Рубо Франц Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рубо Франц Алексеевич
рус. Франц Алексеевич Рубо
франц. François Iwan Roubaud
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Германия империяһы
Тыуған көнө 5 (17) июнь 1856[3][4]
Тыуған урыны Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 13 март 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[5] (71 йәш)
Вафат булған урыны Мюнхен, Веймар Республикаһы
Ерләнгән урыны Бавария
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө рәссам, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө Һынлы сәнғәт[d][6]
Эш урыны Юғары сәнғәт училищеһы
Уҡыу йорто Одесса художество училищеһы[d]
Мюнхенская академия художеств[d]
Уҡыусылар Анна Крюгер-Прахова[d], Котов, Пётр Иванович[d], Евгений Андреевич Агафонов[d], Q119052795?, Михаил Иванович Авилов[d] һәм Q124446114?
Әүҙемлек урыны Рәсәй империяһы
Жанр батальный жанр[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Бородинская панорама[d], Национальный музей Чеченской Республики[d], Бавар дәүләт картиналар йыйынтығы[d], Государственные художественные собрания Дрездена[d], Дагестанский музей изобразительных искусств имени П. С. Гамзатовой[d] һәм Национальный музей искусства Каталонии[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Frick Art Reference Library[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Franz Roubaud
 Рубо Франц Алексеевич Викимилектә

Рубо Франц Алексеевич (17 июнь 1856 йыл, Одесса, Рәсәй империяһы — 13 март 1928 йыл, Мюнхен, Веймар республикаһы[7]) — Рәсәй империяһы панорамасы рәссамы, академик һәм Император Художество академияһының баталиялар оҫтаханаһы етәксеһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Франц Алексе́евич Рубо́ 1856 йылдың 17 июнендә Одесса ҡалаһында Рәсәйҙә төпләнгән француз коммерсанты ғаиләһендә тыуған.

1865—1877 йылдарҙа — Одесса һүрәт төшөрөү мәктәбендә, ә 1878—1883 йылдарҙа Мюнхен Рәсем сәнғәте Академияһында уҡыған. Баталиялар төшөрөү буйынса белгеслеккә әҙерләнгән.

1903 йылдан Рубо Император художество Академияһының баталиялар оҫтаханаһы профессор — етәксеһе.

1912 йылда Рубо тулыһынса Германияға күсә. Һуңғы йылдарҙа заказсылары булмай, уны онотоп бөтәләр тиерлек.

Франц Рубо 1928 йылдың 13 мартында Мюнхенда вафат була.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәссамдың ейәнсәре — Сильвия Рубо, Мюнхенда 1941 йылда тыуған. Ул — абстракционист рәссам[8].

2010 йылда, Севастополь панорамаһы юбилейына Сильвия Рубо «Фрагменты живописного полотна Панорамы Ф. А. Рубо „Штурм 6 июня 1855 года“» каталогына баш һүҙ яҙа һәм музейға ғаилә архивынан ике фотография бүләк итә[9].

Панорамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Франц Рубо өс баталия панорамаһы авторы: «Оборона Севастополя», «Бородинская битва», «Штурм аула Ахульго». Рәсәйҙең панорама рәсем сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, ике йөҙләп монументаль полотно яҙған.

Император Александр II янында башҡорттарҙың ыласын менән һунар итеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ф. Рубо. Башҡорттарҙың император Александр II ҡатнашлығында ыласындарға һунар итеүе

Рәсәйҙә ҡоштар менән һунар итеү киң таралған була. Йышыраҡ был маҡсатта ыласын ҡош файҙаланылған. Әммә Х1Х быуат урталарына был шөғөл популярлығын юғалта бара, бигерәк тә батша Алексей Михайловия вафатынан һуң ыласын өйрәтеүселәр ҙә кәмей, етмәһә, ваҡ малға тейә тип, йыртҡыс ҡоштарҙы күпләп ҡырыу башлана.

Бик һирәк төбәктәрҙә генә, шул иҫәптән, Ырымбур губернаһында ҡош менән һунарға йөрөү һаҡлана.

Һуңғы тапҡыр рәсми рәүештә батшаның ыласын менән һунарға сығыуы 1856 йылда теркәлгән[10]. Был Мәскәүҙә император Александр II коронацияһына — таж кейҙереүгә бәйле тантаналар ваҡытында булған.

1856 йылдың сентябрендә Ырымбур генерал-губернаторы граф Перовский Василий Алексеевич император коронацияһына аусы ҡоштары менән башҡорттарҙы ебәрә[3].

Башҡорттарҙан был тантанаға Фәхретдин Өмөтбаев делегация алып бара. Таж кейҙереү тантаналарына бәйле саралар ваҡытында ыласын менән һунар итеүҙе ойоштора. Шуның өсөн император Александр II Фәхретдин Өмөтбаевҡа бриллиант ҡашлы йөҙөк бүләк итә[11].

Рәссам Ф. Рубо ошо ваҡиға айҡанлы «Башҡорттарҙың император Александр II ҡатнаш­лығында ыласындар менән һунар итеүе» исемле картинаһын яҙа. Ул 1911 йылда Н. И. Кутеповтың «Великокняжеская, царская и императорская охота на Руси» тигән 4 томлыҡ очерктарында баҫылып сыға[12]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #30293540 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #116663154 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. http://www.hrono.ru/biograf/bio_r/rubo.html
  4. Рубо Франц Алексеевич (урыҫ) // Большая российская энциклопедияМ.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  5. Franz Alekseevich Roubaud (нидерл.)
  6. Чешская национальная авторитетная база данных
  7. Рубо Франц Алексеевич // Большая советская энциклопедия, 3 издание, в 30 т. 1969—1978.
  8. Новый зал ждёт посетителей(недоступная ссылка) Дорогомилово сегодня, № 13(55), октябрь, 2003 год
  9. Эксклюзивное интервью с внучкой Рубо
  10. [1]
  11. Апасова Гөлсәсәк. Ыласын Һунары оҫтаһы. Башҡортостан : гәзит (15 август 2014). Дата обращения: 28 май 2018. 2017 йыл 26 август архивланған.
  12. Последняя царская охота[2].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дагирова Д. А. Ахульго, Дагестан, Кавказ в творчестве Франца Рубо. — Махачкала, 2012. — 120 с. — 500 экз. — ISBN 9785914710801.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]