Такла-Макан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Такла-Макан
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-mis" does not exist.
Рәсем
Дәүләт  Ҡытай
Мираҫ статусы Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d]
Оҙонлоҡ 1000 km
Киңлек 400 km
Майҙан 337 000 км²
Позицион карта
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (viii)[d], (ix)[d] һәм (x)[d]
Карта
 Такла-Макан Викимилектә

Такла-Маҡан (ҡыт. ғәҙәти 塔克拉瑪干沙漠, ябайл. 塔克拉玛干沙漠, пиньин: Tǎkèlāmǎgān Shāmò塔克拉瑪干沙漠ҡыт. ғәҙәти 塔克拉瑪干沙漠, ябайл. 塔克拉玛干沙漠, пиньин: Tǎkèlāmǎgān Shāmòябай. ҡыт. ғәҙәти 塔克拉瑪干沙漠, ябайл. 塔克拉玛干沙漠, пиньин: Tǎkèlāmǎgān Shāmò塔克拉玛干沙漠ҡыт. ғәҙәти 塔克拉瑪干沙漠, ябайл. 塔克拉玛干沙漠, пиньин: Tǎkèlāmǎgān Shāmòпиньиньҡыт. ғәҙәти 塔克拉瑪干沙漠, ябайл. 塔克拉玛干沙漠, пиньин: Tǎkèlāmǎgān Shāmò, уй. уйғ. تەكلىماكان قۇملۇقى, Тәклимакан қумлуқиتەكلىماكان قۇملۇقىуйғ. تەكلىماكان قۇملۇقى, Тәклимакан қумлуқи Тәклимакан қумлуқи < уйғыр. ғәр. үҙләштерелгән.: такла ترك баш тарк «ҡалдырыу, ташлап китеү» һәм уйғыр. маҡан «торлаҡ, төйәк», йәғни «ташландыҡ, ҡалдырып кителгән урын»[1]) — көнбайыш Ҡытайҙа  Синьцзян-Уйгур автономиялы округтағы сүл. Донъялиң эре ҡомло сүлдәрҙең береһе. Көнбайыштан көнсығышҡа оҙонлоғо — 1000 км ашыу, киңлеге — 400 км тиклем, ҡом майҙаны  — 300 мең  км² ашыу.

Такла-Маҡан Тарим уйпатлығы сиктәрендә оҙайлы яуым-төшөмдәр тупланыу шарттарында формалашҡан, башлыса Тарим йылғаһының  аллювиаль ултырмаларынан һәм уның ҡушылдыҡтарынан барлыҡҡа килгән.  Өҫтө тигеҙ, яйлап төньяҡҡа һәм көнсығышҡа ҡарай  1200—1300 метрҙан  800—900 м тиклем түбәнәйә. Көнбайышта сүл өҫтөнән 1664 м тиклем бейеклектә (Чонгтаг тауы) яңғыҙ һырттар күтәрелә,  көньяҡ-көнбайышта бархандар, төньяҡ-көнсығышта ҡатмарлы конфигурациялы ҡомдар теҙмәһе (шул иҫәптән, эре, кит арҡаһы тип аталған 10-13 км һуҙылған), ҡомло пирамидалар (150-300 м бейеклектә) һ. б. өҫтөнлөк итә. Такла-Маҡандың ситтәре буйлап  байтаҡ майҙанды тоҙло тупраҡтар биләй.

Климаты уртаса йылы, ҡырҡа континенталь, атмосфера яуым-төшөмө  (50 мм.) әҙ. Атмосфераға  көслө туҙанланыу хас.

Куньлундән ағып төшкән йылғалар Такла-Маҡанға  100-200 км үтеп инә,  яйлап ҡомдарҙа ҡорой; тик Хотан йылғаһы ғына сүлде киҫеп үтә һәм үҙенең һыуҙарын Такла-Маҡандың көнбайыш һәм төньяҡ сигендә ағыусы Таримға тиклем еткерә. Ер аҫты һыуҙары ятҡылығының тәрәнлеге түбән рельефта  3-5 м, уларҙан ғәҙәттә үҫемлектәр мәхрүм, шуға күрә территорияның күп өлөшөндә үләндәр үҫмәй, тик һыу ятҡылыҡтары  яҡын урында ғына булған ерҙәрҙә  йылғын, селитрянка, ҡамыш үҫә. Сүллек ситтәрендә һәм йылға үҙәндәрендә тирәк (туранга), алдалас, дөйә тубылғыһы, бер йыллыҡ тоҙут, саҡсауыл осрай.

Хайуандар донъяһы ярлы (һирәк антилопа көтөүҙәре, ҡуян, тарлана, ялман, сысҡандар), йылға үҙәндәрендә — ҡабандар осрай.

Даими халҡы юҡ. Куньлундән ағып төшкән йылға үҙәндәрендә айырым оазистар  бар. Сүллектең көньяҡ ситенә яҡын ҡомдар араһында — ҡоро үҙәндәр тапҡырында боронғо ауыл емереклектәре осрай.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Таримские мумии
  • Безеклик
  • Юэчжи
  • Имеон (горы)
  • Таримская впадина

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь. -М., 1998

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]