Шэньчжэнь

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Город
Шэньчжэнь
(ҡытайса ябай 深圳, пиньин телендә: Shēnzhèn
Ил

Ҡытай

Статус

субпровинциаль әһәмиәттәге ҡала

Провинция

Гуандун

Координаталар

22°32′ с. ш. 114°08′ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

10 район

Мэр

Chen Rugui[d]

Нигеҙләнгән

1979

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1410

Майҙаны

1989 км²

Бейеклеге

12 м

Климат тибы

субтропик

Рәсми теле

ҡытай

Халҡы

10 357 938 кеше (2010)

Тығыҙлығы

5201 кеше/км²

Милли состав

ҡытайҙар

Конфессиональ составы

буддистар, христиандар

Этнохороним

шэньчжэндар

Сәғәт бүлкәте

UTC+8

Телефон коды755
Почта индексы

518000

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

粤B

Рәсми сайт

english.sz.gov.cn

Шэньчжэнь (Ҡытай Халыҡ Республикаһы)
Шэньчжэнь
Шэньчжэнь
Шэньчжэнь (Ҡытай Гуандун)
Шэньчжэнь

Шэньчжэ́нь (ҡытайса ябай 深圳, пиньин телендә: Shēnzhèn, урыҫса һүҙмә-һүҙ — «глубокая межа», башҡортса «тәрән ыҙан») — Ҡытай Халыҡ Республикаһының көньяғындағы Гуандун провинцияһындағы субпровинциаль әһәмиәттәге ҡала, Гонконг менән сиктәш. 2000 йылғы иҫәп алыу буйынса халҡы 7 008 831 кеше булһа[1], 2010 йылда 10 357 938-гә еткән[1]. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәрена ярашлы, халыҡ һанының үҫеш темптары яғынан Шэньчжэнь донъяның тәүге биш ҡалаһы иҫәбенә инә[2]. Сит ил һәм дәүләттең күләмле инвестициялары арҡаһында сағыштырмаса аҙ ваҡытта ҡала Ынйы йылғаһы дельтаһында ғына түгел, бөтөн ил кимәлендә эре сәнәғәт, финанс һәм транспорт үҙәгенә әүерелде. Бөгөн ул Ҡытайҙың иң йылдам үҫеш кисергән, конкурентлыҡҡа һәләтлелек йәһәтенән дүртенсе һәм экспорт күләме буйынса иң юғары торған ҡалаһы булып танылған. Бынан сығып, ул инвестициялар, яңы технологиялар йәлеп итеү йөҙөнән һәм бизнес алып барыуҙа юғары мәҙәниәтле булыуы яғынан үҙенсәлекле ҡапҡаға әйләнгән[3][4].

Был ерҙәрҙә ултыраҡ тормош менән IV быуаттан уҡ йәшәһәләр ҙә «Шэньчжэнь» исемен алған ҡалаға Баоань өйәҙе урынында ғәмәлдә 1979 йылда нигеҙ һалына. 2008 йылда ул ЮНЕСКО тарафынан «Дизайндың ижад ҡалаһы» итеп һайланды[5], 2011 йылда XXVI Бөтә донъя йәйге Универсиаданы үткәреү айҡанлы үҙенең тышҡы йөҙөн яңыртты һәм инфраструктураһын киңәйтте. Шэньчжэнь тәү сиратта күп ҡатлы йорттары, тематик парктары, төрлө тармаҡҡа бағышланған күргәҙмәләре аша, шулай уҡ электрон һәм электротехник сәнәғәт үҙәге булараҡ та киң танылыу алған (мәҫәлән киң таралған IPhone һәм IPad аппараттарының күп өлөшө нәҡ бында етештерелә[6]).

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дапэн ҡәлғәһе

Баштараҡ балыҡсылыҡ менән кәсеп иткән байюэ (百越) ҡәбиләләре йәшәгән был ерҙәргә б.э.т. III быуаттан ҡытай колонистары юллана. Хань династияһы осоронда дәүләт тоҙ сығарған ошо биләмәләр император яҡлауы аҫтында була. Әйткәндәй, исеме үк «тоҙ яланы» тип тәржемә аталған Яньтянь (盐田) ҡалаһынан көнбайышҡараҡ Чжуцзян йылғаһы ярҙарында әле лә тоҙ сығарыла. Хань империяһы ваҡытында һәм Өс батшалыҡ осоронда бындағы Баоань һәм Дунгуань райондары берҙәм Боло (Bóluó йәки 博羅) өйәҙе составында була. IV быуатта Көнсығыш Цзинь династияһы дәүерендә айырым Баоань өйәҙе ойошторола. Ул хәҙерге Шэньчжэнь һәм Дунгуань ҡалалары биләмәләрен алып торған Дунгуань (Dōngguān, Tung Kwun или 東官) провинцияһына инә. Уның үҙәге бөгөнгө Наньшань районы урынындағы Наньтоу (Nántóu, 南頭) ҡалаһында була, аҙағыраҡ ул Баоань (Po On, 寶安), Дуньмэнь (Tuen Mun, 屯門) һәм Синьань (San On, 新安) булып билдәлелек ала. VIII быуат йылъяҙмасылары яҙып ҡалдырғанса, Наньтоу Кантонға барыусы сит ил караптары өсөн туҡталҡа булған, ә урындағы гарнизон Чжуцзян йылғаһы дельтаһының көньяғын һаҡлаған. Тан династияһы хакимлек иткән 757 йылда Dōngguān (東官) провинцияһының исеме Dōngguǎn (東莞) итеп үҙгәртелә[7][8][9][10].

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөгөнгө Шэньчжэнь

Ҡала атамаһы шэнь» и «чжэнь» иероглифтары ҡушылыуҙан яһалған һәм беҙҙеңсә тәржемәлә «тәрән соҡор» тигән мәғәнә бирә (урындағы халыҡ телендә «чжэнь» йәки «чонг» һуғарыу системаһын аңлата). Шэньчжэнь тәүге тапҡыр 1410 йылда Мин империяһы заманында телгә алына. Ҡала халҡы был исем менән бары тик уның иҫке өлөшөн — һуғарып эшкәртелгән Дунмэн (Лоху) урамы тирәһен генә атап йөрөтә. 2010 йылдың июленә тиклем «Шэньчжэнь» ике төрлөрәк мәғәнәлә ҡулланылып йөрөнө: 1) ҡаланың дүрт районын үҙ эсенә алған «Шэньчжэнь Ирекле иҡтисад зонаһы» (рус. Шэньчжэньская СЭЗ — Свободная экономическая зона) һәм 2) ҡала сите райондары ла ингән субпровинциаль әһәмиәтендәге ҡала. Бөгөн иһә «Ирекле иҡтисад зонаһыһына» ҡаланың бар биләмәһе лә инә[9][11][12].

Географик характеристика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ынйы йылғаһы дельтаһы

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шэньчжэнь Ынйы (Чжуцзян) йылғаһы дельтаһында урынлашҡан, көньяҡтан Гонконг, төньяҡ-көнбайыштан Дунгуань ҡалаһы менән сиктәш (уларҙың икеһенең дә үҙәгенә тиклем 60 саҡрым), төньяҡ-көнсығыш сиктәше — Хойчжоу ҡалаһы. Дунгуань ҡаланы Гуандун провинцияһы үҙәге Гуанчжоу ҡалаһынан «айырып» тора (Шэньчжэнь менән Гуанчжоу үҙәктәре араһы 100 саҡрымға яҡын). Ынйы йылғаһының ҡаршы ярында 60 саҡрым көньяҡ-көнбайышта Чжухай һәм Макао ҡалалары урынлашҡан[3]. Гонконг менән сик Шэньчжэнь (Шамчунь, ҡытайса 深圳河) һәм Шатоуцзяо (Шатаукок, ҡытайса 沙頭角河) йылғалары буйлап үтә. Ҡала майҙаны 1989 км² (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1953 йәғни 2050 км²[9][13]).

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шэньчжэнь Ҡытайҙың субтропик өлөшөндә, Төньяҡ тропик биләмәләрҙә урынлашҡан. Уның климаты эҫе һәм дымлы. Көньяҡ Ҡытай диңгеҙенең тәьҫиренән төбәктәге ҡыш йомшаҡ һәм сағыштырмаса ҡоро, ҡырауҙарһирәк була. Яҙ башы һәм көҙҙөң һуңғы өлөшө, ҡағиҙә булараҡ, шулай уҡ ҡоро, ә апрелдән яуым-төшөм күләме ҡырҡа арта һәм «ямғыр миҙгеле» октябрь урталарына тиклем һуҙыла (яҙ көндәре йәшенле һәм томанлы була). Йәй — иң муссонлы (диңгеҙҙән иҫкән ел) осоро, был ваҡытта һәм көҙ башында (июндән октябргәсә) ҡалаға йыш ҡына көнсығыш диңгеҙ ҡойондары (тайфундар) ябырыла.

Ҡалаға сәйәхәт өсөн иң матур саҡ һалҡынса һәм ҡоро булған октябрҙән декабргәсә. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме 1933—2214 мм, һауаның уртаса ҡышҡы температураһы 15—17 градус йылы, яҙын — 18—26, йәй — 28—30, көҙ— 27—21 градус (йыллыҡ уртаса температура 22,4—22,9 градус йылы)[3][14][15].

Шэньчжэня климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса максимум, °C 18,6 18,6 21,3 24,9 28,7 30,3 31,5 31,3 30,3 27,9 24,2 20,5 25,6
Уртаса температура, °C 15,8 15,9 18,5 22,2 25,9 27,8 28,8 28,4 27,6 25,2 21,4 17,6 22,9
Уртаса минимум, °C 13,6 13,9 16,5 20,2 23,9 25,9 26,6 26,3 25,5 23,1 19,2 15,4 20,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 23,4 48,0 66,9 161,5 316,7 376,0 323,5 391,4 299,7 144,8 35,1 27,3 2214
Сығанаҡ: Климат Шэньчжэня (1961-1990)

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шэньчжэнь халҡының динамикаһы
Шартлы билдәләр:      даими теркәлеү менән халыҡ (хукоу)      ваҡытлыса теркәлеү менән халыҡ
Шэнжэнь халҡынның йыллыҡ артымы (%)[16]

1980 йылда Шэньчжэнь «Ирекле иҡтисад зонаһы» ойошторолғандан һуң ҡала халҡы үтә йылдам үҫә башлай: әгәр ҙә 70-се йылдар аҙағында унда 314,1 мең кеше йәшәһә (ҡаланың үҙендә, йәғни бөгөнгө Лоху, Футянь, Наньшань һәм Яньтянь райондарында — 30 меңгә яҡын), 1982 йылда — 351,9 мең, 1991-ҙә — 1 214,8 мең, ә инде 2000 йылда — 7 008,4 меңгә етә. 2010 йылда ҡала халҡы 10 358 мең кеше була (бер кв.километрға — 5201), ҡаланың үҙендә — 3 538 мең (бер кв.километрға — 8588 кеше)[17][18][19]. Даими яңы күсеп килеүселәр иҫәбенә 2010 йыл аҙағына халыҡтың дөйөм һаны 13,22 миллионға етә, шуларҙың ни бары 2,5 млн-дан күбәрәгендә генә «хукоу» була (йәшәгән урында теркәлеү һәм даими йәшәгән булып иҫәпләнеү), ә 7,8 млн-дан артығы, иҫәпкә алынып, завод ятаҡтарында һәм эш урынынан бирелгән фатирҙа йәшәгән хеҙмәт мигранттары, тағы ла 2,8 млн-дан артығыраҡ кеше бөтөнләй теркәлеүһеҙ йәшәй[3][20]. Шэньчжэнь Гуандун провинцияһында мигрантарҙың күплеге арҡаһында путунхуа һөйләү теле өҫтөнлөк алған берҙән бер ҡала. Бында шулай уҡ кантон диалекты һәм инглиз теле (айырыуса чиновниктар, белгестәр, бизнесмендар һәм йәштәр араһында) киң таралған. Ҡаланың көнсығыш өлөшөндә кантон һөйләшенең хакка[3] менән ҡушылмаһы булған дапэн (大鵬話) диалекты ҡулланыла.

Милли состав[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хакка халҡы вәкилдәре бөгөнгө Шэньчжэнь тирәһенә Үҙәк Ҡытайҙан XVII быуат аҙағында күсенә башлай. Цин ғәскәренең яр буйҙарындағы бар халыҡты тиерлек ҡыуып таратҡан 1661—1669 йылдарҙағы «Ҙур таҙартыу»ҙан («Большая чистка) һуң хаккалар буш ҡалған ерҙәргә йүнәлә һәм тиҙҙән өйәҙ халҡының яртыһын тәшкил итә. XIX быуатта улар йыш ҡына гуандундар менән һуғыша, шуға ла торған урындарын нығыта. Бөгөн хакка ауылдары һәм кварталдары Лунган, Пиншань, Дапэн, Яньтянь һәм Баоань райондарында һаҡланып ҡалған[21][22][23][24]. 1980 йылда Ирекле иҡтисад зонаһы ойошторолғас, Гуандундың үҙәк райондарынан һәм Ҡытайҙың башҡа провинцияларынан (бигерәк тә Хунань, Цзянси һәм Сычуань), шул иҫәптән хуэйцзу һәм уйғырҙарҙан торған күсенеүселәр ағымы Шэньчжэнға юллана. 2009 йыл уртаһына ҡалала 600 меңдән артыҡ аҙ һанлы милләттәр кешеләре рәсми йәшәй; улар араһында күпселекте чжуан, туцзя, мяо, дун һәм яо вәкилдәре күселекте тәшкил итә, шулай уҡ хуэйцзу, манжур, монгол, буй, корейҙар һәм башҡа халыҡтар бар[25].

Административ бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Футянь
Янтянь
Баоань
Лунган
Лунхуа
Дапэн

Иҡтисад реформалары башланғансы Шэньчжэнь ҡалаһы Баоань (宝安县/寶安縣) өйәҙе составына ингән була, 1979 йылдың ноябрендә Гуандун провинцияһы хөкүмәтенә бойһондорола, ә 1980 йылдың майында рәсми нигеҙҙә Ҡытайҙың киң иҡтисади иреклектәргә эйә тәүге айырым иҡтисад зонаһына әйләнә. 1988 йылдың ноябренән Шэньчжэнь провинция кимәлендәге иҡтисади хоҡуҡлы административ берәмек (ҡала) статусын ала, 1992 йылдың февралендә үҙәк власть муниципаль хөкүмәткә урындағы ҡанун һәм ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғын бирә[7].

Бөгөн Шэньчжэнь 10 (区 йәки Qū) районға бүленгән[26]:

Район Ҡытайса
атамаһы
Пиньинь
телендә
Халыҡ һаны
(2010 йылға)
Майҙаны
(км²)
Халыҡ тығыҙлығы
(кеше/км²)
Ҡала райондары 3 538 275 412 8 588
1 Футянь 福田区 Fútián Qū 1 318 055 79 16 756
2 Лоху 罗湖区 Luóhú Qū 923 423 79 11 726
3 Наньшань 南山区 Nánshān Qū 1 087 936 182 5 877
4 Яньтянь 盐田区 Yántián Qū 208 861 72 2 798
Ҡала яны райондары 4 470 032 784 5 702
5 Баоань 宝安区 Bǎo'ān Qū 2 638 807 402 6 564
6 Лунган 龙岗区 Lónggǎng Qū 1 831 225 382 2 794
Яңы райондар 2 349 631 793 2 623
7 Гуанмин 光明新区 Guāngmíng Xīn Qū 481 420 156 3 097
8 Пиншань 坪山新区 Píngshān Xīn Qū 309 211 168 1 852
9 Лунхуа 龙华新区 Lónghuá Xīn Qū 1 379 000 175 7 880
10 Дапэн 大鹏新区 Dàpéng Xīn Qū 180 000 294 612
Бөтәһе 10 357 938 1 989 5 201

1979 йылда тәүге район Лоху[27], 1993-тә — Лунган[28], 1998-ҙә — Яньтянь[29], 2007-лә — яңы район Гуанмин[30], ә 2009 йылда — яңы район Пиншань[31]. ойошторола. Тәүҙә «Махсус иҡтисад зонаһы» Лоху, Футянь, Наньшань һәм Яньтянь райондарын ғына үҙ эсенә алған булһа, 2010 йылдың июленән, биш тапҡырға тиерлек (396-нан 1953 км² тиклем) зурайып, ҡаланың бөтә райондарына ла киңәйтелә. 2011 йылдың декабрендә тағы ла ике яңы район ойошторола — Дапэн (Лунган районы юрисдикцияһында) һәм Лунхуа (Баоань районы юрисдикцияһында)[32][33][34].

Райондарҙың ҡыҫҡаса характеристикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала райондары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Футянь — Шэньчжэндең административ һәм мәҙәни үҙәге булыу менән бергә ҡаланың яңы эшлекле, сауҙа һәм халыҡ йәшәгән районы; үҙ сиратында түбәндәге ваҡ райондарҙан тора: Футянь, Хуацянбэй, Наньюань,

Юаньлин, Шатоу, Сянмиху, Мэйлинь, Лянхуа һәм Хуафу.

  • Лоху — Шэньчжэндең иҫке өлөшөн алып торған сауҙа-финанс һәм транспорт үҙәге; түбәндәге ваҡ райондарҙан тора: Дунмэнь, Сунган, Циншуйхэ, Дунсяо, Дунху, Хуанбэй, Наньху, Гуйюань һәм Ляньтан.
  • Наньшань — порт районы, сәнәғәттең юғары технология тармаҡтары, күңел асыу, мәғариф һәм фән үҙәге. Ваҡ райондары: Наньшань, Наньтоу, Шахэ, Чжаошан, Юэхай, Таоюань, Сили, Шэкоу, Чивань һәм Мавань.
  • Яньтянь — порт-сәнәғәт, күңел асыу һәм халыҡтың йәшәү районы, дүрт ваҡ райондан тора: Яньтянь, Шатоуцзяо, Мэйша һәм Хайшань).

Ҡала яны зонаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Баоань — сәнәғәт һәм халыҡтың йәшәү районы, бында халыҡ-ара аэропорт урынлашҡан.
  • Лунган — сәнәғәт һәм халыҡтың йәшәү районы.
  • Гуанмин — сәнәғәт һәм халыҡтың йәшәү районы.
  • Пиншань — сәнәғәт һәм халыҡтың йәшәү районы.
  • Лунхуа — сәнәғәт һәм халыҡтың йәшәү районы.
  • Дапэн — милли парк, пляждар урынлашҡан, утрауҙары һәм диңгеҙ продуктары менән билдәле ял зонаһы.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирекле иҡтисад зонаһы ойошторолғандан һуң Шэньчжэнь экспортҡа йүнәлтелгән сәнәғәт йәйелдереүсе халыҡ-ара корпорациялар менән бер рәттән туған телдәре контон диалекты булған хуацяо эшҡыуарҙарын да үҙенә тартыусы урынға әйләнә. Бигерәк тә арзан ер хаҡы һәм осһоҙ эшсе көстәр менән ул күрше Гонконг юнселдәрен ылыҡтыра[35].

90-сы йылдар аҙағында өҫтөнлөктәр бер ни тиклем үҙгәрә: осһоҙ экспорт тауарҙары етештереүгә аҡса һалыу урынына корпорациялар бихисап күләмле ҡытай баҙарына ҡарата борола. Был осорҙа ҡаланың торлаҡ һәм коммерциялы күсемһеҙ милек баҙары ныҡлап үҫеш ала, һәм ул башлыса байыған урта синыфҡа йүнәлеш ала. Бында шулай уҡ төп урынды Гонконг кампаниялары биләй. Яңы мең йыллыҡ башына Шэньчжэнгә йүнәлтелгән барлыҡ капитал һалыуҙарҙың 70 процентҡа яҡыны, ә экспортҡа тауар етештергән тармаҡтарҙа — 95 процентҡа ҡәҙәре уларҙың өлөшө була. Хәҙерге ваҡытта ҡала иҡтисадының этәргестәре — юғары технологиялы сәнәғәт, логистика (тауар һәм хеҙмәттәрҙе тәьмин итеүсенән ҡулланыусыға еткереү) һәм финанс хеҙмәттәре. 2010 йылда биотехнологик тармаҡытың, яңы энергетиканың һәм интернет-индустрияның үҫеш кимәле 30, 24,2 һәм 29,3 процент тәшкил итә, ә дизайн өлкәһендә 60 мең кеше мәшғүл була [3][36][37][38][39].

Транспорт һәм элемтә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Диңгеҙ судоходствоһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылға Шэньчжэнь контейнер тауарҙары әйләнеше буйынса донъяла дүртенсе һәм Ҡытайҙа Шанхай менән Гонконгтан ҡалып өсөнсө диңгеҙ порты ине [40]. Ҡаланың төп диңгеҙ порты райондары: Яньтянь (Yantian), Шатоуцзяо (Shatoujiao), Шэкоу (Shekou), Чивань (Chiwan), Мавань (Mawan), Дунцзяотоу (Dongjiaotou), Фуён (Fuyong), Сядон (Xiadong), Шаючон (Shayuchong) һәм Нэйхэ (Neihe). Причалдарҙың дөйөм оҙонлоғо 22 километрҙан ашыу. Шэньчжэндә өс ирекле сауҙа зонаһы (таможня зонаһы) — Яньтянь, Футянь һәм Шатоуцзяо зоналары [41][42][43], шулай уҡ алты логистика паркы урынлашҡан. «China Merchants Holdings» корпорацияһы Чивань һәм Шэкоу контейнер терминалдарын һәм в Шэкоу яғыулыҡ терминалын контролдә тота. Шулай уҡ уның ҡул аҫтында булған Шэньчжэнь паром терминалынан (урынлашҡан урыны Шэкоу), паромдар һәм һыу аҫты ҡанатлы суднолар пассажирҙарҙы Гонконг, Чжухай, Макао һәм Гуанчжоуға алып бара (терминалға аэропорт һәм төп тимер юл вокзалынан автобус йөрөй)[44]. 2004 йылда порт аша 135 млн тонна йөк үткән (алдағы йыл менән сағыштырғанда үҫеш — 20,3 %), тышҡы сауҙа әйләнеше 88,5 млн тонна (үҫеш — 30,5 %), контейнер терминалдарының тауар әйләнеше 13,6 млн TEU-нан артыҡ (үҫеш — 28,2 %). Пассажирҙәр ағымы 3,45 млн кешене тәшкил итә (үҫеш — 40,2 %)[45][46][47][48][49][50]. 2009 йылда Шэньчжэнь порты контейнер терминалдарының тауар әйләнеше 18,25 млн TEU, 2010 йылда — 22,51 млн TEU[152]. 40 халыҡ-ара контейнер компанияһы портты үҙҙәренең 150 суднолар йөрөү юлына индергән[51].

Шэньчжэнь порты
Шэньчжэнь порты

Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 People’s Republic of China — Guangdong Administrative units 2014 йыл 14 март архивланған.  (инг.)
  2. ООН назвала самые быстрорастущие города. Издательство "Экономика" (26 октябрь 2012). Дата обращения: 3 ноябрь 2012. Архивировано 4 ноябрь 2012 года. 2013 йыл 15 февраль архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Overview. Дата обращения: 16 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 23 февраль архивланған.
  4. Civic Economic Strength. Дата обращения: 14 март 2012. Архивировано 20 май 2012 года. 2013 йыл 3 февраль архивланған.
  5. Shenzhen designated as UNESCO Creative Cities. Дата обращения: 27 февраль 2012.data
  6. How the U.S. Lost Out on iPhone Work. Дата обращения: 14 март 2012. Архивировано 20 май 2012 года.
  7. 7,0 7,1 历史沿革. Дата обращения: 5 март 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data
  8. Ted & Karen Rule, Shenzhen, Hong Kong, 2009
  9. 9,0 9,1 9,2 History. Дата обращения: 16 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 9 февраль архивланған.
  10. 深圳概貌. Дата обращения: 5 март 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 11 май архивланған.
  11. Shenzhen History. Дата обращения: 28 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 20 март архивланған.
  12. 深圳地名. Дата обращения: 6 март 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 11 май архивланған.
  13. В городе проводятся масштабные работы по насыпке и осушению прибрежной зоны, поэтому данные по площади города в разных источниках разнятся
  14. 深圳市气候资料(来源:深圳市气象局. Дата обращения: 23 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data
  15. Shenzhen Weather. Дата обращения: 28 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 22 апрель архивланған.
  16. Период самого стремительного роста населения города, когда его темпы достигали 30 % или 0,8 млн человек в год, завершился в 1994 году. За последние 10 лет население города росло в среднем на 3 — 5 % в год.
  17. 深圳市2010年第六次全国人口普查主要数据公报. Дата обращения: 22 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2011 йыл 4 август архивланған.
  18. 1982年广东省城乡人口分布. Дата обращения: 22 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 27 июнь архивланған.
  19. 深圳市第五次全国人口普查主要数据公报. Дата обращения: 22 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 18 апрель архивланған.
  20. 深圳市2009年国民经济和社会发展统计公报. Дата обращения: 27 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 1 апрель архивланған.
  21. Hakka Tradition a Heritage for Shenzhen. Дата обращения: 1 март 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data
  22. Hakka History. Дата обращения: 1 март 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data
  23. Hakka Houses, Longgang. Дата обращения: 1 март 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data
  24. Hakka Houses in Longgang. Дата обращения: 1 март 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data
  25. 我市少数民族 常住人口60万. Дата обращения: 3 май 2012. Архивировано 4 май 2012 года.data 2012 йыл 11 июль архивланған.
  26. 深圳市2010年第六次全国人口普查主要数据公报. Дата обращения: 23 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2011 йыл 4 август архивланған.
  27. Luohu District. Дата обращения: 20 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 20 февраль архивланған.
  28. Longgang District. Дата обращения: 17 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 27 февраль архивланған.
  29. Yantian District. Дата обращения: 18 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 17 февраль архивланған.
  30. Guangming New District. Дата обращения: 17 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data
  31. Pingshan New District. Дата обращения: 16 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 18 май архивланған.
  32. Shenzhen to develop two new zones. Дата обращения: 15 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data
  33. Administrative Divisions. Дата обращения: 16 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 10 февраль архивланған.
  34. Shenzhen Special Economic Zone expanded. Дата обращения: 16 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 6 октябрь архивланған.
  35. Инвестиционные зоны Китая. Дата обращения: 9 март 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data
  36. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; autogenerated1 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  37. The spirit of enterprise fades. Дата обращения: 15 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data
  38. Comprehensive Economic Strength. Дата обращения: 16 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 8 февраль архивланған.
  39. Economic Structure. Дата обращения: 15 март 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2013 йыл 3 февраль архивланған.
  40. Top 50 World Container Ports. Дата обращения: 13 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2013 йыл 27 август архивланған.
  41. Futian Free Trade Zone. Дата обращения: 16 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 19 ғинуар архивланған.
  42. Yantian Port Free Trade Zone. Дата обращения: 16 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 19 ғинуар архивланған.
  43. Shatoujiao Free Trade Zone. Дата обращения: 16 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 19 ғинуар архивланған.
  44. Shenzhen Transport - Boat. Дата обращения: 13 март 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2013 йыл 3 февраль архивланған.
  45. Shenzhen Port. Дата обращения: 23 февраль 2012.data 2007 йыл 29 август архивланған.
  46. Shenzhen Port. Дата обращения: 23 февраль 2012.data 2012 йыл 7 февраль архивланған.
  47. Convenient Transprotation. Дата обращения: 16 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 11 февраль архивланған.
  48. Checkpoints and Transportation. Дата обращения: 16 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 9 февраль архивланған.
  49. Modern Logistics. Дата обращения: 16 февраль 2012. Архивировано 20 май 2012 года.data 2012 йыл 9 февраль архивланған.
  50. Shekou Ferry Terminal Service. Дата обращения: 27 февраль 2012. Архивировано 25 май 2012 года.data 2012 йыл 10 март архивланған.
  51. Ports and Transportation. Дата обращения: 15 март 2012. Архивировано 25 май 2012 года.data 2013 йыл 3 февраль архивланған.
  52. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Opening up to the Outside World төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  53. 国际友好城市一览表. Дата обращения: 14 март 2012. Архивировано 31 май 2012 года.data 2013 йыл 13 ноябрь архивланған.
  54. 第五章 友好城市. Дата обращения: 14 март 2012. Архивировано 31 май 2012 года.data 2014 йыл 19 июль архивланған.
  55. 友好交流 (ҡыт.). Дата обращения: 19 февраль 2014. Архивировано 31 март 2014 года. 2014 йыл 12 ноябрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]