Фокин Михаил Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Михаил Фокин
Исеме:

Михаил Михайлович Фокин

Тыуған ваҡыты:

23 апрель 1880({{padleft:1880|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны:

Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы

Вафат ваҡыты:

22 август 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (62 йәш)

Вафат урыны:

Нью-Йорк, США

Һөнәре:

балет артисы, балетмейстер, Ҡалып:Балетный педагог

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыАмерика Ҡушма Штаттары АҠШ

Театр:

Ҡалып:Балет Мариинского театра
Ҡалып:Русский балет Дягилева

Наградалары:

Ҡалып:Командор ордена Академических пальм

Фокин Михаил Михайлович (23 апрель 1880 йыл[1], Санкт-Петербург — 22 август 1942 йыл, Нью-Йорк) — Рәсәй һәм Америка балет артисы, хореограф, хәҙерге заман классик романтик балетҡа нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә.

Оҙаҡ ваҡыт Анна Павлованың балетмейстеры була.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михаи́л Миха́йлович Фо́кин Санкт- Петербургта сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. 1889 йылда әсәһе Екатерина Андреевна Михаилды Император театр училищеһына имтиханға алып бара (А. Я. Ваганова исемендәге рус балет академияһы). Бик риза булмаһа ла, атаһы улының бында уҡыу теләгенә ҡаршы төшмәй.

Тәүге тапҡыр театрҙа ул 1890 йылда «Спящая красавица» балетында сығыш яһай, в 1892 йылда "Щелкунчик"та бейей.

Уның остаздары-Павел Гердт, Платон Карсавин, Николай Легат. Михаил Михайлович училищела һүрәт төшөрөү, музыка менән мауыға, балалайка, скрипка, мандолина, домра һәм фортепианола уйнарға өйрәнә. Джинислао Паристың Неаполь оркестрында мадолинала, В. В. Андреевтың рус оркестрында домрала уйнай[2].

Мария театры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Валентин Серов. Портрет Михаила Фокина. 1909 йыл

1898 йылда Фокин Мария театрының балет труппаһына алына. Петипа хореографияһы буйынса «Спящая красавица», «Пахита», «Корсар» балеттарында солист була. 1902 йылда уны Театр училищеһында ҡыҙҙар балет класында уҡытырға саҡыралар. Яңы вазифала уға үҙ идеяларын тормошҡа ашыра башларға мөмкинлек тыуа.

1904 йылда Фокин Император театрорҙары дирекцияһына классик бейеүҙе яңыртып, үҙгәртеү юлдарын күрһәтеп, хат яҙа:

Традицион дуализм урынына, балетты өс элементтың гармонияһы тыуҙырырға тейеш — музыка, декорация һәм хәрәкәттәр сәнғәте… Бейеү кеше аңларлыҡ булырға тейеш. Тән хәрәкәттәре ябай хәрәкәттәр матурлығын ғына түгел,ә кеше күңелен асып һалырлыҡ булһын .

Хат яуапһыҙ ҡала, ләкин Фокин үҙенең сәхнә эксперименттарын дауам итә. Уны Александр Бенуа менән хатта Мариус Петипа яҡлай. М.Петипаның художество алымдары Фокинға оҡшамаһа ла, ул Петипаны ныҡ хөрмәт итә.

1905 йылдың сентябрендә Фокин йәш балерина Вера Антоноваға өйләнә.Ҡатыны Фокин тормошонда ныҡлы терәк була.

М.Фокиндың хореограф булараҡ ҡуйған тәүге балеты-Боронғо Греция сәнғәт һәм бейеү тарихы менән бәйле «Ацис и Галатея» (А. В. Кадлец музыкаһы), уның премьераһы 1905 йылдың 20 апрелендә була. Йәмәғәтселеккә был тамаша оҡшай.

1906 йылда ул мәктәп спектакле өсөн Уильям Шекспирҙың « Йәйге төндәге төш»(«Сон в летнюю ночь») спектаклен ҡуя. Был спектаклде күргән «Мир искусства» берләшмәһе рәссамдары Фокиндың зауыҡ һәм стилен бик үҙенсәлекле тип юғары баһалай. Шул уҡ йылда Мария театры артистары менән хәйриә спектакле итеп «Йөҙөм тәлгәше»- «Виноградная лоза» (Антон Рубинштейн) дивертисментын ҡуя. Был дивертисментты — Фокиндың бер нисә төрлө бейеүҙәрҙән торған сюитаһын Петипа маҡтап хат яҙа.

Киләһе йылда «Эвника», «Шопениана» ҡуйыла. «Армида павильоны»— Фокиндың либретто авторы, биҙәүсе -рәссам Александр Бенуа менән бергә әҙерләп, ҡуйған тәүге спектакле. Шул уҡ йылда Анна Павлова өсөн уның эмблемаһына әүреләсәк Сен-Санс музыкаһына «Аҡҡош» («Лебедь») миниатюраһын ҡуя.

1909 йылда «Мир искусства» рәссамдары менән бергә "Мысыр төндәре"н («Клеопатра» спектакле) үҙгәртә.

Парижда Рус сезондары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михаил и Вера Фокины в балете «Шахерезада», 1914 год.

1908 году Александр Бенуа Фокинды Сергей Дягилев менән таныштыра. Беренсе донъя һуғышы башланғансы Фокин менән Дягилев Парижда Рус сезондары ваҡытында Европа публикаһын рус балеты менән таныштыра[3].

1909 йылда Дягилев Парижда Фокиндың Мария театрында ҡуйылған әҫәрҙәрен күрһәтә. Михаил Фокин, Анна Павлова, Тамара Карсавина, Вацлав Нижинский исемдәре Парижды шаулата .

Һәр сезон өсөн Дәгилев яңы спектаклдәр талап итә. 1910 йылда «Жар-Птица» һәм «Шәһрезада», 1911 йылда — «Призрак розы», «Нарцисс» һәм «Петрушка», 1912 йылда — «Тамара» һәм «Дафнис менән Хлоя» Париж тамашасыһы өсөн әҙерләнә.

Сезондар триумф менән барһа ла, Дягилев менән Фокин ары бергә эшләй алмай. Дягилев Фокин яңы идеялар тыуҙыра алмай тип иҫәпләй. Ә Фокин Дягилев унан сәхнәлә тик провокациялар ғына көтә, тип асыулана: «О каком искусстве может идти речь, когда единственной целью являются провокации!». Дягилев Вацлав Нижинскийҙы эротик хәрәкәттәрҙән торған «Фавндың төштән һуң ялы» («Послеполуденный отдых Фавна») бейеүен ҡуйыр өсөн хореограф итеп саҡыра. «Дафнис менән Хлоя» спектаклен Дягилев 30 минутҡа алдараҡ башлата, халыҡ үҙ урынын тик спектакль уртаһында ғына алып өлгөрә. Фокин Дягилев менән араны өҙә.

Фокин Мария театрына ҡайта, 1914 йылда Дәгилевтың өгөтләүенә риза булып, «Рус сезондарына» ҡайта, сөнки Дягилев уға әйтмәй, йәшерен генә Буэнос-Айреста өйләнгән Нижинскийҙы эшенән ҡыуа. Дягилев өсөн Фокин " Иосиф тураһында легенда"ны (Рихард Штраус), «Алтын әтәс» опера-балетын («Золотой петушок», Николай Андреевич Римский-Корсаков, «Мидас»(Максимилиан Штейнберг) балетын, «Күбәләктәр»ҙе яңырта(Роберт Шуман. Был спектаклдәр бик уңышлы үтә тип булмай.1914 йылдан һуң Фокин Дягилев менән башҡаса эшләмәй.

Фокин в 1914 году

1914—1918 йылдарҙа Фокин яңынан Мария театрында. Был йылдарҙа ул «Сон» (М. Глинка музыкаһы), «Стенька Разин»(А. Глазунов), «Франческа да Римини» (П. Чайковский), опералар өсөн бейеүҙәр ҡуя. «Эрос» (П.Чайковский) һәм «Арагон хотаһы» (М.Глинка) бейеүҙәре уңышлы сыға.

Эмиграцияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң Фокин ғаиләһе менән эмиграцияға Стокгольмға китә. Франция, Англия һәм Скандинавия илдәрендә хореограф булараҡ эшләй. Стокгольмда Ж. Бёрлин (инг.)баш.[4]дың уҡытыусыһы була.

Бер аҙҙан ул АҠШ-ҡа саҡырыу ала. 1921 Нью-Йоркта Фокин АҠШ-тағы беренсе балет мәктәбен аса. 1922 йылда үҙ балет труппаһын булдыра [4]. Европаға гастролдәргә йөрөй: 1931 йылда Ида Рубинштейн менән эшләй, Монте-Карло Рус балеты өсөн (1936—1937), Полковник де Базиль Рус балеты өсөн (1938—1939) спектаклдәр ҡуя [4].

1930 йылда Голливудта кино сәнғәтендә көсөн һынап ҡарай, тик продюсерҙар уның эштәрен хупламай.

Ижадының һуңғы йылдарында элекке кеүек күтәренкелек менән эшләй алмай. Был осорҙа ул «Паганини» (1939, С. Рахманинов музыкаһына) "Рус һалдаты"С. Прокофьевтың «Поручик Киже» сюитаһы музыкаһына(1942) бейеүҙәрен ҡуя. Фокиндың һуңғы спектакле- «Елена Троянская» (Ж. Оффенбах, «Прекрасная Елена»). Уның премьераһы, хореограф вафат булғас, 1942 йылдың 8 сентябрендә Мехикола күрһәтелә.

Михаил Михайлович Фокин 1942 йылдың 22 авгусында вафат була. Ул 70 балет һалған хореограф, уны балет сәхнәһенең иң күренекле романтигы тип атайҙар. Улы Виталий Нью-Йоркта классик бейеү сәнғәтен уҡыта, ә ейәне Изабелла- Питтсбург балеты бейеүсеһе [4].

Фокин ижады тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле балет тәнҡитсеһе Вадим Гаевский :[5]:

Фокиндың экстазы алты йылға яҡын барҙы, бәлки әҙерәктер, бәлки әҙ генә күберәктер: 1907—1914 йылдар араһында. Шунан ул әкренәйә башланы . 30-сы йылдар уртаһына Фокин бөтөнләй тиерлек балеттан төшөп ҡалды. Балет театр ы тарихында , Карл Людовик Дидло, йәки Август Бурнонвилдәрҙең , йәки Мариус Петипаның оҙон, эске донъялары байый барған тормоштары фонында был алты йыл— эпизод, интермедия. Ләкин был даһи эпизоды, интермедияһы ҡабатланмаҫлыҡ, сағыу. Интермедия персонажы, ярым маска геройы, эфемеридалар геройы — ул үҙе, ялҡынлы һәм ялҡынға осоп барған Фокин.

Сергей Рахманинов дуҫының вафаты тураһында хәбәрҙе ишеткәс уның ижадын шулай баһалай:

Хәҙер бөтә даһиҙар ҙа үлде…

Париж операһы йондоҙо Жозе Мартинес «Сергей Дягилевтың Парижы» документаль фильмында былай ти:

Хәҙер күптәр Рус сезондары спектаклдәре музей экспонаттарына оҡшаған ти. Булһа ни? Беҙ бит Парижға килгәндә Луврға барабыҙ бит. Рус Париж сезондарына шулай уҡ һаҡсыл ҡарарға кәрәк.


Репертуары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡуйған спектаклдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мария театры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Орден Академических пальм (франция)

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. По некоторым данным 23 апреля [5 мая1880
  2. Андреев Василий Васильевич. Материалы и документы / Сост. Б.Б. Грановского. — М.: Музыка, 1986. — С. 229. — 351 с.
  3. Dictionnaire, 1999, p. 44
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Dictionnaire, 1999, p. 43
  5. Гаевский В. М. Дивертисмент: Судьбы классического балета. — М.: Искусство, 1981. — 378 с. — 25 000 экз.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Балеты Фокина