Эстәлеккә күсергә

Ханой

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үҙәк ҡарамағындағы ҡала
Вьетнамдың баш ҡалаһы
Ханой
вьетн. Hà Nội
Флаг
Флаг
Ил

Вьетнам

Координаталар

21°06′ с. ш. 105°49′ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

10 ҡала районы, 18 ауыл һәм 1 ҡала

Башлыҡ

Trần Sỹ Thanh[d]

Нигеҙләнгән

1010

Элекке исеме

Тханглонг, Донгдо, Донгкуан, Донгкинь, Бактхань и др.

Үҙәк ҡарамағындағы ҡала
Вьетнамдың баш ҡалаһы с

2 сентября 1945

Майҙаны

3344,7 км²

Рәсми теле

вьетнам

Халҡы

7 588 000 кеше (2015)

Тығыҙлығы

1927,90 кеше/км²

Милли состав

вьеттар, ҡытайҙар, мыонгтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+7

Телефон коды

+84 4

Почта индексы

10

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

hanoi.gov.vn

Ханой (Вьетнам)
Ханой
Ханой

Хано́й (вьетн. Hà Nội, тьы-ном 河内, һүҙмә-һүҙ - «ике йылға араһындағы ҡала» йәки «йылға менән уратып алынған урын») — Вьетнамдың баш ҡалаһы һәм халҡының иҫәбе буйынса илдәге икенсе ҡала. Илдең төп сәйәси, мәғариф, мәҙәниәт үҙәге һәм әһәмиәте буйынса Хошимин ҡалаһынан һуң икенсе сәнәғәт үҙәге. 1902 йылдан 1953 йылға тиклем Француз Һинд -Ҡытайҙың баш ҡалаһы, 1954 йылдан 1976 йылға тиклем Вьетнам Демократик Республикаһы (Төньяҡ Вьетнамдың).

Расположение

Расположен на берегу реки [Хонгха. Географические координаты 21°02′ с. ш. 105°51′ в. д.HGЯO. Халҡы — 2009 йылға ҡарата 6448837 кеше. 2008 йылдың 1 авгусынан Ханой майҙаны, уға яҡын ятҡан район һәм территорияларҙың ҡушылыуы арҡаһында, өс тапҡырҙан да күберәккә артып китә. Бөгөн Вьетнамдың баш ҡалаһы 3 345 км² дөйөм майҙанға эйә. Территорияһының ҙурлығы буйынса Ханой доняның 17 ҡалаһы ингән исемлеккә инә.

Ҡаланың тарихы 1010 йылдан, император Ли Тхай Тойҙың Дайла ҡәлғәһе эргәһендә ҡала төҙөргә һәм унда дәүләттең баш ҡалаһы Дайковьетты Хоалынан күсереп ултыртырға тигән бойороҡ биргәндән һуң башлана. Яңы ҡала «Тханглонг» (вьетн. Thăng Long, тьы-ном 昇龍, «Взлетающий дракон»)тигән исем ала. «Ханой» исеме 1831 йылда, император Минг Манг бойороғонан һуң, файҙаланыла башлай. Ҡала шулай уҡ, Ҡалып:Вьетнамго2исемен дә йөрөтә. [1]. Ханой эре сәнәғәт үҙәге лә (машиналар төҙөү, химия, еңел сәнәғәт буйынса). 1961—1962 йылдарҙа Ханойҙың генераль планы совет архитекторы Игорь Александрович Алфёров етәкселегендә төҙөлә. Американың сәйәхәтселәр өсөн сығарылған Travel + Leisure журналы хәбәр итеүенсә, 2006 йылда Ханой туристар өсөн иң матур һаналған, ун Азия ҡалаһы исемлегенә инә. [2] 2010 йылдың 1-10 октябрендә Ханойҙа ҡаланың 100 йыллығына арналған юбилей сараһы уҙа.

Ҡаланың климаты субэкваториаль, муссонлы. Һауа шарттары апрелдән ноябргә тиклем эҫе һәм еүеш, ә декабрҙән мартҡа тиклем ҡоро, һалҡын була. Еүеш миҙгел осоронда көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш ел муссондар килтерә. Был ваҡытта тынсыу һәм эҫе һауа була һәм көн һайын тиерлек ямғыр яуа. Ҡоро миҙгелдә материктан ҡоро һәм сағыштырмаса һалҡын һауа килтергән төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш еле иҫә. Был осорҙа яуым-төшөм һирәк була. Июлдең уртаса температураһы яҡынса 29,5 °C-ҡа, ғинуарҙыҡы 17 °C-ҡа тиң. Ҡайһы саҡтарҙа 6—7 °C-ҡа тиклем һыуытыуы ла ихтимал.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 32 34,7 37,2 39 40 40,4 40,1 38,2 39 35,5 34,7 31,5 40,4
Уртаса максимум, °C 20,1 20,8 23,2 27,7 31,6 33,4 33,4 32,7 31,8 29,3 25,9 22,2 27,7
Уртаса температура, °C 17 18,3 20,5 24,3 27,6 29,5 29,5 29 28 25,6 22,2 18,6 24,2
Уртаса минимум, °C 14,9 16,3 18,6 22,2 24,9 26,8 26,9 26,5 25,6 23,2 19,6 16,1 21,8
Абсолют минимум, °C 5 6 7,4 13 17,2 20 22,2 22,2 17,4 14 10 5 5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 18 25 42 83 200 265 298 312 191 143 58 21 1655
Сығанаҡ: Погода и климат

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Административная карта Ханоя на 2008 год

2016 йылға Ханойға:

12 ҡала районы (quận)
  • Бадинь (Ханой)— сәйәси үҙәге,
  • Бактыльем
  • Донгда,
  • Каузяй— мөһим күпер исеме буйынса,
  • Лонгбьен,
  • Намтыльем,
  • Тэйхо,
  • Тханьсуан,
  • Хадонг — 2000 йылда ҡушылған элекке ҡала. «Хадонг» ебәге етештереү (Ебәк ауылы) менән билдәле.
  • Хайбачынг
  • Хоангмай,
  • Хоанкьем (Ханой)— ошо уҡ исемдәге күле булған иҫке ҡала үҙәге.
  • Шонтэй (ҡала);
һәм 17 өйәҙ (huyện):
  • Бави,
  • Данфыонг,
  • Донгань,
  • Зялам,
  • Куокоай,
  • Мелинь,
  • Мидык,
  • Тханьоай,
  • Тханьчи,
  • Тхатьтхат,
  • Тхыонгтин,
  • Тьыонгми,
  • Фуктхо,
  • Фусюен,
  • Хоайдык,
  • Шокшон,
  • Ынгхоа инә.

Ханойҙа илдең эре банкылары һәм компаниялары урынлашҡан —Вьетнам дәүләт банкы (Хоанкьем (Ханой)|Хоанкьем), Vietnam Bank for Agriculture and Rural Development (Бадинь (Ханой)|Бадинь), Vietinbank (Хоанкьем), Вьетнамдың инвестициялар һәм үҫеш банкы|Bank for Investment and Development of Vietnam (Хоанкьем), Vietcombank (Хоанкьем), PetroVietnam (Бадинь), Petrolimex (Лонгбьен), [[Vietnam Electricity (Бадинь), Vietnam Airlines (Лонгбьен), Viettel Group (Намтыльем), Vietnam Posts and Telecommunications Group (Донгда), Vietnamobile, Vinacomin (Донгда), Vietnam Railway Corporation, Bao Viet Holdings (Хоанкьем), FPT Group (Каузай).

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ханойская башня — неофициальный символ города
  • Президент һарайы (Ханой)— Вьетнам президентының рәсми резиденцияһы.
  • Ханой таянысы — уның башнялы, флаг эленгән үҙәк өлөшө ЮНЕСКОның Бөтә Донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән.
  • ПрезидентХо Ши Мина мавзолейының архитектур ансамбле. Бина лотос сәскәһе формаһында эшләнгән, ундағы экспонаттар башлыса Хо Ши Минға, илгә һәм Вьетнам халҡына арналған.[3].
  • Әҙәбиәт храмы — Вьетнамдың тәүге университеты"[4]. Система стел докторов признана ЮНЕСКО мировым документационным наследием[4].
  • Тай (күл) — Ханойҙағы иң ҙур күл. Ҡаланың төньяҡ-ңөнбайышында урынлашҡан, бындағы иң матур урындарҙың береһе һанала. Уның яр буйҙарында бик күп храм һәм һарай ҡоролмалары бар.
  • Хоанкьем(Озеро Возвращённого меча)
  • Вьетнам этнология музейы
  • [[Вьетнам хәрби тарих музейы (армия музейы). Вьетнам ҡораллы көстәренең хәрби юлына арналған. Музей эргәһендә Ленин исемендәге парк бар.
  • Ханой Хилтон (Хоало) — төрмә-музей. Унда АҠШ президентына экс-кндидат Джон Маккейн тотҡонлоҡта булған
  • [[Ханойҙың Дуҫлыҡ һәм мәҙәниәт һарайы – Ханойҙағы иң эре мәҙәни үҙәк.
  • Ле Куй Дон исмендәге Вьетнам дәүләт техник университеты.
  • Список самых высоких зданий Ханоя
  • Е. Чекулаева; «Я познаю мир: Детская энциклопедия: Города мира». — Москва: Издательство АСТ; Издательство «Апрель», 1999 год — стр. 480.