Сремски-Карловци

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Город
Сремски-Карловци
сер. Сремски Карловци
Герб
Герб
Ил

Сербия

Район

Южно-Бачский округ

Община

Сремски-Карловци

Координаталар

45°12′ с. ш. 19°56′ в. д.HGЯO

Майҙаны

51 км²

Халҡы

8839 кеше

Сәғәт бүлкәте

UTC+2

Телефон коды

+381 21

Почта индексы

21205

Рәсми сайт

sremski-karlovci.org.rs

Сремски-Карловци (Ер)
Сремски-Карловци
Сремски-Карловци

Сремски-Карловци (Сремский(е) Карловец, сер. Сремский Карловци, нем. Karlowitz, хорв. Srijemski Karlovci, мадьярса  Karlóca, төр. Karlofça, румын. Carloviţ) — Воеводиналағы ҡала, Сербия составына инә, Срем төбәгендә, Нови - Саданан 8 км алыҫлыҡта, Дунай йылғаһы ярында, урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

. Боронғо ваҡытта ҡала урынында ҙур булмаған рим ҡәлғәһе урынлаша. 1308 йылда венгр ҡәлғәһе тип документтарҙа беренсе тапҡыр булараҡ телгә алына (мадьярса  Karom). 1521 йылда ҡаланы Ғосман империяһы бағып ала, 1532 йылда беренсе тапҡыр Карловцы булараҡ телгә алына. 1698 - 1699 йылдарҙа ҡала халыҡ-ара конгрессын үтә, уның һөҙөмтәләре буйынса Ғосман империяһы, Австрия һәм уның союздаштары араһында Карловица солохо булдырыла, уның һөҙөмтәләрендә Карловцылар Австрияға яҡынлашалар һәм Хәрби сик составына инә.

XVIII быуат башында ҡалала Карловарскийҙарҙың митрополит резиденцияһы урынлашҡан? хз ?, Габсбургтар империяһының.биләмәһендә православие башлыҡтары.

1735 йылда бында Бөйөк сиркәү-халыҡ соборы үтә[1], 1791 йылда беренсе серб гимназияһы асыла, ә 1794 — серб семинарияһы.

1848 йылда Серб иғлан Воеводина

1848 йылдың майында Карловецтарҙа Серб халыҡ ассамблеяһының ултырышы үтә, унда Срем, Банат, Бачки һәм Бараньины Серб Воеводина исемле автоном провинцияға ҡушылыуы иғлан итә, уның баш ҡалаһы иң тәүҙә Карловецта урынлашҡан. Шул уҡ йылда Карловацкий патриархаты ойошторола, ул 1920 йылға тиклем, Белград метрополилияһы менән кушылғасансы һәм берҙәм Сербия православие сиркәүен булдырғансы тора. 1849 йылда Серб Воеводинаһы һәм Тамиш банаты булдырылғандан һуң, Карловецтар уға инмәйҙәр, ә Славон сигенә китеп, Хәрби сик составында ҡалалар.Ул таралғандан һуң Карловец Австро-Венгрия составында булған Хорватия һәм Славония батшалығына инә.

1918 йылда ҡала Сербтар, хорваттар һәм словендар батшалығының составына инә. 1920 йылда ҡалала генерал Петр Врангель етәкселеге аҫтында рус Аҡ хәрәкәтенең штаб-фатиры һәм Архиерей Рус православие сиркәүнең сит ил синоды урынлашҡан. 1929 йылда ҡала Югославияның Дунай бановинаһына инә, ә 1941 — Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләтенә, Хорват Карловцыһы итеп үҙгәртелә (хорва. Hrvatski Karlovci). 1945 йылдан һуң ҡала Воеводинаға күсә. 1980-1989 йылдарҙа ул Нови-Сад составына индерелә , әммә урындағы референдум һөҙөмтәһендә унан сыға.

Халыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2002 йылға ҡарата Сремский - Карловцы халҡы түбәндәгеләрҙән тора:

  1. Сербтар (75,39 %)
  2. Хорваттар (8,51 %)
  3. Югославиялылар (2,87 %)
  4. Венгрҙар (2,43 %)
  5. Черногорҙар (1 %)

Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Миланич Желько. Милош Задужбина Обилич (Сер.)  = Милош Обилића Задужбина // Православие : Журнал.  — Белград, Сербия, 2002.  — Ватан. 927. Көндө 13 октябрь, 2010 йыл.
    Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «Endowment Milos Obilića» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән