Росс диңгеҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Росс диңгеҙе
Майҙаны439 000 км²
Яр буйы оҙонлоғо2400 км
Иң ҙур тәрәнлек2972 м
Уртаса тәрәнлек677 м
Антарктида
Точка
Росс диңгеҙе
 Росс диңгеҙе Викимилектә

Росс диңгеҙе — Көньяҡ океан диңгеҙе.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майҙаны 439 мең км², иң ҙур тәрәнлеге — 2972 м. Ярҙары таулы, ныҡ йырғыланған. Диңгеҙҙең көньяҡ өлөшө иң ҙур Росс боҙлоғо менән ҡапланған, уның менән бергә диңгеҙҙең майҙаны 960 мең км² тәшкил итә.

Диңгеҙҙең асыҡ өлөшө йыл әйләйенә тиерлек айсбергтар менән ҡапланған.

Тоҙлолоғо 33,7-34,4 . Ағымдар сәғәт теле буйынса әйләнеш барлыҡҡа килтерә. Ярым тәүлекле һыу артымдары 1 метрға барып етә.

Диңгеҙҙә Росс тюлене, Уэдделл тюлене, диңгеҙ ҡыҫалаһын ашаусы тюлень, диңгеҙ леопарды, криль, косатка, пингвиндар, балыҡтар, киттар һ. б. тереклек итә.

Диңгеҙ 1841 йылда инглиз поляр тикшеренеүсеһе Дж. К. Росс менән асыла һәм уға арнап атала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]