Эстәлеккә күсергә

Бенедикт Спиноза

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Спиноза Бенедикт битенән йүнәлтелде)
Бенедикт Спиноза
йәһ. בָּרוּךְ שְׂפִּינוֹזָה
лат. Benedictus de Spinoza
порт. Benedito de Espinosa
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Берләшкән провинциялар республикаһы[d]
Тыуған көнө 24 ноябрь 1632({{padleft:1632|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[3][4][5][…]
Тыуған урыны Амстердам, Берләшкән провинциялар республикаһы[d][3][6][2]
Вафат булған көнө 21 февраль 1677({{padleft:1677|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[3][4][5][…] (44 йәш)
Вафат булған урыны Гаага[d], Берләшкән провинциялар республикаһы[d][6][3][2]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз
Ерләнгән урыны Новая церковь[d][7]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Miguel de Espinoza[d]
Әсәһе Hanna Debora d'Espinoza[d]
Туған тел Португал теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле, Нидерланд теле[8] һәм Латин теле[9]
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, переводчик Библии, grinder of lenses, политолог, грамматик, дин белгесе
Эшмәкәрлек төрө фәлсәфә, этика, эпистемология һәм метафизика[d]
Уҡыусылар Готфрид Лейбниц
Кемдә уҡыған Франциск Ван Ден Энден[d][2]
Әүҙемлек урыны Гаага[d][2], Рейнсбург[d][2], Амстердам[2] һәм Ворбург[d][2]
Сәнғәт йүнәлеше рационализм[d] һәм Көнбайыш фәлсәфәһе
Ойошма ағзаһы Коллегианты[d]
Йоғонто яһаусы Рене Декарт, Парменид[d], Маймонид[d], Ксенофан[d], Никколо Макиавелли, Ибн Туфайль[d], Николя Мальбранш[d], Джордано Бруно, Фрэнсис Бэкон[d], Томас Гоббс, Ибн Рушд, Демокрит, Эпикур, Тит Лукреций Кар[d], Хасдай Крескас[d], Әбүғәлисина, Платон һәм Аристотель
Эра Философия XVII века[d]
Изображается на Portrait of Benedictus de Spinoza (1632-1677)[d]
Вики-проект Проект:Математика[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Городской музей[d][10]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Benedictus de Spinoza
 Бенедикт Спиноза Викимилектә

Бенедикт Спиноза (лат. Benedictus de SpinozaBenedictus de Spinoza, тыумышы Барух Спиноза, йәһ. ברוך שפינוזה‎ברוך שפינוזהйәһ. ברוך שפינוזה‎; 24 ноябрь 1632 йыл, Амстердам — 21 февраль 1677 йыл, Гаага) — нидерланд философ-рационалисы һәм сығышы менән йәһүд булған натуралист, Яңы заман философияһының төп вәкилдәренең береһе[11].

Барух де Спиноза йәһүд-сефардтар ғаиләһендә тыуа, уларҙың ата-бабалары Португалиянан ҡыуылғандан һуң Амстердамда төпләнә. Михаэль (Габриэль Алварес) һәм Ханна Дебора де Спиноза ғаиләһендә биш бала була: Исаак, Ребекка (икеһе лә Михаэлдең беренсе никахынан), Мириам, Барух һәм Габриэль. Әсәйҙәре бик иртә, 1638 йылда, Барухҡа ни бары алты йәш тулғанда, туберкулёз сиренән вафат була. 1654 йылда вафатына тиклем атаһы уңышлы эшләгән ғаилә фирмаһы хужаһы. Спиноза «Эц Хаим» башланғыс дини мәктәбенә йөрөй, унда иврит телен, Раша комментарийҙары менән Тораны, Талмудты һәм башҡа раввиндар әҙәбиәтен, шулай уҡ йәһүд дине нигеҙҙәрен һәм риториканы өйрәнә. Шунда уҡ ул Аверроэс һәм Аристотель хеҙмәттәре менән таныша. Аҙағыраҡ латин теле буйынса дәрестәр ала. Спиноза португал, испан, нидерланд һәм бер аҙ француз һәм итальян телдәрендә һөйләшә, әҙәби ивритты яҡшы белә; ғаилә теле, моғайын, ладино (сефард) теле булғандыр.

Раввиндар — хахам һәм дин таратыусы Исаак Абоаб-да-Фонсека (артабан, күрәһең, Спинозаны диндән айырыуҙа ҡатнашҡандыр[12]), Менаше бен Исраэль һәм Саул Мойтейра[13] Спинозаның тәүге уҡытыусылары була.

Өйөндәге эш кабинеты

Спиноза ул ваҡытта уҡ Авраам ибн Эзра һәм Маймонид, Герсонид кеүек йәһүд философтарының хеҙмәттәрен өйрәнә, шулай уҡ Хасдай Крескастың «Аллаһ яҡтылығы» («Ор Адонай») трактаты һәм дини философ Авраам Коген Эррераның «Puerta del Cielo» («Йыһан ҡапҡалары»)[14] китабы менән таныш була. Был авторҙарға неоплатоник Иегуду Абрабанелде уның «Мөхәббәт тураһындағы диалогтары» («Dialoghi d' Amore») һәм ғәрәп-мосолман философтары: Әл-Фараби, Әбүғәлисина һәм Аверроэсты уларҙың хеҙмәттәре менән өҫтәргә кәрәк.

Атаһы вафат булғандан һуң Барух һәм уның ҡустыһы Габриэль фирмала идара итә башлай. Спинозаның «неортодоксаль» ҡараштары, уның сектанттарға (коллегианттар, протестантизмдағы бер ағым) яҡынлашыуы һәм ғәмәлдә иудаизмдан ситләшеүе, тиҙҙән уны бидғәттә ғәйепләүгә һәм йәһүд общинаһынан сығарыуға килтерә (херем, 1656 йылда).[15]

Спиноза Бенедикт (латинса бәхетле) исемен ала, фирмалағы үҙ өлөшөн ҡустыһына һата ла, Амстердам ситендәге Оверкеркта төпләнә. Бында ул оҙаҡ йәшәмәй. Ҡабаттан әйләнеп ҡайта һәм (әлегә уға Амстердамда йәшәү рөхсәт ителгәнгә) экс-иезуит «күңелсәк доктор» ван ден Эндендың шәхси колледжына уҡырға инә, унда латин телен тәрәнерәк итеп камиллаштыра, грек телен, философиияны (грек, урта быуат философияһын һәм яңы философияны, шул иҫәптән Гоббс, Гассенди, Макиавелли, бәлки, Джордано Бруно хеҙмәттәрен дә), тәбиғи фәндәрҙе уҡый, һүрәт төшөрөргә һәм оптик быялаларҙы шымартырға өйрәнә, иврит теленән уҡыта. Бында ул Рене Декарт хеҙмәттәре менән таныша, шулай итеп, уның ижади эшмәкәрлек даирәһе киңәйә, әммә был уның «ысын инанысына» йоғонто яһамай. Декарт оҙаҡ ваҡыт Амстердамда йәшәһә лә, күрәһең, Спиноза менән ул бер ҡасан да осрашмағандыр — Спиноза ул мәлдә бик йәш була.

Бенедикт янына тоғро булған дуҫтары һәм уҡыусылары — Симон де Врис (Simon Joosten de Vries), Ярих Еллес (Jarig Jelles), Питер Баллинг (Pieter Balling), Лодевейк Мейер (en:Lodewijk Meyer), Ян Риувертс (Jan Rieuwertsz), фон Шуллер (von Schuller), Адриан Курбах (en:Adriaan Koerbagh), Йоханнес Курбах (Johannes Koerbagh), Йоханнес Бауместер (Johannes Bouwmeester) һәм башҡалар йыйыла.

1660 йылда Амстердам синагогаһы муниципаль властарға рәсми рәүештә мөрәжәғәт итеп, «әхләҡ һәм әҙәп нормаларын боҙған» өсөн Спинозаны хөкөм итеүен һорай. Спиноза тиҙ арала Амстердамдан ҡасып китергә мәжбүр була. Ул Рейнсбургтағы (ул саҡта коллегианттар үҙәге) Лейден ҡалаһы янындағы ауылда төпләнә. Линзаларҙы шлифовкалау уға йәшәүгә етерлек килем бирә. Ошонда ул «Алла, кеше һәм уның бәхете тураһында ҡыҫҡа трактат», «Аҡылды камиллаштырыу тураһында трактат», «Декарт философияһы нигеҙҙәренең» күпселек өлөшөн һәм «Этиканың беренсе китабын» яҙа. Ҡайһы саҡта уға Лейдендан студенттар килгеләй. 1661 йылда Спинозаға Лондон короллеге ғилми йәмғиәте рәйестәренең береһе Генри Ольденбург килә, уның менән байтаҡ йылдар хат алышҡан була.

1663 йылдың июнендә Спиноза Ворбюргҡа, Гаага янына күсенә, унда физик һәм математик Христиан Гюйгенс, филолог Фосс менән таныша. 1664 йылда Гаагала «Декарт философияһы нигеҙҙәрен» (тере сағында үҙенең Спиноза исеме аҫтында баҫтырылған берҙән-бер хеҙмәте) «Метафизик уйланыуҙар» хеҙмәте менән бергә баҫтырып сығара. Амстердамда «Теология-сәйәси трактатын» (1670) аноним рәүештә баҫтырғандан һуң Спинозаның атеист булыуы тураһындағы фекер нығына. Дәүләт башында философҡа ихтирам менән ҡараған ағалы-ҡустылы де Виттарҙың тороуы ғына (Ян де Витт картезиан ағымына ҡарай) Спинозаны етди эҙәрлекләүҙәрҙән ҡотҡара. Трактат менән параллель рәүештә ул «Йәһүд грамматикаһын» да яҙа.

1670 йылдың майында Спиноза Гаагаға күсенә (1671 йылда Павильюнсграхт (Paviljoensgracht) каналындағы йортта йәшәй; хәҙер был йорт латинса Domus Spinozana тип атала), ғүмеренең ахырынаса шул йортта ҡала. 1673 йылда Спиноза отказывается от приглашения пфальцского курфюрстан саҡырыу ала, әммә Гейдельбергск университетының философия кафедраһына эшкә урынлашыуҙан баш тарта, быны ул фекер әйтеү азатлығын юғалтырға теләмәүе менән аңлата. 1675 йылда Спиноза «Этикаһын» йомғаҡлай — был хеҙмәтендә философияһының бөтә төп положениелары системаға һалып бирелә. Әммә 1672 йылда ағалы-ҡустылы де Виттар дәүләт түңкәрелеше һөҙөмтәһендә властан ҡолатыла һәм үлтерелә. Шуға ла «Этика» тигән хеҙмәтен баҫтырып сығарыуҙан аяна, әммә хеҙмәттең ҡулдан яҙылған копиялары уның яҡын дуҫтары даирәһендә ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыла. 1675 йылда Спиноза немец математигы Эренфрид фон Чирнгаус менән таныша, ә 1676 йылда Гаагала туҡтап киткән Готфрид Лейбниц бер нисә тапҡыр Спиноза менән осраша.

Спиноза йәкшәмбе көн, 1677 йылдың 21 февралендә, туберкулёз сиренән вафат була (был сир менән 20 йыл буйы яфалана, оптик линзаларҙы шымартыу ҙа, ул заманда дауалау сараһы тип танылған тәмәке тартыу ҙа уның сирен тәрәнәйтә), ни бары 44 йәшендә яҡты донъя менән хушлаша. Уның кәүҙәһен 25 февралдә ерләп торалар, әммә тиҙҙән дөйөм ҡәбергә ерләйҙәр. 161 китаптан торған мөлкәте һатыла, документтарҙың бер өлөшө (шул иҫәптән хаттар ҙа) юҡ ителә. Спинозаның үҙенең теләге буйынса әҫәрҙәре Амстердам Rieuwertsz-да Еллестың баш һүҙе, баҫтырылған урынды һәм авторҙы атамайынса (лат. B. d. S. Opera PosthumaB. d. S. Opera Posthuma) исеме менән баҫтырыла, 1678 йылда — нидерланд тәржемәһендә (Nagelate Schriften) баҫыла. Шул уҡ 1678 йылда Спинозаның бөтә әҫәрҫәрен дә баҫтырыу тыйыла.

Этика монографияһының титул бите
Дини-сәйәси трактат

"Этике"ла, үҙенең төп әҫәрендә, Спиноза метафизиканы логикаға оҡшаш итеп яҙа, түбәндәгеләр тәҫдим ителә:

  1. алфавит заданиеһы (база терминдарын билдәләү),
  2. логика закондарын аныҡлау (аксиомаларҙы),
  3. логик һығымталар юлы менән ҡалған бөтә положениеларҙы (теоремаларҙы) сығарыу.

Әгәр аксиомалар дөрөҫ булһа, бындай эҙмә-эҙлелек һығымталарҙың дөрөҫлөгөн тәьмин итәсәк.

Спиноза өсөн метафизиканың маҡсаты — кешенең рухи тигеҙлеккә, ҡәнәғәтлеккә һәм шатлыҡҡа өлгәшеүе. Был маҡсатҡа кеше үҙенең тәбиғәтен һәм ғаләмдәге үҙ урынын танып белеү аша ғына өлгәшә ала. Ә был үҙ сиратында ысырбарлыҡтың тәбиғәтен танып белеүҙе талап итә. Шуға күрә Спиноза йәшәйеште тикшереүгә мөрәғәт итә, сөнки йәшәйеш аңды билдәләй.

«Философ барокко»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә Спиноза философияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1906 йылда Ҡаҙанда Мих. Лопаткин "Дини-сәйәси трактат"ты тәржемә итә, ә 1935 йылда был хеҙмәт Мәскәүҙә А. Ранович редакцияһында һәм Г. С. Тымянскийҙың дөйөм редакцияһында ҡабатлап баҫтырыла.

1927 йылдың мартында Коммунистик академияның философия секцияһында «Спинозаның вафатына 250 йыл тулыуға ҡарата» юбилей ғилми сессияһы үткәрелә.[16].

Феофан Прокопович, Александр Галич һәм Николай Надеждин кеүек авторҙар үҙ эштәрендә Спиноза философияһы менән ҡыҙыҡһына йәки уны атап үтә.

Н. Н. Страхов, В. С. Соловьёв, А. И. Введенский, Л. М. Лопатин, Н. Я. Грот, Б. Н. Чичерин, В. С. Шилкарский, В. Н. Половцова, С. Л. Франк, Е. Н. Трубецкой, Л. М. Робинсон, С. Н. Булгаков, Л. Шестов һәм башҡалар үҙҙәренең тикшеренеүҙәрен Спиноза философияһын өйрәнеүгә арнаған.

Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә Т. А. Дмитриев, Н. В. Мотрошилова, С. В. Кайдаков, К. А. Сергеев, А. Д. Майданский кеүек ғалимдар Спиноза философияһын өйрәнеү менән шөғөлләнә.

Спинозаны урыҫ теленә тәржемә итеүселәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Я. М. Боровский, В. К. Брушлинский, Л. Я. Гуревич, Н. А. Иванцов, В. И. Модестов, М. И. Лопаткин, Г. Полинковский, В. Н. Половцова, А. Б. Ранович, С. М. Роговин, А. И. Рубин, В. В. Соколов, Е. В. Спекторский, Б. В. Чредин

Мәҙәниәттә Спиноза

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Спиноза хеҙмәттәренең йоғонтоһо философия менән генә сикләнеп ҡалмай, ә тормоштоң башҡа өлкәләрендә лә лә сағыла. Инглиз яҙыусыһы Джордж Элиот «Этики» хеҙмәтен инглиз теленә тәржемә итә һәм Спиноза кеүек үк хөрәфәттәргә ышаныуға ҡаршы сыға. Гёте Спинозаны уның тормошона һәм ижадына көслө йоғонто яһаған Уильям Шекспир һәм Карл Линней менән бер рәткә ҡуя. Спиноза Альберт Эйнштейндың донъяға ҡарашына ҙур йоғонто яһай. В телеграмме раввину Нью-йоркск синагогаһы раввины Герберт Гольдштейнға Эйнштейн түбәндәгеләрҙе яҙа: «Мин кешеләрҙең яҙмышы һәм ҡылыҡтары менән ҡыҙыҡһыныусы аллаға түгел, ә Спинозаның тәртипкә һалынған гармонияла үҙен күрһәткән аллаһына ышанам».

Спиноза тураһында хәтер

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Гаагалағы йортонан алыҫ булмаған урында Спинозаға ҡуйылған һәйкәл

Спиноза — тыуған иле Нидерландта мөһим тарихи шәхес, фән өлкәһендәге иң абруйлы премия уның хөрмәтенә — Спиноза премияһы (англ. Spinoza Prize) тип атала. Нидерланд мәктәптәрендә тарих буйынса (Canon van Nederland) база программаһының 50 төп темаһына «Хәҡиҡәт эҙләгән өсөн» билдәһе менән индерелгән. Уның портреты евроны индергәнгә тиклем әйләнештә булған 1000-гульденлыҡ банкнотаға (аҡсаға) төшөрөлгән.

  • ок. 1660 «О Боге, человеке и его счастье»
  • ок. 1662 «Трактат об усовершенствовании разума и о пути, которым лучше всего направляться к истинному познанию вещей»
  • 1663 «Основы философии Декарта, доказанные геометрическим способом»
  • 1670 «Богословско-политический трактат»
  • 1677 «Политический трактат» (не окончен)
  • 1677 «Этика, доказанная в геометрическом порядке и разделенная на пять частей»
  • 1677 «Еврейская грамматика»

Спиноза хеҙмәттәрен урыҫ теленә тәржемә итеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Спиноза Б. Избранные произведения: в 2-х томах. Т. 1. — М.: Госполитиздат, 1957.
  • Спиноза Б. Избранные произведения: в 2-х томах. Т. 2. — М.: Госполитиздат, 1957.
    • Спиноза Б. Сочинения. В 2-х томах. Т. 1. / Вступительная статья К. А. Сергеева. — Изд. 2-е. — СПб.: Наука, 1999. — 489 с. — (Слово о сущем). — 2050 экз. — ISBN 5-02-026750-3.
    • Спиноза Б. Сочинения. В 2-х томах. Т. 2. / Вступительная статья К. А. Сергеева. — Изд. 2-е. — СПб.: Наука, 1999. — 629 с. — (Слово о сущем). — 2050 экз. — ISBN 5-02-026751-1.
  • Спиноза Б. Этика / Пер. с лат. Н. А. Иванцова. — СПб.: Аста-пресс ltd, 1993. — 248 с. — 5000 экз. — ISBN 5-85962-044-6.
  • Спиноза Б. Богословско-политический трактат. — Харьков: Фолио, 2001. — 656 с., 5 000 экз.
  • Спиноза Б. Трактат об очищении интеллекта / Пер. с лат. В. Н. Половцовой. — М.: Кушнерев и К°, 1914. — 188 с.
  • Пантеизм
  • Картезианство
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 https://www.vondel.humanities.uva.nl/ecartico/persons/11714 (ингл.)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118616242 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Baruch de Spinoza — 2009.
  5. 5,0 5,1 Baruch Spinoza // SNAC (ингл.) — 2010.
  6. 6,0 6,1 Соколов, Василий Васильевич (философ) Спиноза Бенедикт // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  7. https://www.kb.nl/themas/filosofie/benedictus-de-spinoza/het-leven-van-spinoza-1632-1677
  8. https://commons.wikimedia.org/wiki/File:Baruch_Spinoza_-_Letter_in_Dutch_of_3_June_1665_-_Brief_van_3_juni_1665.png
  9. (unspecified title)ISBN 978-90-284-1504-1
  10. Ethica
  11. Соколов В. В. Спиноза // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов. — 2-е изд., испр. и допол.. — М.: Мысль, 2010. — ISBN 978-5-244-01115-9.
  12. Абоаб-да-Фонсека, Исаак бен-Давид // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
  13. Эмиль Эдмон Сессе, Еврейская философия, Одесса, издание книжного магазина Шермана, 1898 перевод с французского Бернштейн стр. 42
  14. Нечипуренко В. Н. Спиноза в зеркале еврейской философской и мистической традиции // Известия высших учебных заведений. Северо-Кавказский регион. Общественные науки. 2005, № 1. С.13 — 21
  15. Гедалия Спинадель. Еретики и отлучения. Иудаизм и евреи. «Толдот Йешурун».
  16. Читать «Новая философская энциклопедия. Том первый. А — Д.» — Коллектив авторов — Страница 444 — ЛитМир.net 2014 йыл 23 март архивланған.
  • Фишер К. История новой философии: Бенедикт Спиноза. — М.: АСТ, Транзиткнига, 2005. — 557, [3] с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-026924-2.
  • Р. С. Ковнер. Спиноза, уның тормошона һәм әҫәрҙәренә. Варшава, 1897.
  • Ф Диттес. Этюд әхлаҡ философияһын Спиноза тәнҡит тураһында. СПб., 1900.
  • Ф. Диттес Спиноза Этика, Лейбниц һәм Кант. СПб., 1902.
  • Лена Робинсон Метафизика Спиноза. СПб., 1913.
  • С. Ф Кечекьян. Спиноза этик айырмай. М., 1914.
  • И. К. Луппол Бенедикт Спиноза. М., 1924
  • Маньковка Л. Ә. Материализм һәм Спиноза. М., 1930
  • Беленькая М. С Спиноза. М., 1964.
  • И. Ә Коник. Материализм Спиноза. М., 1971.
  • Соколов В. В. Спиноза. — М.: Мысль, 1973. — (Мыслители прошлого).
    • Соколов В. В. Спиноза. — Изд. 2-е, испр. и доп. — М.: Мысль, 1977. — 222 с. — (Мыслители прошлого).