваҡытта Бавария Короллеге, хәҙер — Германияның бер ере) ҡалаһында тыуған, атаһы — Франц Штраус, Мюнхен һарайы операһында беренсе валторнасы. Йәш сағында үҙенең атаһынан һәм уның яҡын коллегаларынан киң музыкаль белем ала; тәүге музыкаль пьесаһын 6 йәшендә яҙа; һәм шул ваҡыттан алып вафатына тиклем, 80 йылға яҡын, туҡтауһыҙ тиерлек музыка яҙа.

1868 йылда арфасы һәм уҡытыусы Август Томбо етәкселегендә фортепианола шөғөлләнә башлай. 1872 йылдан үҙенең ике туған ағаһы, скрипкасы Бенно Вальтер етәкселеге аҫтында музыка менән шөғөлләнә, Бенно Вальтерға артабан ул тәүге скрипка концертын арнай. 1874да Штраус беренсе тапҡыр Рихард Вагнерҙың «Лоэнгрин», «Тангейзер» һәм «Зигфрид» операларын ишетә; Вагнер музыкаһының Штраус стиленә йоғонтоһо һиҙелерлек була, ләкин башта уны атаһы Вагнерҙың музыкаһын өйрәнеүҙе тыя, Штраустар йортонда Вагнер музыкаһы түбән сортлы тип иҫәпләнә, һәм Штраус тик 16 йәшендә генә «Тристан һәм Изольда» партитураһын алыуға өлгәшә. Артабан үҙенең тормошонда Рихард Штраус был хаҡта тәрән үкенеүен яҙа һәм һөйләй. Үҫмер йылдарында операла оркестр репетицияларына йөрөй, 1875—1880 йылдарҙа ул икенсе дирижёр Вильгельм Фридрих Майерҙан музыка теорияһы һәм оркестрлау буйынса дәрестәр ала; шулай уҡ уның остаздары араһында пианист Йозеф Гирль дә була.

Рихард Штраус 40 йәшендә. Почта асылмаһы. 1910

1882 йылда Штраус Мюнхен университетына уҡырға инә, унда музыканы түгел — ә философия һәм тарихты өйрәнә, әммә бер йылдан һуң Берлинға барыр өсөн университеты ташлап китә. Уҡыған ваҡытында Макс Шиллингс менән таныша һәм уны ғүмерен музыкаға арнарға күндерә[12].

Германияның баш ҡалаһында ҡыҫҡа ваҡыт уҡый, ә һуңынан Мюнхенда 1885 йылда Ганс фон Бюлов отставкаға киткәс, дирижёр ассистенты вазифаһын ала. Ошо осорҙағы уның композициялары атаһының уҡытыу стиленә тоғро булған Роберт Шуман йәки Феликс Мендельсон стилендәге кеүек консерватив була. Уның валторна өсөн беренсе концерты (1882 йыл1883 йыл) был осор өсөн типик, һәм шуға ҡарамаҫтан, уны элекке кеүек даими уйнайҙар. Штраустың стиле билдәле композитор һәм скрипкасы, Рихард Вагнерҙың ҡыҙ туғанының ире, Александр Риттерҙы осратҡас һиҙелерлек үҙгәрә башлай. Тап Риттер Штраусты үҙенең консерватив үҫмерҙәр стиленән баш тартырға һәм симфоник поэмалар яҙыуға өгөтләй; шулай уҡ ул Штраусты Рихард Вагнерҙың эссеһы һәм Шопенгауэрҙың әҫәрҙәре менән таныштыра. Штраус Риттерҙың бер поэмаһы менән дирижёрлыҡ итергә йыйына, ә һуңынан Риттер Рихард Штраустың «Смерть и просветление» (Tod und Verklärung) симфоник поэмаһы мотивтары буйынса поэма яҙа.

Рихард Штраустың 1894 йылдың 10 сентябрендә йырсы-сопрано Паулино Мария де Анаға өйләнә. Ҡатыны үҙенең бойороусан, ҡыҙыу, сәйер холҡо һәм тура һүҙле булыуы менән билдәле була, әммә никахтары бәхетле була — ҡатыны уның өсөн ҙур илһам сығанағы була. Ғүмере буйына, иртә йырҙарынан алып 1948 йылда яҙылған «Дүрт һуңғы йырына» тиклем, ул һәр саҡ теләһә ҡайһы башҡа тауыштарға ҡарағанда сопраноға өҫтөнлөк бирә.

Симфоник поэмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Дон Жуан» әҫәренән һуң килгән әҫәрҙәре :
  • «Из Италии» (Aus Italien, 1886)
  • «Макбет» (Macbeth, 1888/1890)
  • «Смерть и просветление» (Tod und Verklärung, 1888—89)
  • «Весёлые проделки Тиля Уленшпигеля» (Till Eulenspiegels lustige Streiche, 1895)
  • «Так говорил Заратустра» (Also sprach Zarathustra, 1896)
  • «Дон Кихот» (Don Quixote, 1898)
  • «Жизнь героя» (Ein Heldenleben, 1899)
  • «Домашняя симфония» (Symphonia Domestica, 1904)
  • «Альпийская симфония» (Eine Alpensinfonie, 1915)

Штраустың башҡа оркестр әҫәрҙәренән тыш — «Мещанин во дворянстве» сюитаһы (Le Bourgeois gentilhomme, 1917) һәм «Метаморфозы» 23 ҡыллылар өсөн (Metamorphosen, 1945).

Опералары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат аҙағында Штраус операға мөрәжәғәт итә. Уның был жанрҙа беренсе тәжрибәһе 1894 йылда Гунтрам һәм 1901 йылда Погасшие огни (Feuersnot) уңышһыҙлыҡҡа осрай. 1905 йылда ул Саломеяны (Оскар Уайльд пьесаһы буйынса) ижад итә, ул да, үҙ ваҡытында Дон Жуан һымаҡ, шулай уҡ төрлөсә ҡабул ителә. Нью-Йоркта Метрополитен-Операла премьерала тамашасының ризаһыҙлығы ныҡ шау-шыулы була, хатта опера беренсе тамашанан уҡ төшөрөп ҡалдырыла. Һис шикһеҙ, был ризаһыҙлыҡ шаҡтай кимәлдә теманы һайлауҙы билдәләй, әммә ниндәйҙер кимәлдә кире ҡараш Штраустың ул ваҡытта операла һирәк ишетергә мөмкин булған гармонияһыҙлыҡты ҡулланыуы менән бәйле була. Был опера башҡа опера театрҙарында ҙур уңыш менән файҙалана, был Рихард Штраусҡа Гармиш-Партенкирхенда ошо опера килеме иҫәбенә йорт төҙөргә мөмкинлек бирә.

Штраустың киләһе операһы Электра була, бында ул гармонияһыҙлыҡты тағы ла йылдамыраҡ ҡуллана. Был операнан һуң Штраустың шағир Гуго фон Гофмансталь менән хеҙмәттәшлеге башлана. Уларҙың башҡа әҫәрҙәр өҫтөндә бергәләп эшләүе оҙайлы һәм емешле була. Әммә, Штраус артабанғы операларында гармоник телде ҡулланыуҙа һаҡ була, шуға күрә Кавалер розы кеүек әҫәрҙәре (1910 йыл), тамашасыларҙа ҙур уңыш яулай. 1940 йылға тиклем Штраус һоҡланырлыҡ даимилыҡ менән опералар ижад итеүен дауам итә. Ул Ариадна на Наксосе (1912), Женщина без тени (1918), Интермеццо (1923), Елена Египетская (1927) һәм Арабелла (1932), бөтәһе лә Гуго фон Гофмансталь менән хеҙмәттәшлектә; Молчаливая женщина (1934), Стефан Цвейг либреттоһы; День мира (1936) һәм Дафна (1937) (Грегор Йозеф һәм Цвейг либреттоһы); Любовь Данаи (1940) (Грегор менән хеҙмәттәшлектә) һәм Каприччио (Клеменс Краус либреттоһы) (1941) ижад итә.

Яңғыҙ башҡарыу өсөн һәм камера музыкаһы әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Штраустың яңғыҙ башҡарыу һәм камера ансамблдәре эштәре иҫәбенә консерватив гармония стилендәге фортепиано өсөн иртә әҫәрҙәре инә, уларҙың күбеһе юғалған; һирәк башҡарыла торған «Ҡыллы квартет» (2-се әҫәр); 1887 йылда яҙылған данлыҡлы «Скрипичная соната ми-бемоль»; һуңғы осорҙағы күп булмаған пьесалары. 1900 йылдан һуң камера ансамбле өсөн алты әҫәр яҙа; дүртәүһе уның операһынан сюиталар булып тора. Уның һуңғы камера әҫәре «Алегретто ми минор для скрипки и фортепиано» 1940 йыл менән даталана.

Яңғыҙ башҡарыусы инструмент менән оркестр өсөн әҫәрҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Штраус күп музыканы оркестр менән яңғыҙ башҡарыу ҡоралы өсөн яҙа. Оркестр менән валторна өсөн иң билдәле ике концерты билдәле (Ми-бемоль мажор № 1 , 11-се әҫәре һәм Ми-бемоль мажор № 2 ), уларҙың күбеһе бөгөнгәсә валторнасыларҙың, скрипка өсөн концерт, виолончель, альт һәм оркестр өсөн Дон Кихот симфоник поэмаһы, шулай уҡ һуңғы йылдарҙа яҙылған оркестр менән гобой өсөн концерт, фагот һәм кларнет өсөн концерт дуэты (1947) репертуарҙарға инә. Концерт дуэтының нигеҙендә «музыканан тыш» сюжет ятҡанын Штраус таный, унда кларнет — принцесса, ә фагот айыуҙы кәүҙәләндерә, уларҙың бейеүе ваҡытында айыу принцҡа әүерелә.

Штраус һәм национал-социализм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Власҡа нацистар партияһы килеү менән Штраустың Германияла роленә ҡарата төрлө фекерҙәр бар. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса уның сәйәсәткә битараф булыуы һәм нацистар менән бер нисек тә хеҙмәттәшлек итмәүе труаһында әйтелә. Башҡа сығанаҡтар уның Өсөнсө рейх ваҡытында дәүләт хеҙмәтендә вазифалы кеше булыуын билдәләй.

1933 йылдың ноябрь айында Штраус менән бер ниндәй ҙә консультация үткәрмәйенсә Геббельс уны Империя музыкаль палатаһының (Reichsmusikkammer) президенты итеп тәғәйенләй. Штраус был посты һаҡлап ҡалырға, әммә шул уҡ ваҡытта сәйәси тормоштан ситтә ҡалырға ҡарар итә. Штраусты был ҡарарының бер ҡатлылығы өсөн тәнҡитләйҙәр, әммә, бәлки, был ҡарар барлыҡ хәлдәрҙе иҫәпкә алғанда иң аҡыллыһы була. Был вазифала булып, 1936 йылда Олимпия уйындары өсөн Олимпия гимнын яҙа һәм уның менән дирижерлыҡ итә. Ул шулай уҡ ҡайһы бер юғары вазифалы нацист чиндары менән бәйләнеш тота. Күрәһең, был йәһүд килене Әлисәне һаҡлап алып ҡалыу ниәте менән эшләнгәндер. 1935 йылда Молчаливая женщина операһы афишаларынан либреттоны яҙыусы йәһүд сығышлы дуҫы Стефан Цвейгтың исемен алып ташлауҙан баш тартҡас, Штраусты Палата президенты посынан китеүгә мәжбүр итәләр. Ул Цвейгҡа дәртләндереү һүҙҙәре менән нацистарҙы тәнҡитләп хат яҙа. Был хатты гестапо ҡулға төшөрә.

Уның 1938 йылда яҙылған День мира бер актлы операһында ваҡиғалар Утыҙ йыллыҡ һуғышта ҡамауҙағы ҡәлғәлә бара — асылда тыныслыҡҡа гимн һәм Өсөнсө рейхты йәшерен хәлдә тәнҡитләү — был осорҙа, бөтә милләт һуғышҡа әҙерләнгәндә, бик ҡыйыу аҙым була. Уға хас ирек һәм ҡоллоҡто, һуғыш һәм тыныслыҡты, яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡты ҡапма-ҡаршы ҡуйыу менән, был әҫәр Штраустың теләһә ниндәй һуңғы опера әҫәрҙәренә ҡарағанда күпселек Фиделио менән бәйле һанала. Постановка 1939 йылда һуғыш башында туҡталып ҡала.

Килене Әлисә 1938 йылда Гармишта өй һағы аҫтына алынған саҡта, Штраус Берлиндағы бөтә үҙенең бәйләнештәрен ҡуллана, мәҫәлән, ул киленең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса Берлиндың Интенданты Титьен Хайнцҡа мөрәжәғәт итә; бынан тыш, иптәштәрен һәм йәһүд коллегаларын яҡлау өсөн шулай уҡ үҙенең рәсми хәлен дә файҙаланырға тырыша тигән күрһәтмәләр бар. Штраус нацистар тарафынан индерелгән антисемитизмға ҡарата үҙенең ҡарашын белдергән бер ниндәй ҙә көндәлек йәки аңлатма ҡалдырмаған, шуға күрә ул осорҙағы уның эш итеүҙәре тураһында фаразларға ғына ҡала. Хәйер, 1930 йылдарҙа күпселек уның эш итеүҙәре асыҡтан-асыҡ конформизм һәм диссидентлыҡ араһында була, уның музыкала тик бер диссидент ҡылығы — День мира пацифистик драмаһы тураһында ышаныс менән әйтергә була.

1942 йылда Штраус үҙенең ғаиләһен кире Венаға алып килә, унда Әлисә һәм уның балалары Венаның Гауляйтеры Бальдур фон Ширах яҡлауы аҫтында була. Хатта ул да Штраустың йәһүд туғандарын тулыһынса яҡлай алмай; 1944 йылдың башында Штраус ваҡытлыса ҡайҙалыр киткәндә, Әлисәне һәм композиторҙың улын гестапо урлап алып китә, һәм улар төрмәлә ике тәүлек үткәрә. Бары тик Штраустың ваҡытында шәхси ҡыҫылыуы уларҙы ҡотҡара; ул икеһен дә Гармишҡа алып сыға, улар бында һуғыштың аҙағына тиклем өйҙә һаҡ аҫтында була.

Һуңыраҡ ул нацистар менән хеҙмәттәшлек итеүҙә һәм бәйләнештә ғәйепләнә һәм судҡа йәлеп ителә. Суд ҡарары менән аҡлана.

Р. Штраус портреты менән почта маркаһы

Һуңғы йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1948 йылда Штраус сопрано һәм оркестр өсөн үҙенең «Һуңғы дүрт йырын» яҙа. Бөтә ғүмере буйына Штраус йырҙар яҙһа ла, былары иң билдәлеләре булып иҫәпләнә. Йәш композиторҙың әҫәрҙәре менән сағыштырғанда Штраустың гармониялы һәм моңло яҙыу стиле ул ваҡыт өсөн бер ни тиклем иҫкергән кеүек күренә. Шуға ҡарамаҫтан был йырҙар мотлаҡ тыңлаусылар һәм башҡарыусылар тарафынан популярлыҡ менән файҙалана. 1947 йылда Штраус үҙе былай тип белдерә: «Бәлки, мин беренсе сортлы композитор түгел, әммә мин — беренсе класлы икенсе сортлы композитор!»

86 -сы йәшенә Штраустың ныҡлы һаулығы ҡаҡшай, хәлһеҙлек, йөрәк өйәнәктәре башлана. Ваҡыты менән аңын юғалта. Рихард Штраус 1949 йылдың 8 сентябрендә Германияның Гармиш-Партенкирхен ҡалаһында 85 йәшендә вафат була.

Дирижёр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рихард Штраус — атаҡлы дирижер. Ул ғына түгел, уның репертуарында үҙ әҫәрҙәре генә түгел, XVIII — XX быуат башының күп опера һәм симфония партитуралары ла бар

Яҙғандары араһында һаҡланғандары — үҙенең симфоник әҫәрҙәре («Домашняя симфония», «Дон Жуан», «Тиль Уленшпигель», «Дон Кихот», «Смерть и просветление», «Жизнь героя», «Японская праздничная музыка», «Мещанина во дворянстве» әҫәренән сюита һ. б.),  Людвиг ван Бетховендың Бишенсе, Етенсе симфонияһы, В. А. Моцарттың өс һуңғы симфониялары. Ул ваҡытта Рихард Штрауст идаралығы аҫтында бер ниндәй ҙә тулы опера яҙмалары башҡарылмай.

Штраустың автор менән аккомпаниатор сифатында бер нисә яҙылған йыры бар.

Астрономияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рихард Штраустың «Ариадна на Наксосе» операһы героиняһы Зербинетта хөрмәтенә Зербинетта астероиды (693) аталған.
  • Рихард Штраустың «Арабелла» операһы героиняһы Арабелла хөрмәтенә Арабелла астероиды (841) аталған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #24796264 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #11861911X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. LIBRIS — 2018.
  5. Richard Strauss // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. 6,0 6,1 Штраус Рихард // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  7. 7,0 7,1 Archivio Storico Ricordi — 1808.
  8. https://www.musicsperlacobla.cat/compositor.php?autor_id=2364
  9. Strauss, Richard (1864-1949) // Wilhelm von Oranien en Grosser Festmarsch
  10. https://kurier.at/kultur/geschichten-mit-geschichte/zu-spaet-fuer-richard-strauss/400452505
  11. https://data.performing-arts.ch/a/e809a181-0a4f-4aa6-816c-6c2791eadbda / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  12. О. Т. Леонтьева. Музыкальная энциклопедия, Москва: Советская энциклопедия, Советский композитор. Под редакцией Ю. В. Келдыша (1973—1982 год).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Соловьёв Николай Феопемптович. Штраус, Рихард // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Michael Kennedy, «Richard Strauss», The New Grove Dictionary of Music and Musicians, ed. Stanley Sadie. 20 vol. London, Macmillan Publishers Ltd., 1980. ISBN 1-56159-174-2
  • Bryan Gilliam: «Richard Strauss», Grove Music Online ed. L. Macy (Accessed August 19, 2005), (доступ по подписке) 2008 йыл 16 май архивланған. (Эта статья сильно отличается от опубликованной в словаре Гроува издания 1980 года; в частности, более детализирован анализ поведения Штрауса в Нацистский период.)
  • David Dubal, "The Essential Canon of Classical Music, " North Point Press, 2003. ISBN 0-86547-664-0
  • Del Mar, Norman (1962). Richard Strauss. London: Barrie & Jenkins. ISBN 0-214-15735-0.
  • Gilliam, Bryan (1999). The Life of Richard Strauss. Cambridge: Cambridge University Press. ISBN 0-521-57895-7.
  • Gilliam, Bryan. «Richard Strauss», Grove Music Online ed. L. Macy (Accessed August 19, 2005), (доступ по подписке) 2008 йыл 16 май архивланған. (Эта статья сильно отличается от опубликованной в словаре Гроува издания 1980 года; в частности, более детализирован анализ поведения Штрауса в Нацистский период.)
  • Kennedy, Michael (1999). Richard Strauss: Man, Musician, Enigma. Cambridge: Cambridge University Press. ISBN 0-521-58173-7.
  • Osborne, Charles (1991). The Complete Operas of Richard Strauss. New York City: Da Capo Press. ISBN 0-306-80459-X.
  • Wilhelm, Kurt (1989). Richard Strauss: An Intimate Portrait. London: Thames & Hudson. ISBN 0-500-01459-0.

Һайланма библиографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Del Mar, Norman (1962). Richard Strauss. London: Barrie & Jenkins. ISBN 0-214-15735-0.
  • Gilliam, Bryan (1999). The Life of Richard Strauss. Cambridge: Cambridge University Press. ISBN 0-521-57895-7.
  • Kennedy, Michael (1999). Richard Strauss: Man, Musician, Enigma. Cambridge: Cambridge University Press. ISBN 0-521-58173-7.
  • Osborne, Charles (1991). The Complete Operas of Richard Strauss. New York City: Da Capo Press. ISBN 0-306-80459-X.
  • Wilhelm, Kurt (1989). Richard Strauss: An Intimate Portrait. London: Thames & Hudson. ISBN 0-500-01459-0.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]