Эмануил Ласкер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эмануил Ласкер
нем. Emanuel Lasker
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Веймар Республикаһы
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Германия империяһы
Тыуған көнө 24 декабрь 1868({{padleft:1868|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Барлинек[d], Барлинек[d], Мыслибуржский повят[d], Западно-Поморское воеводство[d], Польша[4][5][6]
Вафат булған көнө 11 ғинуар 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[2][3][4][…] (72 йәш)
Вафат булған урыны Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[2][5]
Ерләнгән урыны Beth Olam Cemetery[d][7]
Бер туғандары Бертольд Ласкер[d]
Хәләл ефете Martha Lasker[d]
Һөнәр төрө математик, шахматсы, бриджист, фәлсәфәсе, шахматный композитор
Эшмәкәрлек төрө алгебра, шахмат[8], математика[8] һәм фәлсәфә[8]
Эш урыны Тулейнский университет[d]
Уҡыу йорто Гейдельбергский университет[d]
Университет Эрлангена — Нюрнберга[d][9]
Ғилми дәрәжә фән докторы[d][2]
Диссертация Uber Reihen auf der Convergenzgrenze[d][9]
Ғилми етәксе Макс Нётер[d][10]
Спорт төрө шахмат
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Изображение памятной доски
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Эмануил Ласкер Викимилектә

Ласк Эмануил (нем. Emanuel Lasker, урыҫ сығанаҡтарында ҡайһы берҙә исеме Эмануэль һәм Эммануил тип яҙыла; 24 декабрь 1868 йыл — 11 ғинуар 1941 йыл) — немец шахматсыһы һәм математигы, позицион мәктәп вәкиле, шахмат буйынса икенсе донъя чемпионы (1894 йылда Стейництан яулап ала һәм 1921йылда Капабланканан еңелә). Ласкер донъя чемпионы исемен 27 йыл һаҡлай, был шахмат өсөн рекордлы ҡаҙаныш булып тора. Чемпион исемен юғалтҡандан һуң да ул 68 йәшенә тиклем юғары кимәлдә сығыш яһауын дауам итә.

Ласк универсаль уйын стиленә эйә була, әммә уның иң көслө яғы позицияны тойоу һәм эндшпиль була. Бик күп биографтар һәм тикшеренеүселәр Ласкерҙы шахматҡа психологик ҡарашты асыусы тип атай: Ласкер йыш ҡына аныҡ дәғүәсе өсөн уйынды уңайһыҙ яҡҡа бороу маҡсатында үҙ позицияһын хөртәйтергә әҙер булған. Был ҡараш хәҙер ҙә киң таралған, шулай ҙа эксперттарҙың бер өлөшө уны хаталы тип һанай һәм Ласкерҙың ошо алым менән уңыш ҡаҙаныуын уның шахматты тәрән аңлауы, партияны дауам итеүҙең ыңғай һәм кире яҡтарын баһалай белеъе менән аңлата.

Шахмат карьераһы дауамында Ласкер күп тапҡырҙар математика һәм фәлсәфә менән шөғөлләнер өсөн сығыштарын туҡтатып торған. 1901 йылда ул математика буйынса докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, ә математикала төп ҡаҙанышы булып үҙенең һәм Эмми Нетер исеме менән аталған теорема була. Бынан тыш, Ласкер бер нисә фәлсәфәүи эш һәм әҙәби әҫәр баҫтыра.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]