Чукот диңгеҙе

Координаты: пропущена долгота
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чукот диңгеҙе
Координаты: пропущена долгота
Майҙаны589 600 км²
Күләме45 400 км³
Иң ҙур тәрәнлек160 м
Уртаса тәрәнлек40—60 м
 Чукот диңгеҙе Викимилектә

Чукот диңгеҙе — Төньяҡ Боҙло океан ситенде Чукотка һәм Аляска ярымутрауҙары араһында урынлашҡан. Көнбатыштан Лонга боғаҙы аша Көнсығыш себер диңгеҙе менән тоташҡан. Көньяҡтан Беренг боғаҙы аша Тымыҡ океандың Берингов диңгеҙе менән тоташҡан.

Физик-географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майҙаны 589 600 км². 50 м-ҙан әҙерәк тәрәнлек төбөнөң майҙанының 56 % тәшкил итә. Иң ҙур тәрәнлек 160 метр. Һыу температураһы йәй көнө 4—12 °C, ҡышын −1,6 — −1,8 °C.

Яры телгеләнмәгән. Диңгеҙ ҡултыҡтары: Колючин ҡултығы, Коцебу ҡултығы, Шишмарёв бухтаһы (Чукот автономиялы округы). Октябрь-ноябрьҙан май-июньгә тиклем диңгеҙ боҙ менән ҡапланған. Чукот диңгеҙенә Амгуэма һәм Ноатак йылғалары ағып төшә.

Чукот диңгеҙе аша Төньяҡ юл трассаһы үтә.

Диңгеҙҙәге утрауҙар: Врангел утрауы, Геральд утрауы, Колючин утрауы.

Балыҡсылыҡ: (еҙмыйыҡ (голец), поляр треска), промысел тюлень, нерпа.

Эре порттары — Уэлен (Рәсәй), Барроу (АҠШ).