Эльбурс

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эльбурс
Характеристикалар
Майҙаны155 970 км²
Оҙонлоғояҡынса 900 км
Киңлеге130 km
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеДемавенд 
Бейек нөктәһе5610 м
Урынлашыуы
36° с. ш. 52° в. д.HGЯO
Страна
Иран
Красная точка
Эльбурс
 Эльбурс Викимилектә

Эльбу́рс (фарс. البرز — Alborz) — Ирандың төньяғында, Каспий диңгеҙенең көньяҡ яр буйында урынлашҡан тау системаһы.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙонлоғо — яҡынса 900 км. Бейеклеге — 5610 метрға тиклем (иң бейек нөктәһе — Демавенд һүнгән вулканы).

Тау системаһының формаһы S латин хәрефенә оҡшаш: Каспий диңгеҙенең көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ яр буйҙарын уратып, Эльбурс төньяҡ-көнсығышҡа борола, ә артабан көньяҡ-көнсығышҡа йүнәлә һәм Афғанстан сиге буйында тамамлана. Эльбурс өс айырым өлөштәрҙән тора: төньяҡ-көнбайышында Талыш тауҙары (бейеклеге 2150—2450 м); һуңынан Үҙәк Эльбурс (бейеклеге 2450—3050 м, ҡайһы-бер айырым түбәләренеке 3650 метрҙан аша); артабан көнсығышта Төрөкмән-Хөрәсән тауҙары (бейеклеге 1500—1850 м). Эльбурса тауҙарында, Ирандың баш ҡалаһы Тәһрандан төньяҡ-көнсығыштараҡ Урта Көнсығыштың иң юғары нөктәһе — Демавенд һүнгән вулканы (5604 м) урынлашҡан. Уның түбәһе боҙлоҡтар менән ҡапланған.

Геология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эльбурс һырттары башлыса эзбиз һәм ҡомташтарҙан яһалған. Тау системаһы сиктәрендә ике эре геологик ярылған урын бар: береһе Эльбурстың көнбайыш өлөшөндә, Сефидруд йылғаһы тарлауығы Талыш тауҙары менән Үҙәк Эльбурсты айырған урында, ә икенсеһе көнсығышта бейеклек үҙгәреүе яҡынса 900 метр тәшкил иткән урында урынлашҡан.

Эльбурста таш күмер һәм ҡара ҡурғаш-цинк ятҡылыҡтары бар.

Түбәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Демавенд
  • Точал
  • Камар-кух

Флора[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡ битләүҙәре гиркан тибындағы киң япраҡлы урмандар (имән, акация, тимерағас), тау далаһы һәм яландары, ә бик аҙ яуым-төшөм алған көньяҡ битләүҙәре ксерофит ҡыуаҡтары менән ҡапланған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]