Токантинс (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Токантинс
порт. Tocantins
Палмас ҡалаһы янында Токантинс йылғаһы
Палмас ҡалаһы янында Токантинс йылғаһы
Характеристика
Оҙонлоғо 2850 км
Бассейн 770 000 км²
Һыу ағымы
Инеше ҡушылған йылғалар: Мараньян менән Алмас
Тамағы Рио-Пара
 · Координаталар 1°43′43″ ю. ш. 49°10′34″ з. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Атлантик океан

Ил Бразилия Бразилия
Токантинс (йылға) (Бразилия)
Точка
Точка
тамағы
Токантинс Викимилектә
Токантинс йылғаһы бассейны

Токанти́нс (порт. Tocantins) — Көньяҡ Американың көнсығышындағы йылға. Бразилия территорияһы (Гояс, Токантинс һәм Мараньян штаттары) буйлап аға.

Гидрография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙонлоғо — 2850 км.[1]

Инештәре Серра-Дорада тауҙарының (Бразилия таулығының үҙәк өлөшө) көнсығыш битләүҙәрендә урынлашҡан Мараньян һәм Алмас йылғалары ҡушылыуы арҡаһында Токантинс барлыҡҡа килә. Амазония уйһыулығына ҡәҙәр таулы урындар буйлап, бихисап тупһалар (шул иҫәптән Гуариба тупһаларын) барлыҡҡа килтереп аға. Тигеҙлеккә сыҡҡандан һуң (тамағынан 350 км юғарыраҡ) суднолар йөрөшлө була башлай. Иң ҙур ҡушылдығы Арагуая ҡушылғандан һуң Токантинс ағымының тиҙлеге әкренәйә. Амазонка дельтаһының уң тармағы Рио Параға киң эстуарий барлыҡҡа килтереп ҡоя.

Йылға ямғыр һыуҙары менән тулыландырыла. Иң юғары кимәле осоронда (октябрҙән март-апрелгә тиклем) һыу 7—9 метрға тиклем күтәрелә. Тамағында уртаса һыу сығымы — 16 300 м³/с.[1] Токантис-Арагуая йылғаларын йыш ҡына Амазонка бассейнына индерәләр, шулай ҙа формаль рәүештә улар айырым йылға системаһын барлыҡҡа килтерә. Бассейн майҙаны 770 мең км²[1] (йәғни 800 мең км²[2]) тәшкил итә.

2016 йылға ҡарата, йылғалағы ГЭС каскады биш дамбаны, шул иҫәптән Тукуруи һәм Серра-да-Мезаны, үҙ эсена ала. Гидроэлетростанциялар төҙөү йылғала суднолар йөрөшөндә үҫтерә[2].

Йылға буындағы ҡалалар: Уруасу, Порту-Насиунал, Педру-Афонсу, Палмас, Мирасема-ду-Токантинс, Каролина, Токантинополис, Императрис, Мараба, Тукуруи.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Токантинс (йылға) — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. 2,0 2,1 Tocantins River (river, Brazil) — Britannica Online Encyclopedia


Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ